Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Ә хәҙер трактор кәрәк...
Ә хәҙер трактор кәрәк......Бәлә һорап йөрөмәй, ти халыҡ. Бер мәл Яңы Федоровка ауылында янғын сыға. Утты һүндереү бик ауырға төшә, сөнки һыу алыу өсөн ҡышын йылға туң. Шуға беренсе тапҡыр “Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү” программаһында ҡатнашҡанда уҡ Ашҡаҙар ауылы советы халҡы һыу һаҡлау өсөн һауыт урынлаштырырға ҡарар итә.

– Төрлө проекттар уйланылды, шулай ҙа һыйымға туҡталдыҡ һәм уны былтыр ҡыш урынлаштырып та ҡуйҙыҡ, – тип барлай башҡарылған эштәрҙе биләмә башлығы Рита Йосопова.
Әлбиттә, бындай программала тәүге тапҡыр ҡатнашҡанда бер аҙ шикләнеү ҙә булған, сөнки программаның төп шарты – сығымдарҙың ниндәйҙер өлөшөн башта урындағы халыҡ индерә, күпмелер аҡсаны булдыҡлылар өҫтәй, ҡалғаны иһә – дәүләт ярҙамы. Әммә ҡурҡыу урынһыҙ булып сыға. Үҙәк ролен үтәгән Яңы Федоровкала йәшәүселәр ҙә, биләмәгә ҡараған башҡа ауылдарҙың халҡы ла дәррәү эш башлай. Бигерәк тә инициатива төркөмө етәксеһе Рәсимә Ғиззәтуллина халыҡты әүҙем­ләштереп, ҙур роль үтәй, шул уҡ ваҡытта ошо ерлектең таянысы булған фермер-эшҡыуарҙар ҙа маҡтауға лайыҡ.
– Миңнулла Буранғолов, Александр Тихонов, Ҡасим Ишембаевтар гелән ярҙам итә, – тип телгә алды Рита Тәлғәт ҡыҙы йүнселдәрҙе.
Ғөмүмән, тиҙ арала ҙур трактор килеп, соҡор ҡаҙып та ҡуя, 60 кубометрлыҡ мискәне ер аҫтына урынлаштыралар. Һауытҡа һыуҙы йыраҡтан ташыйһы түгел – ҡоҙоҡ шунда уҡ ҡаҙылған. Тимәк, һыу бөтмәйәсәк.
345 мең һумлыҡ проектты ғәмәлгә ашырғандан һуң, биләмә етәксеһе халыҡ менән берлектә ең һыҙғанып икенсеһенә тотона.
– Был юлы мәктәптең тәҙрәләрен алмаштырырға булдыҡ һәм тиҙ арала документтарҙы тапшырып, ыңғай баһа алдыҡ, – тип һөйләй Рита Йосопова программаның мөмкинлектәре тураһында.
Белем усағына пластик тәҙрәләр ҡуйыу иһә 1 миллион 170 мең һумға төшкән. Эштәр шулай уҡ тиҙ арала башҡарылған, уҡытыусылар һәм ата-әсәләр берҙәм булып, балалар яҙғы каникулдан сығыуға, төҙөүселәр ҡалдырған сүп-сарҙы йыйыштырып та ҡуйған.
Өсөнсө тапҡыр ҡатнашып, ауыл биләмәһе мәктәпкәсә төркөм бинаһын ремонтлай, йәғни ҡыйыҡ яңыртыла. Проект 630 мең һумға барып баҫҡан. Эш ошо көндәрҙә тамамланған да инде. Иҫке шифер һүтеп алынып, йәшел төҫлө ҡалайҙан ҡыйыҡ ябылған. Ҡыйыҡ менән бергә бинаның алды ла матурлап буялған, ә ихатала иһә сәскәләр күҙҙең яуын алып тора. Ике тиҫтәнән ашыу малай һәм ҡыҙ каникулдан һуң баҡсаларын танымай ҙа торор әле.
Шулай итеп, бер түгел, өс ҙур мәшәҡәт атҡарып сыҡҡандар бында “Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү” программаһы нигеҙендә, әммә киләсәктә лә туҡтап ҡалырға йыйынмайҙар: “Төрлө эштәрҙе башҡарыу өсөн трактор кәрәк”, – тиҙәр бер тауыштан яңы федоровкалар. Ғөмүмән, халыҡ та, етәкселек тә ауыл­дарҙы төҙөкләндереү буйынса мөмкин­лектәрҙе тулыһынса файҙаланырға тырыша. Мәҫәлән, экологик программа­ларға таянып, Мәҡсүт ауылы халҡының баҡсаларын яҙ ташҡын йыумаһын өсөн Ашҡаҙар йылғаһы тәрәнәйтелгән, “Реаль эштәр” проекты ярҙамында “Хәсрәтле әсә” һәйкәленә 870 мең һумлыҡ ремонт яһал­ған. Атап әйткәндә, һәйкәл реконструк­цияланған, ҡоймалар ҡуйылған, эскәмйә урынлаштырылған, юл түшәлгән. Әлеге проект ярҙамында ауылда спорт майҙансығы төҙөлгән.
Шуныһы иғтибарға лайыҡ: урындағы халыҡ милләт-ара, ауыл-ара дуҫ булып йәшәй, эше лә, ашы ла бергә, тигәндәй. Мәҫәлән, быйыл Мәҡсүт ауылында гөрләтеп “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” байрамы үткәргәндәр. Унда ауылдаштар ғына түгел, хатта ырыуҙаштар ҙа килгән. Туғандарын табып, туғанлашып ҙур табын ҡорғандар.
– Өмә булһынмы, байрам ойошто­рол­һонмо – халыҡ беҙҙә әүҙем, дини йола­ларҙы хөрмәт итеп йәшәйҙәр, – ти Мәҡсүт ауылының дин әһеле Урал Әлимбаев. Ғөмүмән, тормош ҡайнай бында.


Стәрлетамаҡ районы.


Автор: Рәмил МАНСУРОВ.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 0

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 3

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4

Өфөнән Вьетнамдың иң хозур утрауына тура рейстар башлана

Өфөнән Вьетнамдың иң хозур утрауына тура рейстар башлана 27.10.2026 // Йәмғиәт

«Өфө» халыҡ-ара аэропортынан Вьетнамға тура даими рейстар старт алды. VietJet авиакомпанияһы Өфө — ......

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә