Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Беҙҙе арҡалы иткән атайҙар
Бөйөк Ватан һуғышы осоро йылдан-йыл алыҫлаша, ләкин дәһшәтле дәүер, яу ҡырҙарындағы ҡан ҡойош, ул килтергән яфалар һис кенә хәтерҙән сыҡмай, ас-яланғас быуын күҙ алдынан китмәй.

Ишембай районының Йәнырыҫ ауылында тыуып үҫкән олатайым Миңлезәки Закир улы Ғәлимов һуғыш башланған көндә үк, йәғни 1941 йылдың 22 июнендә яуға китә. Ул фин һуғышында ла ҡатнашҡан запастағы һалдат була. Өләсәйем Әсмә Минһаж ҡыҙы өс йәшлек балаһы менән ҡала. Бәхеттәренә күрә, 1942 йылда яраланып отпускыға ҡайтҡан олатайым 1943 йылдың 20 майында ҡабат фронтҡа киткәнсә атайым тыуып өлгөрә, ул ни бары 15 көнлөк булып ҡала. Ошо китеүенән башҡа тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайтырға насип булмай олатайға. “Хәбәрһеҙ юғалды” тигән ҡара ҡағыҙы ғына килә. Ул сапер булғанға күрә, минала шартлағандыр тип фараз итәбеҙ.

Колхозда эшләп, ике балаһын бер үҙе аяҡҡа баҫтыра өләсәй. 1938 йылда тыуған улы Зөфәр, урта мәктәпте тамамлағас, хәрби юлды һайлай, Совет Армияһы сафында 25 йыл офицер була. Түбәнге Тагил, Шадринск ҡалаларында хеҙмәт итә. Тормош иптәше Римма еңгәбеҙ ҙә (беҙҙең ауылдың иң сибәр ҡыҙҙарының береһе ул), офицер ҡатыны булараҡ, һалдат “һурпаһын” бергә татый. Сит тарафтарҙа йәшәнеләр, Айҙар исемле ул, Ғәлиә исемле ҡыҙ үҫтерҙеләр. Бөгөн иһә ейән-ейәнсәрҙәрен генә түгел, бүләләрен дә ҡулына алған бәхетле олатай-өләсәй улар.

Йылына бер тапҡыр ғына отпускыға ҡайтҡан Зөфәр ағайҙы түҙемһеҙлек менән көтөп алыуыбыҙ хәтеремдә. Уның сумаҙан тултырып ауылда булған бөтә туғандарыбыҙға күстәнәс, бала-сағаға кейем-һалым алып таратыуҙары… Бер саҡ ялға ҡайтҡан хәрби һалдат өйөбөҙгә килеп рәхмәт әйтеп китте. Зөфәр ағайым яҡташ һалдаттарҙы өйөнә алып ҡайтып ҡунаҡ иткән, ялға ҡайтарырға ла ярҙамлашҡан. Ауылыбыҙҙан сыҡҡан абруйлы кешеләр араһында уның исеме булмауы ғына бер аҙ кәйефте ҡыра, сөнки ул бөтә булмышы менән хәтерҙә ҡалырға лайыҡлы кеше, тип иҫәпләйем мин.
Атайыма килгәндә инде, ул – Ғаяз Миңлезәки улы Ғәлимов – 1943 йылда тыуып, атаһын бөтөнләй күрмәй үҫкән һуғыш балаларының береһе. Шулай ҙа бик тырыш булған, яҡшы уҡыған. Урта мәктәптән һуң Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтының математика факультетына инә. Тик уны тамамларға насип булмай. Әсәһен, өләсәһен ҡарар өсөн, уҡыуын ташлап, уҡытырға эшкә ебәрелә. Математика, физика уҡытыусыһы, завуч, бәләкәй ауылда мәктәп директоры ла була. Башҡа өлкәләрҙә лә намыҫлы хеҙмәт итә.

Ә инде Ишембайға күсеп килгәс мастер, слесарь булып эшләп хаҡлы ялға сыҡты. Әйткәндәй, Ишембай районының Ғүмәр ауылында уҡытып йөрөгән сағында әсәйебеҙ Зәйнәп Ғүмәр ҡыҙы Ильясоваға өйләнә. Улар беҙҙе, мине, һеңлем, ҡустымды, тәрбиәләп үҫтереп, уҡытып кеше итте. Һеңлем Рита медицина училищеһын тамамланы, Ишембай ҡала дауаханаһының кардиология бүлегендә абруйлы, юғары категориялы массажистка. Ҡустым Ильяс Ишембайҙа нефть техникумын тамамлап, электрик һөнәрен үҙләштерҙе. Хеҙмәт юлын мастер булып башланы, әле тәжрибәле электрик.

Үҙемә килгәндә, атайымдың юлынан китеп, Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтының филология факультетын тамамланым, мәктәптә, педагогия училищеһында уҡытыусы булып эшләнем, 1995 йылдан алып яҙмышымды “Ашҡаҙар” гәзите менән бәйләнем. Башҡортостан һәм Рәсәй Журналистар союздары, Башҡортостан һәм Рәсәй Яҙыусылар союздары ағзаһымын. Өс китабым донъя күрҙе, байтаҡ уңышҡа өлгәштем. Уңыштарымда атай-әсәйемдең өлөшө ифрат ҙур, сөнки улар мине бер ваҡытта ла ярҙамдарынан ташламаны, бөгөнгә тиклем миңә, ике балама терәк булып тора.

Быйыл атайыма 75, уның ағаһы Зөфәр Миңлезәки улына (әле ул Өфө ҡалаһында йәшәй) 80 йәш тулды. Улар тиҫтерҙәре менән бергә тормоштоң бар михнәтен кисереп, ауырлыҡтарҙы еңгән меңәрләгән совет балалары иҫәбендә. Икеһе лә – матур ғаилә ҡороп, матур балалар үҫтереп, беҙҙе арҡалы иткән өлгөлө атайҙар. Бөгөн беҙ улар менән ысын мәғәнәһендә ғорурланабыҙ һәм рәхмәт әйтәбеҙ. Йәшләй генә мәрхәмәтһеҙ һуғыш ҡорбаны булған олатайыбыҙ Миңлезәки Закир улы Ғәлимовтың яҡты рухы күңелдәребеҙҙә мәңге йәшәй. Ул ҡалдырған йәшәү шәме мәңге һүнмәй, балаларында, ейән-ейәнсәрҙәрендә, бүләләрендә дауам итә, яҡты хәтер менән быуындан быуынға күсә.


Автор: Римма ҒӘЛИМОВА Район: Стәрлетамаҡ ҡалаһы


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Республикала бер ир балаһына 1 миллион һум түләмәйенсә ҡасҡан
Республикала Дәүләт автоинспекцияһының махсус операцияһы башланды
Башҡортостанда ағасты йәшен атып сәрпәкләгән
Биш йыл балаһы булмаған яҡташыбыҙ 11 сабыйға ғүмер бүләк иткән

Биш йыл балаһы булмаған яҡташыбыҙ 11 сабыйға ғүмер бүләк иткән 13.05.2026 // Йәмғиәт

Бөрйән районынан күп балалы әсә Эльвира Фәхрийәнованың һоҡланғыс ғаиләһе хаҡында бәйән итмәксебеҙ....

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда һауа +28° тиклем йылына
Башҡортостан тарихы дәреслегенә «Башинформ» агентлығы тураһында мәғлүмәт  индерелде

Башҡортостан тарихы дәреслегенә «Башинформ» агентлығы тураһында мәғлүмәт индерелде 12.05.2026 // Йәмғиәт

Дәреслектең электрон версияһын Башҡортостандың Мәғариф министрлығы сайтынан күсереп алырға мөмкин....

Тотош уҡырға 1

Өфө аэропорты рейстарҙың тотҡарланыуы хаҡында иҫкәртте

Өфө аэропорты рейстарҙың тотҡарланыуы хаҡында иҫкәртте 12.05.2026 // Йәмғиәт

Быға пилотһыҙ хәүеф режимы индерелеүе сәбәпсе....

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда Константин Толкачевтың хәтере мәңгеләштерелә

Башҡортостанда Константин Толкачевтың хәтере мәңгеләштерелә 12.05.2026 // Йәмғиәт

Константин Толкачев оҙайлы ҡаты ауырыуҙан һуң 74-се йәшендә арабыҙҙан китте....

Тотош уҡырға 1

Өфөлә Еңеү көнө айҡанлы тантаналы йыйылыш бара

Өфөлә Еңеү көнө айҡанлы тантаналы йыйылыш бара 08.05.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә Еңеү көнө айҡанлы тантаналы йыйылыш бара...

Тотош уҡырға 2

Еңеү көнө алдынан баш ҡалала хәрби техника күргәҙмәһе асылды

Еңеү көнө алдынан баш ҡалала хәрби техника күргәҙмәһе асылды 08.05.2026 // Йәмғиәт

Күргәҙмә 8 һәм 9 майҙа байрам саралары тамамланғансы эшләй....

Тотош уҡырға 3

Өфөнөң Совет майҙанында өсөнсө тапҡыр «Еңеү вальсы» акцияһы үтте

Өфөнөң Совет майҙанында өсөнсө тапҡыр «Еңеү вальсы» акцияһы үтте 08.05.2026 // Йәмғиәт

Өфөнөң Совет майҙанында өсөнсө тапҡыр «Еңеү вальсы» акцияһы үтте...

Тотош уҡырға 3

Аҙна һуңында Ерҙә геомагнит әүҙемлек көсәйә

Аҙна һуңында Ерҙә геомагнит әүҙемлек көсәйә 08.05.2026 // Йәмғиәт

Аҙна һуңында Ерҙә геомагнит әүҙемлек көсәйә...

Тотош уҡырға 2


Комментарий өҫтәргә