Башҡорт теленә һөйөү тәрбиәләнә.
Йәй – һәр кемдең яратҡан миҙгеле — был юлы ла хәтерҙә ҡалды. Мәктәп балалары көтөп алған күңелле каникулда матур ял итте, әле уҡыуҙарын саҡ башлап торалар. Балалар баҡсаларында иһә кескәйҙәрҙең шат тауышы йыл әйләнәһенә яңғырай.
Йәй миҙгелендә генә түгел, ғөмүмән, йыл әйләнәһенә беҙҙең Аҡъяр ауылындағы “Шатлыҡ” балалар баҡсаһында балаларҙың сәләмәтлеген нығытыуға, хәүефһеҙлеген хәстәрләүгә, туған телебеҙ – башҡорт телендә аралашыуға ҡоролған төрлө мауыҡтырғыс саралар һәр көн ойошторола, уларҙан ата-әсәләр ҙә ситтә ҡалмай.
Бәләкәстәр өсөн “Күңелле фокустар менән дискотека”, “Оҫта әкиәтсе һәм зирәк йомаҡ сисеүсе”, “Сәләмәт тәндә – сәләмәт рух”, “Мин – оҫта рәссам”, “Йыр-моң илендә” исемле төрлө ҡыҙыҡлы саралар ойошторола, “Башҡорт халыҡ уйындары”нда бәләкәстәр зәңгәр экрандан яратып ҡараған “Сәңгелдәк” балалар тапшырыуы геройы Тыр-Тыр менән бергәләп ҡыуана, халҡыбыҙҙың төрлө хәрәкәтле уйындарында ҡатнаша.
Борон-борондан ата-бабаларыбыҙ, яҙғы сәсеү эштәрен тамамлағас, hабантуй байрамы уҙғарған. Баҡсабыҙҙа матур йолаға әйләнгән “Балалар һабантуйы”н ойоштороу ҙа быйылғы йәйҙең бер күркәм сараһы булды. Ул башланыр алдынан, йолаға ярашлы, балалар һебә тотоп, “Һабантуй” башҡорт халыҡ йыры оҙатыуында, төркөмдән төркөмгә йөрөп бүләктәр йыйҙы. Һабантуйыбыҙ кескәйҙәр өсөн ысынында оло тантанаға әйләнде. “Шатлыҡ” балалар баҡсаhы мөдире Айгөл Кәримова уңыштар, ҡаҙаныштар тураһында һөйләне һәм барыһын да байрам менән ҡотланы.
Үткән быуат илебеҙгә оло ҡайғы алып килде – Бөйөк Ватан һуғышы батырҙары онотолмай. Уның михнәттәре тураһында йәш быуын белеп үҫһен тигән маҡсаттан сығып, өлкән һәм мәктәпкә әҙерлек төркөмө балалары “Тарих бите. Бер кем дә онотолмай” видеоролигын ҡараны, һуғыш осоро йырҙарын тыңланы, шиғырҙар һөйләне. Кескәйҙәребеҙ үҙҙәренә бәхетле бала саҡ бүләк иткән ата-бабаларын бер минут тынлыҡ менән иҫкә алды һәм балалар баҡсаһы майҙансығындағы “Үлемһеҙ полк” парадында ҡатнашты. Төркөмдәр араһында “Күгәрсен – тыныслыҡ символы” балалар һүрәте конкурсы ойошторолдо.
“Яратҡан әкиәт геройҙары” көнөндә иһә малайҙар һәм ҡыҙҙар әкиәт батырҙарын иҫкә алып, әҫәрләнеп әкиәттәр һөйләй, “Баҡсасы көнө”, “Сәскә феяһында ҡунаҡта” көндәрендә майҙансыҡта күҙ яуын алып үҫкән сәскәләр менән таныша һәм уларҙы тәрбиәләү серҙәренә өйрәнә.
Һәр балаға дарыу үләндәрен урынлы ҡулланып, дауаланыу серҙәре, бал ҡорттарының һәм шифалы балдың файҙалы икәнлеген аңлатабыҙ. “Урал аръяғының йәшел ҡуласаһы”, “Ҡайынлыҡ”, “Ҡарағайлыҡ” сауҡалыҡтары, метеостанция, йәшелсә, еләк-емеш баҡсаһы тураһында ла мәғлүмәт еткерәбеҙ.
Ата-әсәләр менән берлектә төрлө тәжрибәләр эшләп, проект эштәре атҡара малай һәм ҡыҙҙар. Шул уҡ ваҡытта өйҙәрендә һәм балалар баҡсаһында хәүефһеҙлекте иҫкәртеү маҡсатында ла бик күп төрлө саралар ойошторола. Мәҫәлән, “Айыуҡай” һәм “Тирмәкәй” уртансылар төркөмөндә тәрбиәләнеүселәр “Хәүефле предметтар иле”нә сәйәхәт ҡыла.
Тирә-яҡтағы матурлыҡты күрһәтеү, туған телебеҙ – башҡорт теленә һөйөү тәрбиәләү, йәш быуындың сәләмәтлеген, хәүефһеҙлеген хәстәрләү, халҡыбыҙҙың күркәм йолаларын, ғөрөф-ғәҙәттәрен, йыр-моңон һеңдереү маҡсаты даими күҙ уңында тотола. Балалар башҡортса әкиәттәр тыңлай, йырҙар йырлай, бейей, шиғыр һөйләй, йомаҡтар сисә, ҡобайырҙар әйтә.