Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Бер ҡарлуғас та яҙ килтерә…
Бер ҡарлуғас та яҙ килтерә…Кешенең рухи хәле шулай ҡоролған, күрәһең: яҡшылыҡҡа, еңел тормошҡа тиҙ өйрәнә, ҡулайлаша, ә бына кисергән ауырлыҡтарҙы хәтеренән йәһәтерәк юйып ташларға тырыша. Әммә ҡайһы саҡ ҡиммәттәрҙе баһалау, яңы еңеүҙәргә артылыу өсөн үтелгән юлға ҡараш ташлау ҙа бик мөһим.

Уйлаһаң, уйылып китерлек… Үткән быуаттың тынысһыҙ, ярһыулы туҡһанынсы йылдарында СССР-ҙың ҡапыл тарҡалыуы ил яҙмышын ҡырҡа үҙгәрткән, әсәлек, балалыҡ, ғаилә мәсьәләләре көн үҙәгенән ситләшкән дәүерҙә “Герой-әсә” исемен биреү, “Әсәлек даны” орденын һәм “Әсәлек миҙалы”н тапшырыуҙың туҡтатылыуы тәбиғи төҫлө ине.
Иҡтисади шарттар ауыр, тыуым түбән, эскелек һәм наркомания күкрәп сәскә атҡан осор… “Буштың атаһы үлгән” хәтәр йылдар. Ошондай ҡатмарлы мәлдә күп балалы ғаиләләрҙең ауыр, хөрмәткә лайыҡ хеҙмәтен ғәҙел баһалаған “Әсәлек даны” миҙалын бул­дырырға ҡарар ителде.
Әммә көтөп алынған указдың күп әсәләрҙә һөйөнөс урынына көйөнөс тыуҙырыуына, уның күп балалы барлыҡ ғаиләләргә лә ҡағылмауына, шул сәбәпле ҡәнәғәтһеҙлек белдереп яҙылған хаттарҙың редакцияларға, Ҡоролтайҙың Закондар сығарыу Палатаһына килеүенә лә шаһит булдыҡ. Ошо йәһәттән “Башҡортостан ҡыҙы” журналы редакцияһында эшләгән осорҙа был проблемаға йыш ҡына әйләнеп ҡайтырға, райондарға командировкаларға сығырға, урындағы ҡайһы бер етәкселәрҙең вайымһыҙлығы, әллә яуапһыҙлығы арҡа­һында хужаһына барып етмәгән награда­ларҙы юлларға ярҙам итергә тура килде.
Ҡоро һүҙ генә булып ҡалмаһын өсөн, күп балалы әсәләрҙең редакцияға килгән бер нисә хатын миҫалға килтерәйек. Ниндәй әрнеүле, йөрәкте һыҙлатҡыс юлдар…
“…Мин бишенсе баламды алып ҡайтҡанда, Юғары Советты утҡа тотоп, тарҡаттылар, Совет власының бар ҡаҙаныштарын аяҡ аҫтына һалып тапанылар. Әсәйем дә, ҡәйнәм дә заманында миҙалға лайыҡ булғайнылар. Ә минең һәм сабыйҙарымдың ни ғәйебе бар? Магазин кәштәләре буш, хаҡтар бер туҡтауһыҙ үҫкән, аҙыҡ-түлеккә талон индерелгән осорҙа ауырлыҡ менән үҫтерҙем уларҙы. Балаларыма бер ойоҡ, бер колготки алыр өсөн таңдан тороп сират алыуҙар иҫкә төшә. Ә шәкәр алыу өсөн кемдәргә генә инәлмәнем, кемдәр алдында ғына теҙләнмәнем? Ошоларҙы иҫкә төшөрһәң, тамаҡҡа төйөр тығыла. Ғәҙелһеҙлектән күңел әрней…”
“Мин дә бит миҙал алғандарҙан һис кәм түгел, шулай уҡ биш бала тәрбиәләйем. Шул тиклем сабый тәрбиәләп тә, бер ҡайҙан ярҙам, иғтибар юҡ. Илағылар килә ҡайһы саҡта! Награда алыусылар араһында ниңә мин юҡ?”
“Гәзит-журналдарҙы ҡулға алһаң, теге йәки был райондың күп балалы әсәләре “Әсәлек даны” миҙалы менән бүләкләнгән тигән хәбәрҙәрҙе уҡыйһың да аптырап ҡалаһың. Ниңә ул беҙҙең төпкөл районға килеп етмәй икән? Уны нисек юллайҙар?”
“Кемдәрҙелер һөйөндөргән, кемдәр­ҙелер көйөндөргән ундай законды кем сығарған? Ҡайҙа барһаң да, “закон ҡушмай” тип аңлаталар…”
Һәр указ, донъяға сыҡҡансы, төрлө яҡлап ентекле өйрәнелә, “Әсәлек даны” миҙалы тураһындағыһы өҫтөндә лә махсус комиссия байтаҡ эшләп, һығымтаға килә. Һуңғы һигеҙ йыл эсендә күп балалы әсәләрҙе иҫәпкә алыу, бүләкләү эше бөтөнләй туҡтатылған, ташландыҡ хәлгә килгән өлкәлә бөтә хаталарҙы, етешһеҙлектәрҙе бер юлы төҙәтеү ҙә, барлыҡ күп әсәләрҙең хеҙмәтен баһалау ҙа мөмкин түгел ине. Шуға күрә ауыл ерҙәрендә ололауға, йылы һүҙгә сарсаған, сабыр холоҡло бихисап ҡатындарыбыҙ награданан мәхрүм ҡалды.
Аҙаҡҡы балаға бер йәш тулғандан һуң өс ай эсендә әсәгә миҙал юллау эше ҡуҙғатылырға тейеш. Тимәк, 1990–1997 йылдарҙа бәпес тапҡан күп бала тәрбиәләүселәр “Әсәлек даны” миҙалын алыусылар исемлегенә инмәй тигән һүҙ. Өҫтәүенә ҡайһы бер райондарҙа яуаплы белгестәрҙең һүлпәнлеге арҡаһында документтарҙың ваҡытында ебәрелмәү осраҡтары булғыланы.
Бер үк шарттарҙа йәшәгән ике ҙур ғаиләне күҙ алдына килтерәйек. Бишенсе сабыйына йәш тулған әсәнең хеҙмәтен баһалап, награда тапшырабыҙ ҙа, ә шул уҡ ауылда ете бала тәрбиәләгән әсәне күрмәмешкә һалышабыҙ, сөнки төпсөгө Указға тиклем тыуып өлгөргән. Йәш буйынса награда бирелеүен сикләү, моғайын, финанс ҡытлығын иҫәпкә алып эшләнгәндер. Ғәҙелһеҙлек ебәрелеүен юғары даирәләрҙә лә танынылар, әлбиттә. “Башҡортостан Республикаһында күп балалы ғаиләләрҙе дәүләт яҡлауы тураһында” Закон проекты өҫтөндә ҡыҙыу эш башланды. Әсәләрҙең мәнфәғәттәрен яҡлау, адреслы ярҙам күрһәтеү тураһында фекер алышыуҙар барҙы. Һәр хәлдә, яңы награданың булдырылыуы йәмәғәтселек­тең иғтибарын күп балалы ғаиләләрҙең йәшәйешенә, хәл ителмәгән проблемаларына йүнәлтте, киләсәктә был тәңгәлдә мотлаҡ “боҙ ҡуҙғалырына” өмөт уятты.
Бер үк осорҙа, бер үк шарттарҙа ауырлыҡ менән биштән ашыу бала тәрбиәләгән әсәләрҙең хәлен дә, үпкәһен дә депутаттарыбыҙ аңламай ине тиһегеҙме? Юҡ, улар артабан да яңы закондың һәр һүҙе ҡағыҙҙа ғына ҡалмаһын, финанс менән нығытылһын өсөн ныҡышмалы эшләне. Халыҡ өсөн иң ауыр осорҙа етәкселектең ғаилә мәсьәләләренә йөҙ менән боролоуын, матди ярҙам күрһәтеүен һоҡланғыс күренеш тип баһаларға мөмкин. Бер ҡарлуғас та, баҡһаң, яҙ килтерә икән…
Ғәжәп, тарих биттәренә күҙ ташлаһаҡ, хатта һуғыш осоронда ла әсәләрҙең иғтибар үҙәгендә булыуын яҡшы күрәһең: 1944 йылда ун һәм унан да күберәк бала тәрбиәләгән ҡатындар өсөн “Герой-әсә” исеме булдырылған, лайыҡлыларға орден тапшырылған. Ошо уҡ Указ менән “Әсәлек даны” ордены һәм “Әсә­лек миҙалы” булдырылған. 1945 – 1991 йылдарҙа Баш­ҡортостан буйынса “Герой-әсә” исе­менә 35 меңдән ашыу ҡатын-ҡыҙ лайыҡ булған.
Уларға миҙал менән бергә аҡсалата ярҙам да күрһәтелә. 2019 йылдың 1 ғинуарынан ул 16 мең 950 һум тәшкил итәсәк.
Тормош беҙ ҡәтғи тип иҫәпләгән закондарға ла үҙгәрештәр индерергә һәләтле. Бөгөн республикабыҙҙа балалы ғаиләләрҙең көнкүреш шарттарын яҡшыртыуға күберәк мөмкинлек биргән көслө социаль сәйәсәт алып барыла тип ҙур ғорурлыҡ менән әйтә алабыҙ. Ғаиләне яҡлаусы, демографик сәйәсәтте билдә­ләүсе күп мөһим документтар донъя күрҙе, әммә камиллашыуҙың сиге юҡ. Билдәле, ғаиләне яҡлау пособие түләү, адреслы ярҙам менән генә сикләнеүҙе аңлатмай. Яңы балалар баҡсалары, мәктәптәр төҙөлөүе, хатта ғаилә мәсьәләләрен үҙ өҫтөнә алған министрлыҡтың барлыҡҡа килеүе, тыуымдың артыуы, ғөмүмән, социаль сәйәсәттең һөҙөмтәлелеген раҫлаған сағыу миҫалдарҙы күпләп килтерергә мөмкин булыр ине. Мәҫәлән, киләһе йылдың аҙағына Башҡортостанда 17 балалар баҡсаһының кескәйҙәрҙе ҡабул итеүе планлаштырыла. Ошо маҡсатҡа республика бюджетынан – 1 миллиард 29 миллион һум, федераль ҡаҙнанан 1 миллиард 361 миллион һум аҡса бүленәсәк.
Тик шуныһы, дәүләттең оло хәстәр­легенә ғаиләләр нисек яуаплар? Өмөт­тәрҙе, тотонолған сығымдарҙы аҡларлыҡ, ил өсөн ныҡлы терәк булырҙай лайыҡлы алмаш тәрбиәләй алырбыҙмы? Быныһы инде һәр ғаиләнең заманға яраҡлаша белеүенән, тырышлығынан, теләгенән торғанлығы бер кемгә лә сер түгел.


Автор: Динә АРЫҪЛАНОВА


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Өфөгә «Юрий Никулин» теплоходы килде

Өфөгә «Юрий Никулин» теплоходы килде 06.05.2026 // Йәмғиәт

Өфөгә «Юрий Никулин» теплоходы килде...

Тотош уҡырға 1

«Ул минең ҡояшым ине»: Нина Толкачева тормош иптәше хаҡында һөйләне

«Ул минең ҡояшым ине»: Нина Толкачева тормош иптәше хаҡында һөйләне 06.05.2026 // Йәмғиәт

«Ул минең ҡояшым ине»: Нина Толкачева тормош иптәше хаҡында һөйләне...

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда почта бүлексәләре эш графигын үҙгәртә

Башҡортостанда почта бүлексәләре эш графигын үҙгәртә 06.05.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың почта бүлексәләре 9 майҙа Еңеү көнөн билдәләүгә бәйле эш графигын үҙгәртә, тип ......

Тотош уҡырға 2

Башҡортостан хөкүмәте башлығы яңы герой-әсә менән таныштырҙы

Башҡортостан хөкүмәте башлығы яңы герой-әсә менән таныштырҙы 06.05.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан хөкүмәте башлығы яңы герой-әсә менән таныштырҙы...

Тотош уҡырға 1

Өфөлә Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы рәйесе Константин Толкачев менән хушлашалар

Өфөлә Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы рәйесе Константин Толкачев менән хушлашалар 06.05.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы рәйесе Константин Толкачев менән хушлашалар...

Тотош уҡырға 1

Радий Хәбиров «Үлемһеҙ полк» акцияһына онлайн ҡушылырға саҡырҙы
Республикала бер айҙан ҡабанға һунар башлана

Республикала бер айҙан ҡабанға һунар башлана 05.05.2026 // Йәмғиәт

12 майҙан республиканың Экология министрлығында һунарсыларҙан рөхсәт ҡағыҙы алыуға ғаризалар ҡабул ......

Тотош уҡырға 1

Республикала Еңеү көнө уңайынан 68 ветеран түләү алды

Республикала Еңеү көнө уңайынан 68 ветеран түләү алды 05.05.2026 // Йәмғиәт

Йыл һайын түләү Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытында хәрәкәттәге армияла хеҙмәт иткән йәки хәрби хәрәкәттәр ......

Тотош уҡырға 2

Өфөнән Аҡтауға тура рейстар асыла

Өфөнән Аҡтауға тура рейстар асыла 05.05.2026 // Йәмғиәт

Өфөнән Аҡтауға тура рейстар асыла...

Тотош уҡырға 2

Өфө аэропортында рейстар тотҡарлана

Өфө аэропортында рейстар тотҡарлана 05.05.2026 // Йәмғиәт

Был үҙгәрештәр һауа киңлеген файҙаланыу буйынса ғәмәлдәге сикләүҙәргә бәйле....

Тотош уҡырға 2

Республикала аномаль эҫе булыуы көтөлә
Башҡортостандан йондоҙло пар икенсегә малай көтә

Башҡортостандан йондоҙло пар икенсегә малай көтә 04.05.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандан йондоҙло пар икенсегә малай көтә...

Тотош уҡырға 1


Комментарий өҫтәргә