Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Бала саҡтың сағыу мәле — баҡсала
Башҡорт теленә һөйөү тәрбиәләнә.

Йәй – һәр кемдең яратҡан миҙгеле — был юлы ла хәтерҙә ҡалды. Мәктәп балалары көтөп алған күңелле каникулда матур ял итте, әле уҡыуҙарын саҡ башлап торалар. Балалар баҡсаларында иһә кескәйҙәрҙең шат тауышы йыл әйләнәһенә яңғырай.

Йәй миҙгелендә генә түгел, ғөмүмән, йыл әйләнәһенә беҙҙең Аҡъяр ауылындағы “Шатлыҡ” балалар баҡсаһында балаларҙың сәләмәтлеген нығытыуға, хәүеф­һеҙ­леген хәстәрләүгә, туған теле­беҙ – башҡорт телендә ара­лашыу­ға ҡоролған төрлө мауыҡ­тырғыс са­ралар һәр көн ойошторола, улар­ҙан ата-әсәләр ҙә ситтә ҡалмай.

Бәләкәстәр өсөн “Күңелле фокустар менән дискотека”, “Оҫта әкиәтсе һәм зирәк йомаҡ сисеүсе”, “Сәләмәт тәндә – сәләмәт рух”, “Мин – оҫта рәссам”, “Йыр-моң илендә” исемле төрлө ҡыҙыҡлы саралар ойошторола, “Башҡорт халыҡ уйындары”нда бәләкәстәр зәңгәр экрандан яратып ҡараған “Сәңгелдәк” балалар тапшырыуы геройы Тыр-Тыр менән бергәләп ҡыуана, халҡыбыҙҙың төрлө хәрәкәтле уйындарында ҡатнаша.

Борон-борондан ата-бабала­рыбыҙ, яҙғы сәсеү эштәрен тамам­лағас, hабантуй байрамы уҙғарған. Баҡсабыҙҙа матур йолаға әйлән­гән “Балалар һабантуйы”н ойоштороу ҙа быйылғы йәйҙең бер күркәм сараһы булды. Ул башланыр алдынан, йолаға ярашлы, балалар һебә тотоп, “Һабантуй” башҡорт халыҡ йыры оҙатыуында, төркөмдән төркөмгә йөрөп бүләк­тәр йыйҙы. Һабантуйыбыҙ кескәй­ҙәр өсөн ысынында оло тантанаға әйләнде. “Шатлыҡ” балалар баҡса­hы мөдире Айгөл Кәримова уңыш­тар, ҡаҙаныштар тураһында һөй­лә­не һәм барыһын да байрам менән ҡотланы.

Үткән быуат илебеҙгә оло ҡайғы алып килде – Бөйөк Ватан һуғышы батырҙары онотолмай. Уның мих­нәттәре тураһында йәш быуын бе­леп үҫһен тигән маҡсаттан сығып, өлкән һәм мәктәпкә әҙерлек төркөмө балалары “Тарих бите. Бер кем дә онотолмай” видеоролигын ҡараны, һуғыш осоро йырҙа­рын тыңланы, шиғырҙар һөйләне. Кескәйҙәребеҙ үҙҙәренә бәхетле бала саҡ бүләк иткән ата-бабаларын бер минут тынлыҡ менән иҫкә алды һәм балалар баҡсаһы майҙансығындағы “Үлем­һеҙ полк” парадында ҡатнашты. Төркөмдәр араһында “Күгәрсен – тыныслыҡ символы” балалар һүрәте конкурсы ойошторолдо.

“Яратҡан әкиәт геройҙары” көнөндә иһә малайҙар һәм ҡыҙҙар әкиәт батырҙарын иҫкә алып, әҫәр­ләнеп әкиәттәр һөйләй, “Баҡсасы көнө”, “Сәскә феяһында ҡунаҡта” көндәрендә майҙансыҡта күҙ яуын алып үҫкән сәскәләр менән таныша һәм уларҙы тәрбиәләү серҙәренә өйрәнә.

Һәр балаға дарыу үләндәрен урынлы ҡулланып, дауаланыу серҙәре, бал ҡорттарының һәм шифалы балдың файҙалы икән­леген аңлатабыҙ. “Урал аръяғы­ның йәшел ҡуласаһы”, “Ҡайын­лыҡ”, “Ҡарағайлыҡ” сауҡалыҡтары, метеостанция, йәшелсә, еләк-емеш баҡсаһы тураһында ла мәғлүмәт еткерәбеҙ.

Ата-әсәләр менән берлектә төрлө тәжрибәләр эшләп, проект эштәре атҡара малай һәм ҡыҙҙар. Шул уҡ ваҡытта өйҙәрендә һәм балалар баҡсаһында хәүефһеҙ­лекте иҫкәртеү маҡсатында ла бик күп төрлө саралар ойошторола. Мәҫәлән, “Айыуҡай” һәм “Тир­мәкәй” уртансылар төркө­мөндә тәрбиә­ләнеү­селәр “Хә­үефле предметтар иле”нә сәйәхәт ҡыла.

Тирә-яҡтағы матурлыҡты күрһә­теү, туған телебеҙ – башҡорт те­ленә һөйөү тәрбиәләү, йәш быуын­дың сәләмәтлеген, хәүеф­һеҙлеген хәстәрләү, халҡыбыҙҙың күркәм йолаларын, ғөрөф-ғәҙәттәрен, йыр-моңон һеңдереү маҡсаты даими күҙ уңында тотола. Балалар башҡортса әкиәттәр тыңлай, йырҙар йырлай, бейей, шиғыр һөйләй, йомаҡтар сисә, ҡобайырҙар әйтә.


Автор: Әлфиә БАЙМЫРҘИНА Район: Хәйбулла районы


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә