Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Әллә ниңә башым ауырта...
Әллә ниңә башым ауырта...“Башым ауырта” тип зарланыусылар эргәбеҙ тулы. Һәр кем сәбәбен үҙенсә аңлатырға тырыша: “йоҡом туймағанғалыр”, “көн боҙолғанға күрә”, “һалҡын тейҙерҙем, ахыры...”
Баш ауыртыуы — үҙаллы сир түгел, ә төрлө ауырыуҙарҙың йыш ҡына күҙәтелгән бер билдәһе. Уның сәбәбен асыҡлау өсөн ауыртыуҙың характерын, нисек башланыуын, ҡайҙа барлыҡҡа килеүен белергә, өйрәнергә кәрәк. Тотош баштың йәки айырым бер өлөшөнөң генә сатнап ауыртыуы ихтимал. Сәңгетеп әрнетеп һыҙлауы менән үҙәккә үткәне лә, оҙайлыһы ла, өйәнәк кеүек йыш ҡабатланғаны ла, түҙеп торғоһоҙо ла була.
Баш ауыртыуы өсөн яуаплы структураларҙы ҡарап үтәйек. Баш мейеһен өҫкө яҡтан ябыусы ҡатынҡы мейе ҡабығы, баш мейеһе эсендәге тамырҙар, ваҡ тамырҙар селтәре, ә ҡайһы саҡта муйын һәм биттең эре тамырҙары торошона ла бәйле сәләмәтлегебеҙ. Өлкәндәр генә түгел, үҫмерҙәр ҙә йыш ҡына баш ауыртыуына зарлана. Ер шарының 15 проценттан ашыу халҡы тап ошо сирҙән яфалана, был — 585 миллион ауырыу тигән һүҙ.
Баш ауыртыуына ниндәй генә сирҙең сәбәпсе булмауы мөмкин: эндокрин, ҡан тамырҙары ауырыуҙары, йәрәхәтләнеү, ағыуланыу, һалҡын тейҙереү һәм башҡалар.
Мейенең органик зарарланыуына бәйле сирҙәргә мейе һәм уның ҡабығы шештәрен, эренле шешектәрҙе, төйөр рәүешендәге йоғошло шештәрҙе индерергә мөмкин. Бәләкәй генә йәрәхәттәр ҙә башты ауырттыра. Уның дөйөм характерҙа булыуы ла, ҡайһы саҡ өйәнәк рәүешендә ҡабатланыуы ла ихтимал. Йыш ҡына кешенең башы әйләнә, күңеле болғана. Өйәнәктәр араһында ауыртыуҙың тулыһынса баҫылыуы күҙәтелә.
Баш мейеһе шеше юғары температура, уҡшыу, ҡоҫоу, көслө ауыртыу менән үтә. Менингит, энцефалит һәм башҡа ағзалар — күҙ-ҡолаҡ, танау ҡыуышлығы, яңаҡ, тештәр, ҡолаҡ яны биҙе шештәре ошо хәүефле сирҙәр рәтендә.
Мейе ҡабығындағы ҡан тамырҙарының киңәйеүе йәки артыҡ көсөргәнешлеге, ҡан баҫымының юғарылығы йәки түбәнлеге баш ауыртыуына килтерә. Муйын һәм мейе тамырҙарының ҡыҫылыуы һөҙөмтәһендә мейенең ҡайһы бер өлөштәрендә ҡан әйләнешенең насарланыуы ла ошо сиргә юлыҡтыра.
Юғары ҡан баҫымы йәки мейе тамырҙарының ҡыҫылыуы кинәт көслө ауыртыу тыуҙыра. Ауырыуҙың хатта һушын юғалтыуы ла ихтимал. Бындай осраҡта өйгә врач саҡыртыу мотлаҡ.
Баш ауыртыуҙан йөҙәгән кешеләрҙең күбеһенең ҡан баҫымы түбән. Ҡан әйләнеше яй барғанлыҡтан, кислород менән тәьмин итеү насарлана, шуға баш сатнай ҙа инде. Уның ҡарауы, ошо төркөмгә ҡараған кешеләрҙә инфаркт күҙәтелмәй тиерлек.
Ҡан тамырҙарының торошона бәйле сирҙәрҙе (баштың ярты яғының һыҙлауы менән оҙатылған нервы ауырыуы — мигрень, гипертония, гипотония) ҡайһы бер билдәләре буйынса айырырға була. Мәҫәлән, мигрень ваҡытында ауырыу киҫкен төҫ ала. Ҡан баҫымының түбәнлеге йәки юғарылығына бәйле сәңгетеп һыҙлаған баш ауыртыуҙары оҙайлы һәм даими. Баш һөйәгендәге ҡара ҡан тамырындағы торғонлоҡтоң гипертоник ауыртыуҙарға килтереүе ихтимал.
Психик травмаға бәйле баш ауыртыуы стрестарҙан, физик, аҡыл һәм нервы көсөргәнешлегенән, талсыҡҡандан йәки депрессия һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килә. Ҡан тамырҙары ҡыҫылыуы һөҙөмтәһендә баш һыҙлай, әммә ул сағыштырмаса тиҙерәк үтә. Ныҡ арыу, нервы системаһы ҡуҙғыу сәбәпле, уның хатта һау-сәләмәт кешеләрҙә лә күҙәтелеүе ихтимал. Маңлай тирәһендәге ауыртыуҙар тамырҙар тибеше йәки һыҙлау менән бара.
Организмдың ағыуланыуына бәйле баш һыҙлау төрҙәре лә ифрат күп. Мәҫәлән, бауыр, бөйөр һәм ашҡаҙан-эсәк юлы сирҙәренең хроник төҫ алыуы, йәғни организмда шлактарҙы сығарыу өсөн яуаплы ағзаларҙың үҙ функцияһын тейешенсә үтәмәүе баш ауыртыуына алып килә. Дарыу һәм алкоголле эсемлектәр менән ағыуланғанда ла шул уҡ хәл күҙәтелә. Үҙен шаҡтай һау тойған кешенең сәләмәтлегенә лә кире йоғонто яһаусы сәбәптәр байтаҡ: күҙҙәрҙең көсөргәнештән талсығыуы, саманан тыш көслө тауыш, һөрөм, буяу еҫе, көн һуғыу, эскелек һәм тәмәке көйрәтеү... Ғөмүмән, баш ауыртыуына килтергән сәбәптәргә һис иҫебеҙ китмәй, уларҙы ғәҙәти хәл тип иҫәпләргә күнеккәнбеҙ. Бәлки, ошо ябай ғына кәңәштәр йоҡоғоҙҙоң тәрән, ялығыҙҙың һәйбәт үтеүенә булышлыҡ итер.
Саф һауала йөрөү, туғыҙ сәғәт йоҡлау һәм яҡшы елләтелгән бүлмәлә дәрес әҙерләү балаларҙың сәләмәтлегенә лә, кәйефенә лә ыңғай тәьҫир итер. Телевизор һәм монитор алдында оҙаҡ ваҡыт текәлеп ултырыу ҙа һаулыҡ файҙаһына түгел. Көслө һыҙланыуҙарҙы “батыр”ҙарса сыҙамлылыҡ, түҙемлек менән үткәрергә тырышыу ҙа урынһыҙ.
Л. ЕГОРОВА,
табибә.


Мең дә бер кәңәш
- Ҡан әйләнешенең насарланыуы, токсик матдәләрҙең күбәйеүе сәбәпле баш һыҙлаған осраҡта көнөнә берәр стакан балан һуты эсеү файҙалы.
- Нервы ҡуҙғыуына бәйле баш ауыртҡанда бер ҡалаҡ бал һалынған балан һутын ашар алдынан көнөнә өс тапҡыр эсегеҙ. Дауалау курсы — кәм тигәндә 2-3 аҙна.
- Ашағандан һуң көнөнә ике-өс тапҡыр яртышар стакан кәбеҫтә һуты эсеү ҙә ауыртыуҙы баҫа.
- Сей картуф һутын көнөнә өс тапҡыр, ашар алдынан 30 минут элгәре (бер ҡалаҡтан стакандың сирек өлөшөнә тиклем) эсеү ҙә сирҙән арынырға ярҙам итер.
- Бер ҡалаҡ төйөлгән кесерткән онтағын бер стакан ҡайнар һыуҙа төнәтегеҙ. Термоста ике сәғәт тотоп һөҙгәндән һуң берәр ҡалаҡлап көнөнә өс тапҡыр эсегеҙ. Йүкә сәскәһе төнәтмәһе лә был осраҡта бик файҙалы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Баймаҡ районының Әбдрәхмән ауылы ППМИ программаһына ҡушылды

Баймаҡ районының Әбдрәхмән ауылы ППМИ программаһына ҡушылды 31.01.2026 // Йәмғиәт

[thumb]https://bash.bashgazet.ru/uploads/posts/2026-01/251b3b72-af63-41b1-ae81-424294496c3f ......

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда һауа торошоноң боҙолоуына бәйле трассала хәрәкәт сикләнде

Башҡортостанда һауа торошоноң боҙолоуына бәйле трассала хәрәкәт сикләнде 30.01.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда һауа торошоноң боҙолоуына бәйле трассала хәрәкәт сикләнде...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда ҡар яуыуы көтөлә

Башҡортостанда ҡар яуыуы көтөлә 29.01.2026 // Йәмғиәт

Урыны менән елдең тиҙлеге секундына 15-20 метрға етеүе мөмкин....

Тотош уҡырға 1

Өфөлә «Кесе Ватан – Рәсәй көсө» төбәк форумы көнө башланды

Өфөлә «Кесе Ватан – Рәсәй көсө» төбәк форумы көнө башланды 29.01.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә «Кесе Ватан – Рәсәй көсө» төбәк форумы көнө башланды...

Тотош уҡырға 1

Рәсәйҙә яңы байрам булдырылды

Рәсәйҙә яңы байрам булдырылды 29.01.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә яңы байрам булдырылды...

Тотош уҡырға 2

Өфөлә йәшәүселәрҙе «Кеше эҙләйем» хәйриә акцияһына саҡыралар

Өфөлә йәшәүселәрҙе «Кеше эҙләйем» хәйриә акцияһына саҡыралар 28.01.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә йәшәүселәрҙе «Кеше эҙләйем» хәйриә акцияһына саҡыралар...

Тотош уҡырға 1

Кёнигсбергты һәм Дрезденды азат иткән ветеран вафат

Кёнигсбергты һәм Дрезденды азат иткән ветеран вафат 28.01.2026 // Йәмғиәт

Кёнигсбергты һәм Дрезденды азат иткән ветеран вафат...

Тотош уҡырға 1

Ҡырмыҫҡалыла бер юлы ике пар игеҙәк тыуған

Ҡырмыҫҡалыла бер юлы ике пар игеҙәк тыуған 27.01.2026 // Йәмғиәт

Ҡырмыҫҡалы районында ике пар игеҙәк тыуыуы теркәлгән....

Тотош уҡырға 1

Ватанды һаҡлаусылар көнө уңайынан рәсәйҙәр 3 көн ял итә

Ватанды һаҡлаусылар көнө уңайынан рәсәйҙәр 3 көн ял итә 27.01.2026 // Йәмғиәт

Был байрамда республика халҡын 21 февралдән 23-нә тиклем өс көнлөк ял көтә....

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда 50-нән ашыу блокадасы йәшәй

Башҡортостанда 50-нән ашыу блокадасы йәшәй 27.01.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда 50-нән ашыу блокадасы йәшәй...

Тотош уҡырға 1

Республика районында эсәр һыуҙың булмауы тураһында мәғлүмәтте кире ҡаҡтылар

Республика районында эсәр һыуҙың булмауы тураһында мәғлүмәтте кире ҡаҡтылар 27.01.2026 // Йәмғиәт

Республика районында эсәр һыуҙың булмауы тураһында мәғлүмәтте кире ҡаҡтылар...

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда йәшәүселәр Telegram-бот ярҙамында енәйәтте иҫкәртә ала

Башҡортостанда йәшәүселәр Telegram-бот ярҙамында енәйәтте иҫкәртә ала 27.01.2026 // Йәмғиәт

Енәйәт ҡылыуға әҙерлек тураһында белгән, әммә ошо турала хоҡуҡ һаҡлау органдарына ваҡытында хәбәр ......

Тотош уҡырға 2


Комментарий өҫтәргә