Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » “Ҡарттар” тип әйтергә тел әйләнмәй
Саҡмағош районының балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе бөгөн оло йәштәгеләр ҡарамағында. Аҙнаһына бер нисә тапҡыр улар бында спорт менән шөғөлләнергә килә.

Заманында спорт мәктәбе директоры булып эшләгән, дауалау гимнастикаһы буйынса мул тәжрибә туплаған Фидрат Афзал улы Ғимаев хаҡлы ялға сыҡҡас, яратҡан һөнәрен ташларға уйламай, ололар өсөн ойошторолған университеттың дауалау-физкультура төркөмө менән эш башлай. “Аралашыуға һыуһаған, фай­ҙалы шөғөл менән мауығырға те­ләгән энтузиастар быуа быуыр­лыҡ булып сыҡты, – ти тренер. – Йәйге мәшәҡәттәр тамамланыуға халыҡ ағымы ла артасаҡ. Ҡышҡы­һын иллегә яҡын кеше һис тә ҡартлыҡҡа бирешергә теләмәй, сәләмәтлектәрен нығытыу өсөн спорт мәктәбенә даими йөрөнө. Тик уларҙы “ҡарттар” тип әйтергә телем әйләнмәй, рухтары ныҡ, күңелдәре йәш, кәйефтәре һәр саҡ күтәренке”.
Тренерҙың һүҙҙәре хаҡ. Бай­таҡтан бирле йога менән шө­ғөлләнгән 80 йәшлек Рита Табишеваның шпагатҡа ултыр­ғанын үҙ күҙҙәребеҙ менән күреп, спортсының һығыл­малылығына таң ҡалдыҡ.

Ветерандар һәүәҫкәр спорттың бер төрө булған скандинавса таяҡ менән йөрөүҙе лә үҙләш­тергән. Тәү ҡарамаҡҡа ябай ғына тойолған таяҡтарҙың тылсымлы көскә эйә булыуына улар ныҡлы ышана.

– Таяҡтар ярҙамында йөрө­гәндә арҡа һәм яурын мускулдары нығый. Аяҡ быуындары ауыртып ыҙалағандар өсөн күнекмәләр үтә файҙалы, быуындарға төшкән көсөргәнеш кәмей, – ти өлкәндәр.

Ысынлап та, был мөғжизәле таяҡтарҙың барлыҡҡа килеү тарихы ла ҡыҙыҡлы. Идея “авторы” – фин саңғысылары. Баҡһаң, йәйен таяҡтар ярҙамында күнекмә яһаған спортсылар ҡышҡы ярыш­тарҙа яҡшы һөҙөмтәгә ирешкән. Спортсыларҙың ҡул арты еңел булып сыға, таяҡ менән йөрөш тәүҙә Скандинавияла, аҙаҡ Европа илдәрендә танылыу ала.

86 йәшлек Тәскирә Мөғәллим ҡыҙы әйтеүенсә, спорттың был төрө йөрәк мускулдарын нығыта, матдәләр алмашыныуын яҡ­шырта, хатта организмды йә­шәртә. Германияла, мәҫәлән, уны бөтә реабилитация курстарына мотлаҡ элемент итеп индер­гәндәр. Таяҡ менән йөрөүҙең үҙ техникаһы ла бар икән. Шулай­ҙыр, ололар булмағанды һөй­ләмәҫ. Йор һүҙле, терегөмөштәй теремек Тәскирә Ғилуанованың спорт залында шөғөлләнеүен күҙәтеү ҙә – шуға дәлил. Йыл һайын ҡыҙы менән сит илдәрҙе гизгән, Башҡортостан шифаханаларында ял итергә яратҡан Тәскирә Мөғәллим ҡыҙының хәтере ныҡ­лығына иҫең китер. Таиланд, Төркиә, Чехия һәм башҡа илдәрҙең ниндәй курортында булыуын, ҡайһы диңгеҙҙә һыу ҡойоноуын бөгөнгөләй хәтерләй. Пенсияға сыҡҡас, Рәсәйҙең байтаҡ ҡалаларына сәйәхәт ҡылған. Ҡышын – бассейнға, йәйен Асылыкүлдә һыу инеүҙе хуп күрә.

Хеҙмәт ветеранының ҡурсаҡ­тай өйөндә үҙеңде музейҙа йө­рөгәндәй тояһың. Төрлө илдәрҙән алып ҡайтҡан сувенирҙар, сте­наларҙы биҙәгән ҡул эштәре, картиналар, күкрәп сәскә атҡан гөлдәр пенсионерҙың эске донъяһын байыта, кешеләргә һәр саҡ асыҡ күңелен йылыта торғандыр. Өй алдындағы яһалма күлдә уйынсыҡ өйрәктәр йөҙә. Биләмәне йәмләгән аллы-гөллө сәскәләр, туя ағастары ғына яһалма түгел, хужабикәнең егәрле ҡулдары, фантазияһы менән үҫтерелгән улар.


Автор: Динә АРЫҪЛАНОВА


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 7

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 7

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 4

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 5

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 6

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 5

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 6

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 5


Комментарий өҫтәргә