Туҡһанға аяҡ баҫҡанда ла гөрләтеп йәшәп була23.11.2018

Гөлсара Шамил ҡыҙы Килдеғолова менән беҙ күптән таныш. Баш ҡаланың үҙәгендә урынлашҡан 166-сы балалар баҡсаһының мөдире ул. Заманында бында, баҡсаға өҫтәп, башланғыс мәктәп тә булды, мәгәр, заман талаптарына ярашлы, үҙгәрештәр булып торһа ла (хәҙер бында фәҡәт балалар баҡсаһы ғына урынлашҡан), ул етәкселек иткән мәғариф учреждениеһы оҙаҡ йылдар милли мөхитте, туған телде һаҡлаған, яҡлаған, үҫтергән урын булып ҡала.

Баҫалҡы ла, ҡыйыу ҙа...

Гөлсара Шамил ҡыҙының бер ва­ҡытта ла зарланып, тө­шөнкөлөккә бирелеп йөрөгәнен хәтерләмәйем – тормошҡа ихлас күңелдән баҡҡан, кеше­ләр­ҙе яратҡан, тирә-йүндәге хәл­дәргә бер ваҡытта ла битараф ҡала алмаған тынғыһыҙ кеше­ләрҙән ул. Ошо булмышы уны, мәғариф учреждение­һына етәк­селек итеүҙән тыш, бихисап йәмәғәт шөғөлдәрендә лә ҡат­на­шырға әйҙәй, төрлө ваҡиға­ларҙың уртаһында булырға саҡыра. Әммә бөгөнгө яҙма уның хаҡында түгел.

Шулай бер осрашҡанда Гөл­сара ханым менән ғаилә ҡиммәттәре, әсәйҙәр хаҡында әңгәмәләшеп киттек. Нисек кенә булмаһын, һәр кешенең тормошта тотасаҡ урынына нигеҙ бала саҡта уҡ һалына, атай менән әсәй мөнәсәбәттәре ба­ла­ның шәхес булараҡ формалашыуына ифрат ҙур йоғонто яһай. Ошо хә­ҡиҡәтте Гөлсара Шамил ҡыҙы һәм уның әсәһе Әминә Әбделхәким ҡыҙы Тажие­ваның яҙмышы тағы берҙе иҫбатлай. Һүҙҙе Гөлсара Шамил ҡыҙына бирәйек:

“Атайымдың тормош юлы еңелдән булмаған. Дәүләкән районының Төйлән йылғаһы буйында урынлашҡан Яңы Аҡҡолай ауылында тыуып үҫкән ул. Бик иртә етем ҡалған. Уны йәлләп күрше ауылдағы туған­дары тәрбиәгә алған, унан Өфөгә, ФЗО-ға урынлаш­тырыр­ға ҡарар иткәндәр. Мәгәр, нимә­һе оҡшамағандыр, әйтә алмайым – атайым унан ҡасып ҡайтҡан. “Вагондар башынан йүгерергә лә тура килде”, – тип һөйләгәне иҫтә ҡалған ошо сәйәхәте тураһында. Тап ошо осорҙа, 1944 йылда, ул, бик йәш булыуына ҡарамаҫтан, фронтҡа киткән. Ғәмәлдә иһә 1927 йылда тыуған атайымдың доку­мент­тарын 1924 йылғы тип тул­тырғандар. Бына ошолай, бәлә­кәй генә яңылышлыҡ арҡаһын­да, яҙмышында оно­тол­маҫлыҡ ваҡиғалар булған атайымдың.

Украина фронтында бомба һөжүменә эләгеп, ул ҡаты яра­ланған. Йәрәхәт­ләнгәндәр ара­һы­нан тиҙ генә тапмағандар, бай­таҡ ваҡыт үтеп киткән. Күп ҡан юғалтҡан. Атайымды ике көн үткәс, уғата насар хәлдә та­бып алалар. Дөрөҫөн әйткән­дә, саҡ үлем тырнағынан ҡото­лоп ҡалған ул, тик бер аяғы тулыһынса йүнәлмәгән, аҡһаҡ булып ҡалған. Оҙаҡ ҡына госпиталдә ятҡандан һуң, уны демобилизациялайҙар. Тыуған яғына әйләнеп ҡайтҡас та атайым госпиталдә даими дауалана торған булған. Шундай бер осорҙа билдәле яҙыусы, яугир Хәким Ғиләжев менән бер палатала оҙаҡ ҡына ятҡа­нын да һөйләй торғайны яҡыныбыҙ.

...Атай иҫәп-хисапҡа бик ма­һир кеше булды. Юҡҡамы ни һуғыштан ҡайтып бер аҙ ваҡыт үткәс, ул Ҡырмыҫҡалы ауылын­дағы бухгалтерҙар курсына уҡырға йүнәлгән?! Ул ифрат асыҡ, ярҙамсыл да ине: үҙе ише инвалидтарҙы уҡырға өн­дәп, төрлө курстарға саҡырып йөрөгән. Унан тыш, ауылда иң грамоталы, белемле кешеләр­ҙең береһе лә ине: кемгә ниндәй документ юлларға, ғариза тултырырға, пенсия юллап йөрөргә кәрәк булһа, уға килделәр, ярҙам һоранылар. Ул ғынамы – коляскалы мотоциклында, унан “Запорожец” автомобилендә район үҙәгендә кешеләрҙең йомошон теүәлләп йөрөгән саҡтары аҙ булманы.

...Инәйем иһә 1931 йылғы. Олатайым менән өләсәйемдең быға тиклем балалары тыуһа ла, гел үлеп торған. Шулай, яланда тары урып йөрөгәндә, эргәләренән бер юлсы үткән. Нимә тураһында һөйләшкән­дәрҙер ҙә, нисек уларҙың аһ-зарын белгәндер, мәгәр был юлсы киләһе балалары ҡыҙ булып тыуасағын, уға Әминә тигән исем ҡушыу кәрәк­леген, ошолай атаһалар, бала оҙон ғүмерле булырын юрап киткән. Бына шулай, әсәйемдән алда исеме тыуған.

Холҡо үҙенсәлекле әсәйем­дең: бер ҡараһаң, иҫ киткес күндәм, баҫалҡы кеше, икенсе яҡтан, маҡсатлы ла, ҡыйыу ҙа, үҙһүҙле лә. Һуғыш осоронда, барлыҡ ошо заман балалары кеүек, аҙ михнәт күрмәгән ул. Ун ғына йәшендә Әлшәй­ҙәге ҙур тимер юл станцияһына барып, юлсыларға ҡатыҡ һатҡан. “Станса аша йыш ҡына һал­даттар үтер ине. Туҡтап торған арала мине сүлмәгем менән ҡулдан-ҡулға күтәреп кенә йөрөтәләр, арҡам­дан һөйәләр, туҫтаҡ менән ҡатығымдан ауыҙ итәләр, кеҫәмә тинлектәр һалалар”, – тип бала саҡ иҫтә­лектәрен әле лә барлай әсәйем.

Әсәй беҙҙе “бер епкә” теҙә

15 йәштәр тирәһендә уға ауыл апайҙары менән Силәбе ҡалаһына тауар алырға барыр­ға тура килгән. Һуғыштан һуңғы ҡатмарлы йылдар, халыҡ ас­лыҡ-яланғаслыҡтан арынмаған осор. Поездарҙағы санитар хәл­дең торошон әйтеп тораһы ла түгел: пассажирҙарҙы бет-бөрсә яфалаған. Ошо хәлде яйға һа­лыу йәһәтенән, ҙур стан­ция­ларҙа махсус дезинфекция мунсалары булған, пасса­жир­ҙар шунда йыуынғандан һуң ғы­на вагонға индерелгән. Шун­һыҙ билет бирмәгәндәр. Бына ошон­дағы ығы-зығыла апайҙа­ры­нан тороп ҡалған әсәйем. Бик тә зиһенле, ҡыйыу булыуы арҡа­һында ғына имен-аман тыуған яғына әйләнеп ҡайтҡан ул.

...Ап-аҡ йөҙлө, бик тә сибәр булған әсәйем йәш сағында. Әлбиттә, уның ауылына эш менән килгән оҙон буйлы, бөҙрә сәсле, галифе салбарҙа йөрө­гән атайымды урындағы ҡыҙҙар белмәгән түгел, белгән.

“Был ағай беҙгә ҡарамаҫ инде” тип эстән генә уйлай тор­ғайным”, – тип һөйләгәне бар әсәйемдең. Әммә уның юра­ғаны юш килмәгән. Шулай, бер туғандарына килгәндә, үтеп барышлай ғына шаршау артында торған әсәйемдең ҡулын ҡыҫып үткән атайым. Ошо, уйлап ҡара­һаң, бәләкәй генә ваҡиға улар­ҙың ғүмерлек мөхәббәтенә кү­пер булыр тип кем уйлаған? Оҙаҡ та тормай, ҡыҙ һоратырға килгәндәр, һөйләшкәндәр-ки­леш­кәндәр, йәштәр туй үт­кәргән.

...Бик матур йәшәне атайым менән әсәйем. Һигеҙ балаға ғүмер биргәндәр. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бер балалары ете йәшендә һыуға батҡан. Ә Республика баш­ҡорт гимназияһын­да 7-се клас­та уҡып йөрөгән өлкән апайы­быҙ­ҙың фажиғәле үлеме бар ғаиләбеҙҙе тетрән­дергән, ғү­мер­лек үкенес ва­ҡиға булып ҡалды. Шулай итеп, алты бала үҫтек. Әсәйем колхоз эштәренән ҡалманы: сөгөлдөр ҙә утаны, һыйыр ҙа һауҙы. Бала саҡтан беҙҙе хеҙмәткә өйрәт­теләр, хужалыҡ­сан, эшһөйәр итеп тәрбиәлә­неләр. Ихата тулы ҡош-ҡорт, мал-тыуар булды, бихисап бал ҡорто тоттолар. Бәләкәйҙән ошо эштәрҙә ҡатнашып, сынығып үҫтек. Шул уҡ ваҡытта “белемле булығыҙ, уҡығыҙ” тип этәргес, йүнәлеш биреп торҙолар. Шөкөр, ышаныстарын аҡланыҡ, һәммәбеҙ белем алып, тормошта үҙ урыныбыҙҙы таптыҡ, ныҡлы ғаиләләр ҡорҙоҡ.

Әсәйемдең иң оло үкенесе – уға белем алыу форсаты тей­мәгән, заманы шундай булған. Мәгәр башҡа донъяуи һәләт­тәре бихисап уның. Мәҫәлән, гел кәзә аҫраны. Уның йомшаҡ ҡына йөнөнән ниндәй генә әйберҙәр бәйләп кейҙермәне ул балаларына-ейәндәренә! Селтәрле мамыҡ шәлдәре ни тора! Ә әсәйем һуҡҡан балаҫ­тарҙың хозурлығын әйтәһе лә түгел – йортто йәмләп, сағыу булып балҡып, күңелдәрҙе йылытып торған әйберҙәр улар. Әйткәндәй, әсәйем ғаилә ҡорған һәр балаһына бирнәлеккә “фирменный” балаҫын һуғып бирҙе.

Тегенгә лә оҫта яҡыныбыҙ. Бала саҡтан ул теккән кейем­дәрҙә үҫтек. Һәләте булмаһа, шундай ҙа килешле, матур итеп күлдәктәр тегә алыр инеме ни?! Ғөмүмән, ул бик бөхтә кеше, таҙалыҡ, тәртип ярата. Күмәк үҫһәк тә, бер ваҡытта ла йортобоҙ боларып ятманы, һәр саҡ таҙа булды, беҙҙән дә шуны талап итте.

...Әгәр уҡыу тәтеһә, бәлки, әсәйем ветеринар ҙа була алыр ине. Ошо һөнәргә тәбиғәттән бирелгән һәләте бар уның. Әйткәндәй, ағайым ошо һөнәрҙе һайланы.

Оҫта мейес сығарыусы ла әсәйем. Ыҡсым ғына, шул уҡ ва­ҡытта ифрат ҡыҙыу мейесте “һә” тигәнсе һала ине. Бы­на шундай көслө ҡуллы, бул­дыҡлы ҡатын ул: бесәнен дә сапты, тал да киҫте тигәндәй.

Әммә атайҙан уҙып бер нәмә эшлә­мәне. Уның бәҫен төшөр­мәне, киреһен­сә, ир абруйы – алдан, тип үҫтерҙе беҙҙе. Үҙ донъябыҙҙы ҡорғас та, гел әйтеп торҙо: кейәү-килендәр менән бергә килегеҙ, бергә ҡайтығыҙ; берегеҙ – энә, икенсегеҙ еп булһын. Хәйер, күптән үҙебеҙ олатай-өләсәй булып бөтһәк тә, әсәй һаман барыбыҙҙы “бер епкә” теҙеп ала, тиҙ генә ойоштора ул.

Тотош быуын символы

Ошо урында уның ҡыйыу, көслө холҡон раҫлаған бер хәлде һөйләп үтәйем. Ағайым ауырып китеп, уға дауаханаға ниндәйҙер документтар алып килергә кәрәк булғас, ҙур ғына срокта ауырлы килеш Димде йөҙөп сыҡҡан ул.

...Атай менән әсәйҙең үҙ-ара йылы, татыу мөнәсәбәттәре ғүмер буйы өлгө булып тора беҙгә. “Атаһы”, “әсәһе” тип йылы итеп, наҙлап ҡына мөрәжәғәт итте улар ғүмер буйы бер-береһенә. Бик матур, бәхетле ғүмер кисерһәләр ҙә, тиң-тигеҙ ҡартайырға яҙманы: атайыбыҙ 2002 йылда, 75 йәшлек юбилейы көнөндә, вафат булды.


Был хәлдән һуң, нисек кенә ҡыйын булмаһын, әсәйебеҙ ихтыяр көсөнә таянып, артабан да матур итеп донъя көтөргә, балаларының ҡыуаныс-шатлы­ғын уртаҡлашып йәшәргә тырыша. Быйыл уға 88 йәш тулды. Әле лә балаларының, 14 ейәне­нең, 13 бүләһенең күңел йылы­һын тойоп, аралашып, кәңәш­тәрен биреп, бәхетле ҡартлыҡ кисереп йәшәй. Әйткәндәй, әле­гәсә бихисап гәзит-журналдар алдыра, тәфсирләп уҡый; те­левизорҙан яңылыҡтарҙы күҙә­теп бара. Компьютерҙа социаль селтәрҙәрҙә төрлө таныш­тарҙы, туғандарҙы табып, фотоларын ҡарап, аралашып була тигәнде ишеткәс, “күрһәтегеҙ шул интер­нетығыҙҙы миңә” тип унда ла бер килке таныштарҙы ҡарап, ҡыуанып алды. Йәй көнө иһә, “барығыҙ ҙа яҡшы машинала йөрөй, мине тыуған яғыма алып барып килегеҙ әле” тип, Аҡҡо­лайҙан 25 саҡрымда урын­лаш­ҡан ауылына, Әлшәй райо­нын­дағы Иҙрискә туғандарына ҡу­наҡҡа барып ҡайтты. Бына ошон­дай дан кеше ул беҙҙең әсәй: тормоштағы ҡаршылыҡ­тарға бер ваҡытта ла биреш­мәй, оптимист рухлы, күтәренке күңелле. Ошо энергияһы беҙгә лә етә – уның нурҙарында ҡойо­ноп, үҙебеҙ күптән олатай-өлә­сәй булһаҡ та, әсәй йылыһын тойоп, бәхетле тормош кисе­рәбеҙ...”

Ошо юлдарҙан һуң Гөлсара Шамил ҡыҙының тынғыһыҙ, дарманлы булмышы кемгә оҡ­ша­ғаны, әйтмәһәң дә, аңла­шыла кеүек. Әминә Тажиева­ның бер үк ваҡытта ябай ҙа, шул уҡ ваҡытта сағыу ҙа яҙмы­шы – тотош быуындың символы, лайыҡлы әсә өлгөһө ул.


Вернуться назад