— Тиҙҙән был урында яңы һөтсөлөк фермаһы буласаҡ, әле бар көстө ошо объектты сафҡа индереүгә йүнәлткәнбеҙ. Әлбиттә, бөгөн ауыл эшсәндәренә мал аҙығын хәстәрләргә лә, төҙөлөштә эшләргә лә, йәйге йәйләүҙә лә тырышырға тура килә, — тип ҡаршы алды беҙҙе “Победа” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең Оло Ҡасаҡ бүлексәһе етәксеһе, район Советы депутаты Рәзил Рауил улы Низаметдинов. — Шөкөр, эштән ҡурҡмайбыҙ, ҡулыбыҙҙан барыһы ла килә, тик тырыштар ғына уңыштарға өлгәшә бит.Ысынлап та, хужалыҡ төбәктә алдынғылар иҫәбендә, малсылыҡта ла, үҫемлекселектә лә йыл һайын юғары ҡаҙаныштарға өлгәшә. Етмәһә, төҙөлөш бында бер ваҡытта ла туҡтағаны юҡ. Етәкселек, ауыл кешеһенең уңғанлығын тағы бер иҫбатлап, һөтсөлөк фермаларында иртә яҙҙан башланған ремонт барышы менән таныштырҙы. Ҡатын-ҡыҙҙар әле ағартыу-буяу эштәре менән мәшғүл булһа, ир-ат иһә ваҡ ремонт яһап булыша.
Бөгөн бында алты ауылдан 80-гә яҡын кеше эшләй, ҡыҙыу миҙгелдә уларҙың һаны бермә-бер арта икән. Халыҡты хеҙмәт урынына алып килеү-алып ҡайтыу ойошторолған, ике тапҡыр йылы аш менән тәьмин ителгән улар. Белемле кадрҙарға ҡытлыҡ юҡ, сөнки ауыл хужалығы колледжын, университеттарҙы тамамлаған йәш егет һәм ҡыҙҙар бында тәүге хеҙмәт сынығыуы үтә икән. Шуныһы ҡыуаныслы: уларҙың күбеһе аҙаҡ яҙмышын ауыл менән оҙаҡҡа бәйләй. Ололарға алмашҡа йәштәрҙең дә булыуына етәкселек һөйөнөп бөтә алмай.
— “Ауыл биләмәләрен тотороҡло үҫтереү” программаһы уңышлы тормошҡа ашырыла, ошо тәңгәлдә беҙҙең хужалыҡҡа ҡараған бер нисә ауылда йәш ғаиләле белгестәргә, йәштәргә бөтә уңайлыҡтары булған йорттар һалына, — ти бүлексә етәксеһе Рәзил Рауил улы. — Нәҡ ошо программа ярҙамында яңы урамдар барлыҡҡа килде һәм, иң мөһиме, йәштәр сит тарафтарға китмәй, ә ауылда ҡала.
Ихаталарға баҫыуҙарҙан мал аҙығы ташыу дәррәү ойошторолған, бесән-һалам төргәктәрҙә ҡайтарыла. Силос соҡорҙары сенаж менән тулған, хатта былтырҙан артып ҡалған. Ауыл эшсәндәре биш тонна сенаж хәстәрләгән дә инде.
Мал ишле булғас, етәкселек ҡышҡылыҡҡа аҙыҡ-түлекте күпләп әҙерләй. Бөгөн фермаларҙа ҡара-сыбар тоҡомло 1200 баш һыйыр малы аҫрала. Шуның 500-ҙән ашыуын һауып, көн һайын Яңауыл һөт заводына биш тонна аҡ оҙаталар. Һөт заводынан әҙер продукцияны үҙҙәре килеп алғастар, юлға сығымдар китмәй.
Хужалыҡтың һөтсөлөк фермалары, “500 ферма” республика маҡсатлы программаһына ярашлы, заманса йыһазландырылған, һәр ерҙә һөт, һыу үткәргестәр, ҡеүәтле һыуытҡыстар бар. Бында ҡул көсө әллә ни ҡулланылмай, күп эш механизацияланған. Һыйырҙар йыл әйләнәһенә быҙаулай, бында яһалма ҡасырыу эше яҡшы ҡуйылған. Уны махсус белемле белгес Фәрит Арыҫлановҡа ышанып тапшырғандар. Әйткәндәй, был эш бөгөн заманса ҡорамалдар ярҙамында башҡарыла, хатта УЗИ аппаратын һатып алғандар.
— Бөгөнгө һөтсөлөк фермаларын әлеге хаҡлы ялдағы малсылар күрһә, аптырар ине, моғайын. Үҙегеҙ күрәһегеҙ бит, һәр урында эш заманса ҡорамалдар ярҙамында башҡарыла, — ти хужалыҡ етәксеһе. — Киләсәктә лә фермаларҙы ҡеүәтле ауыл хужалығы ҡорамалдары менән йыһазландырыу дауам итәсәк, сөнки уңайлы шарттар булғанда ғына, уңыштар тураһында һөйләргә була бит.
Ауыл эшсәндәре, мал аҙығын хәстәрләү менән бер рәттән, көҙгө уңышты йыйып алыуға ла әҙерлек эштәре алып бара: комбайндарҙың торошо тикшерелә, ауыл хужалығы техникаһын ремонтлап, яғыулыҡ туплайҙар. Техника паркының бай һәм төҙөк булыуы бар эште ваҡытында башҡарып сығырға мөмкинлек бирәсәк.
Көҙ ауыл халҡына 2100 гектарҙа баҫыу уңышын йыйып алыу бурысы тора. Белгестәр билдәләүенсә, йылына ҡарап, уңыш ярайһы буласаҡ.
— Уңған халыҡ булғанда, беҙҙең хужалыҡ даны тағы ла йыраҡтарға таралыр әле, тик тырышып эшләргә генә кәрәк, — ти Рәзил Низаметдинов.