Республиканың Архив эштәре буйынса идаралығы менән Милли архивы Башҡортостан Республикаһының барлыҡҡа килеүенә 100 йыл тулыу һәм дәүләт архив хеҙмәтенең бер быуатлыҡ юбилейы уңайынан “Башҡортостандың фотойылъяҙмаһын бергәләп булдырайыҡ!” тигән акция иғлан итте. — Беҙ был сараны төбәгебеҙҙең фотодокументтарын һаҡлау, фотокаталогты тулыландырыу маҡсатында ойошторҙоҡ. Кешеләрҙең шәхси альбомдарында, дәүләт власы органдары, предприятие һәм ойошмалар архивтарында һаҡланған фотоһүрәттәр Башҡортостан тарихын өйрәнеүҙә Архив фонды өсөн ҡиммәтле сығанаҡ булып хеҙмәт итәсәк. Беҙ уларҙы бушлай һаҡлауға ҡабул итәбеҙ, — тип билдәләнеләр ведомствола.
Фотоларҙы һайлағанда унда төшөрөлгән ижтимағи-сәйәси ваҡиғаның мөһимлеге, теге йәки был шәхестең республика үҫешенә индергән өлөшө иҫәпкә алынасаҡ, төбәгебеҙ, төрлө министрлыҡтар, ведомстволар, ҡалалар, райондар, предприятие һәм ойошмалар тарихына бәйле күренештәр һынландырылған рәсемдәргә өҫтөнлөк биреләсәк.
Бөтә фотоһүрәттәргә аңлатма яҙыу мотлаҡ, унда ваҡиғаның исемен, ваҡытын, кемдәр төшөүен (исем-шәрифтәрен) күрһәтергә кәрәк.
Фотоһүрәттәрҙең төп нөсхәләре түбәндәге адрес буйынса ҡабул ителә: Өфө ҡалаһы, К. Маркс урамы, 4-се йорт, БР Милли архивы, 10-сы бүлмә. Сканер аша үткәрелгән күсермәләрҙе электрон почтаға ебәрергә:
[email protected]Республиканың Архив эштәре буйынса идаралығы һәм Милли архивы хеҙмәткәрҙәре үҙенсәлекле акцияға әүҙем ҡушылырға, Башҡортостандың фотойылъяҙмаһын бергәләп булдырырға саҡыра.