Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Учалыға – ике “бишле”
Учалы ҡалаһы үҙенең 55 йыллыҡ юбилейын билдәләне. Уның барлыҡҡа килеүе был төбәктә баҡыр-цинк ятҡылыҡтарының табылыуы һәм уның нигеҙендә тау-байыҡтырыу комбинатының төҙөлөүенә бәйле. Шуға ла төбәк халҡы ике байрамды – Шахтерҙар көнөн һәм ҡала юбилейын берсә байрам итте.

Учалыларҙы ҡотларға Баш­ҡортостан Республикаһы Башлығы Рөстәм Хәмитов, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары, республика Хөкүмәте ағзалары һәм башҡа мәртәбәле ҡунаҡтар килде.

Үҙенең юбилейына ыҡсым ҡала тағы ла күркәмләнгән. Бында йәшәү, эшләү, рәхәтләнеп ял итеү өсөн бөтә шарттар ҙа бар. Төҙөлөш ҡыҙыу тиҙлектә бара, яңы йорттар, социаль объекттар ҡалҡып сыға. Һуңғы йылдарҙа “Ҡала мөхите” федераль программаһына ярашлы биш ихата, 22 күп фатирлы йорт капиталь ремонтланған, юлдар, тротуарҙар төҙөкләндерелгән. Ҡаланың үҙәк майҙанында барлыҡҡа килгән музыкаль фонтан, яңыртылған парк халыҡтың иң яратҡан ял итеү урынына әйләнгән.

Учалылар “Урындағы баш­лан­ғыс­тарҙы яҡлау” програм­маһында ҙур әүҙемлек күрһәтә. Уның нигеҙендә саңғы-роллер трассаһы төҙөлгән, пляж төҙөкләндерелгән.

Көндөң һалҡынса булыуына ҡарамаҫтан, иртә менән ҡала урамдары шат ауаздарға күмелде. Ял һәм мәҙәниәт паркында көрәш, традицион уҡтан атыу, футбол буйынса ярыштар, райондың ҡымыҙ эшләү оҫталарының конкурсы ойошторолдо, аттракциондар бушлай эшләне.

Үҙәк майҙандағы тау сәнәғәтендә ҡулланылған ҡеүәтле техника күр­гәҙ­мәһе учалыларҙа ла, ҡунаҡтарҙа ла ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты. Урындағы оҫталарҙың ҡул эштәре, милли аш-һыу төрлөлөгө лә бер кемде лә битараф ҡалдырманы.

Байрамдың рәсми өлөшө “Таусы” стадионында хеҙмәт коллектив­тарының парады менән асылды. Иңдәренә “Мин – ҡаланың йәш­тәше” тип яҙылған таҫмалар таҡҡан Учалы тиңдәштәренең колоннаһы дәррәү алҡыштарға күмелде.

– Үҙҙәренең хеҙмәт ҡаҙаныш­тары һәм тормош сифаты өсөн учалылар бөгөн хаҡлы рәүештә ике “бишле”гә лайыҡ, – тип билдәләне республика Башлығы үҙенең сығышында. – Ҡала көндән-көн күркәмләнә, төҙөкләндерелә, сәнәғәт комплексы тотороҡло үҫешә, уның флагманы һаналған Тау-байыҡтырыу комбинаты һәм башҡа предприятие-учреждениелар яңынан-яңы ҡаҙаныштарға өлгәшә. Республика тарафынан Учалыға артабан да һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк. Халыҡ өсөн иң кәрәкле объект – яңы хирургия корпусын төҙөү быйыл уҡ башланасаҡ.

Рөстәм Хәмитов бер төркөм хеҙмәт алдынғыларын юғары наградалар менән бүләкләне, шул иҫәптән комбинаттың иң тырыш хеҙмәткәрҙәре “Башҡортостандың атҡаҙанған шахтеры” исеменә лайыҡ булды.

Муниципаль район хакимиәте башлығы Фәрит Дәүләтгәрәев тә хеҙмәт коллективтарына, ветеран­дарға, райондың имен, тотороҡло үҫешенә күп көс һалған Тау-байыҡтырыу комбинаты хеҙмәткәр­ҙәренә сикһеҙ рәхмәтен белдерҙе.

– Быйыл комбинат Яңы Учалы ятҡылығын үҙләштерә башланы, йыл аҙағына тиклем сығарыласаҡ 100 тонна руданы юбилей бүләге итеп ҡабул итегеҙ, – тине ҡотлау сығышында Учалы тау-байыҡтырыу комбинатының генераль директоры Зәкәриә Ғибәҙуллин. Уның “ятҡы­лыҡ таусыларҙы кәмендә 42 йылға эш менән тәьмин итәсәк” тигән белдереүе дәррәү алҡыштарға күмелде.

Учалы үҙенең таланттары менән дан тота. Юбилейға арнап яҙылған “Ҡәҙерле ҡалам” (С. Лукашин һүҙ­ҙәре, М. Әминев көйө) йырын муниципаль филармония артистарына ҡушылып барыһы ла башҡарҙы. “Ләйсән”, “Ирәмәл” бейеү ансамбл­дәре, һәүәҫкәр коллективтарҙың сығыш­тары көн дауамында халыҡтың күңелен асты. Өфөнән килгән яҡташтарҙың, күрше Магнитогорск ҡалаһы артистарының сығыштары ла байрамға йәм өҫтәне.

Ә кисен меңәрләгән Учалы халҡы үҙәк майҙанда Башҡорт­остандың атҡаҙанған артисы Радик Юлъяҡшиндың концертына йыйылды һәм ҡаланы аллы-гөллө нурҙарға күмгән 55 салютты тамаша ҡылды.

Сағыу ут яҡтыһында һәр кемдең йөҙөндә тамашаға һоҡланыу менән бер рәттән тыуған ҡалаһы, яҡташтары өсөн ғорурлыҡ тойғоһо ла сағыла ине.


Автор: Римма СОЛТАНОВА Фото: Наил Акмеев
Район: Учалы ҡалаһы


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп тәғәйенләнеүе ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп тәғәйенләнеүе ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 0

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 3

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4

Өфөнән Вьетнамдың иң хозур утрауына тура рейстар башлана

Өфөнән Вьетнамдың иң хозур утрауына тура рейстар башлана 27.10.2026 // Йәмғиәт

«Өфө» халыҡ-ара аэропортынан Вьетнамға тура даими рейстар старт алды. VietJet авиакомпанияһы Өфө — ......

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә