Учалы ҡалаһы үҙенең 55 йыллыҡ юбилейын билдәләне. Уның барлыҡҡа килеүе был төбәктә баҡыр-цинк ятҡылыҡтарының табылыуы һәм уның нигеҙендә тау-байыҡтырыу комбинатының төҙөлөүенә бәйле. Шуға ла төбәк халҡы ике байрамды – Шахтерҙар көнөн һәм ҡала юбилейын берсә байрам итте.
Учалыларҙы ҡотларға Башҡортостан Республикаһы Башлығы Рөстәм Хәмитов, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары, республика Хөкүмәте ағзалары һәм башҡа мәртәбәле ҡунаҡтар килде.
Үҙенең юбилейына ыҡсым ҡала тағы ла күркәмләнгән. Бында йәшәү, эшләү, рәхәтләнеп ял итеү өсөн бөтә шарттар ҙа бар. Төҙөлөш ҡыҙыу тиҙлектә бара, яңы йорттар, социаль объекттар ҡалҡып сыға. Һуңғы йылдарҙа “Ҡала мөхите” федераль программаһына ярашлы биш ихата, 22 күп фатирлы йорт капиталь ремонтланған, юлдар, тротуарҙар төҙөкләндерелгән. Ҡаланың үҙәк майҙанында барлыҡҡа килгән музыкаль фонтан, яңыртылған парк халыҡтың иң яратҡан ял итеү урынына әйләнгән.
Учалылар “Урындағы башланғыстарҙы яҡлау” программаһында ҙур әүҙемлек күрһәтә. Уның нигеҙендә саңғы-роллер трассаһы төҙөлгән, пляж төҙөкләндерелгән.
Көндөң һалҡынса булыуына ҡарамаҫтан, иртә менән ҡала урамдары шат ауаздарға күмелде. Ял һәм мәҙәниәт паркында көрәш, традицион уҡтан атыу, футбол буйынса ярыштар, райондың ҡымыҙ эшләү оҫталарының конкурсы ойошторолдо, аттракциондар бушлай эшләне.
Үҙәк майҙандағы тау сәнәғәтендә ҡулланылған ҡеүәтле техника күргәҙмәһе учалыларҙа ла, ҡунаҡтарҙа ла ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты. Урындағы оҫталарҙың ҡул эштәре, милли аш-һыу төрлөлөгө лә бер кемде лә битараф ҡалдырманы.
Байрамдың рәсми өлөшө “Таусы” стадионында хеҙмәт коллективтарының парады менән асылды. Иңдәренә “Мин – ҡаланың йәштәше” тип яҙылған таҫмалар таҡҡан Учалы тиңдәштәренең колоннаһы дәррәү алҡыштарға күмелде.
– Үҙҙәренең хеҙмәт ҡаҙаныштары һәм тормош сифаты өсөн учалылар бөгөн хаҡлы рәүештә ике “бишле”гә лайыҡ, – тип билдәләне республика Башлығы үҙенең сығышында. – Ҡала көндән-көн күркәмләнә, төҙөкләндерелә, сәнәғәт комплексы тотороҡло үҫешә, уның флагманы һаналған Тау-байыҡтырыу комбинаты һәм башҡа предприятие-учреждениелар яңынан-яңы ҡаҙаныштарға өлгәшә. Республика тарафынан Учалыға артабан да һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк. Халыҡ өсөн иң кәрәкле объект – яңы хирургия корпусын төҙөү быйыл уҡ башланасаҡ.
Рөстәм Хәмитов бер төркөм хеҙмәт алдынғыларын юғары наградалар менән бүләкләне, шул иҫәптән комбинаттың иң тырыш хеҙмәткәрҙәре “Башҡортостандың атҡаҙанған шахтеры” исеменә лайыҡ булды.
Муниципаль район хакимиәте башлығы Фәрит Дәүләтгәрәев тә хеҙмәт коллективтарына, ветерандарға, райондың имен, тотороҡло үҫешенә күп көс һалған Тау-байыҡтырыу комбинаты хеҙмәткәрҙәренә сикһеҙ рәхмәтен белдерҙе.
– Быйыл комбинат Яңы Учалы ятҡылығын үҙләштерә башланы, йыл аҙағына тиклем сығарыласаҡ 100 тонна руданы юбилей бүләге итеп ҡабул итегеҙ, – тине ҡотлау сығышында Учалы тау-байыҡтырыу комбинатының генераль директоры Зәкәриә Ғибәҙуллин. Уның “ятҡылыҡ таусыларҙы кәмендә 42 йылға эш менән тәьмин итәсәк” тигән белдереүе дәррәү алҡыштарға күмелде.
Учалы үҙенең таланттары менән дан тота. Юбилейға арнап яҙылған “Ҡәҙерле ҡалам” (С. Лукашин һүҙҙәре, М. Әминев көйө) йырын муниципаль филармония артистарына ҡушылып барыһы ла башҡарҙы. “Ләйсән”, “Ирәмәл” бейеү ансамблдәре, һәүәҫкәр коллективтарҙың сығыштары көн дауамында халыҡтың күңелен асты. Өфөнән килгән яҡташтарҙың, күрше Магнитогорск ҡалаһы артистарының сығыштары ла байрамға йәм өҫтәне.
Ә кисен меңәрләгән Учалы халҡы үҙәк майҙанда Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Радик Юлъяҡшиндың концертына йыйылды һәм ҡаланы аллы-гөллө нурҙарға күмгән 55 салютты тамаша ҡылды.
Сағыу ут яҡтыһында һәр кемдең йөҙөндә тамашаға һоҡланыу менән бер рәттән тыуған ҡалаһы, яҡташтары өсөн ғорурлыҡ тойғоһо ла сағыла ине.