Яңы эш урындары, лайыҡлы хеҙмәт хаҡы төбәгебеҙҙе ылыҡтырғыс итәсәк.
Хәҙерге иҡтисад үҫешен хеҙмәт миграцияһынан башҡа күҙ алдына килтереп булмай. Башҡортостанға күрше дәүләттәрҙән эш эҙләп юлланыусылар йыл да артып тора. Ҡояшлы Тажикстан, Үзбәкстан илдәренән килгән йәш көстәрҙең беҙҙең төбәктә хәҙер инде икенсе, өсөнсө быуыны үҫеп сыҡты тиһәң дә була. Балалары рус мәктәптәрендә белем алһа ла, үҙҙәренең телен, ғөрөф-ғәҙәттәрен юғалтмай, милли традицияларын һаҡлай белгән халыҡтың әрһеҙлеге, сослоғо хайран ҡалдыра.
Сағыштырмаса иҡтисади, сәйәси, социаль-демографик яҡтан тотороҡло республикабыҙҙан да халыҡтың сит төбәктәргә ағылыуын нисек аңларға? Хәлде төҙәтеү өсөн ниндәй саралар күреү мөһим? Хеҙмәткә һәләтле йәштәгеләрҙең һаны кәмеүе киләсәктә иҡтисад үҫешендә ниндәй сағылыш табыр? Ошо көн ҡаҙағындағы һорауҙарға яуап биреүен һорап, иҡтисад фәндәре кандидаты, төбәктәге хеҙмәт миграцияһы буйынса монография авторы Гөлнара Вахит ҡыҙы ЯҠШЫБАЕВАға мөрәжәғәт иттек.
Балыҡ лайлы, әҙәм яйлы ер эҙләй
– Статистика мәғлүмәттәренән күренеүенсә, төбәктән халыҡтың күпләп китеүе 2004 йылдан алып күҙәтелә. Ә былтырҙан республиканы ташлап, башҡа ерҙәргә күсеүселәрҙең 1,3 тапҡырға артыуы күңелде бер аҙ шомландыра. Халыҡ ни өсөн, ҡайҙа китә?
– Эш эҙләп сит өлкәләргә юл тотҡандарҙың һаны буйынса Башҡортостан Рәсәйҙең тәүге биш төбәге иҫәбендә. Шуның менән бергә ул – хеҙмәт мигранттарын үҙенә күпләп һыйындырған республика ла. Быйыл ярты йыл эсендә халыҡ 6,6 мең кешегә кәмене. “Башҡортостанстат” хәбәр итеүенсә, сәбәбе – тыуымдың кәмеүе һәм миграция. Алты айҙа 23 мең 162 сабый донъяға килде. Был үткән йылдың ошо осоро менән сағыштырғанда 893 балаға аҙыраҡ. Үлем осраҡтары ла 203 кешегә күберәк. Республикаға килгән кешеләр һанынан ситкә бәхет эҙләп киткәндәр 3 мең 786 кешегә артығыраҡ. Күрше Татарстанда халыҡ артымы тотороҡло үҫешкәндә, беҙҙә, киреһенсә, кәмей.
Кешеләр Татарстанға, Силәбе, Свердловск, Мәскәү, Һамар өлкәләренә, Краснодар крайына ағыла, егет һәм ҡыҙҙар Мәскәү, Санкт-Петербург ҡалаларына белем алыу өсөн юл тота. Ямал-Ненец һәм Ханты-Манси автономиялы округтарында Башҡортостандан килгән эшселәр байтаҡ.
Республикала даими йәшәгән, әммә вахта ысулы менән Төмән һәм Силәбе өлкәләренә, Мәскәүгә эшкә йөрөгәндәр ҙә етерлек.
Миграция – йәмғиәттәге тәбиғи күренеш, үҫештең һәр осоронда сифат яғынан үҙгәрештәр кисерә, үҙенсәлектәре лә, йүнәлештәре лә төрлө булыуы ихтимал. Ҡатмарлы, күп яҡлы күренеш ул. Уны “насар” йә “яҡшы” тип кенә баһаларға ярамай. Был процесс бер ерҙә етешмәгән эшсе көстәрен үҙенә йәлеп итә һәм артығынан ҡотолдора. Хәҙерге ваҡытта демографик хәлдең мөшкөлләнеүе, халыҡтың тәбиғи кәмеүе уға кире йоғонто яһай. Эксперттарҙың билдәләүенсә, 2006 – 2026 йылдар эсендә хеҙмәткә һәләтле йәштәгеләр һаны 16,4 миллион (18 %) кешегә кәмейәсәк, айырыуса был хәл 15 – 29 йәшлектәр араһында ныҡ һиҙеләсәк. Тимәк, эске ресурстар ярҙамында ғына хеҙмәт баҙарын тулыландырыу икеле, башҡа төбәктәрҙең эшсе ҡулдарына йөҙ тотасаҡбыҙ тигән һүҙ.
“Балыҡ лайлы, әҙәм яйлы ер эҙләй” тигән халыҡ аҡылы ла йәшәй бит әле. Кешенең үҙенә йәшәү өсөн яҡшыраҡ, ҡулайлыраҡ урынды эҙләргә тырышыуы ғәжәп түгел. Айырыуса йәштәрҙе бәләкәй эш хаҡы, үтә ҡиммәтле фатир, эшһеҙлек, һөнәри үҫеш өсөн мөмкинлектәрҙең сиклелеге һис ҡәнәғәтләндермәй. Мәктәпте тамамлаған егет-ҡыҙҙар сифатлы белем алыу теләге менән Рәсәйҙең танылған вуздарына уҡырға китә, күптәре шунда бөтөнләйгә ҡалып төпләнә, ғаилә ҡора. Тимәк, сабыйҙары ла ошо төбәккә ерегәсәк һәм уның демографик күрһәткестәрен яҡшыртыуға йоғонто яһаясаҡ.
– Һуңғы йылдарҙағы статистика мәғлүмәттәре республиканың даими рәүештә халыҡтың йәш, энергиялы, белемле, эшкә һәләтле өлөшөн юғалтыуын раҫлай. Киләсәктә хеҙмәт ресурстары ҡытлығына юлыҡмау өсөн бөгөн ниндәй саралар күреү мотлаҡ?
– Хеҙмәт миграцияһын лакмус ҡағыҙы менән сағыштырыр инем: ул йәмғиәттәге бөтә яҡшы-яман яҡтарҙы көҙгөләй сағылдыра. Минеңсә, һәр ҡала һәм райондың үҫеш мөмкинлектәрен, үҙенсәлектәрен, миграция ағымын тәрән өйрәнеү нигеҙендә хәлде яҡшыртҡан саралар ҡабул итергә мөмкин. Халыҡ күпләп киткән Ағиҙел, Яңауыл, Баймаҡ, Мәләүез, Белорет ҡалаларына, Балтас, Бишбүләк, Асҡын, Борай, Йылайыр, Салауат һәм башҡа райондарға мигранттарҙы йәлеп итеүҙән тыш, хеҙмәт хаҡы юғары булған яңы эш урындары булдырыу, производство һәм агросәнәғәт комплекстарына инвестициялар һалыу тәьҫирле булыр ине.
Кеше бит йыш ҡына “оҙон” аҡса артынан ҡыуыуҙы маҡсат итеп ҡуймай. Уға инфраструктураһы – балалар баҡсаһы, медицина учреждениеһы, спорт залдары һ.б. социаль объекттары булған йәшәү урыны кәрәк.
– Ғәйепте тормош сифатынан эҙләргәме?
– Әгәр ҙә элек электр уты, яҡшы юлдар, мәктәп булыуы ғына ла кешеләрҙе үҙенә ылыҡтырһа, хәҙер бындай уңайлыҡтар күптәрҙе тулыһынса ҡәнәғәтләндерә алмай. “Башҡортостанстат” мәғлүмәттәренән күренеүенсә, республикала социаль проблемалар етерлек.
Әлеге ваҡытта ауыл кешеләренең тормошон яҡшыртыу буйынса байтаҡ эшләйһе бар. Субсидия, кредит биреү системаһын уңайлы итеү, эшҡыуарлыҡты үҫтереүгә, шәхси йорт һалыуға булышлыҡ итеү, халыҡ күпләп киткән урындарҙа квалификациялы хеҙмәтте дәртләндереү буйынса төрлө саралар ҡулланыу ҙа киҫкенлекте “йомшартасаҡ”. Эшсе ҡулдар талап ителгән райондарға килгән мигранттарҙың патент алыу өсөн түләнгән дәүләт пошлинаһы күләмен кәметеү ҙә күптәрҙе ылыҡтырыр ине.
Бушлыҡты кем тултырыр?
– Республиканан ситкә киткәндәр урынын Урта Азиянан эш эҙләп килгән квалификацияһыҙ, түбән белемле, мәҙәниәте һәм менталитеты менән ҡырҡа айырылып торған кешеләр биләй. Тыуымды улар иҫәбенә арттырыуға йөҙ тотоу, һеҙҙеңсә, дөрөҫмө?
– Был һорауға бер генә төрлө яуап ҡайтарыуы ауыр. Ысынлап та, беҙҙән ситкә киткәндәрҙең күбеһе юғары йә иһә урта һөнәри белемле (уртаса 75-85 %). Ә беҙ юғалтҡан “йомро баш”тарҙың урынын белеме һай йә бөтөнләй белемһеҙ кешеләрҙең алыуы үкенесле. Әммә шуныһы ла бар: тыуымдың кәмеүе, халыҡтың ҡартайыуы һәм эшкә һәләтле йәштәгеләрҙең аҙайыуы шарттарында хеҙмәт миграцияһы зыянға ҡарағанда күберәк файҙа килтерәсәк, тик дөрөҫ стратегия һайлау мөһим. Әле мигранттар Рәсәй тулайым продуктының 8-10 процентын етештерә, уларҙың өлөшөнә йылына 2,5 триллион һум аҡса тура килә. Легаль булмаған хеҙмәтте “күләгә”нән сығара алғанда, был һан күпкә артасаҡ, әлбиттә.
Билдәле булыуынса, бөтә алдынғы илдәр – АҠШ, Франция, Англия, Германия, Канада һәм башҡалар тап хеҙмәт мигранттары индергән өлөш һөҙөмтәһендә юғары үҫешкә өлгәшкән дә инде. Башҡортостанға килгәндә, ул әлегә мигранттарҙың белем кимәле буйынса файҙаға ҡарағанда күберәк зыян күрә. Кире эҙемтәләрҙе кәметеү өсөн эш эҙләп килгәндәр ағымын аныҡ күҙәтеп, контролгә алып, уларҙы иҡтисади яҡтан аҡһаған, эшсе ҡулдар талап ителгән биләмәләргә йүнәлтеүҙе ойошторорға кәрәк.
Мәғлүмәттәрҙән күренеүенсә, беҙгә килгән эшсе көстәрҙең күпселеге төҙөлөштә, ауыл хужалығында, транспортта, эшкәртеү производствоһында, бер өлөшө сауҙала эшләй. Ауыр хеҙмәттә тир түккәндәр ҙә байтаҡ. Шулай ҙа социологтарҙың һорау алыуҙары башҡа, ҡапма-ҡаршылыҡлы һөҙөмтә күрһәтә: ғәмәлдә күпселек сауҙа менән шөғөлләнеүҙе хуп күрә, автосервис һәм көнкүреш хеҙмәттәре күрһәтеү менән мәшғүл.
Дәүләт кимәлендәге мәсьәләләрҙе хәл итә улар
– Тикшеренеүселәр әйтеүенсә, миграция өлкәһендәге ғәйәт ҙур үҙгәрештәр баҙар мөнәсәбәттәренең заман талаптарына яуап бирмәй. Һеҙ ҙә шул фекерҙәме?
– Килешәм, сөнки тотош ил буйынса хеҙмәт ресурстарын бүлеү, таратыу системаһы эшләмәй. Элек урта махсус һәм юғары уҡыу йорттарын тамамлағандарға эш, торлаҡ менән тәьмин итеү, дәртләндереү саралары кеүек дәүләт ярҙамы күрһәтелһә, алыҫ райондарға өҫтәмә эшсе ҡулы йүнәлтелһә, хәҙер кадрҙар илдә тигеҙ бүленмәй. Мәскәү, Мәскәү өлкәһе, Санкт-Петербург, Себер, Алыҫ Көнсығыш аҡса эшләү маҡсатында килгән мигранттар менән тулған.
Башҡортостандағы халыҡ бүленешенә күҙ һалайыҡ. Кеше һаны күплеге буйынса иң ҙуры – Туймазы районы (132,1 мең кеше), иң аҙы – Йылайыр районы (15,2 мең). Халҡы 20 меңдән дә кәм төбәктәр иҫәбендә – Йәрмәкәй, Бөрйән, Федоровка, Архангел, Ҡыйғы, Стәрлебаш, Балаҡатай, Асҡын, Балтас райондары. Һуңғы йылдарҙа республиканың ни бары ете төбәгендә халыҡтың бер аҙ артыуы күҙәтелә: баш ҡалаға яҡын Өфө, Иглин, Бөрө, Шишмә, Благовещен һәм алыҫыраҡ Стәрлетамаҡ, Туймазы райондарында. Халыҡтың ҡартайыуы ла хәлде ҡырҡыулаштыра, сөнки эшсе ҡулдарға ҡытлыҡ арҡаһында республиканың социаль-иҡтисади үҫеше тотҡарланыу хәүефе бар.
– Республика эсендә лә бер ерҙән икенсеһенә, ҡаланан – ауылға, ауылдан ҡалаға күсеүселәр күбәйҙе. Тормош ҡырмыҫҡа иләүе кеүек ҡайнап тора...
– Республикабыҙҙағы эске миграцияның да әүҙемләшеүе һиҙелә. Баш ҡалала фатирҙарҙың ҡиммәт булыуы башҡа уңайлыраҡ варианттарҙы эҙләүгә этәрә. Әйтеүебеҙсә, ҡала яны биләмәләре халыҡты үҙенә ныҡ ылыҡтыра. Бында эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнеү, ял итеү өсөн уңайлыҡтар булыуы, фатирҙарға хаҡтың сағыштырмаса арзанлығы, Өфөгә эшкә йөрөүҙең ауырлыҡ тыуҙырмауы хәл иткес әһәмиәткә эйә. Алыҫ райондарҙа йәшәгән кешеләрҙең эре ҡалалар эргәһенә яҡынлашыуы ла яңылыҡ түгел.
Шулай итеп, кеше килем алыу, ғаиләһен туйындырыу, бала-сағаһын уҡытып кеше итеү өсөн төрлө юлдар һайлай. Кемдер яҡындарын ҡалдырып Себергә, кемдер Мәскәүгә йә сит илгә йүнәлә, бер һүҙ менән әйткәндә, ул дәүләт өсөн етди мәсьәләләр комплексын хәл итә: ярлылыҡты ҡыҫҡартыу, йәшәү сифатын яҡшыртыу, хеҙмәт етештереүсәнлеген күтәреү һәм башҡалар. Вахта ысулы менән республикала әле 153 мең кеше (73 % – ауылдыҡылар) эшләй. Тәү сиратта был хәл ауылдарҙа эш урындары булмауы, хеҙмәт хаҡының түбәнлеге, лайыҡлы йәшәү өсөн шарттарҙың юҡлығы, ғаилә ағзаларының ихтыяжын ҡәнәғәтләндерә алмау һәм башҡа эреле-ваҡлы проблемалар менән бәйле. Айырыуса ир-атҡа ауыр хеҙмәт, ҡырыҫ тәбиғәт шарттарында, бала-сағаһын тәрбиәләүҙән ситләшеп йәшәргә тура килә.
Өҫтәүенә йәштәр ауылда йәшәргә ынтылмай, ауыр физик хеҙмәт, уңайһыҙ йәшәү шарттарынан туйған егет-ҡыҙҙар, бәхет эҙләп, ситкә китеү яғын ҡарай. Эш хаҡы ла үҙенең төп функцияһын – етештереүсәнле хеҙмәткә дәртләндереү сараһын үтәмәй.
– Хеҙмәт миграцияһынан кем ота?
– Ҡағиҙә булараҡ, хеҙмәт миграцияһы дәүләт закондары, төрлө норматив-хоҡуҡи акттар менән көйләнә, эшсе көсөнә булған ихтыяжды ҡәнәғәтләндереп, һөҙөмтәлә төбәктә етештереүсәнлекте һәм йәшәү кимәлен үҫтереүгә булышлыҡ итергә тейеш. Тимәк, ул – республика бюджетына һалымдар дәүмәлен, эшсе ҡулдар һанын, тауарҙарҙы ҡулланыу күләмен, инвестицияларҙы арттырыуға һәләтле көс. Башҡортостанда хеҙмәт мигранттары ай һайын бығаса 2900 һум күләмендә һалым түләне, әммә коэффициент-дефлятор артыуы һөҙөмтәһендә ул яңыраҡ бер аҙ күтәрелде. Патенттар ҙа республика бюджетын байытыуға өлөш индерә.
Сит ил граждандары ваҡытлыса йәшәү урындарында тауар һәм хеҙмәттәргә ихтыяж артыуына ла йоғонто яһай. Улар үҙҙәренең ғаиләһенә аҡса ебәреү менән бергә тыуған илдәренең иҡтисадын күтәреүгә лә булышлыҡ итә. Үткән йылда ғына Рәсәй мигранттары туған-тыумасаһына 33 миллиард доллар аҡса күсергән!
Республикала легаль булмаған миграцияның күләме борсолоу тыуҙыра. Теүәл һанды әйтеүе лә ауыр.
Эске миграция Башҡортостандың социаль-иҡтисади тотороҡлолоғон, муниципаль берәмектәрҙең үҫеш кимәлен тигеҙләү өсөн ҙур әһәмиәткә эйә, тик төплө уйланылған сәйәсәт кенә ошо маҡсатҡа өлгәшергә ярҙам итәсәк. Башҡа дәүләттәрҙең тәжрибәһенә, тарихына таянып, стихиялы, дәүләт тарафынан көйләнмәгән миграцияның сәйәси, социаль, милли бәрелештәргә, низағтарға, иҡтисадты ҡаҡшатыуға, хатта илде ҡыйратыуға килтереп еткереүе ихтимал.
“Һыу ҡәҙерен шишмә ҡороғас белерһең”, – тип киҫәткән беҙҙе боронғо ата-бабалар. Республикабыҙҙың социаль-иҡтисади үҫеш һөҙөмтәләрен дөйөм алғанда ыңғай тип баһаларға мөмкин, халыҡтың тормош кимәле, беҙ теләгәнсә юғары булмаһа ла, яйлап күтәрелә. Бары дәүләттең һаҡсыл мөнәсәбәте, ихтыяр көсө, сәйәси аҡылы беҙҙе көтөлмәгән тетрәнеүҙәрҙән, репродуктив йәштәге халыҡ һанын юғалтыуҙан, хаталарҙан аралар.