Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Аҫыл ғына ирҙәр, матур ерҙәр...
Аҫыл ғына ирҙәр, матур ерҙәр...Ай-һай, алыҫ Өфө менән Әбйәлил араһы! Был хәтлем юлды элегерәк ат менән, йәйәүләп нисек үткәндәрҙер, хәҙер иһә һәйбәт машина ла тәнде, йәнде ҡалдырмай. Архангел, Белорет тарафтарындағы тауҙарҙы ҡыҙырып, туғыҙ артылыш, туҡһан боролош үтеп килә торғас, ниһайәт, Абҙаҡ тирәһендә иркенгә килеп сығаһың. Һулда ҡалған Көркәк тауы, уңда, Ҡырҡты һыртында, суҡайып ултырған Ҡушай сусағы — тауҙар иле менән дала сигендәге ҡарауыл һымаҡ. Ошо тирәләге Ташбулат, Бикҡол, Күсем, Мораҡай ауылдары ла арҡаларын урманлы тауҙарға терәһә, тәҙрәләре менән гәлсәр күлдәргә, ҡылғанлы далаларға ҡарай. Тау, урман, дала Башҡортостандың һәр төбәгенә тиерлек хас мөхит булһа, күлдәр — ошо тауҙарҙың бәрхәт итәктәренә һибелгән көмөш тәңкә лә, һылыуҙар һәр саҡ ҡарап алыр көҙгө лә, Ер-әсәнең күккә баҡҡан күҙе лә. Ташбулат, күсемдәр, һәр хәлдә, йәйен-ҡышын шул күлдәрҙе теленән төшөрмәй, хатта уға табынып, илаһи ҡөҙрәт биреп йәшәй һымаҡ.
Күл тип йән атып ҡайтһам да, һүҙгә йомарт Зөһрә күршем миңә “һыу баҡаһы” тигән маҡтаулы исем бирһә лә, Ҡарабалыҡтыға Нәҡип ағай Билаловтан да мөкиббән киткән кеше юҡтыр ул. Мөғәллим, хәҙер инде мәрхүм Шаһиғәлләм Усманов ағайҙы иҫәпкә алмаған хәлдә, әлбиттә.
Ташбулаттың үҙәк урамынан үтә биреп, һулға ҡайырылып, ҡайынлыҡ ышыҡлаған Ҡарабалыҡтыға яҡынлашыу менән күл өҫтөнән — кәмәне, яр ситендә алға эйелә төшкән дәү кешене эҙләй башлайым. Һуңғы мәлдәрҙә “адмирал” һыуҙа ла, ярҙа ла һирәгерәк күренә, һәм был хәл мине уйға һала. Ни тимә, яратып һәм күтәреп, гел күлдә кәмәлә йөрөгәнгә күрә “адмирал” тип йөрөткән Нәҡип Билалов ағайым һикһәнен теүәлләне. Тәбиғи, уҫлаптай кәүҙәле, шағир әйтмешләй, баҫҡан ерендә ташты илатырлыҡ ир-арыҫландың ғүмере кәмәлә сайҡалып үткәндер, тип уйлау төптө хата булыр ине. Күрә-ишетә йөрөүемсә, ул һаман да ер һәм шуның менән көн итеүселәрҙең яҙмышы өсөн көйә лә, хакимдар менән бәхәскә лә инә, әүҙем хужалыҡ эшмәкәрлеге замандарынан ҡалған осмот нервыларын “яндыра”.
Мин Айыуһаҙыла тыуып, Күсемдә йәшәп, Ташбулатта эшләй башлаған ҡыҙға өйләнеп, ошо төбәктә ҡәҙерле кейәү булып йөрөй башлағанда, Нәҡип Билалов Октябрҙең 40 йыллығы исемендәге колхозда рәйеслек итә ине. Талиплыҡтан кисә генә айырылған һәр кемгә вазифалағы кеше оло күренәлер. Хәҙер, самалап ҡараһаң, йәш арабыҙ туғыҙ йылға ла тулмай икән. Ә ул саҡ!.. Ташбулаттың үҙәк тип һаналған Ленин урамында бөрмә башлы, асыҡ болдорло, екке аттарҙы индереп яба торған һарайлы бер йортҡа колхоз идараһы килеп һыйынған. “Һыйынған” тиеүем шунан, иркен генә бер бүлмәлә рәйес үҙе лә, иҫәп-хисапсылар ҙа ултыра. Диуарҙарына тәмәке төтөнө ғүмерлеккә һеңгән бүлмәне ағайҙар таң һарыһынан эңергә тиклем ыҫлай. “Октябрҙең 40 йыллығы” тигән сәйәси-патриотик исемде йөрөтөүсе хужалыҡтың штаб-фатиры ла, нервылар төйнәлеше лә, хакимлыҡ органы ла — ошо бүлмәлә. Ишеккә ҡаршы өҫтәл артында һирәк-һаяҡ күренеп ҡала торған 33–35 йәштәр самаһындағы ғәййәр ир — колхоз хужаһы Нәҡип Ғалип улы Билалов.
Әйткәндәй, Ташбулаттағы колхоз рәйестәренең Билаловтан алдағыларын да йә ишетеп, йә күреп ҡалдым. Беҙҙең яҡтарҙа ҡатын-ҡыҙҙарҙан хужалыҡ етәкселәре һирәк булғас, Зәкирә апай Һаҙыева хәтерҙә нығыраҡ ҡалған. Матур кырандасҡа аҫау айғыр егеп йөрөр, талапсан да, ғәҙел дә, егәрле лә хужабикә булған ул. Абдулла ағай Солтанов “40 йыллыҡ”та бигүк тотҡарланмаған, райкомға үрләткәндәр. Ағайҙың миңә телефон трубкаһын һул ҡулына тотоп, уң ҡулы менән түшәмгә төртөп күрһәтә-күрһәтә һөйләшеү ғәҙәте мәрәкә күренә торғайны. Был, бәлки, әңгәмәләшенә ул еткергән хәбәрҙең юғарынан төшөүсе әмер икәнлегенә ишара булғандыр?
Хәҙерге етәкселәр баҡсаһына таш түгел, ҡом бөртөгө ташларға ла йөрьәт итмәйем, әммә Нәҡип ағай Билалов колхозды етәкләгән йылдарҙа хужалыҡтарға баш булып Миңнислам Мирсаяпов, Иван Суворов, Азат Хәйеров, Георгий Орлов, Хәмит Балдашов, Алексей Ишутин, Исмәғил Дәминдәров, Исаак Пеннер, Ғилмишәриф Ғәлин кеүек донъя күргән, кеше һәм мөлкәт ҡәҙерен белгән ир-арыҫландар эшләне. Үҙ ғүмеремдә төрлө районда һәм төрлө замандарҙа колхоз, совхоз етәкселәренең бик данлыларын күрҙем. Һәм ошо атаҡлылар араһында юғарыла телгә алынған йәки уйымда ғына ҡалған яҡташтарым көр күңел һәм ғорур ҡиәфәт менән йөрөр ине.
Ул саҡтағы колхоз рәйестәре һәм совхоз директорҙары араһында Нәҡип Билалов иң йәше булғандыр. Алтмышынсы-етмешенсе йылдар — дәүләттең ауылға илтифаты бер ни ҡәҙәр артыуы арҡаһында — колхоз-совхоздарҙың иҡтисады ярайһы ғына нығынған осор. Колхозсылар ҙа инде “труддень” тигән таяҡ хаҡына эшләмәй, кеҫәгә ысын аҡса инә башланы. Билаловтың хужалығына инеүсе Ташбулат, Бикҡол, Ниязғол, Теләш, Күсем ауылдарында һыйыр малы ла, кәзә-һарыҡ та, сусҡа ла, йылҡы ла, тауыҡ та бар. Терлектең һәр төрөнә үҙенә ҡулайлы ҡураһы ла, аҙығы ла, һыулар һыуы ла кәрәк. Иҡтисад мәсьәләһе яҡшыра барҙы тиһәк тә, үҙең теләгәнсә мал торлағы төҙөү, клуб-фәлән тураһында ҡайғыртыу барыбер ауырыраҡ. Дөрөҫөрәге — мәшәҡәтлерәк, сөнки мәктәп йә клуб күтәреп ҡуям тиһәң дә Өфө юлын таҡырайтырға тура килә. Хатта Мәскәү барып урайһың.
Билалов был мәсьәләләрҙә тәүәккәл дә, әрһеҙ ҙә булды. Рәсми рәүештә, район етәкселәре аша, төҙөлөш, техника йәһәтенән Өфөгә лә тынғылыҡ бирмәне, эргәлә генә төтәп ятыусы Магнитогорск ҡалаһы хужалары менән дә уртаҡ тел тапты. Октябрҙең 40 йыллығы исемендәге колхозға Тәңре уңдырышлы ерҙәрҙән бүтән, бер юлы дүрт-биш күл, һоҡланып туймаҫлыҡ тәбиғәт бүләк иткән. Ә башлы хужа гүзәллекте лә матди файҙа алыуға егә белергә тейеш. Һәр хәлдә, Билалов күрше бай ҡаланың мөмкинлектәрен колхоз арбаһына оҫта “егә” торғайны.
Ташбулат тирәләрендә, әлбиттә, элекке “Урал”, “Красная Башкирия”, “Йәнгел” совхоздарындағы һымаҡ сиге офоҡҡа барып олғашҡан һөрөнтө ерҙәр юҡ. Шулай ҙа алты-ете мең гектар майҙанды һөрөп эшкәртеүе лә ул замандағы техника өсөн оло мәшәҡәт ине. Тау битләүҙәрендә ҡара тупраҡ йоҡараҡ булһа ла, Аналыҡ буйында, Үләнде күле тирәләй ашлыҡ та, мал аҙығы культуралары ла йылдың-йылы уңа килә. Сөнки Билаловтың хужалыҡты алып барыуҙа белдекле арҡаҙаштары бар. Шәриф ағай Бикйәнов — баш агроном. Юғары белеме юҡлыҡты бай тәжрибә, кәңәшләшеп эшләүе генә һиҙҙермәй. Баш зоотехник бурысын ифрат тырыш, күңелен фәҡәт эшкә һалған Мәхмүт Данияров башҡара. Ветеринария хеҙмәте өсөн Йомор ағай Атауллин яуаплы. Әйткәндәй, Йомор Әүәл улы һүрәт төшөрөү менән дә мауыҡты һәм бай ғына ижади мираҫ та ҡалдырҙы.
Хәҙергесә әйткәндә, Нәҡип Ғалип улы эшендә ныҡлы командаға таянды, сөнки ни ҡәҙәре генә егәрле һәм йүнсел булма, һәр эшкә үҙең генә тотоноу мөмкин түгел. Ярамай ҙа. Эргәңдәгеләргә ышаныу уларҙы күтәреп ебәрә. Икенсенән, “үҙем” тип эшләһәң, бер эштең дә аҙағына сыға алмайһың.
Нәҡип Ғалип улы колхозға ун һигеҙ йыл етәкселек итте. Һәр көн таң һарыһынан башланып, ялын да, байрамын да белмәгән эш өсөн ун һигеҙ йыл — үҙе бер ғүмер. Рәйеслектең Билалов өсөн өҫтәлмә ауырлығы ла булды, сөнки ошо ара кешеләре — Ташбулатта ярты ауыл. Ә туғандарың араһында түрә булып йөрөү — ифрат сетерекле хәл. Ауыл ерендә имеш-мимеште, булыр-булмаҫ хәбәрҙәрҙе таратырға әүәҫ кешеләр байтаҡ. Ошондай шарттарҙа исемеңде юғары тотоу өсөн намыҫлы кеше булыу ғына етмәй, дипломат оҫталығы ла кәрәк.
Билалов осоронда колхоздың нисегерәк эшләүе тураһында ниндәйҙер һандар килтереү ҙә һөждә түгел. Ағайҙың ҡәҙергә кейә торған пинжәгендә ордендар ҙа, миҙалдар ҙа, уңғанлыҡтың бүтән билдәләре лә балҡып тора. Ә һуң Маҡтау ҡағыҙҙары, дипломдар? Ахыр килеп, “Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре” тигән юғары исем... Нәҡип ағайҙар донъя йөгөн төпкә егелеп тартҡанда, беҙ мисәүҙә генә йөрөгән йылдарҙа ордендар, исемдәр услап таратылмай, һорап йә һатып алынмай торғайны. Унан ары, Билалов, Орлов, Мирсаяпов дәрәжәһендәге кешеләрҙең һәр төрлө шартлы нәмәләргә илтифаты ла булмағандыр.
Ғүмерҙең үтеүе... “Һикһән, һиңә ни ҡылдым? Маңлайҙағы күҙҙе алдың, бурбайҙағы биҙҙе алдың!” — тигән лаҡабый һүҙ йөрөһә лә, Нәҡип ағай, шөкөр әле, ошо тирәгә хөкөмдар, күҙ-ҡолаҡ булып йөрөй. Тирә-йүндә арҡаҙаш-ауылдаштары Шәриф Бикйәнов, Йомор Атауллин, Мәхмүт Данировтың булмауы, әлбиттә, эсте бошора. Күсем ауылына юлы төшһә, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Ғүмәр Ғилман улы Ғилманов юҡ. Ауылда ул ойошторған мемориаль музей данлыҡлы батыр, генерал Кусимовты хәтерләтеп ултыра. Ташбулатта һуғышта ҡатнашҡандарҙан иң һуңғы Сабур ағай Хөшәмов, ҡарауһыҙ ҡалып, өйҙән сыға алмай ята. Эргәһендә һылыулығын һис юймаған Ҡәдимәһе, балалары, ейәндәре булмаһа, әлеге юғалтыуҙарҙан һуң Билалов ни хәл ҡылыр ине икән?
...Ошо көндәрҙә уның Теләк тауы итәгенә һалынған йорто гөж килеп торасаҡ. Кесерәк һабантуй инде ул — ғүмереңдең түңәрәк бер мәле. Сейәлетау аръяғынан күтәрелгән ҡояш, Ҡараңғылыҡ түбәһенә, Ҡырҡты яғына шылырға ашыҡмай, берсә күлгә, берсә Билаловтар тәҙрәһенә ҡарап, был тирәлә оҙаҡ торор ул. Хәйер, көн яҡтыһынан кем ялҡҡан?
Марсель ҠОТЛОҒӘЛЛӘМОВ.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Радий Хәбиров «Башҡортостан геройҙары»ның беренсе ағымын тамамлаусыларҙы ҡотланы

Радий Хәбиров «Башҡортостан геройҙары»ның беренсе ағымын тамамлаусыларҙы ҡотланы 15.09.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн Өфөлә республика етәксеһе Радий Хәбиров «Башҡортостан геройҙары» кадрҙар программаһының ......

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда һунарсыларға тәүлегенә бер ҡуян ауларға рөхсәт ителде

Башҡортостанда һунарсыларға тәүлегенә бер ҡуян ауларға рөхсәт ителде 15.09.2026 // Йәмғиәт

Экология министрлығы көҙгө миҙгел асылыуы тураһында иғлан итте....

Тотош уҡырға 1

Республикала балаларҙы уллыҡҡа алырға теләүселәрҙе иҫәпкә ҡуйыу тәртибе раҫланды
Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә 15.09.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡала үҙәгендәге иң тығыҙ участкаларҙың береһендә сикләү өс көн ғәмәлдә була. Водителдәргә урау ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 1

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 1

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө 14.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө...

Тотош уҡырға 1

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 1

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә