Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Үҙең яһағанға ни етә!
Үҙең яһағанға ни етә!Тырышҡан табыр, ташҡа ҡаҙаҡ ҡағыр, тиҙәр халыҡта. Был һүҙҙәрҙең хаҡлығына Айнур менән һөйләшкәндә айырыуса нығыраҡ төшөнәм.
Айнур Хәлисов Әбйәлил районының Ишбулды ауылынан. Ул тиҙҙән БДУ-ның Сибай институтын тамамлаясаҡ. Тәбиғәт-техник фәндәр факультетының технология һәм эшҡыуарлыҡ бүлеге студенты тәүге курстан уҡ үҙен тик яҡшы яҡтан күрһәтә, алдынғылар рәтенән төшмәй.
Айнурҙың әсәһе менән атаһы — абруйлы педагогтар, хеҙмәт дәресен алып бара. Башланғыс класта уҡығанында уҡ Айнур атаһы Айрат Хөббөтдин улы етәкселегендәге Үҙең яһағанға ни етә!“Оҫта ҡулдар” түңәрәгенә йөрөй башлай.
— Тәүге ҡул эшем 8 Март байрамы уңайынан ҡәҙерлеләремә бүләк булды, — ти ул. — Унан район кимәлендә уҙғарылған конкурстарҙа, күргәҙмәләрҙә ҡатнаша башланым. Бер нисә тапҡыр баш ҡалаға барыу бәхетенә лә өлгәштем. Шулай яйлап тәжрибә тупланды, ҡулым да шымарҙы.
Әлбиттә, Айнурға әсәһенең хуплау һүҙҙәре, атаһының кәңәштәре ҙур ярҙам була. Юғары уҡыу йортона ингәс тә, яратҡан шөғөлөн ташламай ул. I курста уҡығанында уҡ уҡытыусыһы Хөснөтдин Хәмитов ойошторған күргәҙмәлә беренсе урынды яулай. Был еңеүе егеткә шөғөлө буйынса тағы ла камиллашырға этәргес бирә. Тора-бара ул Үҙең яһағанға ни етә!йорт йыһаздары эшләү серҙәренә лә өйрәнә башлай. Оҫта ҡуллы егеттең тырышлығын уҡытыусылар баһаламай ҡалмай — III курста уҡыған сағында институтта мастер урынын тәҡдим итәләр. Шулай итеп, Айнур уҡыу менән бер рәттән эшләй башлай.
Уңыштары менән йыш ҡыуандыра ул. Былтыр институтта үткән “Йыл студенты” конкурсының “Алтын ҡул” номинацияһында еңеү яулаған.
— Йорт йыһазы эшләү ижадилыҡ талап итә, — ти Айнур. — Шул уҡ ваҡытта был шөғөлдән яҡшы ғына килем дә алырға була. Атай-әсәйем, башланғысымды хуплап, Үҙең яһағанға ни етә!мебель эшләү станогы алып бирҙе. Күңелеңде һалып башҡарһаң, барыһы ла килеп сыға, ауырлыҡтан ғына ҡурҡырға ярамай.
Йәш оҫтаның өйөндәге матур, сағыу, үҙенсәлекле йыһазды күреп, уға күрше-күлән, туғандары ла мөрәжәғәт итә башлай. Заказ күбәйгәс, Айнур, дуҫ егете менән Сибайҙа бер бинаны ҡуртымға алып, мебель эшләүҙе киң йәйелдереп ебәрә.
Башҡа шөғөлгә лә ваҡыт таба ул — йәйгеһен ҡустыһы Айҙар менән балыҡ ҡармаҡларға әүәҫ, гитарала уйнай, моңло итеп йырлай, аш-һыуға оҫта. Ҙур ихласлыҡ менән башҡарғас, һәр эше күңелгә ятышлы килеп сыға.
Әлфирә МӘЖИТОВА,
БДУ-ның Сибай институты студенты.
Әбйәлил районы.

Үҙең яһағанға ни етә!Үҙең яһағанға ни етә!




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Майҙа Өфө — Сухум тура авиарейсы асыла

Майҙа Өфө — Сухум тура авиарейсы асыла 30.04.2026 // Йәмғиәт

Майҙа Өфө — Сухум тура авиарейсы асыла...

Тотош уҡырға 0

Башҡортостанда бөгөндән янғынға ҡаршы махсус режим ғәмәлдә
Башҡортостанда «Пилотһыҙ хәүеф» режимы ғәмәлдән сығарылды

Башҡортостанда «Пилотһыҙ хәүеф» режимы ғәмәлдән сығарылды 30.04.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда «Пилотһыҙ хәүеф» режимы ғәмәлдән сығарылды...

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда һабантуйҙар үткәреү графигы раҫланды

Башҡортостанда һабантуйҙар үткәреү графигы раҫланды 30.04.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда һабантуйҙар үткәреү графигы раҫланды...

Тотош уҡырға 1

Синоптиктар республикала май айына һауа торошона фараз бирҙе

Синоптиктар республикала май айына һауа торошона фараз бирҙе 30.04.2026 // Йәмғиәт

Май айында һауа торошо ғәҙәти күп йыллыҡ күрһәткестәргә тап килә....

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда пилотһыҙ хәүеф режимы иғлан ителде
Баш ҡалабыҙҙа Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һаны билдәле булды

Баш ҡалабыҙҙа Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һаны билдәле булды 29.04.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡалабыҙҙа Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һаны билдәле булды...

Тотош уҡырға 1

Өфөлә фронтовик Исак Рубин хөрмәтенә парад үтте

Өфөлә фронтовик Исак Рубин хөрмәтенә парад үтте 29.04.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә фронтовик Исак Рубин хөрмәтенә парад үтте...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан Башлығы янғын һүндереүселәргә яңы янғын-ҡотҡарыу техникаһы асҡыстарын тапшырҙы

Башҡортостан Башлығы янғын һүндереүселәргә яңы янғын-ҡотҡарыу техникаһы асҡыстарын тапшырҙы 29.04.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн Өфөлә, 30 апрелдә билдәләнгән Рәсәйҙең Янғын һағы көнө алдынан, Башҡортостан Башлығы Радий ......

Тотош уҡырға 1

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт ваҡытлыса сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт ваҡытлыса сикләнә 28.04.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт ваҡытлыса сикләнә...

Тотош уҡырға 2

Өфөлә «Барыһы ла фронт өсөн. Бөтәһе лә Еңеү өсөн!» акцияһы уҙҙы

Өфөлә «Барыһы ла фронт өсөн. Бөтәһе лә Еңеү өсөн!» акцияһы уҙҙы 28.04.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә «Барыһы ла фронт өсөн. Бөтәһе лә Еңеү өсөн!» акцияһы уҙҙы...

Тотош уҡырға 4

Мәскәү ҡарҙары республикабыҙға килеп етмәй

Мәскәү ҡарҙары республикабыҙға килеп етмәй 28.04.2026 // Йәмғиәт

27 апрелгә ҡарай төндә илебеҙҙең баш ҡалаһында ҡар яуған.....

Тотош уҡырға 2


Комментарий өҫтәргә