Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Эшҡыуарлыҡ. Ул уңғанлыҡмы, әллә йылғырлыҡмы?

Өфөлә “Йыл эшҡыуары-2018” республика конкурсына йомғаҡ яһалды.

Был республика бәйгеһе йыл һайын үткәрелә, уның маҡсаты – Башҡортостандағы эшҡыуарлыҡҡа айырым өлөш индергән бәләкәй һәм урта бизнес вәкилдәрен асыҡлау, уларҙы дәртләндереү. Тәүге тапҡыр сара 2005 йылда үткәрелде. Ә хәҙер ул төбәгебеҙҙең эшлеклеләр даирәһендә йыл һайын әһәмиәтле ваҡиға итеп ҡабул ителә. Быйылғы конкурс нисек уҙҙы? Еңеүселәр кемдәр?

Баш ҡалабыҙҙың Зәки Вәлиди урамындағы “Шератон” ҡунаҡхана­һындағы быйылғы ошо сара күңелле һәм сағыу итеп ойошторолоуы менән айырылып торҙо. “Арғымаҡ” этно-рок төркөмөнөң йөрәктәрҙе елкендерерлек сығышынан һуң еңеүселәрҙе сәхнәгә саҡырып ҡотлау, приздар тапшырыу башланды.

Быйыл “Йыл эшҡыуары-2018” конкурсында ҡатнашырға республи­каның һигеҙ ҡалаһынан һәм 23 районынан теләк белдергәйнеләр. Иң күп ғаризалар – Күмертауҙан, унан 25 эшҡыуар килгән. Өфөнән – 14 йүнсел, Стәрлетамаҡтан – алтау, Бәләбәй, Бөрйән, Мәсетле һәм Хәйбулла райондарынан өсәр кеше тәҡдим ителгән.

Конкурста бөтәһе һигеҙ номинация ҡаралғайны. Бүләкләү үҙенсәлекле ойошторолдо: һәр номинацияла өсәр эшҡыуарҙы сәхнәгә саҡырып сыға­ралар ҙа алып барыусы ҡулына конверт тотторола, уны асып уҡығанда ғына бөтә зал еңеүсенең исемен ишетә. Мәҫәлән, “Эске туризмды үҫтереү даирәһендәге иң яҡшы эшҡыуар” номинацияһында түргә Бөрйән районынан “Бөрйән” туристик базаһы етәксеһе Динар Зарипов, Стәрлетамаҡ ҡалаһынан Юлиә Ғималова һәм Күмертау ҡалаһынан Алексей Ефимов саҡырылды. Республиканың Эшҡы­уарҙар ойошмалары ассоциацияһы рәйесе Алексей Щербацкий конвертты асты: еңеүсе – Юлиә Рәйес ҡыҙы! Ҡалған икәүгә лауреат дипломдары тапшырылды.

Шулай уҡ етештереү, ауыл хужа­лығы, күмәртәләп һәм ваҡлап һатыу сауҙаһы, эшҡыуарлыҡҡа консалтинг хеҙмәтләндереүе, йоғонтололоҡ һәм үҫеш, аҙыҡ-түлек тармағы, әүҙем тормош позицияһы буйынса ла еңеүселәр һәм лауреаттар билдәләнде.

Гөлсәсәк һәм Данил ФӘРХЕТДИНОВТАР, Бәләбәй районының Баженов ауылынан:
– Беҙ байтаҡ йылдар инде тауыҡ фермаһы тотабыҙ. Тырышып эшләһәң, рентабеллеккә өлгәшергә була. Һәм, әлбиттә, технологияны теүәл күҙәтеп торорға кәрәк. Ун эшсе беҙҙең фермала. Тауыҡтарҙы ашатыу өсөн тотонған ҡатнаш аҙыҡ үҙебеҙҙеке, йыш ҡына фураж игене лә һатып алабыҙ. Продукция баҙарҙа ҙур ихтыяж менән файҙалана, уны Башҡортостандан ғына түгел, тирә-яҡ өлкәләрҙән дә килеп алалар. Кисә генә, мәҫәлән, бер партияны Краснодар крайына оҙаттыҡ.


Автор: Рәшит КӘЛИМУЛЛИН


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 3

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 3

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә