Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Улар бит – тормошобоҙ асылы
“Балаларым күп буласаҡ, тип бәләкәйҙән хыяллана торғайным”, – ти Асия ханым.

Улар бит –  тормошобоҙ асылыАсия Ғазина 1950 йылда Норильск ҡалаһында донъяға килә. Ата­һы Фитрат сығышы менән Бөрйән районының Кейекбай ауылынан. Мулла балаһы тип уны алыҫ Но­риль­скиға һөргөнгә ебә­рәләр. Әсәһе Та­тарстандың Аҙна­ҡай районында тыуған, уның ғаи­ләһе лә ошондай фажиғәле яҙмыш­ҡа дусар була.



Ике йәш йөрәк, Норильск ҡала­һында осрашып, киләсәктәрен бергә бәйләй.
— Әсәйем ғаи­лә­һе тураһында һөйләргә яратманы, уларҙың ни өсөн золом ҡорбаны булғанын да белмәйем. Атайым 1905 йылғы ине, Бөрйәндә ҡатыны, өс балаһы ҡала. Тыуған яҡтарға ҡайтҡас, улар менән аралашып йәшәнек. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, туғандарымдың барыһы ла мәрхүм инде, — тип хәтер йомғағын һүтте әңгәмәсем.
Нахаҡҡа рәнйетелгәндәр “балок” тип аталған бәләкәй генә барак формаһындағы өйҙәрҙә көн күрә. Ғаилә башлығы кобальт заводында хеҙмәт итә, ҡатыны янғын часында телефонист булып эшләй.
— Башҡалар нимә күрә, беҙ ҙә шуны кисерҙек, һөргөнгә һөрөлгәндәр, тип кәмһетеп ҡараусылар ҙа булманы, сөнки беҙҙең кеүектәр күп ине, — тип иҫләй Асия Ғазина.
1961 йылда хаҡлы ялға сыҡҡас, ғаилә Бөрйәнгә ҡайтып төпләнә. Ағиҙел ҡасабаһынан бәләкәй генә йорт һатып алып, мал, ҡош-ҡорт аҫрап йәшәй башлайҙар. Башҡортса насар белгән 11 йәшлек ҡыҙға тиҫтерҙәре араһында “халыҡ дошманы балаһы” тип ситләтеп ҡараусылар ҙа була, әммә кәүҙәгә сибек кенә булһа ла, уҡыуға зирәк, тырыш Асия тиҙ арала үҙ кешегә әйләнә.
Иҫке Собханғолда мәктәпте тамамлағас, ҡыҙ бер йыл “Өфө” аэропортының туҡланыу цехында үлсәп төрөүсе булып эшләп ала. Икенсе йылына статистика, информатика һәм хисаплау техникумына уҡырға инә, әммә уны тамамлай алмай, ауырыу сәбәпле, Бөрйәнгә ҡайтып, машина-иҫәп станцияһына оператор булып эшкә инә.
Шунда осрата ла инде ул буласаҡ тормош иптәшен. Монасип ауылы егете Йәҙгәрҙең Өфөлә Рәми Ғарипов исемендәге мәктәп-интернатты тамамлап, шоферлыҡҡа уҡып, леспромхозда эш башлаған мәле. Зәңгәр күҙле, яғымлы тауышлы һылыуҙы бер күреүҙә оҡшата ул. Башта уға һүҙ ҡушырға ла тартынып, хистәрен хат аша ғына аңлата. Бер аҙ дуҫлашып йөрөгәс, гөрләтеп туй үткәрәләр.
— Тормош иптәшем һигеҙ балалы ғаиләлә буй еткергән, ә мин яңғыҙым үҫтем. Ҡусты-һеңлеләре, апай-ағайҙары булғандарға бер аҙ көнләшеп тә ҡарай инем. Ҙур үҫеп, ғаилә ҡорғас, балаларым күп булһын ине, тип бәләкәйҙән хыяллана торғайным, — ти Асия ханым.
Хыялы тормошҡа аша. Туғыҙ балаға ғүмер бүләк итә Ғазиндар, үҙҙәре йорт та һалып сығалар. Балаларының барыһы ла мәктәптә яҡшы уҡый, йәмәғәт эштәрендә, спортта әүҙем ҡатнаша.
— Иң тәүҙә хеҙмәткә һөйөү тәрбиәләргә тырыштыҡ, тормошта юғалып ҡалмаһындар өсөн бәләкәй саҡтарынан эшкә күндереп үҫтерҙек, — ти әңгәмәсем.
Барыһы ла күңеленә оҡшаған һөнәр һайлап, бөгөн үҙҙәре ғаилә ҡороп, балалар үҫтерә. Оло ҡыҙҙары Әлфиә, Башҡортостан дәүләт аграр университетын тамамлап, бөгөн Красноярскиҙа йәшәй, бер бала әсәһе. Улдары Ғәҙел тыуған ауылында төпләнә, йорт һалып инә. Ике бала атаһы Себерҙә вахта ысулы менән водитель булып хеҙмәт итә. Әминәләре лә ике балаға ғүмер бүләк иткән, улар ҙа тиҙҙән яңы йорт туйларға йыйына.
Әҡлимә иһә – юғары белемле уҡытыусы, ғаиләһендә лә ҡыҙ менән малай буй еткерә. Раушания “Шүлгәнташ” ҡурсаулығында экология буйынса белгес булып эшләй, ҡыҙ үҫтерә. Розалиялары ла ҡасабала төпләнгән, дауаханала лаборант вазифаһын башҡара, ғаиләһендә ике ҡошсоҡ ҡанат нығыта. Кесе улдары Әсҡәт тәүҙә сәнғәткә тартыла, һалдат бурысын үтәп ҡайтҡас, ҡараштары үҙгәреп, быраулаусы һөнәренә эйә булып, Себер тарафтарына юл тота. Төпсөк ҡыҙҙары Азалияның ғаиләһендә бер малай үҫә, улар ҙа йорт һалып сыҡҡан, яңы өйгә тағы ла бер бәпес алып ҡайтырға йыйыналар.
— Өлкән улыбыҙ Булаттың ғына яҙмышы аяныслы булды, — тип күҙҙәренә йәш ала Асия ханым.
Эш урынында фажиғәгә осрап, ҡаты ауырып, йәшләй генә вафат була Булаттары. Ике балаһы етем ҡала, әсә кешенең һаулығын да ныҡ ҡаҡшата ҡара ҡайғы. Тормош иптәшенең, балаларының терәк булыуы ғына йөрәк һыҙлауҙарын баҫырға ярҙам итә.
Бөгөн Йәҙгәр Исрафил улы менән Асия Фитрат ҡыҙы 13 ейән-ейәнсәрен һөйөп, балалары иғтибарын тойоп, бәхетле ғүмер кисерәләр. Хаҡлы ялда булһалар ҙа, ҡош-ҡорт аҫрайҙар, мул итеп баҡса үҫтерәләр. 1990 йылда беренсе йорттарын һыу баҫып, эшлектән сығарғас, яңы йорт һалып сығалар.
Әйткәндәй, ғаиләнең бар мөлкәте, фотоальбомдар шул ваҡытта зыян күрә, Асия ханымдың “Әсәлек даны” ордены ла, миҙалдары ла юғала.
— Бар нәмәне лә яңынан тергеҙеп була, кеше ғүмеренән башҡа. Балаларымдың, ейән-ейәнсәрҙәремдең һау булыуын ғына теләйем. Элекке заманда күп балалы әсәләргә орден-миҙал бирһәләр ҙә, матди яҡтан ярҙам бик аҙ булды, хәҙер дәүләтебеҙ балалы ғаиләне хәстәрләй, шуға күрә йәштәр ҡурҡмаһындар, күберәк бала тапһындар ине, улар бит – тормошобоҙ асылы, — тигән теләктәрен белдерҙе әңгәмәсем.


Автор: Римма СОЛТАНОВА.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп тәғәйенләнеүе ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп тәғәйенләнеүе ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 0

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 3

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4

Өфөнән Вьетнамдың иң хозур утрауына тура рейстар башлана

Өфөнән Вьетнамдың иң хозур утрауына тура рейстар башлана 27.10.2026 // Йәмғиәт

«Өфө» халыҡ-ара аэропортынан Вьетнамға тура даими рейстар старт алды. VietJet авиакомпанияһы Өфө — ......

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә