Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Баймаҡты кемдәр байыта?

Ихлас теләгән теләктең ҡабул булғаны...

“Әсәйем ағаһы менән көтөү көткәндә ямғыр мәлендә таш өҫтөнә ултырып: “Эсмәгән, тәүфиҡлы ир насип булһын инде миңә...” – тип теләр булған. Хыялы тормошҡа ашҡан. “Ҡыҙым, һин дә ямғыр яуғанда теләк телә. Шундай ваҡытта ҡабул була”, – тип өйрәтте миңә лә...”
Тормош юлын бәйән итеүҙе ошондай һүҙҙәрҙән башланы Гөлсара Йәнтүрина. Баймаҡ ҡалаһында йәшәгән уҡытыусым ире Рауил Байрамғолов менән илле йыл бергә ғүмер итә. Бер-береһенә терәк-таяныс булып, тормош юлынан иңгә-иң терәп атлай улар.

“Мине тапты ла янынан ебәрмәне”

– Өфөлә университет тамамлап, 1968 йылда әхирәтем Асия Мырҙа­ҡаева менән үҙебеҙҙең Бай­маҡҡа ҡайтып төштөк, – тип хәтирәләргә бирелде Гөлсара Искәндәр ҡыҙы. – Икебеҙ ҙә йәшбеҙ, хәҙер инде юғары белемебеҙ бар: мин – биология, ул физика уҡытыусыһы. Райондың мәғариф бүлеге етәксеһе Әхиәр ағай Юламанов икебеҙҙе лә Түбә мәктәбенә ебәрҙе.

Шул саҡта, беҙҙе фотоға төшө­рөр­гә тип, райондың фотохәбәрсеһе килгән, әммә тап итә алмаған. 1 сен­тябрҙә иһә Түбә мәктәбенә юл­ланған, тик барыбер таба алмаған, сөнки Белем көнө ялға тура килгәнлектән, алдан үткәрҙеләр ҙә, мин Иҫән ауылына киткәйнем. Шулай итеп, был фотохәбәрсе – буласаҡ ирем Рауил Байрамғолов – беҙҙе саҡ эҙләп тапты. Тапты ла мине үҙ янынан ҡабат ебәрмәне: сентябрҙә осраштыҡ, октябрҙә өйләнештек. Бына хәҙер 50 йыл бергәбеҙ.

– Мин үҙем Мерәҫ ауылыныҡы, ғаиләлә туғыҙ бала үҫтек, – тип һүҙҙе дауам итте Рауил Бәҙретдин улы. – Армиянан ҡайтҡас, атай-әсәйем, улым, һиңә өйләнергә кәрәк, тип йыш әйтә башланы. Гөлсараға бер күреүҙән ғашиҡ булғас, ысынлап та, оҙаҡҡа һуҙмаҫҡа булдым, өйләнешәйек, тинем.
Рауил Бәҙретдин улы аҙаҡ оҙаҡ йылдар Баймаҡ ҡалаһында дәүләт инспекцияһында эшләй. Бындай ҡаҙаныштың нигеҙендә, әлбиттә, ҙур тырышлыҡ ята.

– Ауыл хужалығы институтын тамамлап, район совхозында зоотехник булып эшләгән сағым ине, – тип хәтирәләрен дауам итте ағай. – Ирәндектә бесән әҙерләйбеҙ. Кис яландан ҡайтып киләбеҙ, мин, йәш кеше, тейәлгән йөк өҫтөндә. Хужалар иһә еңел машинала арттан килә, бер аҙ һуғып та алғандар. Юлда беҙҙе ҡапыл туҡтаттылар. Ҡараһаҡ, 1-се секретарь үҙе тора! “Ниңә уттай ҡыҙыу эш ваҡытында эсеп йөрөйһөгөҙ?” – тип хужаларҙы әрләп ташланы. Мине бесән башынан төшөрөп алды. “Ә һинән нишләп еҫ сыҡмай?” – тип һынаулы ҡарай үҙе. “Мин бит – ауыл малайы: эсмәйем”, – тим.

Бер нисә көндән райкомға саҡыртып алдылар. Барып ингәс тә 1-се секретарь: “Дәүләт инспекция­һына киләһең”, – тип белдерҙе. Шулай итеп, ауыл хужалығының аҙыҡ-түлек етештереү өлкәһендә инспектор булып эш башланым, унда 19 йыл хеҙмәт иттем, етәксе итеп үр­ләттеләр. Артабан Урал аръяғының дүрт районы буйынса дәүләт инспекторы булдым. Шулай итеп, был өлкәлә утыҙ йылға яҡын эшләп, хаҡлы ялға сыҡтым.
Тормошта төрлө мәлдәр була. Гел генә ҡыуанып йәшәү мөмкин тү­гел, ауырлыҡтарҙы ла күрһәтә яҙмыш тигәнең. Шул ҡыйынлыҡ­тарҙы еңеп сығырға күпме көс, таһыллыҡ, сабырлыҡ кәрәк! Ошо хаҡта уйлайым да әлеге ғаиләнең тормош йөгөн тартҡанда күпме көс түккәненә, һынауҙарҙы сабырлыҡ, тырышлыҡ менән генә еңеп сыҡҡанына инанам.

Үҙ балалары кеүек ҡаранылар

Гөлсара Искәндәр ҡыҙы үҙ ғүмерен балалар уҡытыуға бағыш­ланы, мәктәптә ҡырҡ йылдан ашыу биология һәм химия фәндәренән белем бирҙе. Ул минең дә уҡы­тыусым, класс етәксем булды. Баймаҡ мәктәп-интернатында хеҙ­мәт итеүгә утыҙ йылдан ашыу ғүмерен бағышлап, хаҡлы ялға сыҡты. Ундағы уҡытыусылар ба­рыһы ла үҙ-үҙен аямай эшләне. Беҙ, әлбиттә, быны хәҙер генә, үҙебеҙ оло тормош юлына аяҡ баҫҡас ҡына аңланыҡ. Бик ғәҙел һәм үтә талапсан булды ул дәүер педагогтары. Барыбыҙға ла тигеҙ ҡаранылар.

Бер мәл Гөлсара апай өйөнән ап-аҡ селтәрле яҫтыҡ япмаларын алып килеп, мине Яңы йыл кисәһенә Ҡарһылыу итеп кейендерҙе. Баҡ­тиһәң, шунда 1-се урын алғанмын, китап бүләк иткәндәр икән. Быйыл ауылда шуны табып алдым, эсендә миңә бағышланған яҙыу ҙа бар...
Эйе, уҡытыусыларыбыҙ беҙҙе үҙ балалары кеүек тәрбиәләне. Быны мәктәп-интернатта төрлө ваҡытта белем алған, дөйөм ятаҡ тормошон үткән һәр уҡыусы раҫлар. Класташтар менән осрашҡан һайын шул хаҡта һөйләп алабыҙ. Уҡытыусы­ларыбыҙға нимә генә тиһәк тә, ниҙәр генә бирһәк тә аҙ булыр кеүек. Хәҙер уларҙың күбеһе юҡ инде, яҡты донъя­нан берәм-берәм китә баралар... Мәүжиҙә Рахманғол ҡыҙы, Роза Сибәғәт ҡыҙы, Лотфиямал Нурикамал ҡыҙы, алыштырғыһыҙ тәр­биәсебеҙ Маргарита Ивановна...

Бөгөнгө мәғариф тармағы бел­гестәрҙе күрә белә: йәш уҡытыу­сылар һөнәри оҫталығын бер нисә йыл эсендә үк күрһәтеп өлгөрә, исемдәр ала. Ә беҙҙең остаздар бындай мөмкинлектән ситтә булды. Исем алам тип йөрөмәнеләр, баш баҫып эшләне лә эшләнеләр. Күпме йәш кешегә дөрөҫ юл күрһәтте улар! Гөлсара Йәнтүринаның да тормошта ҙур уңыш ҡаҙанған уҡыусылары бихисап. Күбеһе – химия һәм биология фәндәре кандидаты, докторы. Мәҫәлән, Йәлил Һөйөндөков, Әғләм Шәрипов, Рафаэль Сараев... Юғары уңыш ҡаҙанған, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусылары исемен алған химия һәм биология бел­гестәре Әлифә Ҡыҙрасова, Рәшиҙә Нәзирова, Сәриә Моратшина, Зәйтүнә Мөхәмәтйәрова, Алһыу Заманова һәм башҡалар. Ғөмүмән, илебеҙгә бихисап һөнәр эйәләре әҙерләгән педагог ул беҙҙең Гөлсара Искәндәр ҡыҙы.

– Нисәмә йыл уҡытыусы булып эшләгән дәүерҙә әллә күпме мәктәп директоры алмашынды. Миңә алты етәксе менән эшләргә тура килде. Барыһы ла ихтирамға лайыҡ, – ти уҡытыусым.

Хәтеремдә, беҙ уҡыған саҡта мәктәп директоры Юнир Әҙеһәмов ине. Атай һымаҡ күрҙек үҙен. Беҙгә, етем балаларға, оло терәк булды ул. Тик остаздарыбыҙҙың үҙ иңенә шундай ҙур йөкләмә һалып та, тейешле баһа алмайынса үлеп китеүе йәнде өшөтә, әлбиттә. Баймаҡ мәктәп-интернатына, хәҙер инде лицей, күптән Юнир Әҙеһәмовтың исемен бирергә кәрәк ине лә...

Гөлсара Искәндәр ҡыҙы менән Рауил Бәҙретдин улы ике бала тәрбиәләп үҫтерҙе. Улдары Рәмил – эшҡыуар, егерме йыл инде бөтөн Урал аръяғы халҡын тауыҡ ите менән тәьмин итә, шулай уҡ шәхси ҡаҙ фермаһы ла бар. Ҡыҙҙары Гөлфирә иһә Башҡортостан дәүләт медицина университетын тамамлап, докторлыҡ диссертацияһын уңышлы яҡлап, әле БДУ-ның Сибай институтында эшләй. Ул – биология фәндәре докторы, профессор. “Балаларыбыҙ йөҙөбөҙгә ҡыҙыллыҡ килтермәне, Аллаға шөкөр, – ти бәхетле ата-әсә. – Беҙ уларҙы эштән ҡурҡмаҫҡа, хәләл көскә таянып йәшәргә өйрәттек”.

Йорт һалған, тәүфиҡлы балалар үҫтергән, ағасын да ултыртҡан өлкәндәргә һоҡланып туйғыһыҙ. Ошондай ғаиләләрҙән өлгө алып, уларҙың тормош тәжрибәһенә, аҡылына таянып йәшәһәк ине.


Автор: Тәнзилә КЕЙЕКБАЕВА Район: Баймаҡ районы


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Йәнтөйәккә ҡайтыу: Башҡортостан Башлығы өсөн Атайсал ҡайҙа башлана?

Йәнтөйәккә ҡайтыу: Башҡортостан Башлығы өсөн Атайсал ҡайҙа башлана? 20.03.2026 // Йәмғиәт

Атайсал ҡайҙа башлана? Башҡортостан Башлығы өсөн ул бында — Шиҙе йылғаһы буйында, тау-урмандар ......

Тотош уҡырға 2

35 меңдән ашыу башланғыс: Башҡортостанда «Атайсал» проектының һөҙөмтәләрен барланылар

35 меңдән ашыу башланғыс: Башҡортостанда «Атайсал» проектының һөҙөмтәләрен барланылар 19.03.2026 // Йәмғиәт

35 меңдән ашыу башланғыс: Башҡортостанда «Атайсал» проектының һөҙөмтәләрен барланылар...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда +13 градусҡа тиклем йылыта

Башҡортостанда +13 градусҡа тиклем йылыта 18.03.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан синоптиктары алдағы өс көнгә һауа торошон фаразланы....

Тотош уҡырға 3

Башҡортостанда томан арҡаһында Өфө — Ырымбур трассаһының бер өлөшөндә хәрәкәт туҡтатылды

Башҡортостанда томан арҡаһында Өфө — Ырымбур трассаһының бер өлөшөндә хәрәкәт туҡтатылды 18.03.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда томан арҡаһында Өфө — Ырымбур трассаһының бер өлөшөндә хәрәкәт туҡтатылды...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостандан Абхазияға тура рейстар асыла

Башҡортостандан Абхазияға тура рейстар асыла 16.03.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандан Абхазияға тура рейстар асыла...

Тотош уҡырға 3

Өфөлә күп ҡатлы йорттоң тәҙрәләре аҫтында мәктәп уҡыусыһының үле кәүҙәһе табылған
Өфөгә Стратегик башланғыстар агентлығы етәксеһе Светлана Чупшеваның килеүе көтөлә

Өфөгә Стратегик башланғыстар агентлығы етәксеһе Светлана Чупшеваның килеүе көтөлә 16.03.2026 // Йәмғиәт

Өфөгә Стратегик башланғыстар агентлығы етәксеһе Светлана Чупшеваның килеүе көтөлә...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан буйынса РФ Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы ашығыс хәбәр еткерҙе
Пермь крайы тауҙарында иҫән ҡалған берҙән-бер турист Өфөгә күсерелде

Пермь крайы тауҙарында иҫән ҡалған берҙән-бер турист Өфөгә күсерелде 13.03.2026 // Йәмғиәт

Пермь крайы тауҙарында иҫән ҡалған берҙән-бер турист Өфөгә күсерелде...

Тотош уҡырға 3

Республика халҡын томан һәм тайғаҡ булыуы хаҡында иҫкәрттеләр
Радий Хәбиров Талас ауылында Бөйөк Ватан һуғышы ветераны менән күреште
Республикала кредит буйынса бурысын түләмәгән ирҙе эҙләйҙәр

Республикала кредит буйынса бурысын түләмәгән ирҙе эҙләйҙәр 13.03.2026 // Йәмғиәт

Республикала кредит буйынса бурысын түләмәгән ирҙе эҙләйҙәр...

Тотош уҡырға 1


Комментарий өҫтәргә