Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Эскеһеҙ ҙә донъя йәмле...
Ни өсөн беҙҙә эскелек көслө? Йәмғиәтебеҙҙә уға альтернатива бармы? Әлеге һорауҙарға ғүмер буйы яуап эҙләнем. Был һорауға Чарльз Дарвиндың атаһы ла яуап табырға тырышҡан. Эскелеккә булған әүәҫлекте атавизм күренеше, йәғни генетик үҙенсәлек тип ҡарарға була. Боронғоларҙың тормошонда айыҡлыҡ хөкөм һөрһә лә, рәхәтлеккә, күңел күтәреүгә, аҙ ғына ваҡытҡа булһа ла көндәлек мәшәҡәттәрҙән айырылып тороуға ынтылыш кешеләрҙә һәр саҡ йәшәгән.

Донъя йөгөн айныҡтар тарта

Баш мейеһендә ләззәт үҙәге барлығын ғалимдар ҙа раҫлай. Шул үҙәкте ярһытыу өсөн ҡайһы берәүҙәр тәмәке тартҡан, икенселәре төрлө иҫерткес үлән ҡулланған, әсегән емеш һыуҙарына ла урын табылған. Тора-бара әҙәми зат ҡеүәтлерәк саралар уйлап сығарған: араҡы, наркотик, кәйеф күтәрә торған башҡа матдәләр. Үлемесле “рәхәтлектәрҙе” әле лә таратып ятыусылар бар, уларҙы күберәк ҡулланғанда кеше йоҡлай, хатта йоҡлаған килеш вафат була. Бындай көслө матдәләрҙе ҡайғы-хәсрәт тойғоһон кәметеү, ауыртыныуҙы баҫыу өсөн дә ҡулланалар. Әммә кешелеккә хас күркәм сифаттарҙы иҫерткестәр юҡҡа сығарып тора. Наркоман һәм эскесе ләззәт тойғоһон ҡабаттан кисереү теләге менән йәшәй, иҫерткестең күләмен тағы-тағы арттырырға мәжбүр була. Аҡыл менән йәшәп булмағас, шулай һантый булып йәшәү юлына баҫа күптәр. Ә бит эргәбеҙ тулы донъя ҡыуанысы, эскелекте алмаштырырлыҡ шөғөлдәр бихисап. Мәҫәлән, яратыу, мөхәббәт.
“Бог — это любовь” тигән әйтемде православие руханиҙары вәғәзенән ишетеп беләм. Кешене, донъяны яратҡандың нервыһы тыныс, кәйефе күтәренке. Мөхәббәт тойғоһо ғына ла кешене рәхәтлек кисертә, бейетә, йырлата. Яратыу хисенә сумғанда иҫерткестең кәрәге лә юғала. Тимәк, донъяны яратмау, ҡояштан “тап” эҙләү иҫерткес ҡулланыуға этәрә.
Рәсәйҙә эскеселәрҙең күплеге дөрөҫ булһа ла, был “бөтәһе лә эсә” тигәнде аңлатмай. Айыҡ баш менән ғүмер кисергән кешеләрҙе күреп беләбеҙ: береһе — умартасы, икенсеһе — тимерсе, араларында уҡытыусылар, ғалимдар һәм башҡа һөнәр эйәләре лә бихисап. Йыһанға осоу ҙа, таң ҡалдырырлыҡ ғәләмәт ҙур төҙөлөштәр ҙә — айыҡ рәсәйҙәрҙең ғәмәле.
Кешене матур йәшәргә өйрәтеү өсөн даими тәрбиә талап ителә. Эштән һуң буш ваҡытты уҙғарыу совет дәүере социологияһында фәнни категория булараҡ ҡаралһа, хәҙер ул хаҡта һүҙ ҡуйыртыу уңайһыҙыраҡ, сөнки эшләмәү күптәрҙең тәбиғи хәленә әйләнгән. Эшһеҙлек һәм шөғөлһөҙлөк күңел бушлығына килтерә, бер нимә менән дә ҡыҙыҡһынмайынса, ынтылышһыҙ йәшәгән кешенең уйы араҡыға йә башҡа төрлө иҫерткескә тартыла. Бындай шарттарҙа хатта бай һәм хәллеләр ҙә боҙола, юҡҡа сыға.

Сараһыҙлыҡ бәкәлгә һуға


Элек беҙ “яҡты коммунизм”ға ышанып йәшәнек. Горбачев халыҡты матур киләсәккә ныҡ өмөтләндерҙе. “Эштең һөҙөмтәһенә ҡарап хеҙмәт хаҡы түләйбеҙ”, “һәр ғаиләнең фатиры буласаҡ”, тип вәғәҙә биргәс, сабыйҙар һаны ишәйҙе. Ул осорҙа, ысынлап та, ниндәйҙер дәрәжәлә кинәнес, рәхәтлек тойҙоҡ. Араҡы эсеүселәргә генә ауыр ине. Ә хәҙер хеҙмәт хаҡын 25 йыл буйына ашамай-эсмәй йыйып барһаң ғына ике бүлмәле фатир һатып алырға өмөт бар. Күптәр Тыуған илендә бурысҡа фатир алып донъя көтөргә тырыша. Кешенең ышыҡ урында ҡуна торған мөйөшө, ярҙам алыр урыны булмауы өмөтһөҙлөккә этәрә. Шундай сараһыҙлыҡҡа һәм депрессияға төшкән мәлдә араҡы эсеүҙең хатта файҙаһы тейеүе лә ихтимал. Кешесә йәшәүгә сара ҡалмағас, түбәнлеккә төшөп булһа ла, иҫән ҡалыу мөмкинлеге бар.

Күңел биҙәктәре ҡайҙа?

Халыҡтың күңелен яуларҙай милли биҙәктәребеҙ аҙайҙы. Музейҙағы тарихи ҡомартҡылар, сәхнәләрҙә балҡыған концерт, бәйге, байрамдарҙан тыш, кешеләрҙе бер усҡа йыйған идеология юҡ. Пионер галстугы тағып, ҡыҙыл флаг күтәреп, илебеҙ өсөн ғорурланып йәшәгәнде һағынам. Элек бит араҡыһыҙ ҙа донъя йәмле, матур ине. Хәҙер Рәсәйҙә ғорурлыҡ хисен тыуҙырырлыҡ ғәмәлдәр аҙ. Ил кимәлендәге вазифалы етәкселәрҙең, ҡала башлыҡтарының, байлыҡ туплап, сит илгә тайыуын күргән халыҡты илһөйәр итеп тәрбиәләп булырмы? Рәсми рәүештә индерелгән Халыҡтар берҙәмлеге көнөнә милли биҙәктәр өҫтәү урынлы булыр ине. Ысын мәғәнәһендә берҙәм булып, бәхетле тормош ҡора алһаҡ, күпселеккә араҡының кәрәге ҡалмаясаҡ.
Эргәбеҙ тулы битараф кешеләр, тимер ҡапҡалар, рәшәткәле тәҙрәләр, онотолған ауылдар, эшһеҙлек, ғәмһеҙлек... Тирә-йүндә күңел биҙәге тапмағас, кеше үҙенә ҡыуаныс эҙләп, ары-бире һуғыла һәм уны иҫерткестә таба.

Реформалар үҙәккә үткәрҙе

Эшкә тотонғас, уның һөҙөмтәһен күрге килә. “Яңыртыуға” “реструктуризация” яһап, “оптимизация”ға “инновация” үткәреп, үҙгәртеп ҡорғанды хосусилаштырып, өҙлөкһөҙ аҡса алмаштырып, халыҡты тамам йонсоттолар. Бер реформа бөтмәй тороп, икенсеһе башлана. Эскән кешенең аҡылы уларһыҙ ҙа бер көнлөк. Туҡтауһыҙ үҙгәртеп ҡороуҙар, ығы-зығы, һөҙөмтәһеҙ реформалар халыҡтың үҙәгенә үтте. Уның менән кәңәшләшкән дә, һорашҡан да түрә юҡ.
Аҙағы күренмәгән, осһоҙ-ҡырыйһыҙ эштәрҙе араҡы бик еңел теүәлләй. Тиҫтә йылға план һыҙыуҙың да хәжәте ҡалмай.
Эскән кеше мәҙәниәт йортона йөрөмәй. Дауаханаларҙа дауаланыу беҙҙең илдә түләүһеҙ. Был тәңгәлдә ашҡа ни һалғанды бешереүсе генә белгән кеүек, сирләп ҡараған кеше хәлде һәйбәтерәк төҫмөрләй. Бала табыу йорттарына әле әсәләрҙе бик теләп ҡабул итәләр, сөнки страховка фонды аҡсаны пациент һанынан сығып, иҫәпләп бирә. Иҫеректәрҙе хеҙмәтләндереүсе айнытҡыстар Һаулыҡ һаҡлау министрлығы ҡарамағына күсерелә башланы. Иҫеректәр һанына ҡарап, аҡса бүлә башлаһалар, харап инде!
Их, башҡа төрлө йәмәғәт йорттарында ла халыҡты шулай теләп көтөп торһалар икән! Элек бәләкәй генә клуб методистары ла журнал-гәзит алдырып, халыҡҡа баҫмалар менән танышыу мөмкинлеген тыуҙырҙы. Аҙ ғына хеҙмәт хаҡына эшләгән мәҙәниәт йорто хеҙмәткәренең эше хөрмәткә лайыҡ, әммә бындай “фиҙаҡәрлек” күпмегә тиклем дауам итер?

Файҙаһын йәшермәйек

Врач күҙәтеүе аҫтында ҡулланылғанда, араҡы файҙалы ла була ала. Эселгән миҡдарына, кешенең тән төҙөлөшөнә ҡарап, уның төрлө кешегә төрлөсә тәьҫир итеүе мөмкин. Ата-бабаларыбыҙҙың иҫерткес эсемлекте ауыҙҙарына ла алмағанын һәйбәт беләм. Ауылыбыҙҙа эскесе бер генә ҡарт бар ине, ул да булһа, батша армияһында хеҙмәт иткән кеше. Ошо дәүер бабайҙары, эскелекте гонаһ күреп, йәштәргә аҡыл өйрәтеп, бик тыйнаҡ йәшәне.
Медицинала физиологик эретмәгә ҡушылған спиртты ҡанға индереп, кешегә ашығыс ярҙам күрһәтеү маҡсатында үпкә шешеүенән һаҡлап алып ҡалалар. Спиртлы эсемлекте бик аҙ ғына миҡдарҙа эскәндә, ул файҙалы альфа-холестеринды арттыра, атеросклероздың үҫешенә ҡаршылыҡ күрһәтә. Артыҡ “төшөргән” кеше айныһа, ныҡ сирләй, уға ҡайһы саҡ дауа өсөн араҡы ҡойоп бирергә мәжбүрҙәр. Сама белмәгәндә, спиртлы эсемлек кеше организмы өсөн көслө ағыу ғына.
Рәсәйҙе эскелектән айнытыу кәрәклеге бәхәсһеҙ. Айнып алһа, ул иң бай һәм көслө дәүләттәрҙең береһе буласаҡ. Барлыҡ сирҙе лә “бөтөнләй бөтөрәм” тип дауаламайҙар, хроник сирлене лә үҙен тәрбиәләргә өйрәтәләр, йә сир барышын һәүетемсә йәшәрлек рәүешкә килтерәләр. Ә “йәшел йылан”дан ҡотолоу әмәлен тәү сиратта йәмғиәттең үҫешен тәьмин итеүҙән башларға кәрәк.
Эскелекте тамырҙан ҡоротоп булмаһа ла, уның файҙаланыу даирәһен тарайтып була. Мәҫәлән, ғәрәп илдәрендә күҙгә ташланып торған эскелек юҡ. Был хәл диндең һәм хөкүмәттең ихтыяр көсө менән тормошҡа ашырыла. Халыҡты айнытыу мәсьәләһе власть тарафынан ҡайғыртылмаһа, ил ҡеүәтенең ҡаҡшауы, яман сирҙең тотош организмды ауырыуға һабыштырып, дауалай алмаҫлыҡ хәлгә еткереүе ихтимал.
Марат ХӘЙҘӘРОВ,
табип.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 695

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 826

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 769

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 479

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 3 102

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 797

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 4 045

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 3 176

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 778

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 826

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 617

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 872