Көҙ айҙарында редакциябыҙ почтаһы арыу уҡ йәнләнде – уҡыусыларыбыҙҙан бихисап хат алып ҡыуандыҡ. Күптәр киләһе йыл өсөн гәзиткә яҙылып, отош уйынына квитанция күсермәләрен ебәрә, бер ыңғай баҫмабыҙ хаҡында фекерҙәрен, теләк-тәҡдимдәрен дә еткерә.
“Башҡортостан” – бик уҡымлы баҫма, йөкмәткеһе бай, мәҡәләләр тормошсан. Көнүҙәк темаларҙың күтәрелеүе оҡшай. Артабан да гәзитте ошо рухта сығарыуҙы дауам итегеҙ”, – тип яҙа Илеш районынан Миңзәлә Хәмиҙуллина.
Асҡын районында Ауыл ҡатын-ҡыҙҙары көнө уңайынан матур сара үткән. Урындағы ҡатын-ҡыҙҙар советы ойошторған кисәлә хеҙмәте менән яҡташтарының хөрмәтен ҡаҙанған, һөйөклө әсә, уңған хужабикә булып танылған гүзәл ханымдар тәбрикләнгән. Был хаҡта беҙгә Гөлнара Дәүләтова хәбәр итә: “Хаҡлы ялдағы китапханасы Миңниса Ғәлиева, моңло тауышлы Асҡын һандуғасы Ризидә Ғәлимова, табибә Рәфиә Ситдиҡова, шәфҡәт туташы Әдүсә Миңләхмәтова, яҙмышын малсылыҡ тармағына арнаған Сания Яхина, тегенсе Фәлүзә Хәсәнова, уҡытыусылар Таңсулпан Хәзимуллина менән Рәфисә Фәүзетдинова, тәрбиәсе Зилә Фәүзетдинова хөрмәтенә матур теләктәр яңғыраны был кисәлә”.
Нефтекаманан китапхана хеҙмәткәре Индира Нуртдинова “Сәнғәт төнө- 2018” сараһының фәһемле, ҡыҙыҡлы үтеүе тураһында яҙып ебәргән. “Был кистә китапхананың һәр залы аралашыу, ижад итеү, күңел асыу майҙансығына әйләнде, балалар ҙа, ололар ҙа күңеленә яҡын шөғөл тапты”, – тигән юлдар бар уның хатында.
Дыуан районынан Айҙар Ғәзизов Өлкөндө ауылында ғүмер итеүсе 97 йәшлек хеҙмәт ветераны Мөкәрәмә Гәрәеваның һынауҙарға ла, шатлыҡ-ҡыуаныстарға ла бай тормош юлы тураһында бәйән итә. “Һуғыштан һуң өс балаға әсә булып, уларҙы яңғыҙ аяҡҡа баҫтырған, өҫтәүенә йәшләй мәрхүм булған һеңлеһе менән кейәүенең биш балаһын тәрбиәләп кеше иткән оло йөрәкле ағинәй ул Мөкәрәмә Ғайнан ҡыҙы. Йәше йөҙгә яҡынлаһа ла әле һаман көнө буйы хужалыҡ эше менән мәшғүл, баҡсаһында бер ҡый үләне күрмәҫһең”, – тип яҙа автор.
“Башҡорт әҙәбиәте тиҙҙән башҡорт шағиры, драматург һәм тәржемәсе Муса Ғәлиҙең 95 йыллыҡ юбилейын билдәләйәсәк. Ошо айҡанлы Бишбүләк районының Фәтих Кәрим исемендәге Айыт урта мәктәбендә шиғыр һөйләүселәр бәйгеһе үтте”, – тигән юлдар менән башлана Ләйлә Ғүмәрованың хаты. Артабан ул: “Конкурста башланғыс кластар араһында Ралина Хафизова (етәксеһе – Р.Ф. Нуретдинова), өлкән кластарҙан Азалия Ғабдуллина еңеүсе тип табылды. Уҡытыусыһы Эльза Мөхтәсимова Азалияны башҡорт телен өйрәнеүҙә ҙур уңыштарға өлгәшкән уҡыусы булараҡ телгә алды”, – тип хәбәр итә.
Көйөргәҙе районының Яңы Мораптал ауылынан 12 кеше ҡултамға ҡуйған коллектив хат алдыҡ. Улар “Рәсәйҙең бөйөк исемдәре” акцияһы барышында “Өфө” аэропортына Башҡорт кавалерия дивизияһы командиры Миңлеғәле Шайморатовтың исемен бирергә тәҡдим итә.
Үкенескә ҡаршы, хат авторҙары бер аҙ һуңланы, сөнки фекерҙәр, тәҡдимдәр октябрь аҙағына тиклем ҡабул ителде. 12 ноябрҙә акцияның финал тауыш биреү этабы башланды һәм эксперт совет тарафынан һәр аэропорт өсөн өсәр исем һайлап алынды. Теләге булған һәр кем 8-800-707-93-17 тура бәйләнешенә шылтыратып йәки акцияның рәсми сайтына (великиеимена.рф) инеп, үҙ тауышын бирә ала. Өфө аэропорты өсөн һайланған исемдәр – ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәев, Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәрим һәм башҡорт халҡының милли геройы Салауат Юлаев.
Киләсәктә лә уҡыусыларыбыҙ менән редакция араһын матур эстәлекле хаттар бәйләһен. Һеҙҙә ниндәй хәлдәр бар? Нимәләр борсой, шатландыра, уйландыра? Бына шулар хаҡында хат-хәбәр көтөп ҡалабыҙ.