Мостай Кәримдең йөрәге һәр кем өсөн асыҡ ине.Шағирҙың рухи донъяһына сәфәр ҡылып ҡарарға баҙнат итеүселәр бармы икән? Улар йөрәгенә асҡыс табыу, ғөмүмән, мөмкинме? Һүҙ оҫталарын беҙ ни өсөн ҡәҙимге кешеләр рәтенә индерә алмайбыҙ? Яуапһыҙ ҡалыр ошондай һорауҙарҙың осо-ахыры күренәһе түгел. Унан һуң шағир донъяһына юлды эҙләп табаһы ла бар бит әле. Хәйер, һәр ҡайһыбыҙҙың күңеленә асҡыс Мостай ағай ҡулында, йөрәгебеҙгә ҡағыр һүҙ уның телендә ине.
Ошо бер нисә юллыҡ ҡына яҙмаларҙы ҡағыҙға төшөрөр алдынан уның Ер шарының һәр тарафына һибелгән дуҫтарын теүәлләргә (мөмкин булмаған эш!), уларҙың һынын күҙ алдына килтерергә маташып ҡараным. Ләкин көсәнеүем, ысындан да, маташыуҙан ары китмәне, сөнки шағир йәшәгән донъя икһеҙ-сикһеҙ, ул белгән, уны белгән-яратҡан кешеләр — ғәскәр!
Ошо юҫыҡтан Мостай Кәримде күп йылдар яҡын күргән оло бер кеше менән уҙған йылғы һөйләшеүебеҙҙән өҙөктәр тәҡдим итмәксемен. Әңгәмәне йәш, булдыҡлы журналист Алһыу Әһлиуллина диктофонға яҙып, аҙаҡ ҡағыҙға төшөрөп, рәхмәт яуғыры, эшемде еңеләйтте.
Наил Кәбир улы Юнысовтың атайсалы — тиҫтәләрсә инеш һыуына ҡойоноп ятҡан Стәрлебаш районы, уның көньяҡ осона һыйынған Тәтер-Арыҫлан ауылы. Ғәжәп, әммә хәҙер 90 йәшен ашатлап, йөҙгә йөҙө менән боролған Юнысовты, һис арттырыу түгел, донъяның тиҫтәләгән илендә беләләр, үҙебеҙҙә иһә уның исем-шәрифе, хеҙмәттәре күптәргә мәғлүм түгел.
Өфөнөң Ленин урамында, “Родина” кинотеатры ҡаршыһында, баш ҡала халҡының күҙенә бигүк ташланып бармаған бер бина бар.
“Башнефтегеофизика” асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең үҙәк офисы ошонда урынлашҡан. Атамаһынан бер ни ҡәҙәр аңғарғанһығыҙҙыр: йәмғеһе өс меңдән ашыу төрлө һөнәр кешеләрен берләштергән был предприятие илдең байтаҡ төбәгендә нефть ятҡылыҡтарын эҙләү менән мәшғүл. Уҙған быуаттың 30-сы йылдарында эшләй башлаған “Башнефтегеофизика”, төрлө замандарҙа төрлө атама йөрөтөп, “Татнефтегеофизика”, “Һарытаунефтегеофизика”, “Беларусьнефтегеофизика” һымаҡ тиҫтәләрсә предприятиеға ғүмер биргән һәм әле булһа Рәсәйҙә ошо йүнәлештәге иң ҡеүәтле, ҙур тәжрибә туплаған ойошма һанала. Тәбиғи, был коллективтарҙа төп көс — геофизиктар. Әммә геофизик — ошо һөнәрҙең дөйөмләштерелгән атамаһы, шуға күрә был исем артында тармаҡта эшләгән тиҫтәләрсә бүтән инженер-геофизиктар, сейсмологтар, геологтар, геоморфологтар, инженер-интерпретаторҙар, операторҙар һ.б. тороуы ихтимал. Ғөмүмән, геофизика — геология, физика, математика, химия һәм башҡа күп фәндәрҙе бергә уҡмаштырған, фән менән производствоның араһында торған ғәйәт ҡатмарлы өлкә. Был турала ҡәтғи раҫлай алыуымдың нигеҙе — Башҡортостан геофизиктары һәм уларҙың “аҡһаҡалы” тураһында өс-дүрт китап авторы булыуымда.
Наил Кәбир улы Юнысовҡа әйләнеп ҡайтайыҡ.
— Һеҙҙең халыҡ шағиры Мостай Кәрим менән тиҫтәләрсә йылға һуҙылған дуҫлығығыҙ тураһында республика матбуғатында хәбәр булғаны хәтерҙә юҡ. Ҡайһы берәүҙәр әҙип менән юл ыңғай күрешеп китһә лә, әллә кем булып йөрөр ине. Ә һеҙ...
Наил Юнысов:
— Ниңә, Мостафа Сафа улы дәрәжәһендәге яҙыусы менән бер осрашыу ҙа күңелдә оҙаҡҡа ҡалыуы ихтимал. Шағир иһә кеше күңеленә юлды тиҙ табыу һәләтенә эйә ине. 50-се йылдарҙың уртаһы. “Башнефтегеофизика” тресының Борай районында эшләгән сейсмик партияһы етәксеһе булып йөрөйөм. Көтмәгән-уйламағанда, йәй мәлендә, беҙгә ҡатыны менән Мостай Кәрим килеп төшмәһенме! Ғәжәпләндек! Баҡтиһәң, хужалыҡ эштәре буйынса урынбаҫарым Мәрһәм Усмановтың хәләл ефете Мостайҙың ҡатынының апаһы икән. Рәтләп ебәрелгән минең эш үҙ яйы менән бара, шуға күрә Кәримовтарҙы Борайҙан өс-дүрт көнһөҙ ебәрмәнек. Шул мәлдә шағирға эҫенеп өлгөрҙөм шикелле. Йөрәктәр бер теләк менән типкәндә, танышлыҡ менән дуҫлыҡ араһы алыҫ та түгел икән.
— Һеҙ, өс меңдән күберәк кеше эшләгән ҙур предприятиеның етәксеһе, йәштән геофизик һөнәрен үҙ иткәнһегеҙ. Ә был, аңлауымса, бик етди өлкә. Унда рациональ фекер йөрөткән кешеләр эшләй. Әҙиптәр иһә — хис донъяһы кешеләре. Шуны уйлағанда, Мостайҙа һеҙҙе нимә ылыҡтырҙы икән? Ниндәй сифаттары өсөн уны хөрмәт иттегеҙ?
Наил Юнысов:
— Күңеле йомарт ине бит. Ул — яҙыусы, мин — инженер. Эшемдең әҙәбиәткә, театрға һис кенә яҡынлығы юҡ, ләкин быныһы ла, тегенеһе лә минең өсөн ят түгел. Үҫмер, йәш сағымда китаптан айырыла алмай торғайным, шәмде оҙаҡ яндырып, кәрәсинде тәләфләгән өсөн эләккеләне лә. Ул йылдарҙа башҡорт, татар телдәрендәге китаптар ҡулымдан төшмәне. Русса ул саҡ тома наҙан инем бит.
— Һеҙгә Мостай ағайҙың әҫәрҙәрен уҡырға насип иттеме? Уның пьесалары буйынса ҡуйылған спектаклдәрҙе ҡарай алдығыҙмы?
Наил Юнысов:
— Бөтөн китаптарын да уҡып сыҡҡанмындыр ул. Ә бына театрға йөрөргә ваҡыт етеңкерәмәне.
— Мостай Кәрим — һуғыштан тәне лә, йәне лә өҙгөләнеп ҡайтҡан кеше. Уның тәнендәге тәрән яра эҙҙәрен күреп тетрәнгәйнем. Ул һеҙгә һыҙланыуҙары, йәрәхәттәре тураһында һөйләгәне булдымы?
Наил Юнысов:
— Һис ҡасан да.
— Байтаҡ ваҡыт таныш булһаҡ та, хатта бер йортта йәшәһәк тә, ағай үҙ яҙмышының был яғына ҡағылманы. Ғәжәйеп тыйнаҡлыҡ та, сабырлыҡ та бит инде был. Хәйер, 80-се йылдарҙа тормоштоң аҫты-өҫкә килә башлағас, әхлаҡһыҙлыҡ, бәйһеҙлек боғаҙҙан алғанда, ул әрнеүҙәрен һеҙгә һиҙҙерҙеме?
Наил Юнысов:
— Үҙем дә әле булһа шуға хайран ҡалам. Ул илебеҙ, хакимлыҡ тураһында дорфа һүҙҙәр һипкән кеше түгел ине. Дәүләтте, власты тәнҡитләп, лаф ороп йөрөмәне. Мостайҙың хәстәрҙәре бүтәнсә ине, шағирҙы һәр ваҡыт халҡының хәле ҡыҙыҡһындырҙы. Уйҙарыбыҙ яҡын уҡ булһа ла, беҙ сәйәси темаға оронманыҡ.
— Мин Мостай Кәримдең һуңғы йылдарында яҙған шиғырҙарын ҡабат-ҡабат уҡыйым. Әүәлгеләре менән сағыштырып ҡарағанда, яңғыраштары ныҡ ҡына үҙгәргән. Бойоғоу, халҡыбыҙ, дәүләтебеҙ яҙмышы тураһында борсолоу бүтән тойғоларҙы күмеп китә. Рауза апайҙы юғалтыу ҡайғыһы ла өҫтәлгәндер. Ҡатыны гүр эйәһе булғандан һуң ул, үҙе әйтмешләй, рухы менән “әллә һүнде, әллә күнде”. Һыҙланыуҙарын, кисерештәрен, дуҫы булараҡ, һеҙгә еткермәнеме? Әллә был хаҡта һөйләшергә сәбәп табылманымы?
Наил Юнысов:
— Сәбәптәре булғандыр инде, ниңә булмаһын? Йыш ҡына осраша инек, ләкин, хәҙер күреүебеҙсә, сетерекле мәсьәләләрҙе урап үткәнбеҙ икән.
— Совет осоронда яҙыусыларҙы, айырыуса йәштәрҙе предприятиеларға ижади командировкаға ебәреү ғәҙәте бар ине. Быға миҫалдар күп. “Башнефтегеофизика”, әлбиттә, ул йәһәттән йомоҡ, ләкин нефтселәр ҙә бар бит әле. Әнүәр Бикчәнтәевтең Нарыштауҙа, Рәшит Солтангәрәевтең “Өфөнефть”тә йыллап эшләгәне әле лә хәтерҙә. Үҙем дә Белоретта йәшәгәнемдә металлургтар эргәһенән ҡайтып инмәй торғайным. Мәҫәлән, ҡороссолар, суйынсылар, сым һуҙыусылар нисек эшләй? Мөғжизә бит инде. Әҙиптәр, журналистар эшселәр араһында йышыраҡ булһын ул, ижадҡа бынан файҙа ғына.
Наил Юнысов:
— Дөрөҫ һүҙгә оторо тороп булмай инде.
— Мостайға ла, һеҙҙең кеүек үк, донъяның һәр тарафында булырға тура килгән. Ошо сәфәрҙәр, тәбиғи, уның әҫәрҙәрендә лә сағылыш тапҡан. Һеҙ ҙә хәтерләүҙәрегеҙҙә, бигүк төпкә төшмәй, Һиндостанда, Мысырҙа эштең нисек ойошторолғаны тураһында яҙғанһығыҙ. Шулай уҡ Франция, АҠШ, Канада һәм бүтән илдәр менән бәйләнеш хаҡында ла байтаҡ һүҙ бар. Улар технологияларға, эште ойоштороуға, хеҙмәт кешеләре өсөн ниндәй шарттар булдырыуға ҡағыла. Унан аҙаҡ хәтһеҙ ғүмер үткән. Һеҙҙең ҡарашҡа, илебеҙҙең хужалыҡ итеүендә ниндәй үҙгәрештәр күренде? Сит илдәрҙә һеҙ совет халҡына кире мөнәсәбәт тойҙоғоҙмо?
Наил Юнысов:
— Һис ҡасан да. Төрлө дәүләттә, төрлө кешеләр менән аралаштым, иллә Советтар Союзы тураһында насар һүҙ ишетмәнем. 1979 йылда илебеҙ геофизикаһының иң һәләтле биш белгесе Америкала булған саҡта беҙҙе күтәреп тигәндәй йөрөттөләр. Бөтәһен дә күрһәттеләр, барыһын да һөйләнеләр.
— Үрҙәрәк әйтелгән фекергә әйләнеп ҡайтайыҡ әле. “Үҙгәртеп ҡороу” тигән ғәләмәт башланғас, Мостай Кәрим өсөн һуғыштан ҡала йәнә бер әрнеү килгәндер. Әҫәрҙәрендә бошоноу, дуҫтарын юғалтыу ҡайғыһы, әхлаҡһыҙлыҡтан, алдыҡ, ике йөҙлөлөк, ҡомһоҙлоҡ, ҡәбәхәтлек күренештәренән әрнеү ярылып ята. Тормоштоң әсеһен-сөсөһөн татыған кеше булараҡ, әйтегеҙ әле, Наил Кәбир улы, әлеге күренештәр осраҡлы ғынамы, әллә тамырҙары тәрәндәме?
Наил Юнысов:
— Төшөнкөлөктөң сәбәбе, бәлки, Рауза апайҙы юғалтыу менән бәйлелер, сөнки ул киткәс, Мостайҙың күңеле күп нәмәгә һүрелгән һымаҡ булды. Был — шәхси күҙлектән ҡарағанда. Ә, дөйөм алғанда, дәүләтебеҙҙең Көнбайыш менән йөҙгә-йөҙ килеүе... Шағир йөрәге, бәлки, шуға ла һыҙланғандыр? Нисек кенә булмаһын, ошоларҙың барыһы ла уның ижадында сағылмай ҡалманы.
— Наил Кәбир улы, һеҙҙе Башҡортостандың халыҡ шағиры менән ни бары туғыҙ йәш кенә айыра. Тарих өсөн керпек һирпкән ара ғына инде, ләкин шәхес өсөн — хәтһеҙ. Һеҙ — ауыр хеҙмәт, эҙләнеүҙәр, борсолоуҙар тулы ғүмер кисергән кеше. Олоғайғас, һеҙгә бүтән ҡиммәттәргә инанған, башҡа нәмәләрҙе өҫтөн ҡуйған бәғзе йәштәр менән дә осрашырға тура килде. Ошо турала йыйып ҡына әйткән фекерегеҙҙе ишетке килә. Илебеҙҙең, халҡыбыҙҙың киләсәгенә Мостай Кәрим ышанған һымаҡ ышана алаһығыҙмы?
Наил Юнысов:
– Ышанам. Рәсәй ниндәй генә һынауҙар аша үтмәне — быныһын да атҡарырбыҙ ул.
...Даһи шағирыбыҙ тураһындағы һүҙгә һис тә нөктә ҡуйғы килмәй. Шәхси архивымда Мостай Кәримдең Башҡортостандың элекке етәкселәренең береһе Зыя Нуриев тураһында хәтерләүҙәре, күренекле рус яҙыусыһы Михаил Чвановҡа яҙған хаты һаҡлана. Улар, әйҙә, алдағы һөйләшеүҙәргә ҡалһын.