Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » “Килендән уңдыҡ!”

Хөрмәтле фельдшерға эш өсөн яҡшы шарттар ҙа тыуҙырылһа...

Һөнәрен мөкиббән ярата, тормошон унан башҡа күҙ алдына ла килтерә алмай Мөнирә Фәтхуллина. Ғүмерен иң изге һөнәргә – кешеләрҙең сәләмәтлеген һаҡлауға бағышлаған ул.

Белорет районының Абҙаҡ ауылы ҡыҙы бала саҡтан табип булырға хыяллана. Шуға ла мәктәпте тамамлағас, документтарын медицина училищеһына тапшырыуына бер кем дә ғәжәпләнмәй. Киреһенсә, “үҙебеҙҙең буласаҡ доктор!” тип дәртләндереп ебәрәләр.

Ҡатын-ҡыҙҙың, буласаҡ әсәйҙәрҙең сәләмәтлеге һағында тороу маҡсатын ҡуйған Мөнирә ханым, диплом алғас та, Әбйәлил районының Байым участка дауаханаһына акушер булып эшкә килә. Ауыл ерендә йәш белгес бар хеҙмәттәрҙе лә үтәй: сирлеләргә укол яһай, буласаҡ әсәләрҙе ҡарай, ауырыуҙарҙы район дауаханаһына оҙатып бара һ.б. Уҡыу йортонда алған белеменә өҫтәп, Мөнирә Ҡунаҡбай ҡыҙы махсус курс үтә, ғилемен даими камиллаштыра. Хеҙмә­тенә ифрат яуаплы ҡараған белгесте бер аҙҙан Балапан ауылына фельдшер итеп тәғәйенләйҙәр.

1986 йылда ул Мораҡай егете Рим Фәтхуллинға кейәүгә сыға. Шуға күпмелер ваҡыт күрше ауылға йөрөп эшләргә тура килә. Бәхеткә күрә, 1990 йылда Мораҡайҙа фельдшер-акушерлыҡ пункты асыла. Ауыл килене бында эшкә ҡайта һәм шул мәлдән алып бөгөнгә ҡәҙәр ошондағы халыҡтың сәләмәтлеген хәстәрләй. “Үҙебеҙҙең доктор”, “үҙебеҙҙең килен” тип кенә өндәшәләр бында Мөнирә Ҡунаҡбай ҡыҙына.

Һәр ауылдашының йөрәк тибешен тоя, кемдең ни менән сирләгәнен, уға ҡайһы ваҡытта ниндәй ярҙам кәрәклеген яҡшы белә Мөнирә Фәтхуллина. Фельдшер-акушерлыҡ пунктына көнөнә ун бишләп кеше мөрәжәғәт итә. Даими рәүештә ҡан баҫымын үлсәтергә килгәндәр, укол һалдырырға йөрөгәндәр байтаҡ.

Ғүмер буйы ошо ауылда йәшәгән 84 йәшлек Ғәлимә Харрасова, мәҫәлән, ҡан баҫымының юғарылығына зарлана. “Шуға йыш киләм бында. Әлдә, шөкөр, Мөнирә килен бар: дарыуын да бирә, уколын да һала, яҡшы һүҙе менән кәйефте лә күтәреп ебәрә. Шәбәйеп ҡайтып китәм”, – тип ҡәнәғәт йылмая инәй.

Уның һүҙҙәренә Әғниә Мөхәмәтйәрова ла ҡушыла:
– Миңә лә һаулығым буйынса Мөнирә киленгә йыш мөрәжәғәт итергә тура килә. Уны ҡыҙым Дилә ауырыған саҡта ла, көн-төн тимәй, гел саҡырттыҡ. Гелән яғымлы, ихлас беҙҙең доктор, шул ҡәҙәр уңдыҡ үҙенән!

Бөгөн Мөнирә Фәтхуллина 270 кешенең сәләмәтлеге өсөн яуаплы, уларҙың күбеһе – өлкән йәштәгеләр. Мәктәптәге 17 уҡыусының һаулығы ла даими күҙәтеүгә алынған. Сирлеләргә тиҙ арала ярҙам кәрәк икән, Мөнирә Ҡунаҡбай ҡыҙы уларҙы Белорет үҙәк дауаханаһына үҙе оҙатып бара. Башҡа осраҡтарҙа ауырыуҙар Асҡарҙағы медицина учреждениеһына ебәрелә. Әйткәндәй, фельдшер-акушерлыҡ пункты­ның дарыуҙар һатыуға махсус рөхсәте бар. Теләгәндәр ошонда уҡ үҙенә кәрәклене алыу, шулай уҡ заказ биреү мөмкинлегенә эйә.

Сәләмәтлек һағында торған кешегә аралаша белеү, хатта психолог та булыу талап ителә. Эшеңде яратыу, диагнозды дөрөҫ ҡуйыу, ҡарарҙы тиҙ һәм аныҡ ҡабул итеү – сирленең ғүмерен ҡотҡарыуҙа төп шарттар.

Ҡырҡ йылға яҡын халыҡ һаулығы һағында тороу ни ҡәҙәр оло хеҙмәт! Донъялағы иң изге, юғары ғәмәлдәрҙең береһе был. Һүҙ юҡ, тап Мөнирә Фәтхуллина кеүек үҙ эшенең ысын оҫталары барҙа халыҡ сәләмәт, балалар шат буласаҡ. Әммә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ауыл фельдшерын борсоған мәсьәләләр ҙә юҡ түгел. Мәҫәлән, фельдшер-акушерлыҡ пунктына асылғандан бирле бер тапҡыр ҙа капиталь ремонт үтмәгән, бинаны төҙөкләндереү талап ителә. Бигерәк тә һыу проблемаһы үҙәккә үтте”, – ти Мөнирә Ҡунаҡбай ҡыҙы.

Белеүебеҙсә, республиканың көньяҡ-көнсығыш райондарына эш сәфәре барышында Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров был ауырлыҡтарҙы яҡындан күреп, мәсьәләне хәл итергә ҡушты. Бындай иғтибарға, проблеманың яйға һалынасағына сикһеҙ шат Мораҡай халҡы.

Йәнә шуныһы: бер урында оҙаҡ эшләгән юғары категориялы фельдшер Мөнирә Фәтхуллинаның һис ниндәй маҡтаулы исеме юҡ. Төпкөлдә йәшәп, ямғыр яуғанда ла, ҡар ҡатыш буранда ла, сатлама һыуыҡта ла һөнәренә тоғро ҡалып, йәйәүме, “Ашығыс ярҙам” маши­на­һындамы ауылдаштарының сәлә­мәтлеген, ғүмерен һаҡларға ашыҡҡан, шәхси ваҡыты менән иҫәпләшмәгән намыҫлы ауыл фельдшерының үҙенә иғтибар, баһа кәрәкмәйме ни?!

Мөнирә ханым – дүрт бала тәрбиәләп үҫтергән бәхетле әсә лә. Ике ҡыҙы уның юлын һайлаған: Нурсилә Башҡортостан дәүләт медицина университетын тамамлап, ошо йүнәлештә эшләһә, кинйәһе Илсиә әле Белорет медицина колледжында белем ала. Тимәк, нәҫелдә был һөнәргә тоғролоҡ һаҡланасаҡ.


Автор: Кәримә УСМАНОВА әҙерләне


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Радий Хәбиров МХО яугирҙәренә генерал Шайморатов орденын тапшырҙы

Радий Хәбиров МХО яугирҙәренә генерал Шайморатов орденын тапшырҙы 21.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров МХО яугирҙәренә генерал Шайморатов орденын тапшырҙы...

Тотош уҡырға 1

Республикала БПЛА хәүефе иғлан ителде

Республикала БПЛА хәүефе иғлан ителде 21.09.2026 // Йәмғиәт

Республикала БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 0

Башҡортостанда әбейҙәр сыуағы аҙна аҙағына тиклем һаҡлана

Башҡортостанда әбейҙәр сыуағы аҙна аҙағына тиклем һаҡлана 21.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда әбейҙәр сыуағы аҙна аҙағына тиклем һаҡлана...

Тотош уҡырға 1

Өфөлә 101 йәшлек фронтовик Герман Федин һайлауҙа ҡатнашты

Өфөлә 101 йәшлек фронтовик Герман Федин һайлауҙа ҡатнашты 20.09.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә 101 йәшлек фронтовик Герман Федин һайлауҙа ҡатнашты...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә башҡорт телендә бюллетендәр етмәгән

Өфөлә башҡорт телендә бюллетендәр етмәгән 19.09.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡаланың Совет районындағы 414-се участка һайлау комиссияһында был проблема тиҙ арала хәл ......

Тотош уҡырға 2

Топорниндар йорто «Башҡортостанда оҙон ғүмерлелек» маршрутының бер өлөшө буласаҡ

Топорниндар йорто «Башҡортостанда оҙон ғүмерлелек» маршрутының бер өлөшө буласаҡ 19.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров 19 сентябрҙә Кушнаренко районы буйлап эш сәфәре барышында ......

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда ишле ғаилә һайлауҙа ҡатнашты

Башҡортостанда ишле ғаилә һайлауҙа ҡатнашты 19.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда ишле ғаилә һайлауҙа ҡатнашты...

Тотош уҡырға 2

Республикала иң йәш һәм иң оло күҙәтеүсенең йәше билдәле булды
Башҡортостанда Ташкентта йәшәүселәр тауыш бирә

Башҡортостанда Ташкентта йәшәүселәр тауыш бирә 19.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда Ташкентта йәшәүселәр тауыш бирә...

Тотош уҡырға 2

Республикала Бөйөк Ватан һуғышы ветераны һайлауға ҡыҙы менән килде

Республикала Бөйөк Ватан һуғышы ветераны һайлауға ҡыҙы менән килде 19.09.2026 // Йәмғиәт

Республикала Бөйөк Ватан һуғышы ветераны һайлауға ҡыҙы менән килде...

Тотош уҡырға 1

Республикала «Рәхмәт» акцияһы һайлаусылар араһында популярлыҡ менән файҙалана

Республикала «Рәхмәт» акцияһы һайлаусылар араһында популярлыҡ менән файҙалана 19.09.2026 // Йәмғиәт

Республикала «Рәхмәт» акцияһы һайлаусылар араһында популярлыҡ менән файҙалана...

Тотош уҡырға 3

Радий Хәбиров Ленин исемендәге паркта фонтандарҙың ниндәй булырын күрһәтте

Комментарий өҫтәргә