Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Фоторәсемдәрҙә тарих сағыла
Республиканың Архив эштәре буйынса идаралығы менән Милли архивы Башҡортостан Республикаһының барлыҡҡа килеүенә 100 йыл тулыу һәм дәүләт архив хеҙмәтенең бер быуатлыҡ юбилейы уңайынан “Башҡортостандың фотойылъяҙмаһын бергәләп булдырайыҡ!” тигән акция иғлан итте.

— Беҙ был сараны төбәгебеҙҙең фотодокументтарын һаҡлау, фотокаталогты тулыландырыу маҡсатында ойошторҙоҡ. Кешеләрҙең шәхси альбомдарында, дәүләт власы органдары, предприятие һәм ойошмалар архивтарында һаҡланған фотоһүрәттәр Башҡортостан тарихын өйрәнеүҙә Архив фонды өсөн ҡиммәтле сығанаҡ булып хеҙмәт итәсәк. Беҙ уларҙы бушлай һаҡлауға ҡабул итәбеҙ, — тип билдәләнеләр ведомствола.
Фотоларҙы һайлағанда унда төшөрөлгән ижтимағи-сәйәси ваҡиғаның мөһимлеге, теге йәки был шәхестең республика үҫешенә индергән өлөшө иҫәпкә алынасаҡ, төбәгебеҙ, төрлө министрлыҡтар, ведомстволар, ҡалалар, райондар, предприятие һәм ойошмалар тарихына бәйле күренештәр һынландырылған рәсемдәргә өҫтөнлөк биреләсәк.
Бөтә фотоһүрәттәргә аңлатма яҙыу мотлаҡ, унда ваҡиғаның исемен, ваҡытын, кемдәр төшөүен (исем-шәрифтәрен) күрһәтергә кәрәк.
Фотоһүрәттәрҙең төп нөсхәләре түбәндәге адрес буйынса ҡабул ителә: Өфө ҡалаһы, К. Маркс урамы, 4-се йорт, БР Милли архивы, 10-сы бүлмә. Сканер аша үткәрелгән күсермәләрҙе электрон почтаға ебәрергә: cgiarb@yandex.ru
Республиканың Архив эштәре буйынса идаралығы һәм Милли архивы хеҙмәткәрҙәре үҙенсәлекле акцияға әүҙем ҡушылырға, Башҡортостандың фотойылъяҙмаһын бергәләп булдырырға саҡыра.


Автор: Гөлдәр ЯҠШЫҒОЛОВА.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





11 июндә республикала ҡыҫҡа эш көнө көтөлә
Өфөнән Истанбулға рейстар һаны арттырыла

Өфөнән Истанбулға рейстар һаны арттырыла 10.06.2026 // Йәмғиәт

«Победа» авиакомпанияһы Өфөнән Истанбулға осош программаһы асылыуы хаҡында иғлан итте....

Тотош уҡырға 3

Радий Хәбиров «Патриот» паркында ирекмәндәр менән осрашты

Радий Хәбиров «Патриот» паркында ирекмәндәр менән осрашты 10.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы һәр яҡлап ярҙам күрһәткәндәре өсөн ирекмәндәргә рәхмәт белдерҙе....

Тотош уҡырға 2

Эливия, Рэм һәм Эрлан: Башҡортостанда үҙенсәлекле исемдәр рейтингы
Байрам көндәрендә республика поликлиникалары нисек эшләй

Байрам көндәрендә республика поликлиникалары нисек эшләй 10.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы 12 июндән 14-нә тиклем медицина учреждениеларының эш ......

Тотош уҡырға 3

Синоптиктар республикала һауа торошоноң боҙолоуы хаҡында иҫкәртте
Башҡортостанда «Ракета хәүефе» режимы ғәмәлдән сығарылды
Башҡортостан Башлығы төҙөкләндереү объекттары өсөн тауыш бирергә саҡырҙы
Башҡортостанда «Айыҡ ауыл» конкурсының шарттары үҙгәрҙе

Башҡортостанда «Айыҡ ауыл» конкурсының шарттары үҙгәрҙе 09.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда «Айыҡ ауыл» конкурсының шарттары үҙгәрҙе...

Тотош уҡырға 3

Өфө – Ырымбур трассаһында Бәрҫеүән йылғаһы аша күперҙең яртыһы бер айға ябыла

Өфө – Ырымбур трассаһында Бәрҫеүән йылғаһы аша күперҙең яртыһы бер айға ябыла 09.06.2026 // Йәмғиәт

Бәрҫеүән йылғаһы аша күперҙә трафик тәүлегенә 105 меңдән ашыу автомобиль тәшкил итә....

Тотош уҡырға 4

«Шулай шул»: башҡорт ҡыҙы менән ҡытай егетенең ғаилә ҡороу тарихы

«Шулай шул»: башҡорт ҡыҙы менән ҡытай егетенең ғаилә ҡороу тарихы 08.06.2026 // Йәмғиәт

Ҡайҙалыр Мәскәүҙә, машинала башҡортса йыр яңғырай. Рулдә ҡытай егете ултыра һәм үҙ алдына ......

Тотош уҡырға 3

Башҡортостанда көслө ямғыр һәм боҙ-борсаҡ яуыуы фаразлана

Башҡортостанда көслө ямғыр һәм боҙ-борсаҡ яуыуы фаразлана 08.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан ҡотҡарыусылары, Башгидромет мәғлүмәттәренә һылтанып, 9 июндә ямғырлы һауа торошо ......

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә