Һыу ҡәҙерен шишмә ҡороғас белерһең14.09.2018
Яңы эш урындары, лайыҡлы хеҙмәт хаҡы төбәгебеҙҙе ылыҡтырғыс итәсәк.

Хәҙерге иҡтисад үҫешен хеҙмәт миграцияһынан башҡа күҙ алдына килтереп булмай. Башҡортостанға күрше дәүләттәрҙән эш эҙләп юлланыусылар йыл да артып тора. Ҡояшлы Тажикстан, Үзбәкстан илдәренән килгән йәш көстәрҙең беҙҙең төбәктә хәҙер инде икенсе, өсөнсө быуыны үҫеп сыҡты тиһәң дә була. Балалары рус мәктәптәрендә белем алһа ла, үҙҙәренең телен, ғөрөф-ғәҙәттәрен юғалтмай, милли традицияларын һаҡлай белгән халыҡтың әрһеҙлеге, сослоғо хайран ҡалдыра.

Сағыштырмаса иҡтисади, сәйәси, социаль-демографик яҡтан тотороҡло республикабыҙҙан да халыҡтың сит төбәктәргә ағылыуын нисек аңларға? Хәлде төҙәтеү өсөн ниндәй саралар күреү мөһим? Хеҙмәткә һәләтле йәштәгеләрҙең һаны кәмеүе киләсәктә иҡтисад үҫешендә ниндәй сағылыш табыр? Ошо көн ҡаҙағындағы һорауҙарға яуап биреүен һорап, иҡтисад фәндәре кандидаты, төбәктәге хеҙмәт миграцияһы буйынса монография авторы Гөлнара Вахит ҡыҙы ЯҠШЫБАЕВАға мөрәжәғәт иттек.

Балыҡ лайлы, әҙәм яйлы ер эҙләй

– Статистика мәғлүмәттә­ре­нән күре­неүенсә, төбәктән ха­лыҡтың күпләп китеүе 2004 йылдан алып күҙәтелә. Ә был­тырҙан республиканы ташлап, башҡа ерҙәргә күсеүселәрҙең 1,3 тапҡырға артыуы күңелде бер аҙ шомландыра. Халыҡ ни өсөн, ҡайҙа китә?

– Эш эҙләп сит өлкәләргә юл тот­ҡан­дарҙың һаны буйынса Башҡортостан Рә­сәйҙең тәүге биш төбәге иҫәбендә. Шуның менән бергә ул – хеҙмәт мигранттарын үҙенә күпләп һыйын­дырған республика ла. Быйыл ярты йыл эсен­дә халыҡ 6,6 мең кешегә кәмене. “Башҡортос­танстат” хәбәр ите­үенсә, сәбәбе – тыуымдың кәмеүе һәм миграция. Алты айҙа 23 мең 162 сабый донъяға килде. Был үткән йыл­дың ошо осоро менән сағыштыр­ғанда 893 балаға аҙы­раҡ. Үлем осраҡтары ла 203 ке­шегә күберәк. Республикаға килгән кешеләр һа­нынан ситкә бәхет эҙләп киткән­дәр 3 мең 786 кешегә артығыраҡ. Күрше Татарстанда халыҡ артымы тотороҡло үҫеш­кәндә, беҙҙә, киреһенсә, кәмей.

Кешеләр Татарстанға, Силәбе, Свердловск, Мәскәү, Һамар өлкә­ләренә, Краснодар крайына ағы­ла, егет һәм ҡыҙҙар Мәскәү, Санкт-Петербург ҡалаларына белем алыу өсөн юл тота. Ямал-Ненец һәм Ханты-Манси автономиялы округтарында Башҡорт­ос­тандан килгән эшселәр байтаҡ.
Республикала даими йәшәгән, әммә вахта ысулы менән Төмән һәм Силәбе өлкәләренә, Мәскәүгә эшкә йөрөгәндәр ҙә етерлек.

Миграция – йәмғиәттәге тәбиғи күренеш, үҫештең һәр осоронда сифат яғынан үҙгәрештәр кисерә, үҙенсәлектәре лә, йүнәлештәре лә төрлө булыуы ихтимал. Ҡат­мар­лы, күп яҡлы күренеш ул. Уны “насар” йә “яҡшы” тип кенә баһа­лар­ға ярамай. Был процесс бер ер­ҙә етешмәгән эшсе көстә­рен үҙе­нә йәлеп итә һәм арты­ғынан ҡо­толдора. Хәҙерге ваҡыт­та демо­график хәлдең мөшкөл­ләнеүе, ха­лыҡтың тәбиғи кәмеүе уға кире йо­ғонто яһай. Эксперт­тарҙың бил­дәләүенсә, 2006 – 2026 йылдар эсендә хеҙмәткә һәләтле йәштә­ге­ләр һаны 16,4 миллион (18 %) кешегә кәмейәсәк, айырыуса был хәл 15 – 29 йәш­лектәр араһында ныҡ һиҙеләсәк. Тимәк, эске ре­сурс­тар ярҙамында ғына хеҙмәт баҙарын тулыландырыу икеле, башҡа төбәктәрҙең эшсе ҡул­дарына йөҙ тотасаҡбыҙ тигән һүҙ.

“Балыҡ лайлы, әҙәм яйлы ер эҙләй” тигән халыҡ аҡы­лы ла йә­шәй бит әле. Кешенең үҙенә йәшәү өсөн яҡшы­раҡ, ҡулайлы­раҡ урынды эҙләргә тырышыуы ғә­жәп түгел. Айырыуса йәштәрҙе бә­ләкәй эш хаҡы, үтә ҡиммәтле фа­тир, эшһеҙлек, һөнәри үҫеш өсөн мөмкинлектәрҙең сиклелеге һис ҡәнәғәтләндермәй. Мәктәпте тамамлаған егет-ҡыҙҙар сифатлы белем алыу теләге менән Рәсәй­ҙең танылған вуздарына уҡырға китә, күптәре шунда бөтөнләйгә ҡалып төпләнә, ғаилә ҡора. Тимәк, сабыйҙары ла ошо төбәккә ерегә­сәк һәм уның демографик күрһәт­кестәрен яҡшыртыуға йоғонто яһаясаҡ.

– Һуңғы йылдарҙағы статистика мәғлүмәттәре республи­каның даими рәүештә халыҡ­тың йәш, энергиялы, белемле, эшкә һәләтле өлөшөн юғалты­уын раҫлай. Киләсәктә хеҙмәт ресурстары ҡытлығына юлыҡ­мау өсөн бөгөн ниндәй саралар күреү мотлаҡ?

– Хеҙмәт миграцияһын лакмус ҡағыҙы менән сағыштырыр инем: ул йәмғиәттәге бөтә яҡшы-яман яҡтарҙы көҙгөләй сағылдыра. Минеңсә, һәр ҡала һәм райондың үҫеш мөмкинлектәрен, үҙенсә­лектәрен, миграция ағымын тәрән өйрәнеү нигеҙендә хәлде яҡшырт­ҡан саралар ҡабул итергә мөм­кин. Халыҡ күпләп киткән Ағиҙел, Яңауыл, Баймаҡ, Мәләүез, Бело­рет ҡалаларына, Балтас, Биш­бүләк, Асҡын, Борай, Йылайыр, Салауат һәм башҡа райондарға мигранттарҙы йәлеп итеүҙән тыш, хеҙмәт хаҡы юғары булған яңы эш урындары булдырыу, производство һәм агросәнәғәт комплекстарына инвестициялар һалыу тәьҫирле булыр ине.

Кеше бит йыш ҡына “оҙон” аҡса артынан ҡыуыуҙы маҡсат итеп ҡуймай. Уға инфра­структу­раһы – балалар баҡсаһы, медицина учреждениеһы, спорт залдары һ.б. социаль объекттары булған йәшәү урыны кәрәк.
– Ғәйепте тормош сифатынан эҙләргәме?

– Әгәр ҙә элек электр уты, яҡ­шы юлдар, мәктәп булы­уы ғына ла кешеләрҙе үҙенә ылыҡтырһа, хәҙер бындай уңайлыҡтар күптәрҙе тулыһынса ҡәнәғәтлән­дерә алмай. “Башҡортостанстат” мәғлүмәттәренән күренеүенсә, республикала социаль проблемалар етерлек.

Әлеге ваҡытта ауыл кеше­ләренең тормошон яҡшыртыу буйынса байтаҡ эшләйһе бар. Субсидия, кредит биреү сис­темаһын уңайлы итеү, эшҡыуарлыҡты үҫтереүгә, шәх­си йорт һалыуға булышлыҡ итеү, халыҡ күпләп кит­кән урындарҙа квалификациялы хеҙмәтте дәртлән­дереү буйынса төрлө саралар ҡулланыу ҙа киҫкенлекте “йом­шартасаҡ”. Эш­се ҡулдар талап ителгән район­дарға кил­гән мигрант­тар­ҙың патент алыу өсөн түләнгән дәүләт пошлинаһы күләмен кәме­теү ҙә күптәрҙе ылыҡтырыр ине.

Бушлыҡты кем тултырыр?

– Республиканан ситкә кит­кән­дәр урынын Урта Азиянан эш эҙләп килгән квалифика­цияһыҙ, түбән белемле, мәҙә­ниәте һәм менталитеты менән ҡырҡа айырылып торған ке­шеләр биләй. Тыуымды улар иҫә­бенә арттырыуға йөҙ тотоу, һеҙҙеңсә, дөрөҫмө?

– Был һорауға бер генә төрлө яуап ҡайтарыуы ауыр. Ысынлап та, беҙҙән ситкә киткәндәрҙең күбеһе юғары йә иһә урта һөнәри белемле (уртаса 75-85 %). Ә беҙ юғалтҡан “йомро баш”тарҙың урынын белеме һай йә бөтөнләй белемһеҙ кешеләрҙең алыуы үкенесле. Әммә шуныһы ла бар: тыуымдың кәмеүе, халыҡтың ҡар­тайыуы һәм эшкә һәләтле йәштә­геләрҙең аҙайыуы шарттарында хеҙмәт миграцияһы зыянға ҡара­ғанда күберәк файҙа килте­рәсәк, тик дөрөҫ стратегия һайлау мө­һим. Әле мигранттар Рәсәй тулайым продуктының 8-10 процентын етештерә, уларҙың өлө­шөнә йылына 2,5 триллион һум аҡса тура килә. Легаль булмаған хеҙмәтте “күләгә”нән сығара алғанда, был һан күпкә артасаҡ, әлбиттә.

Билдәле булыуынса, бөтә алдынғы илдәр – АҠШ, Франция, Англия, Германия, Канада һәм башҡалар тап хеҙмәт мигрантта­ры индергән өлөш һөҙөмтә­һен­дә юғары үҫешкә өлгәшкән дә инде. Башҡортостанға килгән­дә, ул әлегә мигранттарҙың белем ки­мәле буйынса файҙаға ҡара­ғанда күберәк зыян күрә. Кире эҙем­тәләрҙе кәметеү өсөн эш эҙләп килгәндәр ағымын аныҡ күҙәтеп, контролгә алып, уларҙы иҡтисади яҡтан аҡһаған, эшсе ҡулдар талап ителгән биләмә­ләргә йүнәлтеүҙе ойошторорға кәрәк.

Мәғлүмәттәрҙән күренеүенсә, беҙгә килгән эшсе көстәрҙең күп­се­леге төҙө­лөш­тә, ауыл хужа­лы­ғында, транспортта, эшкәртеү произ­водствоһында, бер өлөшө сауҙала эшләй. Ауыр хеҙмәттә тир түккән­дәр ҙә байтаҡ. Шулай ҙа социологтарҙың һорау алыу­ҙа­ры башҡа, ҡапма-ҡаршылыҡлы һөҙөмтә күрһәтә: ғәмәлдә күпсе­лек сауҙа менән шөғөлләнеүҙе хуп күрә, автосервис һәм көнкү­реш хеҙмәттәре күрһәтеү менән мәшғүл.

Дәүләт кимәлендәге мәсьәләләрҙе хәл итә улар

– Тикшеренеүселәр әйтеүен­сә, миграция өлкәһендәге ғәйәт ҙур үҙгәрештәр баҙар мөнәсә­бәттәренең заман талаптарына яуап бирмәй. Һеҙ ҙә шул фекерҙәме?

– Килешәм, сөнки тотош ил бу­йынса хеҙ­мәт ресурс­тарын бүлеү, таратыу сис­темаһы эшлә­мәй. Элек урта махсус һәм юғары уҡыу йорттарын тамам­лаған­дарға эш, торлаҡ менән тәьмин итеү, дәрт­лән­дереү саралары кеүек дәүләт ярҙамы күрһәтелһә, алыҫ район­дарға өҫтәмә эшсе ҡулы йүнәлтел­һә, хәҙер кадрҙар илдә тигеҙ бүленмәй. Мәскәү, Мәскәү өлкәһе, Санкт-Петербург, Себер, Алыҫ Көн­сығыш аҡса эшләү маҡса­тында килгән мигранттар менән тулған.

Башҡортостандағы халыҡ бүленешенә күҙ һалайыҡ. Кеше һаны күплеге буйынса иң ҙуры – Туймазы районы (132,1 мең кеше), иң аҙы – Йылайыр районы (15,2 мең). Халҡы 20 меңдән дә кәм төбәктәр иҫәбендә – Йәрмә­кәй, Бөрйән, Федоровка, Архангел, Ҡыйғы, Стәрлебаш, Балаҡа­тай, Асҡын, Балтас райондары. Һуңғы йылдарҙа республиканың ни бары ете төбәгендә халыҡтың бер аҙ артыуы күҙәтелә: баш ҡалаға яҡын Өфө, Иглин, Бөрө, Шишмә, Благовещен һәм алы­ҫы­раҡ Стәрле­тамаҡ, Туймазы райондарында. Халыҡтың ҡарта­йыуы ла хәлде ҡырҡыулаштыра, сөнки эшсе ҡулдарға ҡытлыҡ арҡаһында республиканың социаль-иҡтисади үҫеше тотҡарланыу хәүефе бар.

– Республика эсендә лә бер ерҙән икенсеһенә, ҡа­ланан – ауылға, ауылдан ҡалаға күсеү­селәр күбәйҙе. Тормош ҡыр­мыҫ­ҡа иләүе кеүек ҡайнап тора...
– Республикабыҙҙағы эске миграцияның да әүҙемләшеүе һиҙелә. Баш ҡалала фатирҙар­ҙың ҡиммәт булыуы башҡа уңай­лыраҡ варианттарҙы эҙләүгә этәрә. Әйтеүебеҙсә, ҡала яны би­ләмәләре халыҡты үҙенә ныҡ ылыҡтыра. Бында эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнеү, ял итеү өсөн уңайлыҡтар булыуы, фатирҙарға хаҡтың сағыштырмаса арзан­лығы, Өфөгә эшкә йөрөүҙең ауыр­лыҡ тыуҙырмауы хәл иткес әһәмиәткә эйә. Алыҫ райондарҙа йәшәгән кешеләрҙең эре ҡалалар эргәһенә яҡынлашыуы ла яңылыҡ түгел.

Шулай итеп, кеше килем алыу, ғаиләһен туйындырыу, бала-сағаһын уҡытып кеше итеү өсөн төрлө юлдар һайлай. Кемдер яҡындарын ҡалдырып Себергә, кемдер Мәскәүгә йә сит илгә йү­нәлә, бер һүҙ менән әйткәндә, ул дәүләт өсөн етди мәсьәләләр комплексын хәл итә: ярлылыҡты ҡыҫҡартыу, йәшәү сифатын яҡ­шыр­тыу, хеҙмәт етештереү­сән­ле­ген күтәреү һәм башҡалар. Вахта ысулы менән республикала әле 153 мең кеше (73 % – ауыл­дыҡылар) эшләй. Тәү сиратта был хәл ауылдарҙа эш урындары булмауы, хеҙмәт ха­ҡының түбән­леге, лайыҡлы йә­шәү өсөн шарт­тарҙың юҡлығы, ғаилә ағзала­рының ихтыяжын ҡәнәғәтләндерә алмау һәм башҡа эреле-ваҡлы проблемалар менән бәйле. Айырыуса ир-атҡа ауыр хеҙмәт, ҡырыҫ тәбиғәт шарттарында, бала-сағаһын тәрбиәләү­ҙән ситләшеп йәшәргә тура килә.

Өҫтәүенә йәштәр ауылда йә­шәр­гә ынтылмай, ауыр физик хеҙмәт, уңайһыҙ йәшәү шарттарынан туйған егет-ҡыҙҙар, бәхет эҙләп, ситкә китеү яғын ҡарай. Эш хаҡы ла үҙенең төп функция­һын – етештереүсәнле хеҙмәткә дәртләндереү сараһын үтәмәй.

– Хеҙмәт миграцияһынан кем ота?

– Ҡағиҙә булараҡ, хеҙмәт мигра­цияһы дәүләт закондары, төрлө норматив-хоҡуҡи акттар менән көйләнә, эшсе көсөнә бул­ған ихтыяжды ҡәнәғәтлән­дереп, һөҙөмтәлә төбәктә етештереү­сән­лекте һәм йәшәү кимәлен үҫтереү­гә булышлыҡ итергә тейеш. Тимәк, ул – республика бюджетына һа­лымдар дәүмәлен, эшсе ҡулдар һанын, тауарҙарҙы ҡул­ланыу күлә­мен, инвестиция­ларҙы артты­рыу­ға һәләтле көс. Башҡортос­танда хеҙ­мәт мигранттары ай һайын бығаса 2900 һум күләмендә һа­лым түләне, әммә коэффициент-дефлятор артыуы һөҙөмтә­һендә ул яңыраҡ бер аҙ күтә­релде. Патенттар ҙа республика бюджетын байытыуға өлөш индерә.

Сит ил граждандары ваҡыт­лыса йәшәү урындарында тауар һәм хеҙмәттәргә ихтыяж артыуына ла йоғонто яһай. Улар үҙҙә­ренең ғаиләһенә аҡса ебәреү менән бергә тыуған илдәренең иҡтиса­дын күтәреүгә лә булыш­лыҡ итә. Үткән йылда ғына Рәсәй мигранттары туған-тыумасаһына 33 миллиард доллар аҡса күсергән!

Республикала легаль булма­ған миграцияның күләме борсолоу тыуҙыра. Теүәл һанды әйтеүе лә ауыр.

Эске миграция Башҡортос­тандың социаль-иҡтисади тото­роҡ­лолоғон, муниципаль берә­мек­тәрҙең үҫеш кимәлен тигеҙләү өсөн ҙур әһәмиәткә эйә, тик төплө уйланылған сәйәсәт кенә ошо маҡсатҡа өлгәшергә ярҙам итә­сәк. Башҡа дәүләттәрҙең тәжри­бә­һенә, тарихына таянып, стихиялы, дәүләт тарафынан көй­лән­мәгән мигра­цияның сәйәси, социаль, милли бәрелештәргә, низағтарға, иҡтисадты ҡаҡша­тыуға, хатта илде ҡыйратыуға килтереп еткереүе ихтимал.

“Һыу ҡәҙерен шишмә ҡороғас белер­һең”, – тип киҫәткән беҙҙе боронғо ата-ба­балар. Республи­кабыҙҙың социаль-иҡти­сади үҫеш һөҙөмтәләрен дөйөм алған­да ыңғай тип баһаларға мөмкин, халыҡтың тормош кимәле, беҙ теләгәнсә юғары бул­маһа ла, яйлап күтәрелә. Бары дәүләттең һаҡсыл мөнәсәбәте, ихтыяр көсө, сәйәси аҡылы беҙҙе көтөлмәгән тетрәнеүҙәрҙән, репродуктив йәштәге халыҡ һанын юғалтыуҙан, хаталарҙан аралар.


Вернуться назад