Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Йәшәй белгәнгә тормош йәмле
Йәшәй белгәнгә тормош йәмлеБер-береһенә ҡәҙер-хөрмәт күрһәтеп, атҡан һәр таңға ҡыуанып, балаларының иғтибар-ихтирамын тойоп йәшәй Сәйҙә менән Урал Ғәлиндәр. Бәхетле улар. Күңел тороштары йөҙҙәрендә нур булып сағыла.


Ғәлиндәрҙең бергә йәшәүенә хәҙер ҡырҡ йылдан ашыу. Биш балаға ғүмер биреп, үҫтереп, оло тормош юлына аяҡ баҫтырып, хәҙер ике ейән һәм өс ейәнсәр һөйгән хөрмәтле олатай-өләсәй улар. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, үҙҙәренә бала ҡайғыһы кисерергә лә тура килә: улдары Илшат бик иртә баҡыйлыҡҡа күсә.
Сәйҙә Хәлфетдин ҡыҙы йәшләй генә хеҙмәт юлын “Завет Ильича” колхозының Юлдаш бригадаһында һауынсы булып башлай. “Ҡара таңдан эшкә барыр инек, – тип хәтерләй ул. – Ҡармы, буранмы, ямғырмы, эҫеме – һауынға һуң­ламай йөрөлдө. Нисек өлгөр­гәнбеҙ? Донъяһын да көттөк, балаларҙы ла ҡараныҡ. Һауынсы һөнәренең ул саҡта абруйы ҙур ине”. Алдынғылыҡты бирмәй Сәйҙә Ғәлина, һәр саҡ юғары күрһәт­кестәргә өлгәшә. Бер һыйырҙан өс мең литр һөт һауған ваҡыттары ла була. Колхоздар бөтөрөлөп, һыйыр аҙбарҙары ташландыҡ хәлгә ҡалғас, йөрәге ни тиклем өҙгөлән­гәнен апай үҙе генә беләлер. Артабан ул балалар баҡсаһында тәрбиәсе ярҙамсыһы булып эшләп, шунан хаҡлы ялға сыға.
Үҙ эшенә ғәжәп яуаплы ҡараған уңған һауынсыға һөт ташыу машинаһында йөрөгән Урал Муллайән улы тәү күреүҙән ғашиҡ була һәм яңылышмай. Ғәлиндәр эштә лә, тормошта ла бер-береһенә оло терәк-таяныс була. Ғаилә башлығы йәй комбайнда йөрөй, ҡыш тракторға ултыра. “Һәр эште бөтөн күңелемде биреп, яратып башҡарҙым”, – ти ул. Урал Муллайән улы фиҙакәр хеҙмәте, социалистик йөкләмәләрҙе уңышлы үтәгәне өсөн БАССР-ҙың һәм Юғары Совет президиумының почет грамоталары, маҡтау, рәхмәт хаттары менән бүләкләнә, бер нисә йыл рәттән районда, республикала “Иң яҡшы комбайнсы” исеменә лайыҡ була, “Сәсеү батыры” тип таныла. Уның күкрәген “Почет Билдәһе” ордены һәм “Хеҙмәт ветераны” миҙалы биҙәй.
– Өлкән йәштә булыуыбыҙға ҡарамаҫтан, бөгөн дә эшһеҙ ултырғаныбыҙ юҡ, – ти йорт хужабикәһе. – Балаларға ярҙамлашайым, етеш йәшәйем тиһәң, ҡара таңдан кискә тиклем хәрәкәттә булырға кәрәк. Шунһыҙ муллыҡ, бәрәкәт килмәй.
Уның һүҙҙәрен ағай ҙа ҡеүәтләй. Өлкәндәр мал-тыуарҙы күпләп аҫрай, ҡош-ҡорт көтә. Яҙҙан көҙгә тиклем баҡса эше менән була улар. Хужабикә гөл үҫтерергә ярата. Матурлыҡты һөйгәнгә күрә лә тормоштары йәмле үҙҙәренең. Хаҡлы ялда булыуҙарына ҡарамаҫтан, ауыл тормошонда ла ҡайнап йәшәй Ғәлиндәр. Сәйҙә Хәлфетдин ҡыҙы – Юлдаш ауылындағы ҡатын-ҡыҙҙар советының иң әүҙем ағзаһы, шулай уҡ мәҙәниәт йорто ҡа­рамағындағы фольклор ансам­блендә сығыш яһай. Ҡул эштәренә лә маһир: башҡорт милли кейемдәре тегә, ҡашмау, селтәр яһай. Ә Урал Муллайән улы – ауыл старостаһы. Гусев биләмәһенә ҡараған Юлдаш халҡы күпселек йомош менән уға килә. Ста­ростаның ауылдағы барлыҡ проблемаларҙы хәл итеүҙә өлөшө баһалап бөткөһөҙ. Көтөү, һыу, юл мәсьәләләре булһынмы, тирә-яҡты таҙартыумы – бер эш тә уның ҡатнашлығынан тыш башҡа­рыл­май. Ауылдаштарының фекеренә ҡолаҡ һалып, проблемаларҙы мәлендә күтәреп, был хаҡта кәрәкле урындарға еткереп, халыҡты ҡулынан килгәнсә хәстәрләй староста. Шуға ла уның һүҙен тыңлайҙар, кәңәшен тоталар.
Ҡайҙа нисектер, ә бына Әб­йәлилдә үкел ҡыҙ (ҡиәмәтлек) тө­шөнсәһе бар. Бер ғаилә сит кешене үҙенә ҡыҙ йәки һеңле, апай итеп ала. Был ғәмәлдең үҙенә күрә йолалары бар. Ғәлиндәр Әбдрәш ауылы ҡыҙы, ошондағы килен Зифа Йәнғазинаны үкел ҡыҙ итеп алған. Тимәк, улар янына йәнә бер яңы ғаилә һыйынған, йылылыҡ тапҡан. Юлдаштың ошондай күркәм ғәҙәтле өлкәндәре ауылды ғына түгел, тотош районды йәмләп йәшәй.

Әбйәлил районы.


Автор: Кәримә УСМАНОВА.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостанда популяр курортҡа автобустар йөрөй башлай

Башҡортостанда популяр курортҡа автобустар йөрөй башлай 22.05.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда популяр курортҡа автобустар йөрөй башлай...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостан вуздарына бюджет урындары һаны билдәле булды

Башҡортостан вуздарына бюджет урындары һаны билдәле булды 22.05.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан вуздарына бюджет урындары һаны билдәле булды...

Тотош уҡырға 3

Радий Хәбиров Ҡырмыҫҡалы районындағы табип амбулаторияһының эшен күрһәтте
Республикала Курбатовтарҙың ишле ғаиләһендә алтынсы сабый тыуған
Өфө блогеры һәм альпинист Рөстәм Нәбиев Эвересты яуланы

Өфө блогеры һәм альпинист Рөстәм Нәбиев Эвересты яуланы 21.05.2026 // Йәмғиәт

Яҡташыбыҙ донъяның иң бейек түбәһенә флаг ҡаҙаған һәм «ҡолағандан һуң тормош бөтә тип уйлағандар ......

Тотош уҡырға 3

«Шүлгәнташ» музейы Лихачев исемендәге Милли премияға лайыҡ булды

«Шүлгәнташ» музейы Лихачев исемендәге Милли премияға лайыҡ булды 21.05.2026 // Йәмғиәт

«Шүлгәнташ» «Милли ҡаҙаныш» номинацияһында еңеү яуланы....

Тотош уҡырға 3

Өфөлә һәм Стәрлетамаҡта ҡайҙа ҡорбан салырға

Өфөлә һәм Стәрлетамаҡта ҡайҙа ҡорбан салырға 21.05.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә һәм Стәрлетамаҡта ҡайҙа ҡорбан салырға...

Тотош уҡырға 3

Баш ҡалала Ағиҙел йылғаһы күперендә хәрәкәт ваҡытлыса сикләнә

Баш ҡалала Ағиҙел йылғаһы күперендә хәрәкәт ваҡытлыса сикләнә 21.05.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡалала Ағиҙел йылғаһы күперендә хәрәкәт ваҡытлыса сикләнә...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостан торлаҡ-коммуналь хужалыҡты яңыртыу темптары буйынса лидерҙар иҫәбенә инде

Башҡортостан торлаҡ-коммуналь хужалыҡты яңыртыу темптары буйынса лидерҙар иҫәбенә инде 21.05.2026 // Йәмғиәт

Төбәктә 2022 йылдан алып 269 километр инженер селтәрҙәре файҙаланыуға тапшырылған....

Тотош уҡырға 2

Баймаҡта Байсыуаҡовтар ғаиләһендә һигеҙенсе сабый тыуған

Баймаҡта Байсыуаҡовтар ғаиләһендә һигеҙенсе сабый тыуған 21.05.2026 // Йәмғиәт

Баймаҡта Байсыуаҡовтар ғаиләһендә һигеҙенсе сабый тыуған...

Тотош уҡырға 2

Май аҙағында һәм июнь башында Башҡортостанға ямғырҙар килә

Май аҙағында һәм июнь башында Башҡортостанға ямғырҙар килә 21.05.2026 // Йәмғиәт

Гисметео мәғлүмәттәренә ярашлы, май аҙағында һәм июнь башында Башҡортостанда тотороҡһоҙ һауа торошо ......

Тотош уҡырға 1

Башҡорт йырсыһы Сабина Кучаева атаһының һуңғы концерты хаҡында һөйләне

Башҡорт йырсыһы Сабина Кучаева атаһының һуңғы концерты хаҡында һөйләне 20.05.2026 // Йәмғиәт

Башҡорт йырсыһы Сабина Кучаева атаһының һуңғы концерты хаҡында һөйләне...

Тотош уҡырға 2


Комментарий өҫтәргә