Тырышҡан табыр, ташҡа ҡаҙаҡ ҡағыр, тиҙәр халыҡта. Был һүҙҙәрҙең хаҡлығына Айнур менән һөйләшкәндә айырыуса нығыраҡ төшөнәм.
Айнур Хәлисов Әбйәлил районының Ишбулды ауылынан. Ул тиҙҙән БДУ-ның Сибай институтын тамамлаясаҡ. Тәбиғәт-техник фәндәр факультетының технология һәм эшҡыуарлыҡ бүлеге студенты тәүге курстан уҡ үҙен тик яҡшы яҡтан күрһәтә, алдынғылар рәтенән төшмәй.
Айнурҙың әсәһе менән атаһы — абруйлы педагогтар, хеҙмәт дәресен алып бара. Башланғыс класта уҡығанында уҡ Айнур атаһы Айрат Хөббөтдин улы етәкселегендәге
“Оҫта ҡулдар” түңәрәгенә йөрөй башлай.
— Тәүге ҡул эшем 8 Март байрамы уңайынан ҡәҙерлеләремә бүләк булды, — ти ул. — Унан район кимәлендә уҙғарылған конкурстарҙа, күргәҙмәләрҙә ҡатнаша башланым. Бер нисә тапҡыр баш ҡалаға барыу бәхетенә лә өлгәштем. Шулай яйлап тәжрибә тупланды, ҡулым да шымарҙы.
Әлбиттә, Айнурға әсәһенең хуплау һүҙҙәре, атаһының кәңәштәре ҙур ярҙам була. Юғары уҡыу йортона ингәс тә, яратҡан шөғөлөн ташламай ул. I курста уҡығанында уҡ уҡытыусыһы Хөснөтдин Хәмитов ойошторған күргәҙмәлә беренсе урынды яулай. Был еңеүе егеткә шөғөлө буйынса тағы ла камиллашырға этәргес бирә. Тора-бара ул
йорт йыһаздары эшләү серҙәренә лә өйрәнә башлай. Оҫта ҡуллы егеттең тырышлығын уҡытыусылар баһаламай ҡалмай — III курста уҡыған сағында институтта мастер урынын тәҡдим итәләр. Шулай итеп, Айнур уҡыу менән бер рәттән эшләй башлай.
Уңыштары менән йыш ҡыуандыра ул. Былтыр институтта үткән “Йыл студенты” конкурсының “Алтын ҡул” номинацияһында еңеү яулаған.
— Йорт йыһазы эшләү ижадилыҡ талап итә, — ти Айнур. — Шул уҡ ваҡытта был шөғөлдән яҡшы ғына килем дә алырға була. Атай-әсәйем, башланғысымды хуплап,
мебель эшләү станогы алып бирҙе. Күңелеңде һалып башҡарһаң, барыһы ла килеп сыға, ауырлыҡтан ғына ҡурҡырға ярамай.
Йәш оҫтаның өйөндәге матур, сағыу, үҙенсәлекле йыһазды күреп, уға күрше-күлән, туғандары ла мөрәжәғәт итә башлай. Заказ күбәйгәс, Айнур, дуҫ егете менән Сибайҙа бер бинаны ҡуртымға алып, мебель эшләүҙе киң йәйелдереп ебәрә.
Башҡа шөғөлгә лә ваҡыт таба ул — йәйгеһен ҡустыһы Айҙар менән балыҡ ҡармаҡларға әүәҫ, гитарала уйнай, моңло итеп йырлай, аш-һыуға оҫта. Ҙур ихласлыҡ менән башҡарғас, һәр эше күңелгә ятышлы килеп сыға.
Әлфирә МӘЖИТОВА,
БДУ-ның Сибай институты студенты.
Әбйәлил районы.