Төбәгебеҙҙә, әл-хәмдү лил-ләһ, иман йорттары күпләп асыла, ҡәрҙәштәребеҙ хаҡ юлға баҫа. Аллаһтың рәхмәтенә өмөт итеп, мәсет һалдырыуға, уны төҙөкләндереүгә үҙ өлөшөн индергәндәр йылдан-йыл күбәйә. Мәғлүм ки, әҙәм балаһы барлыҡ изге эште Раббыбыҙҙың ризалығы өсөн башҡарырға тейеш. Был хаҡта үҙенең мөбәрәк хәҙисендә Рәсүл Әкрәм ғәләйһис-сәләм дә әйткән. “Изгелекте башҡалар күрһен өсөн ҡылыуҙы, маһайыуҙы, тәкәбберлекте Аллаһ ҡабул итмәй”, – тигән ул. Ҡөрьәндә лә был турала күп төшөндөрөлә. Мәҫәлән, “Әл-Бәҡара” сүрәһендә былай тиелә: “Аллаһ Тәғәләнең юлында ярҙам күрһәтеүселәр, хәйер биреүселәр, гүйә, орлоҡ кеүек. Ул үҫеп етеп, ете башаҡҡа әйләнер. Һәр береһендә йөҙ орлоҡ булыр...” Эйе, ихлас күңелдән башҡарылған изге эшкә Раббыбыҙ сауабын арттырып бирә.
“Бөтөн эш ниәткә бәйле”, – тигән пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм үҙенең мөбәрәк хәҙисендә. Мәсет төҙөү менән генә эш бөтмәй. Ул халыҡҡа тапшырылырға, рәсми теркәлеү үтергә, барлыҡ документтары, имамы, мөтәүилләте (совет) булырға тейеш. Эшмәкәрлекте имам-хатиптың башҡа дини ҡәрҙәштәребеҙ менән кәңәшләшеп алып барыуы, аңлатыу бурысын даими үтәүе фарыз. Мәсеткә йыйылған аҡсаға килгәндә лә, уны ниндәй маҡсатҡа тотоноу кәрәклеген имам, мөтәүилләт ағзалары кәңәшләшеп хәл итергә тейеш. Шул уҡ ваҡытта, мәғлүм ки, иман йортоноң һәр саҡ асыҡ булыуы, халыҡтың килеп йөрөүе, йәмәғәт намаҙҙары, байрамдар үткәрелеүе, аҙан тауышы тынмауы зарур. Бинаны даими тәртиптә тотоу, төҙөкләндереп тороу мөһим. Мәсет – Аллаһ Тәғәләнең йорто. Был хаҡта Ҡөрьәндә аныҡ әйтелгән. Иман йорто ҡарауһыҙ ҡалһа, был урында нур һүнә, ырыҫ-бәрәкәт китә.
Төбәгебеҙҙә, шөкөр, мәсеттәрҙе төҙөкләндереүгә ныҡлы иғтибар бирелә. Күптән түгел, мәҫәлән, Ҡыйғы районының Алағуҙ ауылындағы “Таһир” мәсете яңы һулыш кисерҙе. Был изге ғәмәл “Ғаилә. Ғөрөф-ғәҙәт. Нәсихәт” тип аталған сара барышында атҡарылды. Иман йортон төҙөкләндереүгә алағуҙҙар ғына түгел, ҡырҙа ғүмер иткән ауылдаштар ҙа тос өлөш индерҙе. Һөҙөмтәлә ремонтҡа мохтажлыҡ кисереп, эшмәкәрлеген күпмелер ваҡытҡа туҡтатып торорға мәжбүр булған “Таһир” ишектәрен яңынан асты. Был ауыл халҡы өсөн тулҡынландырғыс оло ваҡиға булды. Мәсет Алағуҙға ҡот-бәрәкәт, ҡуҙ өҫтәр тип ышанабыҙ.
Мәсеткә пакланмайынса, таҙарынмайынса инеү – гонаһ. Шуның өсөн түбәндәге талаптарҙы үтәү зарур:
Мәсеткә барыр алдынан мосолман тәненең, кейеменең бөхтә булыуына, үҙенән насар еҫ килмәүенә ышанған булырға тейеш.
Аяҡ кейеме ныҡлап таҙартыла, йылы миҙгелдәрҙә тышта ҡалдырыла.
Кемдер мәсеткә бысраҡ алып кергән икән, тиҙ генә йыйыштырырға тейеш. Иман йортон таҙа итеп һәм тәртиптә тотоу – унда эшләгәндәрҙең генә түгел, ә ингән, ғибәҙәт ҡылған, етешһеҙлекте беренсе булып күргән һәр кемдең бурысы.
Мәсеттә тәмле еҫ таралһын өсөн еҫле май бөркөргә кәрәк.
Ғөмүмән, Исламда таҙалыҡтың, төҙөклөктөң әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ. Аллаһ йортон, үҙебеҙҙең өй-ихатаны, ауылыбыҙҙы тәртиптә тотоп, йәмләп йәшәйек, хөрмәтле ҡәрҙәштәр. Имандың, күңел бөтөнлөгөнөң, йән һәм тән сәләмәтлегенең, еребеҙҙең, халҡыбыҙҙың яҡты киләсәгенең нигеҙе был.
Ҡыйғы районы.