Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » “Тормошто яҡшыраҡ итеүгә ынтылыш берләштерә”

Республика Халыҡтар берҙәмлеге байрамын билдәләне.

Йәкшәмбелә бөтә ил халҡы дәррәү рәүештә Халыҡтар берҙәмлеге көнөн билдәләне. Тамырҙары менән Рәсәй яҙмышындағы мөһим әһәмиәткә эйә булған дүрт быуат элекке ваҡиғаларға барып тоташҡан был байрам бөгөн дә көнүҙәк яңғыраған халыҡтар дуҫлығы, милләт-ара татыулыҡ темаларын үҙ эсенә ала.

Башҡортостан халҡы ла тантаналы сараларҙа ихлас ҡатнашты. Патриотик акциялар, уйын-көлкө, йыр-моң аҫтында берләште. Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров та уларҙың уртаһында булды. Ул төбәк халҡын күркәм байрам менән ҡотлап:

– Был дәүләт байрамы үҙенең Ватаны, уның бай тарихы һәм мәҙәниәте менән ғорурланған һәр кем өсөн ҡәҙерле. Халыҡтар берҙәмлеге көнөндә беҙ өлкән быуындың хәрби һәм хеҙмәт батырлығын хөрмәт менән иҫкә алабыҙ. Шул уҡ ваҡытта берҙәмлек бер төрлөлөк, фекер һәм ҡараштар бер үк тигәнде аңлатмай. Беҙ барыбыҙ ҙа төрлө һәм ҡабатланмаҫ. Иң мөһиме – беҙҙе тыуған еребеҙгә һөйөү, илебеҙҙе уңышлыраҡ, көслөрәк, кешеләр тормошон яҡшыраҡ итеүгә ынтылыш берләштерә.

Башҡортостан төрлө милләт һәм дин вәкилдәренә уртаҡ йорт булып ҡалһын өсөн барыһын да эшләргә тейешбеҙ. Беҙҙең маҡсат – быуындар бәйләнешен һаҡлау, йәштәр күңелендә Тыуған илгә һөйөү тәрбиәләү, уның мәнфәғәттәрен яҡларға әҙер булыу, – тине.


Билдәле ҡумыҙсы дәрестәре

Өфөләге “Башҡортостан” концерт залында Халыҡтар берҙәмлеге көнө айҡанлы “Беҙ берҙәм!” тип аталған байрам концерты уҙҙы. Унда респуб­ликаның иң яҡшы ижади һәм үҙешмәкәр коллективтары ҡатнашты. Сараны республика Башлығы вази­фаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров та тамаша ҡылды.

Фойела халыҡ кәсепселәренең эштәренән бай күргәҙмә ойошторолдо. Республика етәксеһе үҙ ҡулдары менән һоҡланғыс матурлыҡ, ҡабат­ланмаҫ ижад емештәре тыуҙырған оҫталар менән ихлас аралашты.

Радий Хәбиров төбәгебеҙҙә йәшә­гән халыҡтар дуҫлығын һынландыр­ған символик ағасҡа таҫма бәйләне.

Билдәле ҡумыҙсы Миңлеғәфүр Зәйнетдинов абруйлы ҡунаҡҡа халҡыбыҙҙың боронғо музыка ҡоралын бүләк итеп, ҡумыҙҙа уйнап ишеттерҙе.

Виртуоз башҡарыусыны тыңлағандан һуң Радий Фәрит улы унан оҫталыҡ дәресе алырға теләк белдерҙе.

Күргәҙмәлә милли костюм, һынлы сәнғәт өлгөләре, баш кейемдәре, алъяпҡыстар, көмөш биҙәүестәр урын алғайны.


“Шундай һөнәр бар – Тыуған илде һаҡлау!”

Баш ҡаланың Салауат Юлаев майҙанында “Шундай һөнәр бар – Тыуған илде һаҡлау!” тип аталған йәштәр акцияһы уҙҙы. Халыҡтар дуҫлығы көнөнә арналған сараны ойоштороусылар – Башҡортостандың Хәрби комиссариаты, республиканың Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы. Төп маҡсат – йәштәргә хәрби белемдең өҫтөнлөктәрен аңлатыу.

Акция эше менән Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров та танышты. Ул Конгресс-холл алдындағы майҙансыҡҡа ҡуйылған хәрби техника өлгөләрен, шулай уҡ мобиль пунктта граждандарҙы контракт буйынса хәрби хеҙмәткә йыйыу нисек барғанын ҡараны. Ошонда уҡ байрам ҡунаҡтары почетлы ҡарауыл ротаһының һәм Үҙәк хәрби округтың махсус тәғәйенләнештәге подразделениеларының сығыштарын күҙәтте.

Акция барышында Өфөләге дөйөм белем биреү учреждениелары уҡыусылары тантаналы рәүештә “Юнармия” сафына алынды.
Ялан кухняһында төбәк етәксеһен һалдат бутҡаһы һәм ҡайнар сәй менән һыйланылар.

Конгресс-холдың ҙур концерт залында теләге булған һәр кем Үҙәк хәрби округының йыр һәм бейеү ансамбле сығыштарын ҡараны.

“Бәләкәй булһағыҙ ҙа, йөрәгегеҙ ҙур!”

Был көндө Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров “Рәсәй ҡотҡарыусылар союзы” йәмәғәт ойошмаһы наградаларына тәҡдим ителгән балалар менән осрашты. Сараға республикала йәшәгән ете бала әсәләре менән килгәйне.

– Бәләкәй булһағыҙ ҙа, йөрәгегеҙ ҙур: һеҙ бит өлкән кеше ҡыла алмаҫ ғәмәлдәр башҡарғанһығыҙ. Ҡыйыулыҡ, ҡаһарманлыҡ күрһәткәнһегеҙ. Беҙ һеҙҙе ныҡ хөрмәт итәбеҙ һәм ғорурланабыҙ! – тине төбәк етәксеһе, балаларға мөрәжәғәт итеп.


Балаларҙың иң кесеһе – Өфөнән дүрт йәшлек Алексей Гребешков. Ул күрше йортта янғын сыҡҡанын һиҙеп, атаһына хәбәр иткәне өсөн төбәк етәксеһенән Рәсәй ҡотҡарыусылар союзының рәхмәт хатын алды.

Хәйбулла районының Һамар ауылынан ун йәшлек Байназар Хәйбуллин дуҫы Илназ бәүелсәктән ҡолап, маңлайын ауыр йәрәхәтләгәс, оҙаҡ уйлап тормай, уны велосипедҡа ултыртып медицина пунктына алып барған. Байназар мәктәптә яҡшы уҡый, спорт менән шөғөлләнә. Малайҙы Рәсәй ҡотҡарыусылар союзының “Ғүмерҙе ҡотҡарған өсөн” миҙалы менән бүләкләнеләр.

Күгәрсен районының Мораҡ ауылындағы Зәйнәб Биишева исемендәге мәктәптең бишенсе класында уҡыған Азамат Арапов та наградаға лайыҡ булды. Ул һыуҙа батып барған кескәй ҡыҙҙы ҡотҡарған.

– Оҙаҡ уйлап торорға ваҡыт юҡ ине. Әсәйемә ҡысҡырҙым да, ҡыҙҙы ҡотҡарырға тип йылғаға һикерҙем. Ул тәрән ерҙәге өйрөлтмәккә эләккәйне. Ҡыҙҙы ярға алып сыға алдым. Милли көрәш менән ныҡлы шөғөлләнеүем ярҙам иткәндер, моғайын, – ти Азамат.

Йәш ҡотҡарыусылар араһында берҙән-бер ҡыҙ – Стәрлетамаҡ районының Талачев ауылынан туғыҙ йәшлек Илһөйәр Бикҡолова. Ул музыка, бейеү, рәсем төшөрөү менән мауыға. Тәү ҡарашҡа кескәй ҡыҙҙың ҙур батырлыҡ ҡылыуын күҙ алдына килтереү мөмкин дә түгел.

– Ҡустым менән өйҙә икәү генә инек. Атайым – дауаханала, әсәйем төнгө сменала эштә ине. Ҡапыл төтөн еҫен тойҙом. Ниҙер янғанын аңлап, ҡустымды уяттым, бесәйемде алдым һәм күршеләргә йүгерҙек. Бик ҡурҡтым, әлбиттә. Әммә туғаным өсөн нығыраҡ борсолғанмындыр, моғайын. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, йортобоҙ янып бөттө, әммә иң мөһиме – үҙебеҙ тере ҡалдыҡ. Ә йортто яңынан һалдыҡ та инде, – тине Илһөйәр. Ул да Рәсәй ҡотҡарыусылар союзының миҙалы менән бүләкләнде.


Ирек Үмәрбаев Ишембай районының Үрге Этҡол ауылынан. Уға – 14 йәш. Үҫмер яңғыҙ әбейҙең йорто янғанын күреп, атаһын алып килергә өйөнә йүгерә. Артабан күршеһенә ярҙамға ашыға.

– Ишекте емереп инергә тура килде. Әбей соланда ине. Күлдәгенә ут ҡапҡайны. Өйҙөң иҙәнен ялҡын ялмағайны. Әбейҙе тиҙ генә тышҡа сығарҙым да атайым менән янғынды һүндерә башланыҡ, – тине Ирек. – Минең урында һәр кем шулай эшләр ине, моғайын.


Рәсәй ҡотҡарыусылар союзының наградаларын шулай уҡ боҙло һыуҙан иптәшен ҡотҡарған Бәләбәй районынан туғыҙ йәшлек Фәдис Сәлимгәрәев менән ете йәшлек малайҙы уттан алып сыҡҡан Өфөләге 51-се урта мәктәбенең V класс уҡыусыһы Степан Литвинов алды.

Радий Фәрит улы йәш геройҙарға ҙур рәхмәт әйтте һәм миҙалдар тапшырҙы. Шулай уҡ ул бүләкләнгән балаларҙың ата-әсәһенә йылы һүҙҙәрен еткерҙе.

– Ошондай һоҡланғыс ул-ҡыҙҙар тәрбиәләгәнегеҙ өсөн рәхмәт! – тине төбәк етәксеһе.


Автор: Д. Ишморатова, Г. Яҡшығолова, Л. Дәүләтбәкова


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостанда легендар «Ғәлиә» мәҙрәсәһенең 120 йыллығы билдәләнәсәк

Башҡортостанда легендар «Ғәлиә» мәҙрәсәһенең 120 йыллығы билдәләнәсәк 18.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда легендар «Ғәлиә» мәҙрәсәһенең 120 йыллығы билдәләнәсәк...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров баш табиптарға 21 ашығыс медицина ярҙамы автомобиле асҡысын тапшырҙы

Радий Хәбиров баш табиптарға 21 ашығыс медицина ярҙамы автомобиле асҡысын тапшырҙы 18.06.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров баш табиптарға 21 ашығыс медицина ярҙамы автомобиле асҡысын тапшырҙы...

Тотош уҡырға 0

Башҡортостанда ҡымыҙ бешеүселәр конкурсы ойошторола

Башҡортостанда ҡымыҙ бешеүселәр конкурсы ойошторола 18.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда ҡымыҙ бешеүселәр конкурсы ойошторола...

Тотош уҡырға 1

Республикабыҙ ауылында Хәбировҡа мөрәжәғәт иткәндән һуң юл төҙөкләндерелгән

Республикабыҙ ауылында Хәбировҡа мөрәжәғәт иткәндән һуң юл төҙөкләндерелгән 17.06.2026 // Йәмғиәт

Өфө районы Бурцев ауылының Фестиваль урамында юл тәртипкә килтерелгән, тип хәбәр итә ......

Тотош уҡырға 2

Яҡташыбыҙҙың балаһына 1 миллионға яҡын бурысы йыйылған
V Медиафорумда республика  киң мәғлүмәт сараларының иң яҡшы вәкилдәре бүләкләнде

V Медиафорумда республика киң мәғлүмәт сараларының иң яҡшы вәкилдәре бүләкләнде 17.06.2026 // Йәмғиәт

Бүләкләү тантанаһы Өфөнөң «Торатау» конгресс-холында бишенсе Медиайыйын барышынды уҙҙы....

Тотош уҡырға 7

Башҡортостанда Иҙрисовтар бишенсе тапҡыр атай-әсәй булған
Башҡортостанда йәшенле ямғырҙар көтөлә

Башҡортостанда йәшенле ямғырҙар көтөлә 17.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда йәшенле ямғырҙар көтөлә...

Тотош уҡырға 1

Салауат районында милли батырыбыҙҙы хөрмәтләп иҫкә алдылар

Салауат районында милли батырыбыҙҙы хөрмәтләп иҫкә алдылар 16.06.2026 // Йәмғиәт

Салауат районында милли батырыбыҙҙы хөрмәтләп иҫкә алдылар...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда йәштәр символына исем һайлайҙар
Башҡортостан Башлығы журналистарға эштәре өсөн рәхмәт белдерҙе

Башҡортостан Башлығы журналистарға эштәре өсөн рәхмәт белдерҙе 16.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы журналистарға эштәре өсөн рәхмәт белдерҙе...

Тотош уҡырға 2

Олег Ли Башҡортостан киң мәғлүмәт сараларының яһалма зиһен менән төп эш принциптарын билдәләне

Олег Ли Башҡортостан киң мәғлүмәт сараларының яһалма зиһен менән төп эш принциптарын билдәләне 16.06.2026 // Йәмғиәт

Журналистар кешеләргә мәғлүмәт киңлегендә йүнәлеш алырға, факттарҙы белергә һәм дөрөҫлөктө ялғандан ......

Тотош уҡырға 2


Комментарий өҫтәргә