Өфөлә “Йыл эшҡыуары-2018” республика конкурсына йомғаҡ яһалды.Был республика бәйгеһе йыл һайын үткәрелә, уның маҡсаты – Башҡортостандағы эшҡыуарлыҡҡа айырым өлөш индергән бәләкәй һәм урта бизнес вәкилдәрен асыҡлау, уларҙы дәртләндереү. Тәүге тапҡыр сара 2005 йылда үткәрелде. Ә хәҙер ул төбәгебеҙҙең эшлеклеләр даирәһендә йыл һайын әһәмиәтле ваҡиға итеп ҡабул ителә. Быйылғы конкурс нисек уҙҙы? Еңеүселәр кемдәр?
Баш ҡалабыҙҙың Зәки Вәлиди урамындағы “Шератон” ҡунаҡханаһындағы быйылғы ошо сара күңелле һәм сағыу итеп ойошторолоуы менән айырылып торҙо. “Арғымаҡ” этно-рок төркөмөнөң йөрәктәрҙе елкендерерлек сығышынан һуң еңеүселәрҙе сәхнәгә саҡырып ҡотлау, приздар тапшырыу башланды.
Быйыл “Йыл эшҡыуары-2018” конкурсында ҡатнашырға республиканың һигеҙ ҡалаһынан һәм 23 районынан теләк белдергәйнеләр. Иң күп ғаризалар – Күмертауҙан, унан 25 эшҡыуар килгән. Өфөнән – 14 йүнсел, Стәрлетамаҡтан – алтау, Бәләбәй, Бөрйән, Мәсетле һәм Хәйбулла райондарынан өсәр кеше тәҡдим ителгән.
Конкурста бөтәһе һигеҙ номинация ҡаралғайны. Бүләкләү үҙенсәлекле ойошторолдо: һәр номинацияла өсәр эшҡыуарҙы сәхнәгә саҡырып сығаралар ҙа алып барыусы ҡулына конверт тотторола, уны асып уҡығанда ғына бөтә зал еңеүсенең исемен ишетә. Мәҫәлән, “Эске туризмды үҫтереү даирәһендәге иң яҡшы эшҡыуар” номинацияһында түргә Бөрйән районынан “Бөрйән” туристик базаһы етәксеһе Динар Зарипов, Стәрлетамаҡ ҡалаһынан Юлиә Ғималова һәм Күмертау ҡалаһынан Алексей Ефимов саҡырылды. Республиканың Эшҡыуарҙар ойошмалары ассоциацияһы рәйесе Алексей Щербацкий конвертты асты: еңеүсе – Юлиә Рәйес ҡыҙы! Ҡалған икәүгә лауреат дипломдары тапшырылды.
Шулай уҡ етештереү, ауыл хужалығы, күмәртәләп һәм ваҡлап һатыу сауҙаһы, эшҡыуарлыҡҡа консалтинг хеҙмәтләндереүе, йоғонтололоҡ һәм үҫеш, аҙыҡ-түлек тармағы, әүҙем тормош позицияһы буйынса ла еңеүселәр һәм лауреаттар билдәләнде.
Гөлсәсәк һәм Данил ФӘРХЕТДИНОВТАР, Бәләбәй районының Баженов ауылынан:
– Беҙ байтаҡ йылдар инде тауыҡ фермаһы тотабыҙ. Тырышып эшләһәң, рентабеллеккә өлгәшергә була. Һәм, әлбиттә, технологияны теүәл күҙәтеп торорға кәрәк. Ун эшсе беҙҙең фермала. Тауыҡтарҙы ашатыу өсөн тотонған ҡатнаш аҙыҡ үҙебеҙҙеке, йыш ҡына фураж игене лә һатып алабыҙ. Продукция баҙарҙа ҙур ихтыяж менән файҙалана, уны Башҡортостандан ғына түгел, тирә-яҡ өлкәләрҙән дә килеп алалар. Кисә генә, мәҫәлән, бер партияны Краснодар крайына оҙаттыҡ.