Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Ҡөрьән сүрәһен бағышлап, ҡабатлайым исемегеҙҙе...
— Әлдә ҡарт “День Победы”ға тиклем йәшәне.
Ҡарт, тим, прадедушка, ну, 65 йыл йәшәне, — юлсым еңел машинаһының көҙгөһөндә елберҙәп барған таҫмаға ымланы. — Мин дә тағып алдым. Заслужил. Ҡарт, тим, ғүмере лә булған. Тәки йәшәне. Просто фантастика. Ауылдағы өйөн ремонтларға күп кенә аҡса тейҙе, алып та өлгөрҙө — үлде лә. Өйөн һаттыҡ, мин — бүлмәле, үәт!
Баҡһаң, юлда мине туҡтап ултыртҡан егеттең ҡартатаһы һуғышта ҡатнашып, иҫән-һау әйләнеп ҡайтҡан икән. Батыр булған. Һөйләүенсә, Ҡыҙыл Йондоҙ ордены менән бүләкләнгән. Фронттан һуң ауылда йәшәгән, колхозда эшләгән. Егеттең әйтеүенсә, ваҡытлыса ике тапҡыр ҡалаға ла пропискаға инеп алған. Юлдашымдың олатаһына фатир алышыу өсөн. Совет ваҡытында шулай ине бит. Өҫтәмә бүлмә кәрәк икән — ауылдағы атай-әсәйеңде, туған-тыумасаңды пропискаға индер. Һуңынан инде оҫтарып алған улы фронтовиктың паспортына үҙенең малайының адресы менән “мисәт һуҡтыра”. Йәнәһе, ветеран ейәне менән йәшәй. Бына шулай, ҡарт һуғыштан ҡайтып иң тәүҙә үҙенең донъяһын бөтәйтә, һуңынан улы менән ейәненә фатир алып бирешә. Хәҙер килеп бүләре, Еңеүҙең 65 йыллығы айҡанлы йүнәтелгән ҡартатаһының ауылдағы өйөн һатып, фатирлы булып ҡалған.
“Әлдә ҡарт “День Победы”ға тиклем йәшәне...” “Заслужил...”
Ҡолаҡ төбөнән китмәй был һүҙҙәр.
— Заслужил, тиһең дә, үҙең армияға барҙыңмы һуң? — тип һорайым егеттән.
— Отмашка... Осечка...
Төпсөнмәнем. Аҙмы тормошта “отмашка”, “осечкалар...”.
“Заслужил”. Минең дә түш кеҫәлә бер нисә таҫма ята. Ҡайтҡас, улдарыма бирермен, тим. Улар ҙа азатлыҡ өсөн башын һалғандарҙың бүләрҙәре бит.
Хәтеремдә, бәләкәй саҡта малайҙар араһында олатайҙар менән ғорурланыу, уларҙың фронттағы батырлыҡтарын һөйләү, шапыртып ебәреү, үҙенсә маҡтанышыу бар ине. Нисек кенә булмаһын, тәрбиә шулай булды: нәфис фильмдарҙың иң мауыҡтырғысы — һуғыш тураһында, байрамдарҙың иң тулҡынландырғысы — Еңеү көнө, уйындарҙың иң ҡыҙығы — һуғыш, атыш. Һүҙҙәрҙең дә ҡыҙыуы, бәхәслеһе: “Минең олатай шулай булған”, “минең бабай былай һуғышҡан...”
Бик мөһим, бик һәйбәт тәрбиә. Ил тойғоһо. Хәҙергесә әйтһәк, патриотлыҡ. Шуғалырмы беҙҙең заманда (заман — ниндәй алыҫ һымаҡ!) “отмашка”, “осечкалар” булманы. Ғөмүмән, оят ине, ғәрлек инек уларҙы әйтеүе.
— Минең бабайҙы ниместәр уратып алған, уның патроны бөткән. Үҙе лә шартлаған, гранатаһы менән тегеләрҙе лә шартлатҡан...
Балалыҡ дуҫым Илфаҡ һөйләгәндә ауыҙҙы асабыҙ, тел шартлатабыҙ. Үәт бит, нисек! Тик һуңынан ғына, өс тиҫтәнән ашыу йыл ваҡыт үткәс, уның бер түгел, дүрт бер туған бабаһының һуғыш яланында башын һалғанын белдем: Сәйетгәрәй Сәғитовтың өлкән улы Бәхти 1944 йылдың ғинуарында, Дәүләтгәрәй — унан алда, Ғатаулла — 43-төң ғинуарында, артынса уҡ Лотфулла “хәбәрһеҙ юғалғандар”.
Ауылдаштарыбыҙ бер туған Зариф, Мөхәмәт, Мотаһар Мөхәмәтйәровтар төрлө йылдарҙа бер-бер артлы һәләк булған. Әсәйемдең бер туған ағалары кесе лейтенант Нуретдин Хәйретдин улы Сәғитов 1941 йылдың сентябрендә, уның бер туған ҡустыһы Мәжит өс йылдан һуң ил өсөн башын һалған. Олатайым — сержант Тимерғәле Нурмөхәмәт улы Ураҙғолов һуғышты ахырынаса үтеп, 1945 йылдың 10 апрелендә Австрияның баш ҡалаһы Венаны азат иткәндә танкында яна. Ә 9 май көндө... береһенән-береһе бәләкәй биш балаһына, ғаиләһенә “ҡара ҡағыҙы” килә. Ураҙғоловтарҙан — Исламетдин, Ишмөхәмәт, Фәрхетдин... Кәримов, Әмиров, Бакиров, Әминев, Сәлихов, Рәхимғолов, Юнысов, Юлдашевтар...
Мулла, Ҡөрьән сүрәһе уҡығас, рухтарға бағышлап, эстән генә исемдәрен әйтәләр. Беҙ ҙә, әҙ генә тын тороп, яҡындарыбыҙҙың исемдәрен ҡабатлайыҡ...
Таҫма елберҙәй. Уны рәсми рәүештә хәҙер Георгий таҫмаһы тиҙәр. Ләкин 1941–1945 йылғы һуғыштан һуң ул өйҙәребеҙгә “Наше дело правое — мы победили” миҙалы, Дан ордены таҫмаһы булып ингән. Булһын — Георгий таҫмаһы, Дан ордены таҫмаһы. Киләсәк быуындар өсөн — Еңеү таҫмаһы. Был көндө элекке Советтар Союзы илдәрендә йөҙәр-йөҙәр миллион кеше уны тағып, иле өсөн башын һалғандарҙы, еңеп, иҫән-һау ҡайтҡандарҙы, тылда барлыҡ көсөн, таҙалығын сарыф иткәндәрҙе хәтерләр...
Рәлис УРАҘҒОЛОВ




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 3

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 3

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә