Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Һеҙҙә ниндәй хәлдәр бар?..
Көҙ айҙарында редакциябыҙ почтаһы арыу уҡ йәнләнде – уҡыусыларыбыҙҙан бихисап хат алып ҡыуандыҡ. Күптәр киләһе йыл өсөн гәзиткә яҙылып, отош уйынына квитанция күсермәләрен ебәрә, бер ыңғай баҫмабыҙ хаҡында фекерҙәрен, теләк-тәҡдимдәрен дә еткерә.

“Башҡортостан” – бик уҡымлы баҫма, йөкмәткеһе бай, мәҡәләләр тормошсан. Көнүҙәк темаларҙың кү­тәрелеүе оҡшай. Артабан да гәзитте ошо рухта сығарыуҙы дауам итегеҙ”, – тип яҙа Илеш районынан Миңзәлә Хәмиҙуллина.

Асҡын районында Ауыл ҡатын-ҡыҙҙары көнө уңайынан матур сара үткән. Урындағы ҡатын-ҡыҙҙар советы ойошторған кисәлә хеҙмәте менән яҡташтарының хөрмәтен ҡаҙанған, һөйөклө әсә, уңған хужабикә булып танылған гүзәл ханымдар тәбрикләнгән. Был хаҡта беҙгә Гөлнара Дәүләтова хәбәр итә: “Хаҡлы ялдағы китапханасы Миңниса Ғәлиева, моңло тауышлы Асҡын һандуғасы Ризидә Ғәлимова, табибә Рәфиә Ситдиҡова, шәфҡәт туташы Әдүсә Миңләхмәтова, яҙмышын малсылыҡ тармағына арна­ған Сания Яхина, тегенсе Фәлүзә Хәсәнова, уҡытыусылар Таңсулпан Хәзимуллина менән Рәфисә Фәүзет­динова, тәрбиәсе Зилә Фәүзетдинова хөрмәтенә матур теләктәр яңғыраны был кисәлә”.

Нефтекаманан китапхана хеҙмәткәре Индира Нуртдинова “Сәнғәт төнө- 2018” сараһының фәһемле, ҡыҙыҡлы үтеүе тураһында яҙып ебәргән. “Был кистә китапхананың һәр залы аралашыу, ижад итеү, күңел асыу майҙансы­ғына әйләнде, балалар ҙа, ололар ҙа күңеленә яҡын шөғөл тапты”, – тигән юлдар бар уның хатында.

Дыуан районынан Айҙар Ғәзизов Өлкөндө ауылында ғүмер итеүсе 97 йәшлек хеҙмәт ветераны Мөкәрәмә Гәрәеваның һынауҙарға ла, шатлыҡ-ҡыуаныстарға ла бай тормош юлы тураһында бәйән итә. “Һуғыштан һуң өс балаға әсә булып, уларҙы яңғыҙ аяҡҡа баҫтырған, өҫтәүенә йәшләй мәрхүм булған һеңлеһе менән кейә­үенең биш балаһын тәрбиәләп кеше иткән оло йөрәкле ағинәй ул Мөкәрәмә Ғайнан ҡыҙы. Йәше йөҙгә яҡынлаһа ла әле һаман көнө буйы хужалыҡ эше менән мәшғүл, баҡсаһында бер ҡый үләне күрмәҫһең”, – тип яҙа автор.

“Башҡорт әҙәбиәте тиҙҙән баш­ҡорт шағиры, драматург һәм тәрже­мәсе Муса Ғәлиҙең 95 йыллыҡ юбилейын билдәләйәсәк. Ошо айҡанлы Биш­бүләк районының Фәтих Кәрим исе­мендәге Айыт урта мәктәбендә шиғыр һөйләүселәр бәйгеһе үтте”, – тигән юлдар менән башлана Ләйлә Ғүмәрованың хаты. Артабан ул: “Конкурста башланғыс кластар араһында Ралина Хафизова (етәксеһе – Р.Ф. Нуретдинова), өлкән кластарҙан Азалия Ғабдуллина еңеүсе тип табылды. Уҡытыусыһы Эльза Мөхтәсимова Азалияны башҡорт телен өйрәнеүҙә ҙур уңыштарға өлгәшкән уҡыусы булараҡ телгә алды”, – тип хәбәр итә.

Көйөргәҙе районының Яңы Мораптал ауылынан 12 кеше ҡултамға ҡуйған коллектив хат алдыҡ. Улар “Рәсәйҙең бөйөк исемдәре” акцияһы барышында “Өфө” аэропортына Башҡорт кавалерия ди­визияһы командиры Миңлеғәле Шай­моратовтың исемен бирергә тәҡдим итә.

Үкенескә ҡаршы, хат авторҙары бер аҙ һуңланы, сөнки фекерҙәр, тәҡдимдәр октябрь аҙағына тиклем ҡабул ителде. 12 ноябрҙә акцияның финал тауыш биреү этабы башланды һәм эксперт совет тарафынан һәр аэропорт өсөн өсәр исем һайлап алынды. Теләге булған һәр кем 8-800-707-93-17 тура бәйләнешенә шылтыратып йәки акция­ның рәсми сайтына (великиеимена.рф) инеп, үҙ тауышын бирә ала. Өфө аэропорты өсөн һайланған исемдәр – ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәев, Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәрим һәм башҡорт халҡының милли геройы Салауат Юлаев.

Киләсәктә лә уҡыусыларыбыҙ менән редакция араһын матур эстәлекле хаттар бәйләһен. Һеҙҙә ниндәй хәлдәр бар? Нимәләр борсой, шатландыра, уйландыра? Бына шулар хаҡында хат-хәбәр көтөп ҡалабыҙ.


Автор: Гөлдәр ЯҠШЫҒОЛОВА, хаттар бүлеге мөдире


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостанда һунарсыларға тәүлегенә бер ҡуян ауларға рөхсәт ителде

Башҡортостанда һунарсыларға тәүлегенә бер ҡуян ауларға рөхсәт ителде 15.09.2026 // Йәмғиәт

Экология министрлығы көҙгө миҙгел асылыуы тураһында иғлан итте....

Тотош уҡырға 0

Республикала балаларҙы уллыҡҡа алырға теләүселәрҙе иҫәпкә ҡуйыу тәртибе раҫланды
Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә 15.09.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡала үҙәгендәге иң тығыҙ участкаларҙың береһендә сикләү өс көн ғәмәлдә була. Водителдәргә урау ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә