Сәхипьямал Усманованың селтәр-ҡашмауына сиратҡа торалар.Оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, әле лә ҡулынан энә-ебен төшөрмәгән, мәрйендәр теҙеп, селтәр-ҡашмау эшләгән оҫта ағинәй Сәхипьямал инәй Усманова беҙ барғанда сираттағы селтәрен бәйләй ине. “Нисәнсе эшегеҙ, инәй?” тигән һорауыма мут ҡына йылмайып: “Кем һанаған уны, меңдән ашҡандыр”, — тип яуапланы. Булыр ҙа, сөнки Әбйәлил районында иң тәүгеләрҙән ҡатын-ҡыҙҙар биҙәүесен эшләп, уны йәш быуынға еткергән инәй-өләсәйҙәрҙән күреп, эшләү оҫталығын үҙендә туплап, артабан уны башҡаларға өләшеүсе лә ул. Хәҙер генә һәр ҡатын-ҡыҙ, беләме-белмәйме, дөрөҫмө-түгелме, һаҡал-селтәр, хәситә, алмиҙеү яһарға тотона. Ә элегерәк селтәр әҙерләүҙе айҙар ғына түгел, йылдар буйы көтөр булғандар. Сәхипьямал инәй әйтеүенсә, уның милли биҙәүестәре менән район мәҙәниәт йорто бейеүселәре ниндәй генә конкурстарҙа, сәхнәләрҙә сығыш яһамаған?!
Хәҙер барыһы ла кинолағы кеүек...Туҡһан йәште аша атларға әҙерләнгән инәйгә һоҡланмау мөмкин түгел. Ҡыҙҙарға биргеһеҙ төҙ кәүҙә, янып торған күҙҙәр, бар күңеленән нур балҡыған йөҙ, нәзәкәтлелек — ысын башҡорт ҡатын-ҡыҙының сағыу бер образын үҙендә туплаған, милли колоритты барлыҡҡа килтергән инәй-өләсәйҙәребеҙҙең, әйтерһең дә, йыйылма бер геройы яныбыҙҙа ултыра тиерһең. Уға ҡарап берсә һоҡланаһың, берсә һағышланаһың. Улар барында милли асылыбыҙҙы өйрәнеп ҡалырға кәрәк, тип уйлап та ҡуяһың. Ә инде инәйҙең хәтеренең шәплеге, күҙенең үткерлеге, зиһененең яҡтылығы, шаянлығы, йор һүҙле булыуы һоҡланыу тойғоһо уятмай ҡалмай.
— Нисә йәш тулғанын да белмәйем, күптер, ахыры, иҫәптән яҙҙым, — тип шаяртып алырға ла өлгөрҙө инәй.
Йөҙөнән нур балҡыған Сәхипьямал Усманованың тормошто һөйөүен, шаян һәм дәртле булыуын күреп, тормош юлы еңелдән булғандыр, тип уйлаусылар тәрән яңылыша. Ғүмер ебен һүткән саҡта Сәхипьямал Оморҙаҡ ҡыҙы күргән ауырлыҡтарҙан, михнәттәрҙән тән семерләп китә. Нисек кенә ошоларҙың барыһын да башынан үткәргәндер, нисек түҙгәндер тигән һорау мейене ирекһеҙҙән сүкей. Тал кеүек нескә, иңдәре лә ҡатып өлгөрмәгән сибек ҡыҙға ул заман ҡыйынлыҡтары нисек кенә ауыр бирелмәһен, бәғзе берәүҙәр кеүек зарланмай ул, киреһенсә, һәр нәмәнең яҡшы яғын күрергә тырышып, шул осорҙо тик ыңғай яҡтан телгә ала.
— Үтәгән ауылында тыуып үҫтем мин, — тип һүҙ башланы әңгәмәсем. – Беҙҙең бала саҡ ауыр осорға тура килде. Өҫкә кейер кейем булманы, ашарға ризыҡ аҙ. 12 йәшемдә мәктәптән итегемде урлағастар, ҡабат уҡырға йөрөмәнем, мөмкинлек тә булманы. Аҙаҡ мине Белоретҡа, ФЗО-ға, алып киттеләр. Бер ҡат ыштан-күлдәк бирҙеләр...
Ҡарҙың күп яуған мәле. Амангилденән дүрт ҡыҙ, Үтәгәндән беҙ өсәү ҡар көрәйбеҙ. Аҙаҡ йыйылыш үткәреп, Белорет урманын ҡырҡырға ебәрҙеләр. Ҡар күп булғас, тәүҙә ағастың тирә-яғын көрәйһең, аҙаҡ ҡына уны ауҙараһың. Һаҡ булырға саҡырҙылар, ағас аҫтында ҡалыу ихтималлығы аңғартылды.
Бер мәл кисен дүрт ҡыҙ һөйләшеп, ҡасып ҡайтырға булдыҡ. Буранлап ҡар яуып торған төндә аяҡта галош, өҫтә еңелсә генә кейем менән юлға сыҡтыҡ. Ҡар тәрән, һурытып ҡына сана эҙе күренә, нисек тә унан сыҡмаҫҡа тырышып атлайбыҙ. Үҙебеҙ менән алған сеүәтәне тамаҡҡа алмаштырған булабыҙ, шулай алты көн буйы ҡайттыҡ.
Буранғолға килеп еткәс, таныш бер инәйгә индек. Ул өтәләнеп беҙгә мунса яҡты, тамағыбыҙҙы туйҙырып, быҙауҙар һәндерәһендә йоҡлатты. Ул осорҙа һәр кем һыйырын өйгә индерер ине, быҙау өсөн махсус урын-һәндерә була торғайны. Арыуҙанмы, йонсоп, мунса төшкәсме, төшкә тиклем йоҡлағанбыҙ.
Өйгә ҡайтып етһәк, беҙҙе эҙләп милиционерҙар килгән, әсәйебеҙ менән бергә көтөп ултыралар. Исмаһам, әсәй эргәһендә бер кис тә ҡунманыҡ, кире алып киттеләр. “Урман ҡырҡырға бараһығыҙмы, әллә төрмәгәме?” — тигәстәр, әлбиттә, тәүгеһен һайланыҡ. Артабан беҙҙе Әүжәнгә ебәрҙеләр, ағасын да ҡырҡтыҡ, һал да ағыҙҙыҡ. Урал буйында әсе һыуыҡ, түҙеп торғоһоҙ, үҙәккә үткән ваҡыттар күп булды. “Көнөнә ике кубометр” тигән план еткерелә, шуны үтәһәң – бер килограмм арыш икмәге, үтәй алмаһаң, яртыһын ғына бирәләр. Ул икмәктән малайҙар төрлө һындар яһап, шаярып та ала торғайны.
Шулай итеп, һигеҙ йыл ғүмер урман эшендә үтеп тә китте. Әсәйҙе лә үҙ яныма күсереп алдым. Аҙаҡ ул: “Сит ерҙә үлергә йыйынмайым, тыуған яғыма алып ҡайт”, — тип йыш илаулай башлағас, Үтәгәндә төпләндем.
Әсәле-ҡыҙлы тыуған ауылдарына ҡайтып ингәндә, уларҙы йорттоң нигеҙе генә һерәйеп ҡаршы ала. Күрше-күлән ағасын утынға алып ҡырҡып, күптән яғып бөткән.
Сәхипьямал Оморҙаҡ ҡыҙы “Көрәш” колхозына эшкә төшә, ағас алып ҡырҡтырып, йорт һалып сыға. Тормоштары бер аҙ яйланып, картуф сәсеп, мал тотоп донъя көтөргә тырыша ул.
Бар һөйөүен балаларға бирә— Хәҙер уны һөйләһәң, кеше лә ышанмаҫ, шулай ҙа тыңла әле кейәүгә нисек сыҡҡанымды, — тип мине ҡыҙыҡһындырҙы инәй. – Көндәрҙең береһендә, 1961 йыл ине, Мәһәҙей ағай менән бер ябыҡ ҡына бабай беҙҙә ултыра, байтаҡ көткән былар. “Һине кейәүгә бирҙек, ике балаһы бар, ҡатыны үлгән”, — ти ағайым. Аптырап киттем, бер бабайға ҡарайым, бер ағайға күҙ һалам. Бәләкәс балалар нисектер йәл һымаҡ та, ризалашып, киттем Асҡарға. Барып инһәк, күптән тәрбиә күрмәгән бәләкәй өй бысраҡ, һауыт-һаба нисәмә ай йыуылмағандыр, әйтә алмайым. Иң ҡыҙығы, ул саҡта ҡыҙғанысы — бабайымдың ике түгел, ә ете балаһы булып сыҡты!
Мин сәмсел кеше бит инде, бер кейәүгә сыҡты тигән дан алғас, ҡулыма көрәк алып, иҙәнде ҡырам, оҙата килгән ағайым ярҙам итергә тотондо. Һауыт-һабаны таҙартып, йортто бер аҙ ипкә килтергәс, “Ғәлимйән йәш килен алған!” — тип күршеләр килә башланы. Мин барғанда Рәмилә ҡыҙыбыҙға ни бары ике йәш кенә ине. Уның менән бергә ултырып илаған саҡтар күп булды.
Тормош иптәше Ғәлимйән Усманов көн буйы эштә була, Сәхипьямал балалар менән өйҙә ҡала. Балаларҙы тәрбиәләү еңелдән булмай уға, шулай ҙа уларға бар һөйөүен һалырға тырыша. Рәмилә тәүге көндән үк “әсәй” тип өндәшә, ләкин иҫ белгәс, уға үҙен “апай” тип әйтергә өйрәтә. “Кешенең әсәһе берәү генә була, шуға күрә башҡа балалары ыңғайына уның да апай тип йөрөтөүен теләнем”, — ти инәй. Ят ерҙә өйрәнеп китеү, донъя көтөү еңелдән булмаһа ла, тешен ҡыҫып түҙә йәш килен.
Шулай ҙа бер ваҡыт түҙемле ҡатындың да сабырлығы өҙөлә. Ул барыһын да ташлап, тыуған ауылына ҡайтып китә.
Кәләше артынан шунда уҡ килеп еткән ире уны кире ҡайтырға күндерә, ләкин өйөнән алда туп-тура Асҡарҙағы Никах йортона алып барып, тормоштарын танытма менән нығытып ҡуя.
— Шул ваҡыттан алып башҡаса ҡайтманым, ир ҡатыны булып донъя көттөм, — тип йылмая Сәхипьямал инәй. – Аҙаҡ бер-бер артлы Зөлфәр һәм Зәкирә исемле балаларыбыҙ донъяға килде, өлкәндәре уҡып, башлы-күҙле булып үҙаллы йәшәй башланы. 1986 йылда ҡартым вафат булып ҡалды.
Бөгөн инәй Зөлфәр улы һәм килене менән бергә йәшәй. Һаман булһа яратҡан шөғөлөн ташламай, селтәр, ҡашмауҙар эшләй.
“Әсәйемдең селтәрен иҫкә төшөрәм...”Шулай ти инәй, үҙенең милли биҙәнеү әйберҙәрен эшләргә тотонған йылдарын хәтерләп. Совет осоро йылдарында барлыҡ ауылдарҙан селтәр, ҡашмау, хәситәләрҙе йыйып, хатта талап алалар. Шул сағында әңгәмәсемдең әсәһе үҙенең ҡашмау-селтәрен мейескә (сыуалға) йәшереп ҡалдыра. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, онотоп, ут яғып ебәрелә һәм барыһы ла шунда янып юҡҡа сыға. Бала саҡтан шуны күреп, үҙе әллә күпме тапҡыр кейеп ҡараған биҙәнеү әйберҙәре ҡыҙсыҡтың шул тиклем хәтерендә ҡала, уны аҙаҡ күңеле аша үткәреп, эшләүгә өлгәшә.
Уның күҙ нурҙары түгелгән әллә күпме ҡашмау тилбер ҡулдары аша бөгөн республиканың байтаҡ сәхнәләрендә хеҙмәт итә. Райондың “Йәшлек” бейеү ансамбле ағзалары ла Сәхипьямал инәйҙең ҡашмау-һаҡалдарын ҡуллана. Алғы яғы мәрйен һәм тәңкәләр, аҫыл-таштар менән биҙәлгән был баш кейемен яһау еңелдән түгел. Бер дананы әҙерләүгә генә лә ике йыл самаһы ваҡыт үтә, сөнки уны ҡулдан эшләү талап ителә. Тәүҙә йомшаҡ туҡыма алына, кәрәкле үлсәүгә һалып тегелә. Артабан милли биҙәктәр һалына.
Сәхипьямал инәй үҙенең ҡашмауҙарына ҡусҡар биҙәген һайлаған. Мәрйендәр урынына хәҙерге оҫталар магазин кәштәләрендә һатылған төрлө сәйләндәрҙе ҡуллана. Хатта элекке әйләнештән сығарылған тәңкәләрҙе махсус рәүештә һатыусылар ҙа етерлек. Кәрәкле нәмәләрҙе бергә туплағандан һуң ғына, Сәхипьямал Усманова ҡашмау яһарға ултыра. Теләүселәргә үҙенең оҫталыҡ серҙәрен дә ихлас уртаҡлаша ул.
— Хәҙер ҡашмау, селтәр эшләүселәр күбәйҙе. Ҡайһыларының арлы-бирле итеп яһағанын күреп күңелем әрнеп тә ала, ниңә аҙыраҡ ололар менән кәңәшләшеп, китаптарҙан ҡарап өйрәнмәҫкә, тип көйөнәм. Мәҙәниәтебеҙ юҡҡа сыға бит, элекке инәй-өләсәйҙәребеҙҙең нисек кейенеп йөрөүен әлегә үҙ күҙҙәре менән күргән, белгән кешеләр барында йәштәр өйрәнеп ҡалһын ине. Сит мәҙәниәтте үҙ итеп, шуны башҡорттоҡо тип йөрөүселәр күбәйҙе. Ана, күрәһегеҙ бит, хәҙер нисек кейенәләр, һәр урында сама булырға тейеш, — ти инәй.
Оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, Сәхипьямал Оморҙаҡ ҡыҙы район буйынса ойошторолған төрлө күргәҙмәләрҙә ҡатнаша, хатта Магнитогорск, Өфө ҡалаларынан саҡырыу алһа, алыҫ тип тормай, юлға сыға. Ул яһаған ҡашмау һәм һаҡалдар, төрлө биҙәүестәр йыл һайын район һабантуйының иң сағыу биҙәге булып тора. Һатып алыусылары ла табыла! Хатта махсус заказ биреп, үҙҙәренә оҡшаған биҙәктәр һалып, төрлө үлсәүҙә эшләтергә теләүселәрҙең йылдан-йыл арта барыуы ла оҫтаның даны алыҫ тарафтарға таралғанын раҫлай.
Йәштән намыҫланып, сәмләнеп донъя көткән Сәхипьямал инәй Усманованың ҡартлығы матур һәм бәхетле. Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының ысын образын үҙ булмышында тулыһынса сағылдырған Әбйәлил ағинәйенә сәләмәтлек теләйбеҙ.