Хәйбуллала “Асыҡ ишек”тәр көнө үтте
Районда Асыҡ ишектәр көнө сиктәрендә һәр ауылда тиерлек көҙгө муллыҡ йәрминкәләре үтте. Һәр кем үҙ баҡсаһында үҫкән емеш-еләкте, йәшелсә-картуфын һатыуға сығарған. Ә сәскәләрҙең матурлығынан күҙҙәр ҡамаша! Ниндәй генә төрҙәре, ниндәй генә төҫлөһө юҡ!
Сәскәләрҙән ҡылдым тамаша
Бәләкәй Арыҫланғол, Йәнтеш, Оло Әбеш, Әбүбәкер ауылдарында Сәскә байрамдары үткәрелде. Бәләкәй Арыҫланғол ауылы клубы етәксеһе Гөлназ Сурина әйтеүенсә, “Сәскә — күңел биҙәге” тип аталған байрамда ауылдаштары ҙур теләк менән ҡатнашҡан. Сәскәләрҙән төрлө композицияларҙың барыһы ла үҙҙәрендә үҫтерелгәндәрҙән яһалған. Бигерәк тә Айгөл Суринаның “Йәй һулышы”, Фирҙәүес Ямалетдинованың “Батмуста йәй”, Хәҙиә Байгилдинаның “Нәҙек бил” (бал ҡорто) тип аталғандары барыһын да хайран иткән. Байрамда ҡатнашыусыларҙың гөлдәрҙең 40-тан ашыу төрөн файҙаланыуы үҙе үк ауылда сәскә яратыусыларҙың күп булыуы хаҡында һөйләне. Теләүселәр өсөн “Сәскәле фея” исемле фотосессия үткәрелде. Байрамдан барыһы ла күтәренке күңел менән таралышты.
Яңы Ергән ауылының сәскә үҫтереүселәре лә был көндә барыһын да “Сәскә байрамы”на саҡырҙы. Күргәҙмәлә георгин, астра, флокс, раузаларҙан ниндәй генә гөлләмәләр юҡ ине! Шулай уҡ һуңғы йылдарҙа тарала башлаған “татлы букет”тарҙың урын алыуы ауыл ҡатын-ҡыҙҙарының яңыса йәшәргә өйрәнеүҙәрен, заман менән йәнәш атлауын күрһәтте.
Көҙҙөң сыуаҡ көнөндә күңелдәрҙе күтәреп, Сәскәләр байрамы йәмле йәйҙең бер көнөн хәтерләтте, илаһи матурлыҡҡа ғашиҡ иттерҙе, киләһе йылда ла йорт хужабикәләре баҡсаларын матур гөл-сәскәләр менән күмәсәктәрен белдереп таралышты.
Муллыҡ йәрминкәләре
Сентябрь – көҙҙөң иң мул айҙарының береһе. Шуға күрә уның тәүге көндәрендә үк райондың күп кенә ауылдарында Уңыш байрамдары киң ҡолас алды. Әлибай, Һамар, Ғәлиәхмәт һәм Маҡанда үткән йәрминкәлә тотош ауыл халҡы ихлас ҡатнашты. Кемдер йәшелсәләрҙән төрлө композиция эшләһенме, муйынсаҡтар яһаһынмы, йә булмаһа ҡышҡа витаминдарға бай төрлө салаттар алып сыҡһынмы... Шулай уҡ уңған хужабикәләрҙең тәмле-тәмле бәлеш-ләүәштәре, аҡтан яһалған ризыҡтары, ҡомалаҡ икмәге, төрлө емештәрҙән әҙерләнгән ҡайнатмалар һатып алыусылар араһында ҙур ихтыяж менән файҙаланды. Ҡаҙ һәм өйрәк түшкәләре лә үҙ хужаларын тапты.
Ә бына Һамар мәктәбе уҡыусылары йәрминкәлә ҡатнашып, үҙҙәренә байтаҡ табыш алды.
Йыр-бейеү, төрлө уйындар менән үрелеп барған муллыҡ йәрминкәләре райондың байтаҡ ауылдарында гөрләне.
Беҙ сәләмәт тормош яҡлы
Сәләмәт тормошто үҙ иткән, спортты яратыусылар өсөн район үҙәге Аҡъярҙа төрлө спорт ярыштары ойошторолдо. Яңыраҡ ҡына файҙаланыуға тапшырылған яһалма япма менән түшәлгән өр-яңы спорт майҙансығында балаларҙың шат тауыштары әллә ҡайҙан ишетелеп тора. Ата-әсәләрҙең дә ҡыуанысы ҙур. “Хәҙер балаларыбыҙҙы ҡурҡмай спорт секцияларына бирәсәкбеҙ. Элек имгәнеп, йығылып ҡуймаһындар тип хафалана инек, хәҙер улар өсөн бар уңайлыҡтар тыуҙырылған”, — тиҙәр улар.
Шахматта үҙ көстәрен һынап ҡараусылар өсөн дә, волейбол, футбол яратыусыларға ла ярыш урыны әҙерләнгән. Ә инде балаларға төрлө уйындар үткәреүҙе район мәҙәниәт бүлеге хеҙмәткәрҙәре үҙ өҫтөнә алған.
Район мәҙәниәт бүлеге начальнигы Лариса Мәмбәтова әйтеүенсә, һәр ауылдың мәҙәниәт усағы хеҙмәткәрҙәре халыҡтың ялын матур һәм файҙалы үткәреү өсөн төрлө мәҙәни саралар үткәрә. “Беҙҙә халыҡ дәртле, ихлас, талантлы. Ойошторорға ғына кәрәк, әйҙәүселәре булғанда, улар һәр сараны ла юғары кимәлдә атҡарып сыға ала”, — ти ул.
Көҙҙөң тәүге ял көндәрен хәйбуллалар күтәренке кәйеф менән үткәрҙе. Ошондай Асыҡ ишектәр көнө һәр миҙгелдә лә кәрәк, ти уны ойоштороусылар һәм унда ҡатнашыусылар.