Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Рөстәм Хәмитов: “Тыуған төбәктең яҙмышы өсөн беҙ яуаплы”
Өфөләге “Башҡортостан” дәүләт концерт залында Республика көнөнә арналған тантаналы йыйылышта төбәк Башлығы Рөстәм Хәмитов яҡташтарыбыҙҙы оло байрам менән ҡотланы.

Электән килгән матур йола буйынса күренекле ваҡиға алдынан башҡарылған эштәргә йомғаҡ яһалды, республика хеҙмәтсәндәренең ҡаҙаныштары билдәләнде. Ил яҙмышын күп яҡлап хәл иткән быйылғы йылда республика иҡтисадының тотороҡло үҫешен күҙәттек. Хәҙер тулайым төбәк продукты 1,5 триллион һум тәшкил итә. Бюджет системаһының тотороҡлоғо, һалым сәйәсәтенең тәьҫирлеге буйынса ла алдынғылар рәтендәбеҙ.



— Тупланған бюджет килеме һигеҙ айҙа 160 миллиард һумға тиерлек етте, был үткән йылдағы кимәлдән 30 процентҡа юғары, — тине Рөстәм Хәмитов. — Бындай ыңғай үҫеш бөтә социаль йөкләмәләрҙе үтәргә, иҡтисад тармаҡтарын субсидиялар менән тулы кимәлдә тәьмин итергә, муниципалитеттарға таяныс булырға мөмкинлек бирә.

Республика Башлығы әйтеүенсә, һигеҙ ай эсендә төбәк ойошмаларының тауар һәм хеҙмәттәр күләме 12 процентҡа тиерлек артҡан, транспорттағы йөк әйләнеше яҡшырған. Инвестиция сәйәсәтенең уңышлы алып барылыуы һуңғы ике йылда моноҡалалар иҡтисадына 27 миллиард һум аҡса йәлеп итергә мөмкинлек биргән, өҫтәүенә 10 меңдән ашыу яңы эш урындары барлыҡҡа килгән. Әле “Газпром нефтехим Салауат” майҙансыҡтарында миллиардтарса һумдарға төшкән проекттарҙы тормошҡа ашырыу дауам итә. Бөтәһен дә телгә алып тормайынса, бары киләһе йылда илдә тәүге суперабсорбент производствоһының тап ошонда төҙөләсәген әйтеп китеү ҙә урынлы булыр.

Йылдан-йыл агросәнәғәт комплексының аҙымдары баҙыҡлана, уңыштары тосораҡ була бара. Быйыл иген уңышының өс миллион тоннанан артыуы ватандаштарыбыҙҙы һөйөндөрҙө, эре проекттарҙың тормошҡа ашырылыуы, мәҫәлән, Ауырғазы районында өс миллиард һумлыҡ һөтсөлөк комплексының төҙөлөүе, киләсәккә ышанысты арттыра.

Торлаҡ төҙөү күләме буйынса Башҡортостан һуңғы биш йылда иң алдынғы төбәктәр рәтендә. Бюджеттың 80 процентҡа яҡын өлөшө йыл һайын социаль мәсьәләләрҙе үтәүгә йүнәлтелә. Төбәк етәксеһе әйтеүенсә, Рәсәй Президентының бюджет өлкәһе хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡын арттырыуға ҡағылған “май” указдары тулыһынса үтәлгән. Бөгөн республикала уртаса айлыҡ эш хаҡының 32 мең һумдан ашыуы, ә хеҙмәткә түләүҙең минималь күләме йәшәү минимумы менән тиңләшеүе тормош сифатының яҡшыра барыуына ишаралай.

— Былтыр республиканың социаль өлкәһенә 43,5 миллиард һум һалынды. Уның күләме буйынса беҙ илдә — һигеҙенсе һәм Волга буйы федераль округында — беренсе, — тип белдерҙе Рөстәм Хәмитов.

Һаулыҡ һаҡлау тармағын үҫтереү стратегик бурыстар рәтендә. Уның матди-техник базаһын нығытыу өҙлөкһөҙ дауам итеүенә ҡарамаҫтан, был тәңгәлдә тормошҡа ашыраһы эштәр ҙә байтаҡ. Демографик хәлдең тотороҡланыуы, ҡайһы бер социаль әһәмиәтле сирҙәр буйынса үлем осраҡтарының кәмеүе күҙәтелә. Көтөлгән ғүмер оҙайлылығы 72 йыл тәшкил итте.

Төбәк Башлығы мәҙәниәт, туризм һәм спорт өлкәһендәге ҡаҙаныштарҙы, яҡшы башланғыстарҙы барлағандан һуң йыйылышта ҡатнашыусыларҙың иғтибарын алдағы йылда билдәләнәсәк тарихи ваҡиғаға йүнәлтте.

— Киләһе йыл беҙҙең өсөн тарихи ваҡиға — республика төҙөлөүенең 100 йыллығы билдәләнә. Был дата бөтәбеҙгә ҡәҙерле. Уның беҙҙең йәмғиәтебеҙҙе тағы ла нығыраҡ тупларына, бай традицияларыбыҙға таянып, яңы офоҡтарға ҡыйыуыраҡ йүнәлергә ярҙам итеренә ышанам, — тип белдерҙе Рөстәм Зәки улы.

Эйе, 2019 йыл иҫтәлекле ваҡиғалары, күркәм юбилейҙары, матур саралары менән халҡыбыҙҙы ҡыуандырасаҡ әле: Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең, М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрының бер быуатлыҡ юбилейҙары, Фәйзи Ғәскәров исемендәге халыҡ бейеүҙәре ансамбленең 80 йыллығы һәм башҡа мөһим байрамдар тарихта яңы биттәр ҡалдырасаҡ.

— Беҙҙең дөйөм маҡсатыбыҙ бер: Башҡортостандың һәм уның күп милләтле халҡының сәскә атыуы. Республикала йәшәгән һәр кем — уның өмөтө һәм терәге. Беҙгә бергә ныҡлы заманса иҡтисад төҙөүҙе, ҡала һәм ауылдарҙа тормош сифатын күтәреүҙе, талантлы йәштәрҙе үҫтереүҙе, яҡшы традицияларҙы, тыныслыҡты һәм халыҡтар араһындағы татыулыҡты һаҡлауҙы дауам итергә кәрәк, — тип белдерҙе Рөстәм Хәмитов.


Автор: Динә АРЫҪЛАНОВА Фото: Динар Кәлимуллин


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Республикала етем бала статусына эйә булған МХО-ла ҡатнашыусыларға сираттан тыш торлаҡ бирелә

Республикала етем бала статусына эйә булған МХО-ла ҡатнашыусыларға сираттан тыш торлаҡ бирелә 23.04.2026 // Йәмғиәт

Республикала етем бала статусына эйә булған МХО-ла ҡатнашыусыларға сираттан тыш торлаҡ бирелә...

Тотош уҡырға 0

Башҡортостанда яңы һөнәри байрам булдырылды

Башҡортостанда яңы һөнәри байрам булдырылды 23.04.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда яңы һөнәри байрам булдырылды...

Тотош уҡырға 0

Республикаға ҡасан йылы көндәр килә

Республикаға ҡасан йылы көндәр килә 23.04.2026 // Йәмғиәт

Республикаға ҡасан йылы көндәр килә...

Тотош уҡырға 1

Өс яҡташыбыҙ лотереяла ҙур сумма аҡса отҡан

Өс яҡташыбыҙ лотереяла ҙур сумма аҡса отҡан 23.04.2026 // Йәмғиәт

Өс яҡташыбыҙ лотереяла ҙур сумма аҡса отҡан...

Тотош уҡырға 1

Баш ҡалала 16-сы гимназияны һаҡлаған шәхси предприятиеның эше туҡтатылды

Баш ҡалала 16-сы гимназияны һаҡлаған шәхси предприятиеның эше туҡтатылды 22.04.2026 // Йәмғиәт

2026 йылдың 3 февралендә был мәктәптә ғәҙәттән тыш хәл теркәлде – үҫмер үҙенең класташтарына ......

Тотош уҡырға 1

Республика етәксеһе 9 майҙа «Үлемһеҙ полк»ты һәм Парадты үткәреү тураһында һөйләне

Республика етәксеһе 9 майҙа «Үлемһеҙ полк»ты һәм Парадты үткәреү тураһында һөйләне 22.04.2026 // Йәмғиәт

Республика етәксеһе 9 майҙа «Үлемһеҙ полк»ты һәм Парадты үткәреү тураһында һөйләне...

Тотош уҡырға 2

Башҡорт йырсыһы Элвин Грей концертта өс йәшлек ҡыҙ менән йырлаған

Башҡорт йырсыһы Элвин Грей концертта өс йәшлек ҡыҙ менән йырлаған 22.04.2026 // Йәмғиәт

Башҡорт йырсыһы Элвин Грей концертта өс йәшлек ҡыҙ менән йырлаған...

Тотош уҡырға 1

Башҡорт диктанты 400 меңдән ашыу кешене берләштергән

Башҡорт диктанты 400 меңдән ашыу кешене берләштергән 22.04.2026 // Йәмғиәт

Башҡорт диктанты 400 меңдән ашыу кешене берләштергән...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда сәсеү башланды

Башҡортостанда сәсеү башланды 22.04.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда сәсеү башланды...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан Башлығы Бөтә Рәсәй уҡыусылар олимпиадаһы еңеүселәрен дәртләндерергә ҡушты
Башҡортостанда ҡар яуыуы һәм боҙлауыҡ булыуы көтөлә

Башҡортостанда ҡар яуыуы һәм боҙлауыҡ булыуы көтөлә 21.04.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда ҡар яуыуы һәм боҙлауыҡ булыуы көтөлә...

Тотош уҡырға 2

Республикала ветеран уҡытыусы Абдрахман Абдуллин 95 йәшен билдәләне

Республикала ветеран уҡытыусы Абдрахман Абдуллин 95 йәшен билдәләне 21.04.2026 // Йәмғиәт

Республикала ветеран уҡытыусы Абдрахман Абдуллин 95 йәшен билдәләне...

Тотош уҡырға 1


Комментарий өҫтәргә