Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Рәхәтләнеп уйнар саҡ
Республикала балаларҙың йәйге ялы файҙалы үтһен өсөн күп көс һалына

Рәхәтләнеп уйнар саҡБалаларҙың шат тауышы, ихлас көлөүе, дәртле йыр-көйҙәре әллә ҡайҙан уҡ ҡолаҡҡа салынғас, “Ай-һай, күңеллелер бында!” тигән ҡыуаныслы уй үтте күңелдән. Ғәжәп матур тәбиғәт ҡосағында урынлашҡан “Аҡсарлаҡ” балалар һауыҡтырыу лагерында, ысынлап та, шулай икән.


Хозур тәбиғәт, Һаҡмар...

Ҡасандыр ул Бүребай тау-ба­йыҡтырыу комбинаты ҡарамағында булһа, хәҙер район хакимиәтенә ҡа­рай. Һуңғы йылдарҙа лагерҙа байтаҡ ремонт эше атҡарылған: тәҙрәләр тулыһынса яңыртылған, һыу инеү урыны, ашхана бар талаптарға яуап бирерлек итеп йыһазландырылған.
Әле бында 6 – 15 йәшлек 128 бала. Барлығы өс сменала 321 ке­шегә ял итеү ҡаралған. Ете отрядҡа бүленгән уҡыусыларҙың ваҡыты күңелле һәм фәһемле үтһен өсөн етешәр тәрбиәсе һәм вожатый күп көс түгә. Шул иҫәптән музыка, физкультура күнекмәләре үтә, ашнаҡ­сылар, медицина хеҙмәткәре, ҡа­рауылсы, ҡотҡарыусы эшләй. Һүҙ юҡ, бала ҡайҙа ғына ял итмәһен, янғын һәм хәүефһеҙлек саралары беренсе урында тора. Был йәһәттән лагерҙа бөтөн шарттар булдырыл­ған: биләмә тулыһынса видео­күҙәтеү ярҙамында һаҡлана, сит кеше, хатта ата-әсәләр ҙә ныҡлы тикшереү үтә, балаһы менән лагерҙың биләмәһенән ситтә осраша. Улар килтергән һәр әйбер ентекле тикшерелә, тейешһеҙ тип табылғандары кире ҡайтарыла. Һаҡмарҙа һыу инеү урыны санитария талаптарына яуап бирә, балалар менән бергә һәр саҡ тәрбиәсе һәм ҡотҡарыусы була.
Йәмле Һаҡмарҙа ҡойоноп, хозур тәбиғәттә ял итергә теләгәндәрҙең һаны йылдан-йыл арта. Хәйбулла­нан ғына түгел, Ырымбур өлкәһе­нән, күрше Йылайырҙан, Сибай, Өфө ҡалаларынан килгән балалар бында рәхәтләнеп ял итә, яңы дуҫтар таба, йәйге көндөң матурлы­ғынан, йылыһынан кинәнә. Әйткән­дәй, бында кәрәҙле телефон тотмай, интернет эшләмәй. Тимәк, бала саҡтың бар рәхәтлеген тойоп ял итеү мөмкинлеге тыуҙырылған.
Өлкән вожатый Гөлназ Нурғә­лина әйтеүенсә, малай һәм ҡыҙҙар­ҙың ялын файҙалы үткәреү өсөн барыһы ла эшләнә. Мәҫәлән, волейбол, пионербол секциялары, “Алтын ҡулдар”, “Бейеү”, “Уйын тренингтары” кеүек түңәрәктәр эшләй, ҡыҙҙар өсөн сәс тәрбиәләү, төрлө прическалар яһау серенә өйрәткән оҫталыҡ дәрестәре үтә. Бергәләшеп тәбиғәт ҡосағына экскурсияға йөрөү ҙә матур йолаға әйләнгән.
Һәр көн береһенән-береһе ҡы­ҙыҡлы, күңелле уйындар, мауыҡ­тырғыс саралар, тематик кисәләр ойошторола: “Нептун көнө”, “Ғаилә көнө”, “Ирекмәндәр көнө”, “Тиҫкәре көн”, “Әкиәтле көн”... Ә беҙ лагерҙа үткән иң күңелле сараның береһенә – “Һабантуй”ға – эләктек!

Халҡыбыҙ йолаларына тоғролоҡ

Ниндәй генә һабантуй тирмәһеҙ үтһен инде?! Ял итеүселәр ҡул аҫтында булған әйберҙәрҙән бынамын тигәнен эшләп тә ултыртҡан. Улай ғына ла түгел, ҡаҙан аҫып, һарыҡ һуйып, ҡунаҡ ҡаршыларға ла өлгөрҙө улар. Мәғлүм булыуын­са, халҡыбыҙҙың милли байрам­дарының береһе булған һабантуй­ҙы башҡа милләт вәкилдәре лә үҙ итә, уның асылын, мәғәнәһен аңлай. Был юлы ла, ниндәй милләттән булыуҙарына ҡарамаҫтан, һәр кем байрамға етди әҙерләнгән, һәр отряд халҡыбыҙҙың бер йолаһын сәхнәләштергән. Мәҫәлән, балаға исем ҡушыу йолаһы шул ҡәҙәр оҫта сәхнәләштерелде. Ҡот ҡойоу йо­лаһы ла бар тулылығында башҡа­рылды. Ә бына “Ҡарға бутҡа”һын күрһәткән отрядта балаларҙың күбеһе урыҫ милләтенән ине. Әммә шул ҡәҙәр килештерҙе үҙҙәре! Бындай дәрт-дарман, ихласлыҡ нисек һөйөндөрмәһен?!
Өлкәнерәк балалар иһә “Ҡорбан байрамы”на ҡунаҡҡа саҡырҙы. Тирмә ситенә бәйләп ҡуйылған ике һарыҡ ҡорбанға салынып, бар ял итеүселәрҙе аш менән һыйланы улар. Һабантуйҙа шулай уҡ “Аҡ ти­рәк, күк тирәк”, “Йәшерәм, йәшерәм яулығымды” кеүек уйындар уйналды, балалар көрәштә бил һынаны, йыр-бейеүҙә көс һынашты.

Яңы уҡыу йылына – яңы көс-дарман

Лагерь етәксеһе Юнир Солтанов әйтеүенсә, ял итеүселәр аҙнаһына ике тапҡыр мунсала рәхәтләнеп йыуына, ҡайын миндеге менән сабына. Көнөнә алты тапҡыр ашау ҡаралған, өҫтәлдән һөт, ит ризыҡтары өҙөлмәй, йәшелсә-емеш һәр саҡ етерлек.
Һәр лагерҙың үҙенә хас йолалары була. “Аҡсарлаҡ”та ял итеүсе­ләрҙең иң яратҡан мәле – күмәк­ләшеп усаҡ яғыу, уның янында төрлө йыр башҡарыу һәм “Изге эштәр” көнөндә иң күп “аҡсарлаҡ” йыйыусылар өсөн аукцион. Был сарала ниндәй генә приздар уйнатылмай! Һуңғы көндә иһә барыһына ла тәм-томдан, йәшелсә-емештән тупланған “бүләк” тапшырыла.
Лагерь тормошо бер минутҡа ла тынмай: бер отряд сираттағы конкурсҡа әҙерләнһә, икенселәре рәхәтләнеп һыу инеп ҡайтып килә, өсөнсөләре тирләй-тирләй туп тибә... Балалар яңы уҡыу йылын яңы көс, дәрт менән башлаһын өсөн ихлас тырыша өлкәндәр.

Хәйбулла районы.


Автор: Кәримә УСМАНОВА.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Өфөлә Еңеү көнө айҡанлы тантаналы йыйылыш бара

Өфөлә Еңеү көнө айҡанлы тантаналы йыйылыш бара 08.05.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә Еңеү көнө айҡанлы тантаналы йыйылыш бара...

Тотош уҡырға 2

Еңеү көнө алдынан баш ҡалала хәрби техника күргәҙмәһе асылды

Еңеү көнө алдынан баш ҡалала хәрби техника күргәҙмәһе асылды 08.05.2026 // Йәмғиәт

Күргәҙмә 8 һәм 9 майҙа байрам саралары тамамланғансы эшләй....

Тотош уҡырға 3

Өфөнөң Совет майҙанында өсөнсө тапҡыр «Еңеү вальсы» акцияһы үтте

Өфөнөң Совет майҙанында өсөнсө тапҡыр «Еңеү вальсы» акцияһы үтте 08.05.2026 // Йәмғиәт

Өфөнөң Совет майҙанында өсөнсө тапҡыр «Еңеү вальсы» акцияһы үтте...

Тотош уҡырға 2

Аҙна һуңында Ерҙә геомагнит әүҙемлек көсәйә

Аҙна һуңында Ерҙә геомагнит әүҙемлек көсәйә 08.05.2026 // Йәмғиәт

Аҙна һуңында Ерҙә геомагнит әүҙемлек көсәйә...

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда 8 майҙа эш көнө бер сәғәткә ҡыҫҡара

Башҡортостанда 8 майҙа эш көнө бер сәғәткә ҡыҫҡара 08.05.2026 // Йәмғиәт

Байрамдарҙан һуң республика халҡын ҡыҫҡа эш аҙнаһы көтә....

Тотош уҡырға 2

Йырсы Адель Шәйхетдиноваға тәҡдим яһағандар

Йырсы Адель Шәйхетдиноваға тәҡдим яһағандар 07.05.2026 // Йәмғиәт

[isimage=thumb][/isimage]Йырсы Адель Шәйхетдиноваға тәҡдим яһағандар...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанға «Александр Бенуа» теплоходы килде

Башҡортостанға «Александр Бенуа» теплоходы килде 07.05.2026 // Йәмғиәт

Туристар Түбәнге Новгородтан сәйәхәткә сыҡҡан....

Тотош уҡырға 1

Миҙгел башынан республикала 1347 кеше талпандарҙан зыян күргән
Яҡташыбыҙға башҡорт тирмә-музейын асырға ярҙам иткәндәр

Яҡташыбыҙға башҡорт тирмә-музейын асырға ярҙам иткәндәр 07.05.2026 // Йәмғиәт

Яҡташыбыҙға башҡорт тирмә-музейын асырға ярҙам иткәндәр...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда эҫе һауа торошо һаҡлана

Башҡортостанда эҫе һауа торошо һаҡлана 07.05.2026 // Йәмғиәт

Урыны менән ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуыуы һәм йәшен йәшнәүе ихтимал....

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда пилотһыҙ хәүеф режимы иғлан ителде
Өфөгә «Юрий Никулин» теплоходы килде

Өфөгә «Юрий Никулин» теплоходы килде 06.05.2026 // Йәмғиәт

Өфөгә «Юрий Никулин» теплоходы килде...

Тотош уҡырға 1


Комментарий өҫтәргә