Бер-береһенә ҡәҙер-хөрмәт күрһәтеп, атҡан һәр таңға ҡыуанып, балаларының иғтибар-ихтирамын тойоп йәшәй Сәйҙә менән Урал Ғәлиндәр. Бәхетле улар. Күңел тороштары йөҙҙәрендә нур булып сағыла.Ғәлиндәрҙең бергә йәшәүенә хәҙер ҡырҡ йылдан ашыу. Биш балаға ғүмер биреп, үҫтереп, оло тормош юлына аяҡ баҫтырып, хәҙер ике ейән һәм өс ейәнсәр һөйгән хөрмәтле олатай-өләсәй улар. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, үҙҙәренә бала ҡайғыһы кисерергә лә тура килә: улдары Илшат бик иртә баҡыйлыҡҡа күсә.
Сәйҙә Хәлфетдин ҡыҙы йәшләй генә хеҙмәт юлын “Завет Ильича” колхозының Юлдаш бригадаһында һауынсы булып башлай. “Ҡара таңдан эшкә барыр инек, – тип хәтерләй ул. – Ҡармы, буранмы, ямғырмы, эҫеме – һауынға һуңламай йөрөлдө. Нисек өлгөргәнбеҙ? Донъяһын да көттөк, балаларҙы ла ҡараныҡ. Һауынсы һөнәренең ул саҡта абруйы ҙур ине”. Алдынғылыҡты бирмәй Сәйҙә Ғәлина, һәр саҡ юғары күрһәткестәргә өлгәшә. Бер һыйырҙан өс мең литр һөт һауған ваҡыттары ла була. Колхоздар бөтөрөлөп, һыйыр аҙбарҙары ташландыҡ хәлгә ҡалғас, йөрәге ни тиклем өҙгөләнгәнен апай үҙе генә беләлер. Артабан ул балалар баҡсаһында тәрбиәсе ярҙамсыһы булып эшләп, шунан хаҡлы ялға сыға.
Үҙ эшенә ғәжәп яуаплы ҡараған уңған һауынсыға һөт ташыу машинаһында йөрөгән Урал Муллайән улы тәү күреүҙән ғашиҡ була һәм яңылышмай. Ғәлиндәр эштә лә, тормошта ла бер-береһенә оло терәк-таяныс була. Ғаилә башлығы йәй комбайнда йөрөй, ҡыш тракторға ултыра. “Һәр эште бөтөн күңелемде биреп, яратып башҡарҙым”, – ти ул. Урал Муллайән улы фиҙакәр хеҙмәте, социалистик йөкләмәләрҙе уңышлы үтәгәне өсөн БАССР-ҙың һәм Юғары Совет президиумының почет грамоталары, маҡтау, рәхмәт хаттары менән бүләкләнә, бер нисә йыл рәттән районда, республикала “Иң яҡшы комбайнсы” исеменә лайыҡ була, “Сәсеү батыры” тип таныла. Уның күкрәген “Почет Билдәһе” ордены һәм “Хеҙмәт ветераны” миҙалы биҙәй.
– Өлкән йәштә булыуыбыҙға ҡарамаҫтан, бөгөн дә эшһеҙ ултырғаныбыҙ юҡ, – ти йорт хужабикәһе. – Балаларға ярҙамлашайым, етеш йәшәйем тиһәң, ҡара таңдан кискә тиклем хәрәкәттә булырға кәрәк. Шунһыҙ муллыҡ, бәрәкәт килмәй.
Уның һүҙҙәрен ағай ҙа ҡеүәтләй. Өлкәндәр мал-тыуарҙы күпләп аҫрай, ҡош-ҡорт көтә. Яҙҙан көҙгә тиклем баҡса эше менән була улар. Хужабикә гөл үҫтерергә ярата. Матурлыҡты һөйгәнгә күрә лә тормоштары йәмле үҙҙәренең. Хаҡлы ялда булыуҙарына ҡарамаҫтан, ауыл тормошонда ла ҡайнап йәшәй Ғәлиндәр. Сәйҙә Хәлфетдин ҡыҙы – Юлдаш ауылындағы ҡатын-ҡыҙҙар советының иң әүҙем ағзаһы, шулай уҡ мәҙәниәт йорто ҡарамағындағы фольклор ансамблендә сығыш яһай. Ҡул эштәренә лә маһир: башҡорт милли кейемдәре тегә, ҡашмау, селтәр яһай. Ә Урал Муллайән улы – ауыл старостаһы. Гусев биләмәһенә ҡараған Юлдаш халҡы күпселек йомош менән уға килә. Старостаның ауылдағы барлыҡ проблемаларҙы хәл итеүҙә өлөшө баһалап бөткөһөҙ. Көтөү, һыу, юл мәсьәләләре булһынмы, тирә-яҡты таҙартыумы – бер эш тә уның ҡатнашлығынан тыш башҡарылмай. Ауылдаштарының фекеренә ҡолаҡ һалып, проблемаларҙы мәлендә күтәреп, был хаҡта кәрәкле урындарға еткереп, халыҡты ҡулынан килгәнсә хәстәрләй староста. Шуға ла уның һүҙен тыңлайҙар, кәңәшен тоталар.
Ҡайҙа нисектер, ә бына Әбйәлилдә үкел ҡыҙ (ҡиәмәтлек) төшөнсәһе бар. Бер ғаилә сит кешене үҙенә ҡыҙ йәки һеңле, апай итеп ала. Был ғәмәлдең үҙенә күрә йолалары бар. Ғәлиндәр Әбдрәш ауылы ҡыҙы, ошондағы килен Зифа Йәнғазинаны үкел ҡыҙ итеп алған. Тимәк, улар янына йәнә бер яңы ғаилә һыйынған, йылылыҡ тапҡан. Юлдаштың ошондай күркәм ғәҙәтле өлкәндәре ауылды ғына түгел, тотош районды йәмләп йәшәй.
Әбйәлил районы.