Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Ағасҡа йән өрә
Күңел йылыһы һалынған әйберҙәр күҙ яуын ала.

Өфө оҫтабикәһе Ирина Коробейникованың ҡулдарында ағас та йәнләнә. Ул яһаған битлектәрҙән, һындарҙан, уйынсыҡтарҙан, хатта йорт йыһазынан күңел йылыһы бөркөлгәндәй. Бының үҙенсәлеге эшкә тотонор алдынан ағасты махсус әҙерләүҙәлер, бәлки. Ирина Васильевна башта ағас менән һөйләшә, нимәлер эшләү өсөн унан рөхсәт һорай.

– Эште башҡарғанда бөтә күңелеңде һалаһың. Үҙ ҡулың менән яһалған әйбер сабыйың кеүек бик яҡынға әүерелә. Ағас менән һөйләшәм, ул миңә төпкөл үҙаңда яуап биргәндәй төҫлө. Тере, бөтәһен дә тоя бит ул. Борон ағасты киҫер алдынан ғибәҙәтханаға барып Хоҙай Тәғәләнән рөхсәт һорағандар. Унан һуң ағастан ғәфү үтенгәндәр, уға икенсе ғүмер, икенсе һулыш биреләсәген аңлатҡандар, һаҡ ҡына ҡағылғандар. Мин дә шулай итергә тырышам. Әйткәндәй, ағас менән бер ҡалыпҡа һалынһаң, эшем дә көйлө бара. Әйтерһең дә, үҙем түгел, ә башҡа берәү минең ҡулдар менән эш башҡара. Ашығып, ағас менән һөйләшмәһәм, бәйләнеш булдыра алмаһам, эшем ырамай, әйберем килеп сыҡмай, күңел йылыһын да тоймайым.

– Тимәк, Буратино тураһындағы әкиәттә лә бер аҙ хаҡлыҡ бар?

– Әлбиттә, бар. Эшләгән әйбергә йән инмәһә лә, бөтә күңелеңде һалһаң, унан ниндәйҙер ыңғай энергетика, изге нур һибелгәндәй. Әгәр ҙә “минән киткәнсә, эйәһенә еткәнсә” тип эшләһәң, был әйбергә күңел ятмай, уны өйҙә һаҡлағы ла килмәй, күргән һайын эсте бошора.
– Ағасты һырлау оҫталығын ҡасан үҙләштерҙегеҙ?

– 1979 йылда. Ҡасандыр Мәскәү эргәһендәге Богородск ағасты семәрләп биҙәү буйынса һөнәрселек училищеһын тамамлағайным. Ғөмүмән, һырланған ағас әйберҙәр бала саҡта уҡ оҡшай ине. Хәтеремдә, әсәйемә баллы мискә тотҡан ағас айыу бүләк иткәйнеләр. Һынды мөғжизәләй күреп: “Бындай матурлыҡты ҡулдан нисек эшләмәк кәрәк”, – тип уйлай торғайным. Өсөнсө класта һүрәт төшөрә, һыҙма менән мауыға, ағасты яндырып биҙәктәр яһай башланым. Һуңыраҡ семәрләүгә лә тотондом. Мәскәү янындағы ағасты һырлап биҙәү мәктәбен эҙләп таптым. Башҡортостанда ул заманда бындай уҡыу йорттары юҡ ине. IХ класты тамамлағас, шунда юлландым.

Уҡып сыҡтым да Өфөгә әйләнеп ҡайттым. Торонтаев, Кравчук менән ағастан семәрле йорт йыһаздары эшләнек. Хатта Алла Пугачева өсөн семәрле рам яһаныҡ. Оҫтахана Нижегородкала урынлашҡайны, йөрөүе алыҫ булды. Унан киттем. Лицейға, унан һуң колледжға, мәктәпкә уҡытырға саҡырҙылар. Сирек быуатҡа яҡын балалар менән эшләйем. Әле “Биктырыш” балалар ижады үҙәгендәмен. Утыҙ һигеҙ уҡыусы менән шөғөлләнем, оҫтахана ла бар. Йәй иһә лагерҙа түңәрәк ойошторам.

– Юлығыҙҙы дауам иткән уҡыусыларығыҙ байтаҡмы?

– Бер нисә уҡыусымдың ағасты семәрләү буйынса үҙ эшен асыуы тураһында беләм. Өфөлә был эш менән шөғөлләнеү еңел түгел. Күп көс һалырға тура килә, ә халыҡ быны аңлап етмәй, тейешенсә баһаламай. Оҫталар, нигеҙҙә, йорт йыһазы яһай, ҡайһы берәүҙәр һырлау, семәрләүҙән баш тарта, сөнки ҡиммәтле эш. Мәскәүҙә иһә был шөғөл менән аҡса табырға була. Унда сит ил кешеләре күп, ә улар ҡул хеҙмәтен баһалай белә. Күп кенә әүәлге студенттарым сиркәүҙәр ҡарамағындағы оҫтаханаларҙа эшләй. Мәҫәлән, Инорс биҫтәһендә. Уҡыусыларым менән осрашабыҙ, шылтыратышып торабыҙ. Улар миңә бик яҡын.

– Төрлө ағас менән эш итәһегеҙме?

– Юҡ, нигеҙҙә, уҫаҡ, ҡайын, ерек, күп осраҡта йүкә менән эшләйем, сөнки ул йомшаҡ, һығылмалы. Уны Нижегородканан һатып алам, ағасты киптереп алып киләләр.

– Эштәрегеҙҙе ҡайҙа һаҡлайһығыҙ?

– Улар миндә әллә ни күп түгел. Байтағын бүләк иттем. Өс ҡыҙым бар. Уларҙың дуҫтары бик күп. Әйберҙәремде бер ҡасан да һата белмәнем. Күңел йылыңды һалып эшләгән әйберҙе нисек һатаһың инде? Бәйгеләрҙә ҡатнашып, алдынғы урындарҙы яулаһам, эштәрҙе кире ҡайтармайҙар, ойоштороусыларҙа ҡала. Мәҫәлән, Подольскиҙа байтаҡ әйбер ҡалды – һырсыларҙың төп конкурстары тап шунда үтә. “Алтын ҡуллы оҫта” конкурсында ике тапҡыр беренсе урынды яуланым. Хәҙер “Рәсәй оҫталары менән данлы” тип аталған был бәйге биш йылға бер тапҡыр уҙғарыла. Унда “Селән”, “Өс айыу”, “Ҡарығыу осоро” тигән композицияларҙы ебәргәйнем. Бигерәк тә әкиәт тематикаһын үҙ итәм.

– Ҡыҙҙарығыҙ һеҙҙең эште дауам итәме?

– Уртансы ҡыҙым – рәссам-дизайнер. Колледжды ҡыҙыл диплом менән тамамланы. Уға биҙәү эше яҡыныраҡ. Ә ағасты семәрләү менән берәү ҙә шөғөлләнмәй. Ейәндәрем бар, әммә уларға һырлау менән шөғөлләнергә иртәрәк әле. Береһе һүрәт төшөрөргә ярата, киләсәктә ағасты семәрләү теләге лә тыуыр, бәлки.

– Нисә йәштән балаларҙы был шөғөлгә өйрәтә башлайһығыҙ?

– Ун-ун бер йәштән. Иртәрәк ярамай. Эштең үҙенсәлеген дә аңлап етмәйҙәр, көстәре лә самалы. Ә ағасты семәрләү өсөн байтаҡ көс кәрәк.
– Өйөгөҙҙә ниндәй эштәрегеҙ һаҡлана?

– Трельяж, өҫтәл, һырлы рамдар – уларҙы бер ниндәй хаҡҡа ла һатмаясаҡмын. Иң яратҡаным – көҙгө өсөн рам. Уның менән хатта һөйләшеп тә алам. Әле түңгәктән өҫтәл яһайым, икенсе йыл инде карауат, комод эшләйем. Ваҡыт еткереп булмай. Үҙемә әкиәттәге кеүек бүлмә яһау теләге бар. Ишектәргә кеҫәртке рәүешендә тотҡа ҡуйыр, стеналарҙы ағас менән көпләр инем.

– Ниндәй инструменттар ҡулланаһығыҙ?

– Ҡасау, бысаҡ, йоҡа тар бысҡы, наждак. Улар урынды ла күп алмай. Үҙемдең оҫтаханам булһа, семәрле йыһаз яһау өсөн станоктар ҡуйыр инем. Әле иһә сувенирҙар менән мауығам.

– Ағастан күпме әйбер эшләнегеҙ? Иҫәбенә сығып буламы?

– Һанағаным юҡ. Ғүмер буйы эшләгән әйберҙәрем менән пассажирҙар вагонын шығырым тултырырға булалыр, тип уйлайым.

– Эштә ниндәй алымды үҙ итәһегеҙ?

– Иң яҡын тема – Богородск семәре. Ул Рәсәйҙә иң ҡатмарлыһы тип һанала. Нигеҙенә риүәйәт, хикәйәт, әкиәттәр һалынған был биҙәк XVI быуатта барлыҡҡа килгән.

– Эшкәртеү барышында ағас үҙен нисек тота?

– Төрлөсә була. Ҡайһы саҡта уйлағаның урынына бөтөнләй икенсе нәмә килеп сыға. Миңә ағас үҙе үк әйтеп бирә. Бер ваҡыт ҡыҙ һынын эшләргә ниәтләгәйнем, ҡарайым – индеецҡа оҡшаған. Ахырҙа бик матур һын эшләп ҡуйҙым.

– Әйберҙәрҙең тышын нимә менән буяйһығыҙ?

– Уҡыусылар менән бергә яһаған әйберҙәрҙең бөтә етешһеҙлектәрен ҡаплау өсөн бер нисә ҡат нитролак һөртәбеҙ, ялтырап торһон өсөн, майлы лак ҡулланабыҙ. Ә үҙемдең эштәрҙе бысранмаһын, сит-ят еҫ һеңмәһен өсөн балауыҙ менән ҡаплайым. Кәрәк икән, морилка ҡулланам. Ошо рәүешле ағас тере килеш ҡала, һулыш ала. Әммә йыһазға лак һөртәм – ныҡлы була.


Автор: Елена КОЛОКОЛОВА әңгәмәләште


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Радий Хәбиров «Башҡортостан геройҙары»ның беренсе ағымын тамамлаусыларҙы ҡотланы

Радий Хәбиров «Башҡортостан геройҙары»ның беренсе ағымын тамамлаусыларҙы ҡотланы 15.09.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн Өфөлә республика етәксеһе Радий Хәбиров «Башҡортостан геройҙары» кадрҙар программаһының ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостанда һунарсыларға тәүлегенә бер ҡуян ауларға рөхсәт ителде

Башҡортостанда һунарсыларға тәүлегенә бер ҡуян ауларға рөхсәт ителде 15.09.2026 // Йәмғиәт

Экология министрлығы көҙгө миҙгел асылыуы тураһында иғлан итте....

Тотош уҡырға 0

Республикала балаларҙы уллыҡҡа алырға теләүселәрҙе иҫәпкә ҡуйыу тәртибе раҫланды
Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә 15.09.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡала үҙәгендәге иң тығыҙ участкаларҙың береһендә сикләү өс көн ғәмәлдә була. Водителдәргә урау ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө 14.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө...

Тотош уҡырға 0

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә