...Бәлә һорап йөрөмәй, ти халыҡ. Бер мәл Яңы Федоровка ауылында янғын сыға. Утты һүндереү бик ауырға төшә, сөнки һыу алыу өсөн ҡышын йылға туң. Шуға беренсе тапҡыр “Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү” программаһында ҡатнашҡанда уҡ Ашҡаҙар ауылы советы халҡы һыу һаҡлау өсөн һауыт урынлаштырырға ҡарар итә.– Төрлө проекттар уйланылды, шулай ҙа һыйымға туҡталдыҡ һәм уны былтыр ҡыш урынлаштырып та ҡуйҙыҡ, – тип барлай башҡарылған эштәрҙе биләмә башлығы Рита Йосопова.
Әлбиттә, бындай программала тәүге тапҡыр ҡатнашҡанда бер аҙ шикләнеү ҙә булған, сөнки программаның төп шарты – сығымдарҙың ниндәйҙер өлөшөн башта урындағы халыҡ индерә, күпмелер аҡсаны булдыҡлылар өҫтәй, ҡалғаны иһә – дәүләт ярҙамы. Әммә ҡурҡыу урынһыҙ булып сыға. Үҙәк ролен үтәгән Яңы Федоровкала йәшәүселәр ҙә, биләмәгә ҡараған башҡа ауылдарҙың халҡы ла дәррәү эш башлай. Бигерәк тә инициатива төркөмө етәксеһе Рәсимә Ғиззәтуллина халыҡты әүҙемләштереп, ҙур роль үтәй, шул уҡ ваҡытта ошо ерлектең таянысы булған фермер-эшҡыуарҙар ҙа маҡтауға лайыҡ.
– Миңнулла Буранғолов, Александр Тихонов, Ҡасим Ишембаевтар гелән ярҙам итә, – тип телгә алды Рита Тәлғәт ҡыҙы йүнселдәрҙе.
Ғөмүмән, тиҙ арала ҙур трактор килеп, соҡор ҡаҙып та ҡуя, 60 кубометрлыҡ мискәне ер аҫтына урынлаштыралар. Һауытҡа һыуҙы йыраҡтан ташыйһы түгел – ҡоҙоҡ шунда уҡ ҡаҙылған. Тимәк, һыу бөтмәйәсәк.
345 мең һумлыҡ проектты ғәмәлгә ашырғандан һуң, биләмә етәксеһе халыҡ менән берлектә ең һыҙғанып икенсеһенә тотона.
– Был юлы мәктәптең тәҙрәләрен алмаштырырға булдыҡ һәм тиҙ арала документтарҙы тапшырып, ыңғай баһа алдыҡ, – тип һөйләй Рита Йосопова программаның мөмкинлектәре тураһында.
Белем усағына пластик тәҙрәләр ҡуйыу иһә 1 миллион 170 мең һумға төшкән. Эштәр шулай уҡ тиҙ арала башҡарылған, уҡытыусылар һәм ата-әсәләр берҙәм булып, балалар яҙғы каникулдан сығыуға, төҙөүселәр ҡалдырған сүп-сарҙы йыйыштырып та ҡуйған.
Өсөнсө тапҡыр ҡатнашып, ауыл биләмәһе мәктәпкәсә төркөм бинаһын ремонтлай, йәғни ҡыйыҡ яңыртыла. Проект 630 мең һумға барып баҫҡан. Эш ошо көндәрҙә тамамланған да инде. Иҫке шифер һүтеп алынып, йәшел төҫлө ҡалайҙан ҡыйыҡ ябылған. Ҡыйыҡ менән бергә бинаның алды ла матурлап буялған, ә ихатала иһә сәскәләр күҙҙең яуын алып тора. Ике тиҫтәнән ашыу малай һәм ҡыҙ каникулдан һуң баҡсаларын танымай ҙа торор әле.
Шулай итеп, бер түгел, өс ҙур мәшәҡәт атҡарып сыҡҡандар бында “Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү” программаһы нигеҙендә, әммә киләсәктә лә туҡтап ҡалырға йыйынмайҙар: “Төрлө эштәрҙе башҡарыу өсөн трактор кәрәк”, – тиҙәр бер тауыштан яңы федоровкалар. Ғөмүмән, халыҡ та, етәкселек тә ауылдарҙы төҙөкләндереү буйынса мөмкинлектәрҙе тулыһынса файҙаланырға тырыша. Мәҫәлән, экологик программаларға таянып, Мәҡсүт ауылы халҡының баҡсаларын яҙ ташҡын йыумаһын өсөн Ашҡаҙар йылғаһы тәрәнәйтелгән, “Реаль эштәр” проекты ярҙамында “Хәсрәтле әсә” һәйкәленә 870 мең һумлыҡ ремонт яһалған. Атап әйткәндә, һәйкәл реконструкцияланған, ҡоймалар ҡуйылған, эскәмйә урынлаштырылған, юл түшәлгән. Әлеге проект ярҙамында ауылда спорт майҙансығы төҙөлгән.
Шуныһы иғтибарға лайыҡ: урындағы халыҡ милләт-ара, ауыл-ара дуҫ булып йәшәй, эше лә, ашы ла бергә, тигәндәй. Мәҫәлән, быйыл Мәҡсүт ауылында гөрләтеп “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” байрамы үткәргәндәр. Унда ауылдаштар ғына түгел, хатта ырыуҙаштар ҙа килгән. Туғандарын табып, туғанлашып ҙур табын ҡорғандар.
– Өмә булһынмы, байрам ойошторолһонмо – халыҡ беҙҙә әүҙем, дини йолаларҙы хөрмәт итеп йәшәйҙәр, – ти Мәҡсүт ауылының дин әһеле Урал Әлимбаев. Ғөмүмән, тормош ҡайнай бында.
Стәрлетамаҡ районы.