Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Ҡайҙа элекке почта?
Совет дәүерендә һәр өйҙә ваҡытлы матбуғатҡа яҙылыу үҙе ғорурлыҡ ине. Хатта бер-береһенән уҙҙырып яҙылырға тырыштылар. Почта хеҙмәткәрҙәренә эш етерлек булды. Урам буйлап бер тапҡыр ғына түгел, бер нисә мәртәбә үтергә тура килде уларға. Ауылдан ауылға почтаны ат менән ташыу ойошторолғайны.
Тик ул ваҡыттарҙы бөгөн һағынып иҫкә алырға ғына ҡалды. СССР тарҡалғас, илдәге аңлашылмаусанлыҡ, тәртипһеҙлек, яуапһыҙлыҡ почта селтәрен дә урап үтмәне. Тәүге йылдарҙа өйҙәрҙәге почта ҡумталары емерелде, килгән гәзит-журналдар яндырылды, юғалды. Шуға һылтанып, халыҡ матбуғатҡа яҙылмай башланы. Әкренләп кеше гәзит-журнал уҡыуҙан һүрелде, яҙылырға кәрәк икәнде, күрәһең, иҫенә лә төшөрмәй. Был, әлбиттә, бик аяныслы хәл.
Етмәһә, һуңғы йылдарҙа илдең бик ауыр һынауҙар аша алға ынтылыуының ыңғай һөҙөмтәләр бирмәүе арҡаһында халыҡ байҙарға һәм ярлыларға бүленде. Осто-осҡа ялғап йәшәгәндә гәзит-журналға яҙылыу ҡайғыһы ҡалмай, әлбиттә. Ошондай аңлашылмаған осорҙа бик күп ойошмалар дәүләт иғтибарынан төшөп ҡалды, улар бөгөн үҙ ыңғайына йәшәй. Был бәйелһеҙлек почта өлкәһендә бигерәк тә сәскә ата. Элек почта хеҙмәткәрҙәре ауылда өй һайын йөрөп гәзит-журналдарға яҙҙыра ине. Ә бөгөн улар үҙҙәренең төп эшенән ситләшкән, сөнки, кеше матбуғатҡа яҙыламы-юҡмы, эш хаҡы бара. Хатта әҙ генә яҙылғандарға ла көн дә килтерә алмайҙар. Әле беҙ барған бер ауылда, башҡорт теле уҡытыусыһының әйтеүенә ҡарағанда, “Һинең бер гәзитең өсөн ауылдың осонан-осона тиклем көн дә йөрөмәм инде”, — тип яуап бирә икән почтальон. Ә бит халыҡ араһында яҙылыу эше алып барырға тейешлеген иҫенә лә төшөрмәй булып сыға ул. Уныһы ғына түгел, почта хеҙмәткәрҙәре араһында хатта квитанция тултырыуҙы онотоусылар ҙа табылды. Уның ҡарауы, почта бинаһында магазин асып, һатыу итергә өйрәнеп алғандар. Әлбиттә, был аҙым яҡшы тормоштан түгел — нужанан.
Ауыл ерендә генә түгел, ҡалаларҙа ла ваҡытлы матбуғатты таратыу бик насар ҡуйылған. Ике-өс көнгә бер генә килтергән осраҡтары ла булғылай. Күптән түгел Мәскәүҙә йәшәгән башҡорттар менән аралашырға тура килде. Уларҙан мин: “Һеҙ Мәскәүҙә ҙур аҡса алып йәшәйһегеҙ, ни эшләп үҙебеҙҙең гәзит-журналдарға яҙылмайһығыҙ? Республикала көн дә булып торған яңылыҡтарҙы белгегеҙ килмәйме ни?” — тип һораным. Унда йәшәгән рухлы, ҡоролтай эшендә әүҙем ҡатнашыусы, халҡыбыҙ киләсәге өсөн яныусы Рәйсә Ишбулдина бына нимә тип яуап бирҙе: “Бөтәбеҙ ҙә туған телдә сыҡҡан матбуғатҡа яҙылып ҡараныҡ, хәҙер ҙә әҙербеҙ, әммә 10 – 15 көнгә бер генә килтерәләр. Шуға күрә файҙа юҡ тип яҙылмайбыҙ. Ә бит Мәскәүҙә башҡорттар күп. Бәлки, был мәсьәләне Башҡортостан Хөкүмәте аша хәл итеп булыр, бөтәбеҙ ҙә алдырыр инек”, — тине.
Ысынлап та, был бик мөһим мәсьәләне хәл итмәй тороп, матбуғатҡа яҙылыуҙы юлға һалыу ауыр буласаҡ. Ошо тәңгәлдә почта хеҙмәткәрҙәренең дә эшен әүҙемләштереү сараһын күреү зарур. Уларға, бәлки, йөкләмә биреү кәрәктер, шуға ҡарап, эш хаҡын өҫтәү ҙә насар булмаҫ ине. Гәзит-журналдарҙың сығарылыш хаҡы бит һәр кемдең көсөнән килерлек, тик почта селтәренең хеҙмәтләндереү хаҡы үтә юғары. Быны юлға һалып булмаймы икән ни?
Әлбиттә, донъялар ныҡ үҙгәрҙе. Хәҙер йәштәр тик Интернет аша ғына Ер йөҙөндә бөтә булған мәғлүмәттәрҙе ала. Электрон китаптар ҙа байтаҡ. Ваҡытлы матбуғат та бөгөнгө көнгә ярашлы, заман талабы менән үҙ юлын алыр. Ләкин был өлкәлә совет дәүерендә тыуып үҫеп, совет тәрбиәһен алған кешеләрҙе лә оноторға ярамай. Әле бөтәбеҙҙә лә Интернет селтәре юҡ.
Оҙон һүҙҙең ҡыҫҡаһы шул: ваҡытлы матбуғат һаҡлауға һәм яҡлауға мохтаж. Тик бөгөнгө ҡайһы бер аңлашылмаусанлыҡ арҡаһында килеп сыҡҡан мәсьәләләрҙе дәүләт кимәлендә хәл итергә кәрәк.
Ләлә БЕЙЕШЕВА.
Өфө ҡалаһы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 3

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 3

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә