Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Алағуҙға – ҡуҙ
Алағуҙға – ҡуҙТөбәгебеҙҙә, әл-хәмдү лил-ләһ, иман йорттары күпләп асыла, ҡәрҙәштәребеҙ хаҡ юлға баҫа. Аллаһтың рәхмәтенә өмөт итеп, мәсет һалдырыуға, уны төҙөкләндереүгә үҙ өлөшөн индергәндәр йылдан-йыл күбәйә.

Мәғлүм ки, әҙәм балаһы барлыҡ изге эште Раббыбыҙҙың ризалығы өсөн башҡарырға тейеш. Был хаҡта үҙенең мөбәрәк хәҙисендә Рәсүл Әкрәм ғәләйһис-сәләм дә әйткән. “Изгелекте башҡалар күрһен өсөн ҡылыуҙы, маһайыуҙы, тәкәбберлекте Аллаһ ҡабул итмәй”, – тигән ул. Ҡөрьәндә лә был турала күп төшөндөрөлә. Мәҫәлән, “Әл-Бәҡара” сүрәһендә былай тиелә: “Аллаһ Тәғәләнең юлында ярҙам күрһәтеүселәр, хәйер биреүселәр, гүйә, орлоҡ кеүек. Ул үҫеп етеп, ете башаҡҡа әйләнер. Һәр береһендә йөҙ орлоҡ булыр...” Эйе, ихлас күңелдән башҡарылған изге эшкә Раббыбыҙ сауабын арттырып бирә.
“Бөтөн эш ниәткә бәйле”, – тигән пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм үҙенең мөбәрәк хәҙисендә. Мәсет төҙөү менән генә эш бөтмәй. Ул халыҡҡа тапшырылырға, рәсми теркәлеү үтергә, барлыҡ документтары, имамы, мөтәүилләте (совет) булырға тейеш. Эшмәкәрлекте имам-хатиптың башҡа дини ҡәрҙәштәребеҙ менән кәңәшләшеп алып барыуы, аңлатыу бурысын даими үтәүе фарыз. Мәсеткә йыйылған аҡсаға килгәндә лә, уны ниндәй маҡсатҡа тотоноу кәрәклеген имам, мөтәүилләт ағзалары кәңәшләшеп хәл итергә тейеш. Шул уҡ ваҡытта, мәғлүм ки, иман йортоноң һәр саҡ асыҡ булыуы, халыҡтың килеп йөрөүе, йәмәғәт намаҙҙары, байрамдар үткәрелеүе, аҙан тауышы тынмауы зарур. Бинаны даими тәртиптә тотоу, төҙөкләндереп тороу мөһим. Мәсет – Аллаһ Тәғәләнең йорто. Был хаҡта Ҡөрьәндә аныҡ әйтелгән. Иман йорто ҡарауһыҙ ҡалһа, был урында нур һүнә, ырыҫ-бәрәкәт китә.
Төбәгебеҙҙә, шөкөр, мәсеттәрҙе төҙөкләндереүгә ныҡлы иғтибар бирелә. Күптән түгел, мәҫәлән, Ҡыйғы районының Алағуҙ ауылындағы “Таһир” мәсете яңы һулыш кисерҙе. Был изге ғәмәл “Ғаилә. Ғөрөф-ғәҙәт. Нәсихәт” тип аталған сара барышында атҡа­рылды. Иман йортон төҙөкләндереүгә алағуҙҙар ғына түгел, ҡырҙа ғүмер иткән ауылдаштар ҙа тос өлөш индерҙе. Һөҙөмтәлә ремонтҡа мохтаж­лыҡ кисереп, эшмәкәрлеген күпмелер ваҡытҡа туҡтатып торорға мәжбүр булған “Таһир” ишектәрен яңынан асты. Был ауыл халҡы өсөн тулҡын­лан­дыр­ғыс оло ваҡиға булды. Мәсет Алағуҙға ҡот-бәрәкәт, ҡуҙ өҫтәр тип ышанабыҙ.
Мәсеткә пакланмайынса, таҙарынмайынса инеү – гонаһ. Шуның өсөн түбәндәге талаптарҙы үтәү зарур:
Мәсеткә барыр алдынан мосолман тәненең, кейеменең бөхтә булыуына, үҙенән насар еҫ кил­мәүенә ышанған булырға тейеш.
Аяҡ кейеме ныҡлап таҙартыла, йылы миҙгелдәрҙә тышта ҡалды­рыла.
Кемдер мәсеткә бысраҡ алып кергән икән, тиҙ генә йыйыштырырға тейеш. Иман йортон таҙа итеп һәм тәртиптә тотоу – унда эшләгән­дәрҙең генә түгел, ә ингән, ғибәҙәт ҡылған, етешһеҙлекте беренсе булып күргән һәр кемдең бурысы.
Мәсеттә тәмле еҫ таралһын өсөн еҫле май бөркөргә кәрәк.
Ғөмүмән, Исламда таҙалыҡтың, төҙөклөктөң әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ. Аллаһ йортон, үҙебеҙҙең өй-ихатаны, ауылыбыҙҙы тәртиптә тотоп, йәмләп йәшәйек, хөрмәтле ҡәрҙәштәр. Имандың, күңел бөтөнлөгөнөң, йән һәм тән сәләмәтлегенең, еребеҙҙең, халҡыбыҙҙың яҡты киләсәгенең нигеҙе был.

Ҡыйғы районы.


Автор: Л. ҒАБДУЛЛИНА.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0

«Атайсал»дың көсө ниҙә?

«Атайсал»дың көсө ниҙә? 11.09.2026 // Йәмғиәт

Бына биш йыл инде республикала «Атайсал» проекты бойомға ашырыла, ул бөтәһенә лә тыуған төйәкте ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы 10.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы...

Тотош уҡырға 0

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла 10.09.2026 // Йәмғиәт

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә