Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Йәштәр тыуған ерҙе һайлай
Йәштәр тыуған ерҙе һайлай— Тиҙҙән был урында яңы һөтсөлөк фермаһы буласаҡ, әле бар көстө ошо объектты сафҡа индереүгә йүнәлткәнбеҙ. Әлбиттә, бөгөн ауыл эшсәндәренә мал аҙығын хәстәрләргә лә, төҙөлөштә эшләргә лә, йәйге йәйләүҙә лә тырышырға тура килә, — тип ҡаршы алды беҙҙе “Победа” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең Оло Ҡасаҡ бүлексәһе етәксеһе, район Советы депутаты Рәзил Рауил улы Низаметдинов. — Шөкөр, эштән ҡурҡмайбыҙ, ҡулыбыҙҙан барыһы ла килә, тик тырыштар ғына уңыштарға өлгәшә бит.

Ысынлап та, хужалыҡ төбәктә алдын­ғылар иҫәбендә, малсылыҡта ла, үҫем­лек­селектә лә йыл һайын юғары ҡа­ҙа­ныштарға өлгәшә. Етмәһә, төҙөлөш бында бер ваҡытта ла туҡтағаны юҡ. Етәкселек, ауыл кешеһенең уңғанлығын тағы бер иҫбатлап, һөтсөлөк фермаларында иртә яҙҙан башланған ремонт барышы менән таныштырҙы. Ҡатын-ҡыҙҙар әле ағартыу-буяу эштәре менән мәшғүл булһа, ир-ат иһә ваҡ ремонт яһап булыша.
Бөгөн бында алты ауылдан 80-гә яҡын кеше эшләй, ҡыҙыу миҙгелдә уларҙың һаны бермә-бер арта икән. Халыҡты хеҙмәт урынына алып килеү-алып ҡайтыу ойошторолған, ике тапҡыр йылы аш менән тәьмин ителгән улар. Белемле кадрҙарға ҡытлыҡ юҡ, сөнки ауыл хужалығы колледжын, университеттарҙы тамамлаған йәш егет һәм ҡыҙҙар бында тәүге хеҙмәт сынығыуы үтә икән. Шуныһы ҡыуаныслы: уларҙың күбеһе аҙаҡ яҙмышын ауыл менән оҙаҡҡа бәйләй. Ололарға алмашҡа йәштәрҙең дә булыуына етәкселек һөйөнөп бөтә алмай.
— “Ауыл биләмәләрен тотороҡло үҫтереү” программаһы уңышлы тормошҡа ашырыла, ошо тәңгәлдә беҙҙең хужалыҡҡа ҡараған бер нисә ауылда йәш ғаиләле белгестәргә, йәштәргә бөтә уңайлыҡтары булған йорттар һалына, — ти бүлексә етәксеһе Рәзил Рауил улы. — Нәҡ ошо программа ярҙамында яңы урамдар барлыҡҡа килде һәм, иң мөһиме, йәштәр сит тарафтарға китмәй, ә ауылда ҡала.
Ихаталарға баҫыуҙарҙан мал аҙығы ташыу дәррәү ойошторолған, бесән-һалам төргәктәрҙә ҡайтарыла. Силос соҡорҙары сенаж менән тулған, хатта былтырҙан артып ҡалған. Ауыл эшсәндәре биш тонна сенаж хәстәрләгән дә инде.
Мал ишле булғас, етәкселек ҡышҡы­лыҡҡа аҙыҡ-түлекте күпләп әҙерләй. Бөгөн фермаларҙа ҡара-сыбар тоҡомло 1200 баш һыйыр малы аҫрала. Шуның 500-ҙән ашыуын һауып, көн һайын Яңауыл һөт заводына биш тонна аҡ оҙаталар. Һөт заводынан әҙер продукцияны үҙҙәре килеп алғастар, юлға сығымдар китмәй.
Хужалыҡтың һөтсөлөк фермалары, “500 ферма” республика маҡсатлы програм­маһына ярашлы, заманса йыһазлан­дырылған, һәр ерҙә һөт, һыу үткәргестәр, ҡеүәтле һыуытҡыстар бар. Бында ҡул көсө әллә ни ҡулланылмай, күп эш механизацияланған. Һыйырҙар йыл әйләнәһенә быҙаулай, бында яһалма ҡасырыу эше яҡшы ҡуйылған. Уны махсус белемле белгес Фәрит Арыҫлановҡа ышанып тапшырғандар. Әйткәндәй, был эш бөгөн заманса ҡорамалдар ярҙамында башҡарыла, хатта УЗИ аппаратын һатып алғандар.
— Бөгөнгө һөтсөлөк фермаларын әлеге хаҡлы ялдағы малсылар күрһә, аптырар ине, моғайын. Үҙегеҙ күрәһегеҙ бит, һәр урында эш заманса ҡорамалдар ярҙамында башҡарыла, — ти хужалыҡ етәксеһе. — Киләсәктә лә фермаларҙы ҡеүәтле ауыл хужалығы ҡорамалдары менән йыһазландырыу дауам итәсәк, сөнки уңайлы шарттар булғанда ғына, уңыштар тураһында һөйләргә була бит.
Ауыл эшсәндәре, мал аҙығын хәстәрләү менән бер рәттән, көҙгө уңышты йыйып алыуға ла әҙерлек эштәре алып бара: комбайндарҙың торошо тикшерелә, ауыл хужалығы техникаһын ремонтлап, яғыулыҡ туплайҙар. Техника паркының бай һәм төҙөк булыуы бар эште ваҡытында башҡарып сығырға мөмкинлек бирәсәк.
Көҙ ауыл халҡына 2100 гектарҙа баҫыу уңышын йыйып алыу бурысы тора. Белгестәр билдәләүенсә, йылына ҡарап, уңыш ярайһы буласаҡ.
— Уңған халыҡ булғанда, беҙҙең хужалыҡ даны тағы ла йыраҡтарға таралыр әле, тик тырышып эшләргә генә кәрәк, — ти Рәзил Низаметдинов.


Автор: Самат ҒӘЛИН.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 0

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 3

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4

Өфөнән Вьетнамдың иң хозур утрауына тура рейстар башлана

Өфөнән Вьетнамдың иң хозур утрауына тура рейстар башлана 27.10.2026 // Йәмғиәт

«Өфө» халыҡ-ара аэропортынан Вьетнамға тура даими рейстар старт алды. VietJet авиакомпанияһы Өфө — ......

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә