Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Халыҡ ижадының тамырҙары тәрәндә
“Күк йөҙөнә тәҙрә” милли мәҙәниәттәрҙе берләштерҙе

Халыҡ ижадының тамырҙары тәрәндәОшо көндәрҙә Удмурт Республикаһының Завьялов районында “Күк йөҙөнә тәҙрә” тип аталған IX Халыҡ-ара халыҡ ижады конкурс-фестивале үтте. Билдәле этнограф, ғалим-фольклорсы Дмитрий Зеленин исемен йөрөткән был сара ике йылға бер тапҡыр уның тыуған төйәгендә уҙғарыла. Әйткәндәй, быйылғыһы Рәсәй Президенты Грантына ойошторолдо.

Фестиваль-конкурс Финляндия, Эстония, Ҡаҙағстан, Әрмәнстан кеүек сит илдәрҙән һәм Рәсәй төбәктәренән 550-нән ашыу ҡатнашыусыны һәм 30 коллективты бергә йыйҙы. Уларҙың һәр береһе үҙ халҡының милли мәҙәниәтен бар тулылығында, матурлығында күрһәтергә тырышты. Сараның төп маҡсаты ла бөгөнгө заман шарттарында халыҡ ижадын, милли үҙенсәлектәрҙе һаҡлауға ҡайтып ҡалды.
Ҙур фольклор байрамы төҫөн алған фестивалдә беҙҙең республиканы Башҡортостандың Милли әҙәбиәт музейы директоры урынбаҫары Илүзә Шәйәхмәтова, Мәжит Ғафуриҙың мемориаль йорт-музейы ғилми хеҙмәткәре, филология фәндәре кандидаты Ғәҙилә Бүләкова, Салауат Юлаев музейы директоры Зилә Әминева һәм һәүәҫкәр йырсы Гөлгөнә Ырыҫҡолова танытты.
Фестиваль сиктәрендә бер нисә майҙансыҡта эш алып барылды. Мәҫәлән, фольклор коллективтары халыҡ мираҫын һаҡлау буйынса фекер алышты. Улар менән йәнәшәлә театрлаштырылған күрһәтмә сығыш­тар, ҡулланма-биҙәү, һынлы сәнғәт өлгөләре, халыҡ уйындары тәҡдим ителде. Йәштәрҙе туплаған майҙан­сыҡта “Этник стилдәге һылыуҡай” конкурсының финалы уҙҙы.
Башҡортостан вәкилдәре “Әкиәттәр. Риүәйәттәр. Легендалар” йүнәлешен­дәге ҡорҙа ҡатнашып, әһәмиәтле, төплө сығыш яһаны. Илүзә Дамир ҡыҙы музейҙар эшмәкәрлегендә халыҡ фольклорын ҡулланыу үҙенсәлектәре хаҡында бәйән итте, Ғәҙилә Мөҙәрис ҡыҙы иһә башҡорт халыҡ әкиәттәрендә һамаҡлау алымын ҡулланыу тура­һында һүҙ алып барҙы. Халыҡ йырҙарын башҡарыу оҫтаһы, бихисап йыр бәйгеләре лауреаты Гөлгөнә Ырыҫҡолова шунда уҡ башҡорт әкиәттәрендә ҡулланылған һамаҡ­лауҙы башҡарып та күрһәтте. Ул ғалим Д.К. Зелениндың тыуған төйәге Люк ауылында үткән фольклор байрамында ла сығыш яһап, башҡорт һәм удмурт халыҡ йырҙарын башҡарып, тамашасы һөйөүен яуланы. Әйткәндәй, фестиваль-конкурстың исеме – “Күк йөҙөнә тәҙрә” – тап ошо Люк ауылы атамаһынан алынған, удмурт теленән тәржемә иткәндә “люк” “күк йөҙө” тигәнде аңлата.
Сағыу байрамға әйләнгән сараны Удмурт Республикаһының танылған коллективтары – “Бураново өләсәй­ҙәре”, “Айкай”, Мәскәү ҡалаһының “Поверье” фольклор ансамблдәренең сығыштары биҙәне. Бигерәк тә “Евровидение” конкурсында ҡатнашып, донъяны шаулатҡан “Бураново өләсәйҙәре” бар халыҡтың иғтибар үҙәгендә булды.
Өс көн дауам иткән фестиваль-конкурс барышында бөтә ерҙә халыҡ моңдары яңғыраны, һәр ил һәм төбәк вәкилдәре үҙенең милли асылын бар тулылығында, матурлығында күрһә­тергә тырышты. Башҡортостан вәкилдәре лә республикабыҙҙы лайыҡлы танытып, дипломдар менән бүләкләнде. Сара туған мәҙәниәттең, халыҡ традицияларының кеше күңеленә ни тиклем яҡын, үҙ булыуын тағы бер тапҡыр раҫланы.

Илүзә ШӘЙӘХМӘТОВА:
– Музей хеҙмәткәрҙәре булараҡ, беҙҙең өсөн айырым майҙансыҡ эшләүе, унда эксперт сифатында Мәскәү, Санкт-Петербург музейҙарынан билдәле ғалимдарҙың йәлеп ителеүе, уларҙың сығыштарын тыңлау айырыуса отошло, файҙалы булды. Әйтәйек, беҙ сығыш яһаған “Әкиәттәр. Риүәйәттәр. Легендалар” майҙансығына билдәле этнограф, Рәсәй Фәндәр академияһының Бөйөк Пётр исемендәге Антропология һәм этнография музейының ғилми хеҙмәткәре А.Ю. Терюков етәкселек итте. Миллилек, халыҡсанлыҡ һынланышы булған фестиваль күңелдә онотолмаҫ тәьҫораттар ҡалдырҙы.
Ғәҙилә БҮЛӘКОВА:
– Был фестиваль-конкурста ҡатнашып, үҙебеҙҙең халыҡ ижадының ни тиклем бай, төрлө, тәрән тамырлы булыуына тағы бер тапҡыр инандым, шул уҡ ваҡытта уны күҙ ҡараһылай һаҡларға кәрәклеген дә аңланым. Ысынлап та, беҙҙең халыҡ йырҙарын ғына түгел, хатта айырым композиторҙар ижад иткән моңдарыбыҙҙы, башҡа халыҡтыҡы тип иғлан итеп, уларҙы үҙ телдәрендә башҡарған осраҡтар күңелде ҡырмай ҡалманы, әлбиттә.
Тимәк, беҙгә үҙебеҙҙе танытырға ла танытырға кәрәк әле, бигерәк тә 2020 йылда Өфөлә үтәсәк Бөтә донъя фольклориадаһына әҙерләнгән осорҙа. Ғөмүмән, был форум фольклориадаға әҙерлекте ниндәйерәк юҫыҡта алып барырға кәрәклеген асыҡ күҙаллау мөмкинлеген бирҙе. Халыҡ ижадының барлыҡ тармаҡтарын күрһәтеүҙе маҡсат итеп ҡуйған ошондай киң даирәле сарала ҡатнашыу мөмкинлеге биргән, финанс ауырлыҡтарына ҡарамай, сараға ебәреү хәстәрлеген күргән республикабыҙҙың Милли әҙәбиәт музейы директоры Г.С. Моратоваға ихлас күңелдән рәхмәт һүҙҙәрен еткерәбеҙ.
Гөлгөнә ЫРЫҪҠОЛОВА:
– Фестивалде асыу тантанаһында байтаҡ ҡына министрҙар, Рәсәй Дәүләт Думаһы, Удмурт Республикаһы парламенты депутаттары ҡатнашты. Уларҙың барыһының да туған удмурт телендә сығыш яһауын күреп һоҡландым. Шулай уҡ төрлө төбәктәрҙән килгән коллективтар сағыу сығыштары менән үҙ халҡын, милли үҙенсәлектәрен матур итеп таныта алды. Беҙҙән дә берәй башҡорт фольклор ансамбле ҡатнашһа, тағы ла шәберәк булыр ине! Милли асылыбыҙға тоғро ҡалып, арымай-талмай ижад иткән халыҡсан коллективтарыбыҙ бик күп бит.


Автор: Гөлдәр ЯҠШЫҒОЛОВА.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





11 июндә республикала ҡыҫҡа эш көнө көтөлә
Өфөнән Истанбулға рейстар һаны арттырыла

Өфөнән Истанбулға рейстар һаны арттырыла 10.06.2026 // Йәмғиәт

«Победа» авиакомпанияһы Өфөнән Истанбулға осош программаһы асылыуы хаҡында иғлан итте....

Тотош уҡырға 3

Радий Хәбиров «Патриот» паркында ирекмәндәр менән осрашты

Радий Хәбиров «Патриот» паркында ирекмәндәр менән осрашты 10.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы һәр яҡлап ярҙам күрһәткәндәре өсөн ирекмәндәргә рәхмәт белдерҙе....

Тотош уҡырға 2

Эливия, Рэм һәм Эрлан: Башҡортостанда үҙенсәлекле исемдәр рейтингы
Байрам көндәрендә республика поликлиникалары нисек эшләй

Байрам көндәрендә республика поликлиникалары нисек эшләй 10.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы 12 июндән 14-нә тиклем медицина учреждениеларының эш ......

Тотош уҡырға 3

Синоптиктар республикала һауа торошоноң боҙолоуы хаҡында иҫкәртте
Башҡортостанда «Ракета хәүефе» режимы ғәмәлдән сығарылды
Башҡортостан Башлығы төҙөкләндереү объекттары өсөн тауыш бирергә саҡырҙы
Башҡортостанда «Айыҡ ауыл» конкурсының шарттары үҙгәрҙе

Башҡортостанда «Айыҡ ауыл» конкурсының шарттары үҙгәрҙе 09.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда «Айыҡ ауыл» конкурсының шарттары үҙгәрҙе...

Тотош уҡырға 3

Өфө – Ырымбур трассаһында Бәрҫеүән йылғаһы аша күперҙең яртыһы бер айға ябыла

Өфө – Ырымбур трассаһында Бәрҫеүән йылғаһы аша күперҙең яртыһы бер айға ябыла 09.06.2026 // Йәмғиәт

Бәрҫеүән йылғаһы аша күперҙә трафик тәүлегенә 105 меңдән ашыу автомобиль тәшкил итә....

Тотош уҡырға 4

«Шулай шул»: башҡорт ҡыҙы менән ҡытай егетенең ғаилә ҡороу тарихы

«Шулай шул»: башҡорт ҡыҙы менән ҡытай егетенең ғаилә ҡороу тарихы 08.06.2026 // Йәмғиәт

Ҡайҙалыр Мәскәүҙә, машинала башҡортса йыр яңғырай. Рулдә ҡытай егете ултыра һәм үҙ алдына ......

Тотош уҡырға 3

Башҡортостанда көслө ямғыр һәм боҙ-борсаҡ яуыуы фаразлана

Башҡортостанда көслө ямғыр һәм боҙ-борсаҡ яуыуы фаразлана 08.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан ҡотҡарыусылары, Башгидромет мәғлүмәттәренә һылтанып, 9 июндә ямғырлы һауа торошо ......

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә