Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Һиҙҙермәй генә килеп етеүе бар…
Көҙҙөң “бүләге” хаҡында онотмайыҡ

Сентябрь ҡояшы йылыһын йәлләмәһә лә, иртәнге һалҡын яйлап ҡына көҙҙөң хакимлыҡ итеүенә ишаралай. Ә беҙ беләбеҙ: һыуыҡ төшөү менән бала-саға йүтәлләй, танау тартып, мышҡылдай башлай, өлкәндәр ҙә был осорҙа киң тарала барған киҫкен респиратор вируслы сирҙәргә тиҙ бирешә. Бер беҙҙә генә түгел, бөтә планетала хәл шундай. Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте биргән материалдарға, табиптарҙың кәңәшенә таянып, уҡыусыларыбыҙҙы киҙеү (грипп) сиренән нисек һаҡланыу саралары менән таныштырмаҡсыбыҙ.

Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте бүлеге мөдире Айгөл Абдуллина әйтеүенсә, тап ошо осорҙа сирҙе иҫкәртеү сараларын күрә башлау хәйерле. “Беҙ ошо йүнәлештә эш башланыҡ та инде, халыҡ араһында сирҙе иҫкәртеүҙә иң тәьҫирле сара булған вакцинациялауҙың ыңғай яҡтарын аңлатабыҙ, өҙлөгөүҙәргә юл ҡуймау өсөн уны ҡасан, ҡайҙа яһатыу тураһында белешмә бирәбеҙ”, – тине бүлек мөдире.

Киҙеүҙән нисек һаҡланырға?

Киҙеү ҙә, респиратор сирҙәр ҙә бер үк төрлө башлана: температура юғары күтәрелә, хәлһеҙлек, тымау тейеүе йәнгә тейә, йүтәл йонсота. Әммә киҙеү йоғошло вируслы сирҙәрҙән ауыр үтеүе, өҙлөгөү­ҙәргә – бронхит, үпкә шеше, отит, синусит сирҙәренә юлыҡтырыу ихтималлығы менән айырыла.

Киҙеү айырыуса оло йәштәгеләр өсөн хәүефле, сөнки өлкәнәйеү менән иммунитет ҡаҡшай, хроник сирҙәрҙең етди өҙлөгөүҙәргә дусар итеү ҡурҡынысы бар. Йыл һайын киҙеү менән һәр өсөнсө-бишенсе бала сирләй, ә өлкәндәрҙең һәр бишенсе-унынсыһы. Бәләкәй балалар өсөн киҙеүҙең бөтә вирустары ла яңы, шуға күрә улар айырыуса ҡаты ауырый, оҙайлы дауалау талап ителә. Эпидемия осоронда иң йыш сиргә бирешкәндәр – балалар һәм йәштәр. Айырыуса хәүефле төркөмгә яңы тыуған сабыйҙар, ике йәшкә тиклемге балалар, ауырлы ҡатындар, тын алыу органдары патологиялары, йөрәк-ҡан тамырҙары, матдәләр алмашыныуы боҙолоуы, бауыр, ҡан сирҙәре менән яфаланыусылар һәм 65 йәштән өлкәнерәктәр инә. Әйтеүебеҙсә, киҙеүҙең хәүефлелеге сирҙең ауыр үтеүе менән генә түгел, ә ҡаты өҙлөгөүҙәргә (үпкә ше­ше, мейе ҡабығының шешеүе) юлыҡтырыу ихтималлығы менән билдәләнә.

Иң тәьҫирле сара –
вакцинация

Табиптарҙың әйтеүенсә, киҙеүҙе иҫкәр­теүҙә иң тәьҫирле сара – вакцинация. Ул йыл да халыҡҡа, сир башла­ныр­ҙан ике-өс айға алда иҫкәртеү привив­ка­ла­рының милли календарына ярашлы федераль бюджет иҫәбенә үткәрелә. Эш биреүсе иҫәбенә лә, граждандың үҙ аҡса­һына ла прививканы яһатырға мөмкин.

Милли календарға ярашлы, бына кемдәргә мотлаҡ вакцинация үткәрелергә тейеш: алты айлыҡ сабыйҙан башлап XI класта уҡыусыларға тиклем; профессиональ һөнәр һәм юғары белем биреү учреждениеларында уҡыусылар; медицина һәм мәғариф, транспорт, коммуналь хужалыҡ өлкәләре хеҙмәткәрҙәре; ауырлы ҡатындар; 60 йәштән өлкәндәр; хәрби хеҙмәткә саҡырылырға тейешле йәштәр; хроник сирлеләр.

Вакцинация сирен һәм өҙлөгөүҙәр хәүефен бер нисә тапҡырға кәметергә һәләтле, киҙеүгә ҡаршы прививкалар хәүефһеҙ һәм бик тәьҫирле. Уларҙың бөтәһе лә Рәсәйҙә теркәлеү үткән һәм ҡулланыуға рөхсәт ителгән.
Ваҡыт етеп килә...

Йыл да киҙеү ноябрь айынан баш күтәрә башлай, ә эпидемияның иң шашҡан, юғары осоро декабрҙән март айына тиклем һуҙылыуы ихтимал. Прививканан һуң иммунитет нығынһын өсөн ике-өс аҙна ваҡыт кәрәк. Шуға күрә иң яҡшыһы – уны сентябрь-октябрь айҙарында яһатыу.

Кемгә мөрәжәғәт итергә?

Прививканы йәшәгән урын буйынса фельдшер-акушерлыҡ пункттарында, поликлиникаларҙа, вакцина-иҫкәртеү үҙәктәрендә, мобиль пункттарҙа яһатырға мөмкин. Өс йәштән ҙурыраҡ балалар, үҫ­мер­ҙәр һәм өлкәндәр, нисә йәштә булыуҙарына ҡарамаҫтан, прививканы бер тапҡыр яһата. Ә алты айлыҡтан өс йәш­кә тиклемге сабыйҙар дүрт аҙна ара­уыҡ менән ике тапҡыр вакцинациялана.

Иҫкәртеүҙең өҫтөнлөктәре

Беренсенән, ышаныслы. Бөтә донъяла берҙән-бер тәьҫирле сара ул – заман вакцинацияһы. Киҙеү вирустары йыл һайын үҙгәреп торғанлыҡтан уны һәр йыл яһатыу талап ителә.
Икенсенән, вакцинация түләүһеҙ һәм хәүефһеҙ. Үҙ белдегең менән дауаланыу­ҙың эҙемтәһе аяныслы тамамланыу ихтималлығын иҫегеҙҙән сығармағыҙ.


Автор: Динә АРЫҪЛАНОВА әҙерләне


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0

«Атайсал»дың көсө ниҙә?

«Атайсал»дың көсө ниҙә? 11.09.2026 // Йәмғиәт

Бына биш йыл инде республикала «Атайсал» проекты бойомға ашырыла, ул бөтәһенә лә тыуған төйәкте ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы 10.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы...

Тотош уҡырға 0

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла 10.09.2026 // Йәмғиәт

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә