Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Сәскәләр, йәрминкәләр, ярыштар...






Хәйбуллала “Асыҡ ишек”тәр көнө үтте

Районда Асыҡ ишектәр көнө сиктәрендә һәр ауылда тиерлек көҙгө муллыҡ йәрминкәләре үтте. Һәр кем үҙ баҡсаһында үҫкән емеш-еләкте, йәшелсә-картуфын һатыуға сығарған. Ә сәскәләрҙең матурлығынан күҙҙәр ҡамаша! Ниндәй генә төрҙәре, ниндәй генә төҫлөһө юҡ!


Сәскәләрҙән ҡылдым тамаша

Бәләкәй Арыҫланғол, Йәнтеш, Оло Әбеш, Әбүбәкер ауылдарында Сәскә байрамдары үткәрелде. Бәләкәй Арыҫланғол ауылы клубы етәксеһе Гөлназ Сурина әйтеүенсә, “Сәскә — күңел биҙәге” тип аталған байрамда ауылдаштары ҙур теләк менән ҡатнашҡан. Сәскәләрҙән төрлө композицияларҙың барыһы ла үҙҙәрендә үҫтерелгәндәрҙән яһалған. Бигерәк тә Айгөл Суринаның “Йәй һулышы”, Фирҙәүес Ямалетдино­ваның “Батмуста йәй”, Хәҙиә Бай­гилдинаның “Нәҙек бил” (бал ҡорто) тип аталғандары барыһын да хайран иткән. Байрамда ҡатнашыусыларҙың гөлдәрҙең 40-тан ашыу төрөн фай­ҙаланыуы үҙе үк ауылда сәскә яратыусыларҙың күп булыуы ха­ҡында һөйләне. Теләүселәр өсөн “Сәскәле фея” исемле фотосессия үткәрелде. Байрамдан барыһы ла күтәренке күңел менән таралышты.

Яңы Ергән ауылының сәскә үҫтереүселәре лә был көндә барыһын да “Сәскә байрамы”на саҡырҙы. Күргәҙмәлә георгин, астра, флокс, раузаларҙан ниндәй генә гөлләмәләр юҡ ине! Шулай уҡ һуңғы йылдарҙа тарала башлаған “татлы букет”тарҙың урын алыуы ауыл ҡатын-ҡыҙҙарының яңыса йәшәргә өйрәнеүҙәрен, заман менән йәнәш атлауын күрһәтте.

Көҙҙөң сыуаҡ көнөндә күңелдәрҙе күтәреп, Сәскәләр байрамы йәмле йәйҙең бер көнөн хәтерләтте, илаһи матурлыҡҡа ғашиҡ иттерҙе, киләһе йылда ла йорт хужабикәләре баҡсаларын матур гөл-сәскәләр менән күмәсәктәрен белдереп таралышты.

Муллыҡ йәрминкәләре

Сентябрь – көҙҙөң иң мул айҙа­рының береһе. Шуға күрә уның тәүге көндәрендә үк райондың күп кенә ауылдарында Уңыш байрамдары киң ҡолас алды. Әлибай, Һамар, Ғә­лиәхмәт һәм Маҡанда үткән йәр­минкәлә тотош ауыл халҡы ихлас ҡатнашты. Кемдер йәшелсәләрҙән төрлө композиция эшләһенме, муйынсаҡтар яһаһынмы, йә булмаһа ҡышҡа витаминдарға бай төрлө салаттар алып сыҡһынмы... Шулай уҡ уңған хужабикәләрҙең тәмле-тәмле бәлеш-ләүәштәре, аҡтан яһалған ризыҡтары, ҡомалаҡ икмәге, төрлө емештәрҙән әҙерләнгән ҡайнатмалар һатып алыусылар араһында ҙур ихтыяж менән файҙаланды. Ҡаҙ һәм өйрәк түшкәләре лә үҙ хужаларын тапты.

Ә бына Һамар мәктәбе уҡыу­сылары йәрминкәлә ҡатнашып, үҙҙәренә байтаҡ табыш алды.

Йыр-бейеү, төрлө уйындар менән үрелеп барған муллыҡ йәрминкәләре райондың байтаҡ ауылдарында гөрләне.

Беҙ сәләмәт тормош яҡлы

Сәләмәт тормошто үҙ иткән, спортты яратыусылар өсөн район үҙәге Аҡъярҙа төрлө спорт ярыштары ойошторолдо. Яңыраҡ ҡына файҙа­ланыуға тапшырылған яһалма япма менән түшәлгән өр-яңы спорт майҙансығында балаларҙың шат тауыштары әллә ҡайҙан ишетелеп тора. Ата-әсәләрҙең дә ҡыуанысы ҙур. “Хәҙер балаларыбыҙҙы ҡурҡмай спорт секцияларына бирәсәкбеҙ. Элек имгәнеп, йығылып ҡуймаһындар тип хафалана инек, хәҙер улар өсөн бар уңайлыҡтар тыуҙырылған”, — тиҙәр улар.

Шахматта үҙ көстәрен һынап ҡараусылар өсөн дә, волейбол, футбол яратыусыларға ла ярыш урыны әҙерләнгән. Ә инде балаларға төрлө уйындар үткәреүҙе район мәҙәниәт бүлеге хеҙмәткәрҙәре үҙ өҫтөнә алған.

Район мәҙәниәт бүлеге начальнигы Лариса Мәмбәтова әйтеүенсә, һәр ауылдың мәҙәниәт усағы хеҙ­мәткәрҙәре халыҡтың ялын матур һәм файҙалы үткәреү өсөн төрлө мә­ҙәни саралар үткәрә. “Беҙҙә халыҡ дәртле, ихлас, талантлы. Ойошто­рорға ғына кәрәк, әйҙәүселәре булғанда, улар һәр сараны ла юғары кимәлдә атҡарып сыға ала”, — ти ул.

Көҙҙөң тәүге ял көндәрен хәйбул­лалар күтәренке кәйеф менән үт­кәрҙе. Ошондай Асыҡ ишектәр көнө һәр миҙгелдә лә кәрәк, ти уны ойоштороусылар һәм унда ҡатна­шыусылар.




Автор: К. ИШБУЛДИНА Район: Хәйбулла районы


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 0

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 3

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4

Өфөнән Вьетнамдың иң хозур утрауына тура рейстар башлана

Өфөнән Вьетнамдың иң хозур утрауына тура рейстар башлана 27.10.2026 // Йәмғиәт

«Өфө» халыҡ-ара аэропортынан Вьетнамға тура даими рейстар старт алды. VietJet авиакомпанияһы Өфө — ......

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә