Саҡмағош районының балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе бөгөн оло йәштәгеләр ҡарамағында. Аҙнаһына бер нисә тапҡыр улар бында спорт менән шөғөлләнергә килә.
Заманында спорт мәктәбе директоры булып эшләгән, дауалау гимнастикаһы буйынса мул тәжрибә туплаған Фидрат Афзал улы Ғимаев хаҡлы ялға сыҡҡас, яратҡан һөнәрен ташларға уйламай, ололар өсөн ойошторолған университеттың дауалау-физкультура төркөмө менән эш башлай. “Аралашыуға һыуһаған, файҙалы шөғөл менән мауығырға теләгән энтузиастар быуа быуырлыҡ булып сыҡты, – ти тренер. – Йәйге мәшәҡәттәр тамамланыуға халыҡ ағымы ла артасаҡ. Ҡышҡыһын иллегә яҡын кеше һис тә ҡартлыҡҡа бирешергә теләмәй, сәләмәтлектәрен нығытыу өсөн спорт мәктәбенә даими йөрөнө. Тик уларҙы “ҡарттар” тип әйтергә телем әйләнмәй, рухтары ныҡ, күңелдәре йәш, кәйефтәре һәр саҡ күтәренке”.
Тренерҙың һүҙҙәре хаҡ. Байтаҡтан бирле йога менән шөғөлләнгән 80 йәшлек Рита Табишеваның шпагатҡа ултырғанын үҙ күҙҙәребеҙ менән күреп, спортсының һығылмалылығына таң ҡалдыҡ.
Ветерандар һәүәҫкәр спорттың бер төрө булған скандинавса таяҡ менән йөрөүҙе лә үҙләштергән. Тәү ҡарамаҡҡа ябай ғына тойолған таяҡтарҙың тылсымлы көскә эйә булыуына улар ныҡлы ышана.
– Таяҡтар ярҙамында йөрөгәндә арҡа һәм яурын мускулдары нығый. Аяҡ быуындары ауыртып ыҙалағандар өсөн күнекмәләр үтә файҙалы, быуындарға төшкән көсөргәнеш кәмей, – ти өлкәндәр.
Ысынлап та, был мөғжизәле таяҡтарҙың барлыҡҡа килеү тарихы ла ҡыҙыҡлы. Идея “авторы” – фин саңғысылары. Баҡһаң, йәйен таяҡтар ярҙамында күнекмә яһаған спортсылар ҡышҡы ярыштарҙа яҡшы һөҙөмтәгә ирешкән. Спортсыларҙың ҡул арты еңел булып сыға, таяҡ менән йөрөш тәүҙә Скандинавияла, аҙаҡ Европа илдәрендә танылыу ала.
86 йәшлек Тәскирә Мөғәллим ҡыҙы әйтеүенсә, спорттың был төрө йөрәк мускулдарын нығыта, матдәләр алмашыныуын яҡшырта, хатта организмды йәшәртә. Германияла, мәҫәлән, уны бөтә реабилитация курстарына мотлаҡ элемент итеп индергәндәр. Таяҡ менән йөрөүҙең үҙ техникаһы ла бар икән. Шулайҙыр, ололар булмағанды һөйләмәҫ. Йор һүҙле, терегөмөштәй теремек Тәскирә Ғилуанованың спорт залында шөғөлләнеүен күҙәтеү ҙә – шуға дәлил. Йыл һайын ҡыҙы менән сит илдәрҙе гизгән, Башҡортостан шифаханаларында ял итергә яратҡан Тәскирә Мөғәллим ҡыҙының хәтере ныҡлығына иҫең китер. Таиланд, Төркиә, Чехия һәм башҡа илдәрҙең ниндәй курортында булыуын, ҡайһы диңгеҙҙә һыу ҡойоноуын бөгөнгөләй хәтерләй. Пенсияға сыҡҡас, Рәсәйҙең байтаҡ ҡалаларына сәйәхәт ҡылған. Ҡышын – бассейнға, йәйен Асылыкүлдә һыу инеүҙе хуп күрә.
Хеҙмәт ветеранының ҡурсаҡтай өйөндә үҙеңде музейҙа йөрөгәндәй тояһың. Төрлө илдәрҙән алып ҡайтҡан сувенирҙар, стеналарҙы биҙәгән ҡул эштәре, картиналар, күкрәп сәскә атҡан гөлдәр пенсионерҙың эске донъяһын байыта, кешеләргә һәр саҡ асыҡ күңелен йылыта торғандыр. Өй алдындағы яһалма күлдә уйынсыҡ өйрәктәр йөҙә. Биләмәне йәмләгән аллы-гөллө сәскәләр, туя ағастары ғына яһалма түгел, хужабикәнең егәрле ҡулдары, фантазияһы менән үҫтерелгән улар.