Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Йөрәктәргә һалыр ҡуҙҙар һүнмәгән
Уҡытыусы һәр дәүерҙә бөйөк булып ҡала белә.

Матбуғатта уҡытыусыларға арнап яҙылған биниһая шиғри юлдарҙы уҡығаныбыҙ бар. Ғәҙәттә, уларҙа сабыйҙарҙы белем ҡаяларына үрләткән, заманында йәшәргә көс биргән мәғрифәтселәргә күңел түрендә йөрөтөлгән рәхмәт хистәре сағыла. Ә был юлдар хаҡлы ялға сыҡҡас та дәрәжәһен төшөрмәйенсә, республикабыҙ педагогикаһын үҫтерергә, илде, халыҡты, айырыуса йәш быуынды ҡурсаларға ынтылған остаздар хаҡында.


“Уҡыусыларҙы, студенттарҙы һағынып...”

Мәғлүм булыуынса, былтыр Башҡорт­ос­тандың Мәғариф министрлығы ҡара­мағында Республика мәғариф ветерандары советы булдырылды. Уның президиумы тармаҡта оҙаҡ йылдар хеҙмәт итеп, ҙур тәжрибә туплап хаҡлы ялға сыҡҡан абруйлы ҡатлам вәкилдә­ренән төҙөлгән. Исемлекте Социалистик Хеҙ­мәт Геройҙары Хәнифә Искәндәрова, Лира Камалова, Рәсәйҙең һәм Башҡорт­ос­тандың халыҡ уҡытыусыһы Лиза Әғә­ҙуллинаның башлап ебәреүе генә ни тора! Рәйеслеккә – мәғариф аҡһа­ҡалы Миңдебай Юлмөхәмәтовтың, урын­ба­ҫар­лыҡҡа ағинәй Фәниә Әсәҙул­ли­на­ның ҡуйылыуы күп нәмә хаҡында һөйләй.

Бер йыл элек барлыҡҡа килгән бер­ләшмә әле аяҡҡа баҫыу осорон кисерә.

– Сер түгел, беҙ уҡыусыларҙы, сту­дент­тарҙы һағынабыҙ, белем усаҡтарын яҡындан күргебеҙ, бөгөнгө белем биреү торошо, ҡаҙаныштары менән таныш­ҡыбыҙ килә ине һәм ошо теләгебеҙҙе бойомға ашыра башланыҡ, – ти Фәниә Ҡазыхан ҡыҙы.

Уның әйтеүенсә, осрашыуҙарҙа, бер яҡтан, өр-яңы технологиялар менән йы­һазландырылған уҡыу йорттары менән танышыу, йәш педагогтарға ярҙам күр­һәтеү, тәжрибә уртаҡлашыу ҡаралһа, икенсенән, бергә йыйылған урында өлкән йәштәгеләрҙең социаль хәле, мохтажлыҡтары асыҡлана, үҙ аяғында йөрөй алмағандарҙың исемлеге төҙөлә, уларға булышлыҡ ҡылыу саралары ойошторола. Мәҫәлән, Өфөләге 64-се художество-сәнәғәт колледжында рес­публикабыҙҙағы ошондай махсус һөнәри уҡыу йорттарының ветеран директор­ҙары, уларҙың урынбаҫарҙары йыйылып, бөтөн яҡлап файҙалы кәңәшмә үткәргән.

Республика мәғариф ветерандары советы маҡтап һөйләрлек, өлгө итеп та­ратырлыҡ байтаҡ эш башҡарған. Мәҫә­лән, Нефтекама ҡалаһында өлкән­дәр мәғариф тармағына ихлас ярҙам күрһәтә, тәрбиәгә йүнәлтелгән конферен­цияларҙа, семинарҙарҙа, кәңәшмәләрҙә әүҙем ҡатнаша. Ветеран педагогтар хөрмәтенә ҡалала Уҡытыусылар даны аллеяһы асылған, башҡорт гимназияһы тирәләй утыҙ тирәк ултыртылған. Бай­рам­дарҙа, иҫтәлекле көндәрҙә хаҡлы ялдағы мәғариф хеҙмәткәрҙәренә бүләк­тәр тапшырыла, йылы һүҙҙәр еткерелә.

Ошо һәм башҡа хеҙмәт өлгөләрен төбәктә киң таратыу маҡсаты менән яна Республика мәғариф ветерандары советы ағзалары.

– Илдең данын арттырған уҡытыусы­ларҙың исемен мәңгеләштереүҙе дауам итәсәкбеҙ, – ти берләшмә рәйесе урынбаҫары. – Мәктәптәрҙә мәғариф өлкәһенең барлыҡҡа килеүен һөйләгән, йылдар буйы тупланған педагогик мираҫты һаҡлаған музейҙар булдырыу­ға, һәр урында Хәтер китабы яҙылыуына өлгәшергә тейешбеҙ.

Белеүебеҙсә, Өфөлә Республика мәғарифы тарихы музейы эшләй. Шундай уҡ рухи мөйөштәр Мәсетле һәм Кушнаренко райондарында ла бар. Ҡырмыҫҡалының үҙәгендәге урам һәм 1-се мәктәп Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, данлыҡлы педагог С.М. Чугункин исемен йөрөтә. Баш ҡалабыҙҙа педагогка һәйкәл ҡуйыу, Уҡытыусылар даны аллеяһы булдырыу кеүек эштәр атҡармаҡсылар.

Совет ағзалары өсөн пенсиялағы һөнәрҙәштәрен социаль яҡлау, үтә өлкән йәштәгеләрҙе хәстәрләү көнүҙәк мәсьәлә булып ҡала.
– Хөрмәтле кешеләрен ҡәҙерләмәгән быуын илен дә ҡурсалай алмай. Ветеран­дарға төрлө байрам уңайынан ҡотлау ебәреү ҙә күҙ уңынан ысҡынырға тейеш түгел. Улар компьютерҙа эшләргә өйрәнһен өсөн курстар асыу талап ителә, – ти Миңдебай Бәхтейәр улы.

Донъя тараямы? Юҡ, киңәйә генә...

Хаҡлы ялдағы мәғариф хеҙмәткәр­ҙәрен берләштереү, бер көскә туплау идеяһы остаздар араһында байтаҡтан йөрөһә лә, ул Ф.Ҡ. Әсәҙуллинаның талап­санлығы, ойоштороу һәләте арҡаһында бойомға ашырылды, ти хеҙмәттәштәре.

– Ғүмерен белем биреүгә арнаған кешегә пенсияла быҫҡып ятыу хас түгел, – тип йылмая Фәниә апай. – Беҙҙең, педагогтарҙың, көсө илдең тотош армияһыныҡына торошло. Мостай Кәрим әйтмешләй, бәләкәс йөрәктәргә һалыр ҡуҙыбыҙ әле бөтмәгән.

Яңыраҡ совет ағзаларынан бер төркөм Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтына сираттағы ултырышҡа йыйылды. “Ни өсөн бында?” тигән һорау ҡуйыу, моғайын, урынһыҙҙыр. Бөтөн ғүмерен белем биреүгә арнаған педагогия ветераны, абруй-аҡылы менән донъя кимәлен яулаған күренекле ға­лимә Фирҙәүес Хисамитдинова саҡырғайны уларҙы.

Институттың тарихы, музей экспонат­тары, хеҙмәткәрҙәрҙең фәнни эштәре, һәр ырыуҙың йөҙөн сағылдырған милли кейем өлгөләре, бай ғилми әҙәбиәт күргәҙмәһе һ.б. ҡунаҡтар күңелендә ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты. 1932 йылда асылған учреждение бөгөн һәр ҡайһыһы тәфсир­ләп һөйләүгә лайыҡ һигеҙ бүлектән тора. Антропология, этнология, фольклор, башҡорт халҡы, әҙәбиәте, сәнғәте тарихы, телде өйрәнеү... Һәр бүлек экспе­дицияларҙа тупланған материал­дарға бай. Венгр мәҙәниәте кабинетын асыуға өлгәшеү институтҡа йәнә мәртәбә өҫтәй.

– Башҡорт теле – ғәжәйеп үҙенсә­лек­ле, уникаль күренеш. Ул беҙҙең заманға тиклем үк боронғолоғон һаҡлаған, – тине Фирҙәүес Ғилмитдин ҡыҙы. – Башҡорт телендә ҡыпсаҡ, уғыҙ, болғар, ҡарлуҡ һүҙҙәре тороп ҡалған, хатта ҡытай, тохар, фин-уғыр, монгол, ғәрәп-фарсы һүҙҙәре килеп ингән. Төрлө ғилми конференцияларҙа фән әһелдәре, хатта сит ил ғалимдары “боронғо өндәрҙе һаҡлаған телегеҙҙе юғалтмағыҙ” тип сығыш яһай.

Шуға ярашлы эшмәкәрлек алып бара институт хеҙмәткәрҙәре. Башҡорт теле Рәсәйҙә тәүгеләрҙән булып компьютерға һалынған. Әле һуңғы унынсы томы сығып килгән “Башҡорт теленең академик һүҙлеге” үҙе ни тора! Әммә рухи ҡиммәтебеҙҙең, урындағы һөйләштәрҙең асылмаған, өйрәнелмәгән серҙәре етерлек. Фольклор материалдары тәүҙә өс, унан 18 томда донъя күрҙе. Әле уларҙың теле өйрәнелә, бер үк ваҡытта 36 томлыҡ өҫтөндә эш алып барыла. Белеүебеҙсә, башҡорттарҙың ябай йола уйындарына ла тәрән мәғәнә, киң фәлсәфә һалынған. Мәҫәлән, уҡ атыу, һыбай ҡыҙ ҡыуыу бәйгеһе, атта уҙышыу, милли көрәш һәм башҡаларҙың йәшә­йеш­тә лә, күрше халыҡтар менән мөнә­сәбәт ҡорғанда ла, дошманды ҡыйрат­ҡанда ла ярҙамы тейгән. Йыйып әйткән­дә, халыҡтың рухи, мәҙәни, тарихи, этнологик, археологик байлығын, ауыҙ-тел ижады өлгөләрен туплау, өйрәнеү, эшкәртеү маҡсаты бойомға ашырыла бында.

– Милләтебеҙҙең йәшәү һәләте, сыҙамлылығы тураһында күп уйландым һәм яуабын таптым: беҙҙе күңел халәте, рухи мәҙәниәт һаҡлап алып ҡалғандыр, – тигән фекерҙә Фирҙәүес Ғилмитдин ҡыҙы. – Ауыҙ-тел ижадыбыҙ, донъя кимә­ленә сыҡҡан эпостарыбыҙ, йыр­ҙарыбыҙ, ҡурайыбыҙ ошо хаҡта һөйләй. Оҙон көйҙәрҙе тетрәнмәйенсә, моңға сорналмайынса, тәрән хискә бирелмә­йенсә тыңлау мөмкинме һуң?!

Ошо һүҙҙәрҙән һуң Фәнзил Санъяров ҡурайҙа “Урал”ды һыҙҙырып ебәрҙе, баш­ҡорттарҙың бик боронғо музыка ҡоралы һорнай менән таныштырҙы. Күптәребеҙҙең күңеле тулышты, тормош-булмыш тураһында уйҙарға сум­дыҡ, ата-бабабыҙҙың тарихта ҡалдырған данлы эҙе зиһенгә яҡты нур булып һирпелде. Сәбилә Сөләймәнованың йө­рәкһенеп уҡыған “Башҡортома” тигән шиғыры күңелдәргә май булып ятты. Миңә был юлдар сәхнәнән көн дә яңғырарға тейешле оран кеүек тойолдо:

Мин халҡымды һөйәм,
Башҡортом, тип көйәм,
“Тырыш бул”, – тип дәрес һайын
Талиптарҙы төйәм.
Ишә баҫып яй йөрөгән
Йәш ҡыҙҙарға көйәм,
Әҙәпкә өйрәтелмәгән
Егеттәргә көйәм.
Ят бауыр үҫтереп ятҡан
Маңҡорттарға көйәм,
Туған телдә һөйләшмәгән
Башҡорттарға көйәм.
Ҡомһоҙҙарға көйәм,
Тоҙһоҙҙарға көйәм,
Хәмер тип күҙе тонған
Йүнһеҙҙәргә көйәм...
Һөйөү менән, көйөү менән
Йөрәгемде тетәм...
Халҡыма һөйөүем ҡалһын,
Был донъянан китһәм.
Оҙаҡ йылдар Киров районы хакимиәтенең мәғариф идаралығы етәксеһе, унан Дим районы хакимиәте башлығы урынбаҫары булып эшләгән Людмила Мурманская бына нимә тине:
– Пенсияға сыҡҡас, “Донъям тарай­ҙы...” тип уйлағайным. Мәғариф аҡһа­ҡалдары, ағинәйҙәре, киреһенсә, йәшәйеш­тең киңәйә генә барыуына инандыра. Рәхмәт һеҙгә!

Башҡортостан мәғариф министрының беренсе урынбаҫары Илдар Мәүлет­бир­ҙиндең “Һеҙ хаҡ юлдан бараһығыҙ” тигән һүҙҙәре балаларҙы мөкиббән яратҡан педагогтарҙың эшенә ҙур баһа булып яңғыраны.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Әрмәнстанда яҡташыбыҙҙы ағыулы йылан саҡҡан

Әрмәнстанда яҡташыбыҙҙы ағыулы йылан саҡҡан 27.06.2025 // Йәмғиәт

Әрмәнстанда яҡташыбыҙ экскурсиянан һуң ауыр хәлдә реанимацияға оҙатылған. Турист әйтеүенсә, уны...

Тотош уҡырға 14

Бөгөндән Өфөлә түләүле парковкалар эшләй башланы

Бөгөндән Өфөлә түләүле парковкалар эшләй башланы 27.06.2025 // Йәмғиәт

Бөгөндән Өфөлә түләүле парковкалар эшләй башланы...

Тотош уҡырға 10

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы һыу баҫыу ихтималлығы хаҡында иҫкәртте

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы һыу баҫыу ихтималлығы хаҡында иҫкәртте 27.06.2025 // Йәмғиәт

Тау һәм бәләкәй йылғаларҙа һыу кимәленең күтәрелеүе көтөлә....

Тотош уҡырға 13

Өфөнөң Пугачев урамында хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Пугачев урамында хәрәкәт сикләнә 27.06.2025 // Йәмғиәт

Өфөнөң Пугачев урамында хәрәкәт сикләнә...

Тотош уҡырға 15

Марфа инәйгә – 100 йәш

Марфа инәйгә – 100 йәш 26.06.2025 // Йәмғиәт

Салауат ҡалаһынан Марфа Рябова 100 йәшен тултырҙы. Ҡала мэры Марат Заһиҙуллин социаль селтәрҙәге...

Тотош уҡырға 14

Башҡортостанда матур датала 245 никах теркәлгән

Башҡортостанда матур датала 245 никах теркәлгән 26.06.2025 // Йәмғиәт

Башҡортостанда матур датала 245 никах теркәлгән...

Тотош уҡырға 26

Бөгөн республика урмандарында уртаса класлы янғын хәүефе фаразлана

Бөгөн республика урмандарында уртаса класлы янғын хәүефе фаразлана 26.06.2025 // Йәмғиәт

Бөгөн дәүләт урман фонды биләмәһендә икенсе-өсөнсө класлы янғын хәүефе фаразлана. 26 июнгә ут...

Тотош уҡырға 23

Республикала ямғырлы һауа торошо фаразлана
Республикала сығарылыш кисәләре көнө билдәле булды

Республикала сығарылыш кисәләре көнө билдәле булды 25.06.2025 // Йәмғиәт

Республикала сығарылыш кисәләре көнө билдәле булды...

Тотош уҡырға 22

Өфөлә Рәшит Шәкүр һәм табип Мәстүрә Саҡаева урамдары барлыҡҡа килде

Өфөлә Рәшит Шәкүр һәм табип Мәстүрә Саҡаева урамдары барлыҡҡа килде 25.06.2025 // Йәмғиәт

Өфөлә Рәшит Шәкүр һәм табип Мәстүрә Саҡаева урамдары барлыҡҡа килде...

Тотош уҡырға 23

Табип-фониатр Наил Ғабдуллин Өфөнөң почетлы граждандары исемлеген тулыландырҙы

Табип-фониатр Наил Ғабдуллин Өфөнөң почетлы граждандары исемлеген тулыландырҙы 25.06.2025 // Йәмғиәт

Табип-фониатр Наил Ғабдуллин Өфөнөң почетлы граждандары исемлеген тулыландырҙы...

Тотош уҡырға 28

Башҡортостанда Бүздәк − Саҡмағош-Дүртөйлө юлының 14 саҡрымы яңыртылды

Башҡортостанда Бүздәк − Саҡмағош-Дүртөйлө юлының 14 саҡрымы яңыртылды 25.06.2025 // Йәмғиәт

Быйыл 19 саҡрым оҙонлоҡтағы һигеҙ участканы ремонтлау планлаштырыла....

Тотош уҡырға 21