Көҙҙөң “бүләге” хаҡында онотмайыҡ
Сентябрь ҡояшы йылыһын йәлләмәһә лә, иртәнге һалҡын яйлап ҡына көҙҙөң хакимлыҡ итеүенә ишаралай. Ә беҙ беләбеҙ: һыуыҡ төшөү менән бала-саға йүтәлләй, танау тартып, мышҡылдай башлай, өлкәндәр ҙә был осорҙа киң тарала барған киҫкен респиратор вируслы сирҙәргә тиҙ бирешә. Бер беҙҙә генә түгел, бөтә планетала хәл шундай. Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте биргән материалдарға, табиптарҙың кәңәшенә таянып, уҡыусыларыбыҙҙы киҙеү (грипп) сиренән нисек һаҡланыу саралары менән таныштырмаҡсыбыҙ.
Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте бүлеге мөдире Айгөл Абдуллина әйтеүенсә, тап ошо осорҙа сирҙе иҫкәртеү сараларын күрә башлау хәйерле. “Беҙ ошо йүнәлештә эш башланыҡ та инде, халыҡ араһында сирҙе иҫкәртеүҙә иң тәьҫирле сара булған вакцинациялауҙың ыңғай яҡтарын аңлатабыҙ, өҙлөгөүҙәргә юл ҡуймау өсөн уны ҡасан, ҡайҙа яһатыу тураһында белешмә бирәбеҙ”, – тине бүлек мөдире.
Киҙеүҙән нисек һаҡланырға?
Киҙеү ҙә, респиратор сирҙәр ҙә бер үк төрлө башлана: температура юғары күтәрелә, хәлһеҙлек, тымау тейеүе йәнгә тейә, йүтәл йонсота. Әммә киҙеү йоғошло вируслы сирҙәрҙән ауыр үтеүе, өҙлөгөүҙәргә – бронхит, үпкә шеше, отит, синусит сирҙәренә юлыҡтырыу ихтималлығы менән айырыла.
Киҙеү айырыуса оло йәштәгеләр өсөн хәүефле, сөнки өлкәнәйеү менән иммунитет ҡаҡшай, хроник сирҙәрҙең етди өҙлөгөүҙәргә дусар итеү ҡурҡынысы бар. Йыл һайын киҙеү менән һәр өсөнсө-бишенсе бала сирләй, ә өлкәндәрҙең һәр бишенсе-унынсыһы. Бәләкәй балалар өсөн киҙеүҙең бөтә вирустары ла яңы, шуға күрә улар айырыуса ҡаты ауырый, оҙайлы дауалау талап ителә. Эпидемия осоронда иң йыш сиргә бирешкәндәр – балалар һәм йәштәр. Айырыуса хәүефле төркөмгә яңы тыуған сабыйҙар, ике йәшкә тиклемге балалар, ауырлы ҡатындар, тын алыу органдары патологиялары, йөрәк-ҡан тамырҙары, матдәләр алмашыныуы боҙолоуы, бауыр, ҡан сирҙәре менән яфаланыусылар һәм 65 йәштән өлкәнерәктәр инә. Әйтеүебеҙсә, киҙеүҙең хәүефлелеге сирҙең ауыр үтеүе менән генә түгел, ә ҡаты өҙлөгөүҙәргә (үпкә шеше, мейе ҡабығының шешеүе) юлыҡтырыу ихтималлығы менән билдәләнә.
Иң тәьҫирле сара –
вакцинация
Табиптарҙың әйтеүенсә, киҙеүҙе иҫкәртеүҙә иң тәьҫирле сара – вакцинация. Ул йыл да халыҡҡа, сир башланырҙан ике-өс айға алда иҫкәртеү прививкаларының милли календарына ярашлы федераль бюджет иҫәбенә үткәрелә. Эш биреүсе иҫәбенә лә, граждандың үҙ аҡсаһына ла прививканы яһатырға мөмкин.
Милли календарға ярашлы, бына кемдәргә мотлаҡ вакцинация үткәрелергә тейеш: алты айлыҡ сабыйҙан башлап XI класта уҡыусыларға тиклем; профессиональ һөнәр һәм юғары белем биреү учреждениеларында уҡыусылар; медицина һәм мәғариф, транспорт, коммуналь хужалыҡ өлкәләре хеҙмәткәрҙәре; ауырлы ҡатындар; 60 йәштән өлкәндәр; хәрби хеҙмәткә саҡырылырға тейешле йәштәр; хроник сирлеләр.
Вакцинация сирен һәм өҙлөгөүҙәр хәүефен бер нисә тапҡырға кәметергә һәләтле, киҙеүгә ҡаршы прививкалар хәүефһеҙ һәм бик тәьҫирле. Уларҙың бөтәһе лә Рәсәйҙә теркәлеү үткән һәм ҡулланыуға рөхсәт ителгән.
Ваҡыт етеп килә...
Йыл да киҙеү ноябрь айынан баш күтәрә башлай, ә эпидемияның иң шашҡан, юғары осоро декабрҙән март айына тиклем һуҙылыуы ихтимал. Прививканан һуң иммунитет нығынһын өсөн ике-өс аҙна ваҡыт кәрәк. Шуға күрә иң яҡшыһы – уны сентябрь-октябрь айҙарында яһатыу.
Кемгә мөрәжәғәт итергә?
Прививканы йәшәгән урын буйынса фельдшер-акушерлыҡ пункттарында, поликлиникаларҙа, вакцина-иҫкәртеү үҙәктәрендә, мобиль пункттарҙа яһатырға мөмкин. Өс йәштән ҙурыраҡ балалар, үҫмерҙәр һәм өлкәндәр, нисә йәштә булыуҙарына ҡарамаҫтан, прививканы бер тапҡыр яһата. Ә алты айлыҡтан өс йәшкә тиклемге сабыйҙар дүрт аҙна арауыҡ менән ике тапҡыр вакцинациялана.
Иҫкәртеүҙең өҫтөнлөктәре
Беренсенән, ышаныслы. Бөтә донъяла берҙән-бер тәьҫирле сара ул – заман вакцинацияһы. Киҙеү вирустары йыл һайын үҙгәреп торғанлыҡтан уны һәр йыл яһатыу талап ителә.
Икенсенән, вакцинация түләүһеҙ һәм хәүефһеҙ. Үҙ белдегең менән дауаланыуҙың эҙемтәһе аяныслы тамамланыу ихтималлығын иҫегеҙҙән сығармағыҙ.