Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Һөйләшер һүҙҙәр бар әле
Әйтерһең, тәү башлап уҡырға килгәнбеҙ: мәктәп тә, уҡытыусыларыбыҙ ҙа йылмайып ҡаршы алды. Тик был юлы ҡыйыуһыҙ уҡыусылар урынында сәстәренә сал төшкән апайҙар, олпат ир-егеттәр...

– Һаумы, класташ! Һине танырлыҡ та түгел!
– Бер ҙә үҙгәрмәгәнһең! Күпме йылдар, күпме һыуҙар аҡҡан...
Шатлыҡлы осрашыуҙар, күрешеүҙәр, күҙ йәштәре... Класс бүлмәләре, музей, ҡасандыр беҙҙең тауыштарҙан гөрләп торған мәктәп коридоры...
Уҡыусыларҙың йәйге ялы булһа ла, мәктәп шат ауаздарҙан тынмай, сөнки аҙна һайын тиерлек клас­таштар осрашыуы үтеп тора. 10, 15, 40, 50 йыл элек тамамлаусылар йыйылды быйыл. Мәктәп – ул белем усағы, уның йылыһы беҙҙе ҡасандыр берләштергән, ялҡыны дуҫлаштырған, ә осҡондары ғүмерлеккә күңел түрендә дөрләй.
Шөкөр, 35 йыл үткәс, беҙ ҙә күрештек, алыҫ араларҙы осрашыу өмөтө яҡынайтты. Килгән класташтарҙың әйтер һүҙе, бүлешер шатлыҡ-уңыштары күп булды.
Беҙ бынан 35 йыл элек мәктәпте 66 уҡыусы тамамланыҡ. Ҡыҙғаныс, йәшләй генә баҡыйлыҡҡа күсеүселәр ҙә бихисап. Уларҙы иҫкә алып, ауылыбыҙҙың иман йортона барып, хәйер-доғалар бағышлаттыҡ.
Класташтарым өсөн ҡыуанып, уларҙың уңыштарына ихлас шатланып ҡайттым. Республикабыҙҙа, унан ситтә лә ғаилә ҡороп, балалар үҫтереп, хәҙер ейән-ейәнсәрҙәр наҙына төрөнөп йәшәй улар. Венер Рәхимов оҙаҡ йылдар Салауат ҡалаһында монтажсы булып эшләп, хаҡлы ялға сыҡҡан. Белемгә, юғары маҡсаттарға ынтылыусан балалар үҫтергән.
Илдус Әхмәтшин – төҙөлөш өлкәһендә етәксе, тырыш хеҙмәте менән уңыштарға өлгәшкән ғаилә башлығы. Ғабдулла Аҫылбаев исемле класташыбыҙ – биш ҡыҙға атай, хәләл ефете менән матур, етеш тормошта йәшәйҙәр. Ришат Мәжитов, Әлтәф Фәхретдинов бал ҡорто үрсетеү менән шөғөлләнәләр. Азамат Мәүлетҡолов, Фәнир Ишмырҙин ауылыбыҙҙа төпләнеп, матур донъя көтәләр.
Ҡыҙҙарыбыҙ ҙа тормошта юғалып ҡалмай, ауырлыҡтарға бирешмәй төрлө өлкәлә эшләп йөрөйҙәр. Рәйлә Хәкимова Татарстандың Менделеев ҡалаһындағы заводтарҙың береһендә утыҙ йылға яҡын смена етәксеһе булып эшләй. Эшлекле, ҡыйыу һүҙле, коллективҡа идара итеү оҫталығы булған класташыбыҙ менән ғорурланмау мөмкин түгел. Гөлдәр Юлбарыҫова йорттарҙы заманса биҙәү эштәре менән мәшғүл, хатта Санкт-Петербург, Мәскәү ҡалаларында ла оҫталығын күрһәтеп өлгөргән. Зөһрә Хәйруллина – мәктәп директоры, Рәйсә Ғәзизова ашнаҡсы һөнәренә тоғро, Нәсимә Йәғәфәрова – Өфө ҡалаһында торлаҡ-коммуналь хужалыҡта. Ҡыҫҡаһы, хәләл көсөн түгеп, тырыш хеҙмәт аша тормошта бәхет тапҡан класташтарым.
Эйе, йылдар үткән һайын мәктәп юлы күңелгә яҡыныраҡ була бара. Балалыҡ, йәшлек йылдары һағындырып йышыраҡ иҫкә төшкәнгәлер инде. Яратҡан уҡытыусыларыбыҙ янында үҙебеҙҙе тағы ла уҡыусылар итеп тойҙоҡ.
– Һаумыһығыҙ, балалар! Дәресте башлайбыҙ, – тине класс етәксебеҙ, математика уҡытыусыһы Риф Заһит улы Вәлиев, тап бынан 35 йыл элеккесә.
Уның тормош иптәше Альмира Миңлейәр ҡыҙы – рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы. Пушкин, Лермонтов, Толстой, Есенин әҫәрҙәрен күңелдәргә һалған уҡытыусыбыҙҙың ҡапыл ғына әйткән һүҙҙәре тетрәндерҙе лә, һоҡландырҙы ла.
– Һеҙ инде олатай, өләсәй булған кешеләр. Ейән-ейәнсәрҙәрегеҙҙе башҡорт теленә өйрәтеү, миллә­тебеҙҙең йолаларын, йыр-моңдарын күңелдәренә еткереү – һеҙҙең бурыс. “Бабушка, дедушка, мама, папа” тип әйтергә юл ҡуймағыҙ! – тине ул. – Телһеҙ халыҡҡа әйләнеп, илһеҙ-ерһеҙ ҡалмайыҡ!
Бына бит, күпме йылдар үтһә лә, уҡытыусыла­рыбыҙҙың беҙгә белем, һабаҡ бирер һүҙҙәре һаман да бар икән дә...
Альмира Миңлейәр ҡыҙы менән Риф Заһит улы үҙ эшенә мөкиббән китеп, балаларға аң-белем биреп кенә ҡалмай, үҙ миҫалдарында юғары рухлы кешелек сифаттарын тәрбиәләргә тырышты. Дүрт бала үҫтереп, оло тормош юлына сығарҙы улар, ауылыбыҙҙың абруйлы, ихтирамлы уҡытыусылары күптәргә өлгө булып йәшәй.
Музыка уҡытыусыһы Хәннән Закир улы Байбулдин да хәтирәләргә бирелде, уҡытҡан осорон иҫенә төшөрөп, беҙҙе яңынан шул йылдарға алып ҡайтты. Тормош юлдашы Роза Шәриф ҡыҙы инглиз теленән уҡытты, класс етәксеһе булып, уҡыусыларын төрлө яҡлап камиллыҡҡа өндәй торғайны. Уның тураһында яҡты иҫтәлектәр һаҡлана күңелебеҙҙә. Беҙгә белем биргән уҡытыусыларыбыҙҙың һәр береһен иҫкә алып, уларға рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙек.
Мәктәп – ул балалыҡ йылдары, ғүмерҙең иң сағыу һәм бер ҡайғыһыҙ мәле. Ун йыл бергә уҡыған класташтар менән бер ғаилә булып шатлыҡ-уңыштарын, бәләкәй генә уңышһыҙлығын да бергә үткәргән ваҡыт. Аллаға шөкөр, ҡайтып күрер, осрашыр урыныбыҙ бар – мәктәбебеҙ йәшәй. Был да әлеге заманда – оло бәхет.

Ғафури районы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Башҡортостанда мышы һәм айыу аулауға рөхсәт ҡағыҙҙарына йәрәбә һалына

Башҡортостанда мышы һәм айыу аулауға рөхсәт ҡағыҙҙарына йәрәбә һалына 18.11.2025 // Йәмғиәт

Башҡортостанда мышы һәм айыу аулауға рөхсәт ҡағыҙҙарына йәрәбә һалына...

Тотош уҡырға 4

Өфөлә Тәлғәт Тажетдиндың Баш мөфтөй итеп һайланыуына 45 йыл тулыуҙы билдәләйҙәр

Өфөлә Тәлғәт Тажетдиндың Баш мөфтөй итеп һайланыуына 45 йыл тулыуҙы билдәләйҙәр 18.11.2025 // Йәмғиәт

Өфөлә Тәлғәт Тажетдиндың Баш мөфтөй итеп һайланыуына 45 йыл тулыуҙы билдәләйҙәр...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда ямғыр һәм епшек ҡар яуыуы фаразлана
Башҡортостан участковыйы Рәсәйҙең Эске эштәр министрлығы конкурсында өсөнсө урынды яуланы

Башҡортостан участковыйы Рәсәйҙең Эске эштәр министрлығы конкурсында өсөнсө урынды яуланы 17.11.2025 // Йәмғиәт

Рәсәй эске эштәр министры, полиция генералы Владимир Колокольцев илдең участковыйҙар коллективын...

Тотош уҡырға 18

Рәсәйҙә совет халҡы геноциды ҡорбандары иҫтәлеге мәңгеләштерелә

Рәсәйҙә совет халҡы геноциды ҡорбандары иҫтәлеге мәңгеләштерелә 17.11.2025 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә совет халҡы геноциды ҡорбандары иҫтәлеге мәңгеләштерелә...

Тотош уҡырға 10

Башҡортостанда бер үк ваҡытта ике кадрҙар үҙәге асылды

Башҡортостанда бер үк ваҡытта ике кадрҙар үҙәге асылды 17.11.2025 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров һәм Рәсәйҙең хеҙмәт һәм социаль яҡлау министры урынбаҫары...

Тотош уҡырға 14

Өфөлә участка полицейскийҙары Башҡортостан Башлығына үҙҙәренең эше тураһында һөйләне

Өфөлә участка полицейскийҙары Башҡортостан Башлығына үҙҙәренең эше тураһында һөйләне 17.11.2025 // Йәмғиәт

Өфөлә участка полицейскийҙары Башҡортостан Башлығына үҙҙәренең эше тураһында һөйләне...

Тотош уҡырға 12

Рәсәйҙә сайттарҙың «аҡ» исемлеге яңыртылды

Рәсәйҙә сайттарҙың «аҡ» исемлеге яңыртылды 17.11.2025 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә сайттарҙың «аҡ» исемлеге яңыртылды...

Тотош уҡырға 13

Башҡортостанда Малейка һәм Иоанн исемле сабыйҙар тыуған
Өфөнән Хәмиҙә Дәүләтова 95 йәшен билдәләй

Өфөнән Хәмиҙә Дәүләтова 95 йәшен билдәләй 14.11.2025 // Йәмғиәт

Өфөнөң Ленин районынан хеҙмәт ветераны Хәмиҙә Дәүләтова 95 йәшлек юбилейын билдәләне....

Тотош уҡырға 11

Киләһе ҡыш былтырғыһынан һалҡыныраҡ булыуы ихтимал

Киләһе ҡыш былтырғыһынан һалҡыныраҡ булыуы ихтимал 14.11.2025 // Йәмғиәт

Киләһе ҡыш былтырғыһынан һалҡыныраҡ булыуы ихтимал...

Тотош уҡырға 14

Башҡортостан икенсе тапҡыр «Онкопатруль» акцияһын уҙғарыу эстафетаһын ҡабул итте

Башҡортостан икенсе тапҡыр «Онкопатруль» акцияһын уҙғарыу эстафетаһын ҡабул итте 14.11.2025 // Йәмғиәт

Башҡортостан икенсе тапҡыр «Онкопатруль» акцияһын уҙғарыу эстафетаһын ҡабул итте...

Тотош уҡырға 10