Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Һарайлы-мең башҡорттары төйәге
Һарайлы-мең башҡорттары төйәгеБишбүләк районы Өфөнән алыҫ урынлашмаған, әммә билдәле шәхестәр ҙә, төрлө даирә етәкселәре лә бында һирәгерәк бара. Беҙ күберәк Урал аръяғы төбәктәренә егәбеҙ аттарҙы. Ә бит Башҡортостан өсөн һәр төбәге ғәзиз, һәр милләттәше ҡәҙерле.

Йыйындарҙа фекер туплана

Ошо райондағы Һарайлы-мең башҡорт­тарының иң ҙур ауылдарының береһе булған Айытҡа һабантуйға саҡырыу алғас, шунда уҡ ризалаштыҡ. Нимә генә тимә, төбәктең үҙендә милләт яҙмышы, ырыу тарихы менән ҡыҙыҡһыныусылар бар. Ауылының тарихын тәрән ҡыҙыҡһыныу менән өйрәнгән егет, милиция подполковнигы, Чечен Республикаһындағы ҡораллы конфликтта ҡатнашҡан Альфред Шәймәрҙәнов һабантуй байрамына йыл туйҙырыр миҙгелгә йомғаҡ тип кенә ҡараманы. Тап ошо байрамда донъяның ҡайһы төбәгендә генә йәшәһә лә, ауылдаштар ҡайтып етә, күршеләрҙән киләләр. Айыт ауылы һабантуйы Бикҡол, Ҡаныҡай, Елболаҡтамаҡ, Дүсән ауылдары халҡын да йыйҙы.
Мең ырыуының почетлы ҡор башы, ғалим, шағир Рәшит Шәкүр, ырыуҙар тарихын өйрәнгән, халыҡҡа китаптар, телетапшырыуҙар аша фекерен еткергән тарихсы, журналист Салауат Хәмиҙуллин, йырсы Искәндәр Ғәзизов менән бергә сыҡтыҡ был сәфәргә.
Һарайлы-мең башҡорттары төйәгеҺабантуй байрамының тамырҙары әллә ни тәрән түгел. Беҙҙең халыҡ күпселек осраҡта йыйындарҙа бар хәлен һөйләш­кән, киләсәген барлаған, аҡһаҡалдарын тыңлаған, сәсән һүҙенә ҡолаҡ һалған. Шуға күрә һабантуй байрамы ниндәйҙер кимәлдә заман йыйындарына әүерелде тиһәк тә була, сөнки рәсми һөйләшеү­ҙәрҙән, яҙғы баҫыу эштәренә йомғаҡ яһау, ауыл хужалығы хеҙмәтсәндәрен бүләкләү, ауыл биләмәһен йәмләү, сәләмәт тормошто пропагандалау, милли спорт төрҙәрен әүҙемләштереү, таланттар сығыштарын ҡарау һәм күмәк кеше йәлеп ителгән спорт уйындарына тамаша ҡылыу менән бергә халыҡ үҙен ҡыҙыҡһындырған мәсьәләләр тураһында һүҙ алыусан була. Был байрамда шәжәрә, тел мәсьәләләре тураһында ла әйтелгән икән, тимәк, улар – заман тыуҙырған проблемалар.
Сарала район хакимиәте башлығының төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ буйынса урынбаҫары Артур Ғәлиев ауыл халҡын байрам менән тәбрикләп, сәселгән уңышты йыйып алырға яҙһын, тигән теләк белдерҙе. Башҡортостандың халыҡ артисы, төбәктән депутат Айҙар Ғәлимов, халыҡты ҡотлап, киң билдәле йырҙарын башҡарҙы. “Сибнефтегазстрой” йәмғиә­тенең финанс директоры Рәмил Ҡыямов, Мәхмүт Зинәтуллин, “Уфа бетон сервис” йәмғиәтенең генераль директоры Алик Ильясов, Фәиз Әхмәтйәнов, Артур Уҡаниев ауылда байрамды ойоштороуға матди яҡтан ярҙам күрһәткән, уларҙың тамырҙары ошо төбәк менән бәйле. Улар байрамда үҙҙәре лә ихлас ҡатнашты.
Бикҡол ауыл хакимиәте башлығы, төбәк башҡорттары ҡоролтайы етәксеһе Ришат Әхмәтшин, Елболаҡтамаҡ ауылы хакимиәте башлығы Әнүәр Вәлиәхмәтов күршеләрен байрам менән тәбрикләне.
Ә яҙғы баҫыу эштәренә килгәндә, ул хаҡта рәсми генә әйтеп китеп булмай. Быйылғы һауа торошона ҡарағанда, сәсеүен-сәстек тә ул, йыйып алаһы ла, келәттәргә тултыраһы ла бар бит әле.
Һабантуйҙың әләмен күтәреү өсөн почетлы бурыс ауыл хужалығы уңғандарына тапшырылды. Улар – Фәтих Кәлимуллин менән Әлфир Әхмәҙуллин. Ауыл хакимиәте башлығы Рәсил Ғимаҙет­диновтың сығышын иғтибар менән тыңлағас, ошонда уҡ баҫыу уңғандарын тәбрикләнеләр. Ауылда йәшәгән ике өлкән йәштәге инәйҙе лә телгә алдылар – Тәзкирә Камалетдинова, Галина Рябухина. Яңы ғаилә ҡорған парҙар – Әлиә һәм Фәнүр Ишмөхәмәтовтар, Ирина һәм Артур Ғәлимуллиндар, Лиана һәм Алмас Бәхтийәровтар, Гүзәл һәм Әлфрит Хәкимуллиндар, Регина һәм Рәсүл Ғөбәйҙуллиндар. Йыл эсендә бына нисә туй үткән ауылда, киләсәккә нигеҙ һалынған. Ә бына Ксения һәм Денис Аллаяровтар, Айгөл һәм Ринат Гәрәевтәр, Динара һәм Илнур Ғимаҙетдиновтар, Лилиә һәм Альберт Кәлимуллиндар, Зәлифә һәм Әлмәр Кәримовтар, Ләйсән һәм Илмир Каспрановтар, Айгөл һәм Рәил Шәрифуллиндар, Лиана һәм Ленар Нафиҡовтар, Сөмбөл Хажиева, Гөлназ һәм Илнур Фәхретдиновтар, Гөлнара һәм Илшат Сәлимовтар, Диана һәм Илсур Ғәлимуллиндар ғаиләһендә сабыйҙар донъяға килгән. Был үҙе үк ауылдың ишәйеүе хаҡында һөйләй. Сарала иң матур йорт хужалары ла тәбрикләнде – Финә һәм Мәғсүм Хафизовтар, Руфина һәм Вячеслав Уҡаниевтар, Рәйлә һәм Марсель Ғәтиәтуллиндар.
Ғалим Рәшит Шәкүр сығышын ауылдың тамырҙары, Мең ырыуының Һарайлы тармағы менән бәйләп һөйләне. Тарихсылар Әнүәр Әсфәндиәров, Салауат Хәмиҙуллиндың яҙмаларына нигеҙләне, документаль сығанаҡтарға таянып, ул Айыттың башҡорт ауылы булыуы тураһында әйтте. Салауат Хәмиҙуллин, “Башҡорт ырыуҙары тарихы” китабының “Меңлеләр” томы менән яҡынса таныштырып, халыҡҡа ошо документаль йыйын­тыҡты таратты. Халҡының, нәҫеленең үткәнен белергә теләүселәр күп, күҙ асып йомған арала китаптар таралып та бөттө, хатта етмәй ҡалды. Тарихсы уларҙы урындағы мәктәпкә, Ф. Кәрим музейына, мәсеткә лә ҡалдырҙы. Ауыл мәсетенең муллаһы Мөхәммәт Нафиҡов бик ҡыуанып ҡабул итте бүләкте. Халыҡтың яйлап дингә ылығыуын, тарихы менән ҡыҙыҡһына башлауын да һөйләне ул.
Йырсы Искәндәр Ғәзизов бында көтөп алынған ҡунаҡ булып сыҡты. Уның башҡарыуындағы халыҡ йырҙарын, популяр эстрада әҫәрҙәрен һабантуйға килгәндәр алҡыштарға күмеп тыңланы.

Фәтих Кәрим музейында

Бөтә интернет сығанаҡтарында, Фәтих Кәрим Өфө губернаһы Бәләбәй өйәҙенең Айыт ауылында 1909 йылдың 9 ғинуа­рында тыуған, тип яҙылған. Был аңлашыла ла, ул ваҡытта райондар түгел, өйәҙҙәр булған. Үҙ ауылында башланғыс белем ала. Етем ҡалғанлыҡтан, Ҡазанда бер йыл Надежда Крупская исемендәге балалар йортонда тәрбиәләнә. 1925 – 1929 йылдарҙа Ҡазан ер төҙөлөшө техникумында уҡый. Студент мәлендә үк әҙәби ижад менән шөғөлләнә, гәзит редакция­һында эшләй.
30-сы йылдар Фәтих Кәрим өсөн уңышлы башлана. Ул танылған әҙиптәр менән бергә СССР һәм ТАССР яҙыусылар союзын ойоштороуҙа ҡатнаша. Ете әҙәби китап авторы, 25 йәшлек Фәтих Кәрим буласаҡ Советтар Союзы Геройы, әҙәбиәт өлкәһендә Ленин премияһы лауреаты Муса Йәлил, шағир Һаҙи Таҡташ, яҙыусы һәм дәүләт эшмәкәре Ғәлимйән Ибраһимов, Ҡәүи Нәжми, Мирсәй Әмир, Хәсән Туфан һәм башҡалар менән ТАССР-ҙың ижтимағи, сәйәси һәм мәҙәни тормошонда бик әүҙем ҡатнаша. Ошо мөхиттә ул танылған яҙыусы булып өлгөрә. Был осор бик ҡатмарлы була. Бер ҡараһаң, кешеләрҙән ғәҙеллек, тура һүҙлелек талап ителгән кеүек, шул уҡ ваҡытта кем дөрөҫөн һөйләй, илдәге ваҡиғаларҙы ыңғай яҡҡа үҙгәртеү хаҡында телмәр тота, уларҙың яҙмышы контролгә алына.
Фәтих Кәрим дә шундайҙарҙың береһенә әйләнә. Ул, ижады сәскә атҡан осорҙа Сталин режимының золомона эләгеп, 1938 йылдың 3 ғинуарында ҡулға алына. Дүрт йылдан ашыу төрмәлә ултыра.
Фәтих Кәрим ижадын өйрәнгән яҙыусы Фәнис Янышевтың мәҡәләләре Башҡорт­остан матбуғатында байтаҡ баҫылды. Шуларҙың береһендә ул бына нимә ти: “Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, 1941 йылдың декабрендә, уның эше буйынса яңынан суд була һәм Фәтих Кәримде ғәйепһеҙ тип табалар. Бөтә ғәйепләнеүҙәрҙән аҡланып, төрмәнән сыҡҡас, Фәтих Кәрим үҙ теләге менән фронтҡа китә. Үлемесле һуғыш яланында, окопта, ул 150-гә яҡын шиғыр, биш поэма, бер драма әҫәре (“Шакир Шигаев”), ике повесть (“Разведчик яҙмалары”, “Яҙғы төндә”) ижад итә. “Мөхәббәт һәм нәфрәт” (1943), “Моң һәм көс” (1944) тип аталған шиғырҙар йыйынтығы баҫылып сыға. 1945 йылда яуҙағы ҡаһарманлығы өсөн Ҡыҙыл Йондоҙ ордены менән бүләкләнә”. Ялҡынлы шағир, взвод командиры 1945 йылдың 19 февралендә Кёнигсберг ҡалаһынан алыҫ Каврен ауылы янында барған ҡаты алышта батырҙарса һәләк була — хәҙер Калининград өлкәһенең Еңеү (Победа) ҡасабаһы. Калининград өлкәһенең Багратионовск ҡалаһындағы туғандар ҡәберлегендә ерләнгән. Күрһәт­кән ҡаһарманлығы өсөн I дәрәжә Ватан һуғышы ордены менән (үлгәндән һуң) бүләкләнә.
Шағир иҫтәлегенә 1998 йылда Бәләбәй районында, ә инде 1999 йылда Бишбүләк районында ла Фәтих Кәрим исемендәге әҙәби премия булдырыла. 2015 йылдың 14 апрелендә районда Еңеүҙең 70 йыллығына һәм Әҙәбиәт йылына арнап үткәрелгән шағир-фронтовик Фәтих Кәрим көндәре барышында премия шағирҙың ҡыҙы, журналист Ләйлә Кәримоваға, журналист Наил Ғимазетдиновҡа һәм профессор Илдар Ғимаевҡа бирелгәйне. Уларға тәүге тапҡыр күкрәккә тағыла торған махсус билдә лә тапшырылды.
Музейҙа ошо тарихи мәғлүмәттәргә, Фәтих Кәримдең шәжәрәһенә өҫтәп, уның ижад юлын эҙмә-эҙлекле аңлатҡан экспонаттар, төрмәгә ни өсөн ултыртылыуы, нисек ҡотолоп сығыуы, фронттан яҙған хаттары, шиғырҙарының ҡулъяҙмалары, шәхси әйберҙәре, фотолары, иллеләгән китабы ҡуйылған. Фәнис Янышев музей тураһында: “Фәтих Кәримдең Айыт ауылындағы музейын экспонаттар йыйып ойоштороуға утыҙ йыл мәктәптә балаларға әҙәбиәт серҙәрен өйрәткән Хәтирә Сәмиғулла ҡыҙы Ғиззәтуллина ҙур өлөш индерә. Музейҙың тәүге мөдире булып Саимә Тимерғәли ҡыҙы Хәйруллина эшләй”, – ти.
Музейға килеп ингәс тә ҡаршылағы ҙур портрет иғтибарҙы йәлеп итә. Әйтерһең, шағир үҙе ҡаршы алып тора. Ә инде музей алдындағы бюсты ла иҫкә төшөрһәң, ысынлап та, был йорттоң, был ауылдың шағир рухы менән һуғарылыуын аңлайһың. Һәйкәлде Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, скульптор Хәниф Хәбибрахманов ижад иткән.
Бишбүләк район хакимиәте тарафынан булдырылған Фәтих Кәрим исемендәге премияға күренекле шәхестәр ҙә лайыҡ булған: Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Татарстандың халыҡ рәссамы Рәшит Имашев, биология фәндәре докторы, профессор, Башҡорт­остандың атҡаҙанған фән эшмәкәре Тимербәк Ниғмәтуллин, шағир­ҙың ҡыҙы Ләлә Кәримова, Башҡорт­остандың халыҡ шағиры Ҡәҙим Аралбай. Әйткәндәй, ошо ауылдан сыҡҡан күренекле дәүләт эшмәкәре Илдар Ғимаев заманында республикабыҙҙа БЮТ кеүек дәүләт телендә һөйләгән телевидение каналы булдырыу өсөн үҙ тауышын биргән, сығыш яһаған шәхестәрҙең береһе булған.
Уҙған мәҡәләләрҙең береһендә әйтеп киткәйнек инде, Айыт урта мәктәбе лә Фәтих Кәрим исемен йөрөтә, шуға күрә лә ватансылыҡ тойғоһо, Бөйөк Ватан һуғышы, ил, тел яҙмышы тураһындағы бар һөйләшеүҙәр музей менән берлектә ойошторола икән. Был хаҡта мәктәп директоры Илмир Рәшит улы Шафиҡов та әйтеп китте.

Меңдәр составындағы һарайлылар

Меңдәр ҡәбилә булып боронғо төрки дәүерҙә (VI—VIII бб.) уғыҙ берләшмәһе тупланған Саян-Алтай төбәгендә ойошҡан.
Боронғо төрки мифологияһына ярашлы, төркиҙәрҙең ата-бабаһы Яфестың (Яфаның) һигеҙ улының береһенең исеме Мең булған. Риүәйәттәрҙә меңдәрҙең боронғо ата-бабаларының (Төклө-ата, Сәсле-ата, Ҡорсоба-ата) Алтайҙағы эпик батырлыҡтары, “оло һуғыштар” арҡаһында яңы ерҙәргә күсенеүе сағыла. XIX быуатта С. Ғ. Мираҫов тарафынан табылған шәжәрәгә ярашлы, меңдәр һундарҙың Баламир ханын үҙенең ата-бабаһы тип иҫәпләгән. Меңдәрҙең фольклоры уларҙың ата-бабалары Мәүернаһрҙан килгән тип хәбәр итә. “Мең һаҙаҡлы Урҙас бей” ҡушаматлы меңдәрҙең башлығы Санаҡлы яҡынса XIV быуат уртаһында Мәүернаһр хакимдарының береһе булған, ул үҙ-ара һуғыштар арҡаһында үҙенең ҡәбиләһе менән Уралға күскән. Ауыҙ-тел ижадында Урҙас бейҙең исеме Урта Азия, Сырдаръя йылғаһы үҙәне менән бәйләнә. Р. Ғ. Кузеев белдереүе буйынса, Санаҡлының ҡушаматы “Урҙа” һүҙенән барлыҡҡа килгән. Бынан сығып уның ғәскәре Мең һаҙаҡлы урҙа — Мең уҡсылы ғәскәр тип аталырға һәм ваҡыт үтеү менән “урҙа” һүҙенең халыҡ телендә Урҙас исеменә әүерелергә мөмкин тип фараз итергә була.
XII—XIII быуаттарҙа меңдәр күп ҡәбиләле ҡыпсаҡ донъяһының бер өлөшө булып торған. XIII быуатта ғәйәт ҙур биләмәлә Алтын Урҙа дәүләте барлыҡҡа килә. XIV быуатта меңдәр ҡатай ҡәбиләһе менән тығыҙ бәйләнештә була. Был осорҙа улар бергәләп көнбайыш Башҡортостанда, башлыса Ыҡ йылғаһының түбәнге ағымы буйында, шулай уҡ Зәй, Минзәлә һәм Сөн йылғалары буйлап көн итә.
Ҡыбау ырыуы башҡорттары үҙҙәренең тыуған яғы тип, ҡатайҙар һәм ҡошсолар кеүек, Мәләкәҫ тигән урынды атай. Улар фекеренсә, был урын Ыҡ йылғаһы аръяғында урынлашҡан. Ҡыбауҙарҙың бер араһы мәләкәҫ-ҡыбау тип атала. Күл һәм суби ырыуҙары риүәйәттәре ата-бабаларының “боронғо ерҙәре” тип Ыҡ буйы үҙәнен күрһәтә. Риүәйәттәр буйынса күл-меңдәр Дим буйына Ҡунҡас һәм Иштәкә аҡһаҡалдар етәкселегендә күсә.
XIV быуаттан, башҡорт ҡәбиләләренең Бөгөлмә ҡалҡыулығынан әүҙем күсеше осоронда, Мең ырыуҙары, ҡатайҙар артынан Ағиҙел аша үтеп, Ағиҙел-Ҡариҙел йылғалары араһының көньяҡ өлөшөн биләй, артабан Ҡариҙел һәм Дим йылғаларының Ағиҙелгә ҡойған ерҙәр тирәһендә төйәкләнә. Риүәйәттәргә ярашлы, хәҙерге Башҡортостан Респуб­ликаһының үҙәк өлөшө, Өфө ҡалаһы тирәһе менән бергә, меңдәрҙең аҫаба ерҙәре була. 1480 йылдарҙан Башҡорт­остандың күп өлөшө Нуғай Урҙаһы составына буйһона башлай, нуғай наместнигы башҡорттар менән Имән (Өфө) ҡалаһынан идара иткән. XV быуатта меңдәр Дим үҙәнендә йәшәһә лә, Нуғай Урҙаһы хакимлыҡ итеүе осоронда был ерҙәр өсөн низағтар булғылай, хәл тотороҡһоҙ була. XVI быуат уртаһында меңдәр, юрматылар һәм башҡа башҡорт ҡәбиләләре менән берлектә нуғайҙарға ҡаршы көрәш юлына баҫа. Был көрәш барышында меңдәр тулыһынса Дим һәм Өршәк йылғалары үҙәндәрендә урынлаша. Төньяҡ-көнбайыш Башҡортостанда, Минзәлә йылғаһы буйында йәшәгән Һарайлы-мең ырыуы вәкилдәре Ҡазан ханына хеҙмәт иткән.
Дим буйында йәшәгән меңдәргә көньяҡ-көнбайышта — йылан, көнбайышта — ҡаңны, төньяҡ-көнбайышта — ҡаршын, төньяҡта — көҙәй һәм ҡыбау, төньяҡ-көнсығышта — табын (бишул, табын, йомран-табын һәм дыуан-табын), көнсығышта — меркет, көньяҡ-көнсығышта юрматы ҡәбиләләре күрше була. Минзәлә үҙәнендә йәшәгән Һарайлы-мең ырыуының күршеләре — байлар һәм ирәкте ҡәбиләләре.
Рус дәүләтенә ҡушылғандан һуң, XVI быуатта мең башҡорттары Башҡортос­тандың барлыҡ тиерлек көньяҡ-көнбайыш өлөшөн биләүҙәрен раҫлаған аҫабалыҡ грамотаһын алалар. Ҡәбиләнең ерҙәре Нуғай даруғаһы составында Мең улысын барлыҡҡа килтерә. Дим башҡорттарының мөрәжәғәте буйынса батша Алексей Михайловичтың 1646 йылдың 15 авгусын­дағы грамотаһына ярашлы, Мең улысы 11 өлөшкә бүленә. Һәр бер түбәгә етәкселек иткәндәр: 1) Теперғол Асанов “с товарищи”, 2) Ураҙлы Урманов, 3) Айымбәт, Баҡый, Байымбәт Терен­ғоловтар, 4) Кумары Курясмаков, Кельтей Узряк, 5) Сихамбәт, 6) Ахымбәт Теперғолов, 7) Токомчик Супин, 8) Тоҡомбәт Теренғолов, 9) Ҡәҙерғол Баҡаев, 10) Аҡымбәт, 11) Кулка, Баҡай Нәҙерғоловтар.
Әммә аҫаба биләмәләр сиктәренең аныҡ итеп билдәләнмәүе бихисап бәхәстәр тыуҙырған. Шунлыҡтан Мең башҡорттары ерҙәрен, үҙ-ара килешеп, яңынан 11 өлөшкә бүлгән. Был бүленеш 1671 йылдың 9 февралендә батша Алексей Михайлович тарафынан раҫлана. Уртаҡ аҫаба ерҙәрҙе бүлеүҙә Мең улысы башлығы кенәз Ҡәнзәфәрҙең дүрт улы — Ҡужабаҡты, Дистан, Хоҙайбаҡты, Ҡоҙаш-кенәз һәм Сөплөктөң дүрт улы — Яйыҡ-Ҫыбы, Ҡадир-Ҫыбы, Меңле-Ҫыбы һәм Иҙел-Ҫыбы, һәм шулай уҡ Ураҙлы Урманов, Мәмбәтҡол Теникәев һәм Аҡҡондо Аҡманов ҡатнашҡан. Һуңыраҡ Ҡужабаҡтының ерҙәре — Мең улысы, Дистандың ерҙәре — Һарайлы-Мең улусы, Хоҙайбаҡтының ерҙәре — Суби-Мең улысы, Ҡоҙаштың ерҙәре — Өршәк-Мең улысы, Яйыҡ-Ҫыбының ерҙәре — Яйыҡ-Ҫыбы-Мең улысы, Ҡадир-Ҫыбының ерҙәре — Бәғәнәш-Мең улысы, Иҙел-Ҫыбының ерҙәре — Уҫылы-Мең улысы, Аҡҡондо Аҡмановтың ерҙәре — Меркет-Мең улысы, Меңле-Ҫыбының ерҙәре — Күл-Ил-Мең улысы, Мәмбәтҡол Теникәевтең ерҙәре ерҙәре Илекәй-Мең улысы тип атала башлай.
Мең башҡорттарының аҫаба ерҙәре заводчиктар, аҡһөйәктәр, чиновниктар, крәҫтиәндәрҙең баҫып алыуы һәм хөкүмәт тарафынан конфискациялау һөҙөмтә­һендә, һәм тағы ла керҙәшлеккә биреү арҡаһында, йылдан-йыл кәмей бара. Әүҙем баш күтәреүселәрҙең дә аҫаба ерҙәрен тартып алалар.
XVIII быуат уртаһында П. И. Рычков Мең улысы составында 11 аймаҡты теркәй: Ҫыбы (Субинский), Ҡырҡ-Өйлө (Кыркулинский), Яйыҡ-Ҫыбы (Яиксубинский), Күл-Ил-Мең (Кули-Минский), Уҫылы-Мең (Слю-Минский), Нуғай-Мең (Нагайляр-Минский), Меркет (Меркитский), Өршәк-Мең (Уршак-Минский), Һарайлы (Саралинский), Ҡыбау (Кубовский), Ыҡ-Мең (Ик-Минский). Генераль ер межева­ниеһы һөҙөмтәләре буйынса, XIX быуат башына Мең башҡорттары улыстары составында 1102905 дисәтинә ер була.
Һуңыраҡ Мең улысы ерҙәре Ырымбур губернаһының Бәләбәй, Минзәлә, Стәрлетамаҡ һәм Өфө өйәҙҙәре составына керә, ә 1865 йылда был өйәҙҙәр Өфө губернаһына инә. 1798—1854 йылдарҙа, Башҡортостанда идара итеүҙең кантон системаһы осоронда — 2-се, 3-сө (4-се), 5-се, 7-се (8-се, 9-сы), 8-се (7-се), 9-сы (10-сы) һәм 11-се (12-се) башҡорт кантондарына ҡарай.
1917 йылғы февраль инҡилабынан һуң Башҡорт милли-азатлыҡ хәрәкәте көслө һулыш ала, Башҡортостан автономияһы ойошторола. Меңдәрҙең Өйҙөрәкбаш ауылынан сыҡҡан генерал-лейтенант Хажиәхмәт Ишбулатов 1918 йылда Башҡорт корпусының командиры була. 1918 йылдың 20 февралендә Әлшәй (хәҙерге Раевка ҡасабаһы) ауылында “Башҡортостан штатын ойоштороу” буйынса съезд уҙғарылырға тейеш була, әммә уға Өфө губернаһы властары ҡаршы төшә. 1920 йылда Өфө губернаһында тоҡанған “Ҡарағош яуы” барышында ихтилалсылар халыҡты Башҡортостан Автономиялы Совет Республикаһына ҡушылырға саҡырған, ә 1 мартта баш күтәреүселәр Бәләбәй ҡалаһын баҫып алған. 1921 йылдың июлендә уҙған БАСР Советтарының II съезына Бәләбәй өйәҙенең башлыса меңдәр йәшәгән 17 улысынан делегация килә, улар Башҡортостанға ҡушылыуҙы даулай, 1922 йылдың 14 июнендә Өфө губернаһы биләмәһе республика составына ҡушыла.
Мең ҡәбиләһе башҡорттары Дим йылғаһы бассейнының киң ерҙәрен биләй. Йәнә Өршәк йылғаһы үҙәне, Асылыкүл һәм Ҡандракүл араһындағы Сәрмәсән йылғаһының үрге ағымы, Ҡариҙел (Өфө) йылғаһының түбәнге ағымы ерҙәрендә йәшәй. Хәҙерге ваҡытта был биләмә Башҡортостандың Ауырғазы, Бишбүләк, Благовар, Благовещен, Дәүләкән, Иглин, Ҡырмыҫҡалы, Миәкә, Өфө, Шишмә һәм Әлшәй райондарына ҡарай. Минзәлә йылғаһының үҙәне шулай уҡ Мең ҡәбиләһе тупланып йәшәгән урындарының береһе булып тора, әле Татарстандың Сарман һәм Туҡай райондары составына керә. Меңдәр башҡа башҡорт ҡәбиләләре вәкилдәре менән берлектә Туҡ, Оло һәм Кесе Соран, Һамар, Быҙаулыҡ, Кәмәлек һәм Оло Ырғыҙ йылғалары буйын биләй. Хәҙер был ерҙәр Һамар өлкәһенең Оло Глушица һәм Оло Чернигов райондары, Һарытау өлкәһенең Перелюб һәм Пугачёв райондары, Ырымбур өлкәһенең Красногвардейск районына ҡарай.

Айыт ауылы

Айыт – район үҙәгенән саҡрым алыҫлыҡта Дим йылғаһының һул яҡ ярында урынлашҡан башҡорт ауылы. Төбәктең иң ҙур ауылдарының береһе, бөгөн унда 1500-гә яҡын кеше йәшәй. Йорттар төҙөк, матур, мәктәп, мәсет бар. Ир-егеттәрҙең байтағы Себерҙә эшләй. Ауылға Күл иле мең башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә Минзәлә өйәҙе Мең улысының Һарыһаҙ –Тәкермән ауылынан сыҡҡан кешеләр тарафынан 1766 йылда нигеҙ һалынған. Ул 1744 йылда барлыҡҡа килгән, тиеүселәр ҙә бар. Ошо улыстың аҫабалары 1770 йылдың 16 сентябрендәге килешеү нигеҙендә 1753 йылда килгән Нуғай юлы Һарайлы-Мең улысының 40 йорт-ҡураһын теркәгән. Улар араһында Ғүмәр Биктимеров, Ғәли һәм Әбдекәй Биктимеровтар, Муса Бохаров, Ибраһим Ураҙов, Мансур Мәҡсүтов, Мәхмүт Ҡотләхмәтов, Әбеш Ураҙманов, Уразай Ырыҫов, элекке сотник Дауыт Мәмәтов бар.
1917 йылғы ваҡиғаларға тиклем Айытта ике мәсет, улар эргәһендә дини мәктәптәр булған. Бер нисә тирмән дә теркәлгән. 5-се риүәз документтары ауылда 37 йорт, уларҙа 218 башҡорт йәшәүен теркәгән. Ә был ул ваҡыттар буйынса бәләкәй һан түгел. Артабанғы XIX быуаттағы халыҡ иҫәбен алыу сараларында ла бында йәшәгән кешеләр үҙҙәренең башҡорт булыуын күрһәткән. Мәҫәлән, 1834 йылда – 395, 1859 йылда – 648, 1870 йылда 707 башҡорт теркәлгән. 1870 йылда шулай уҡ ауылда 110 йорт, ике мәсет, улар эргәһендә ике училище, дүрт һыу тирмәне булған.
1917 йылғы Бөтә Рәсәй ауыл хужалығы һәм ер буйынса иҫәп алыу мәғлүмәттәренә күҙ һалһаң, бында 274 йорт, уларҙа 1622 башҡорт теркәләгән. Шулай уҡ бер мишәр һәм бер украин ғаиләһе лә иҫәпкә ингән. Ике мәсет, ике мәктәп, тимерлек тә, дүрт һыу тирмәне лә булған.
Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу башланғас, бында хәлдәр башҡаса яҙылған. Халыҡты татар тип теркәгәндәр. Әммә 2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса, ауылда 1272 кеше иҫәпләнһә, уларҙың яртыһы башҡорт булыуын әйткән. Елболаҡтамаҡ – Айыттан айырылып сығып барлыҡҡа килгән ауыл. Уны башта хатта Түбәнге Айыт тип тә йөрөткәндәр. Ул XVIII быуаттың 70-се йылдарында барлыҡҡа килгән. 1834 йылда унда – 164 башҡорт, 1859 йылда – 307 (34 хужалыҡ), 1870 йылда 401 кеше иҫәпләнгән. 1917 йылда ауылда 198 хужалыҡ теркәлгән, ауылдың 1133 кешеһе лә үҙен башҡорт тип таныған. Совет осоронда бында халыҡ һаны кәмегән, етмәһә, күптәр үҙен татар тип яҙҙырған. Тамырҙары башҡорт булған халыҡтың вариҫтары ни сәбәпле башҡалар иҫәбен арттырған? 2002 йылда Елболаҡтамаҡта 741 кеше теркәлгән.

Бишбүләк районы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 695

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 826

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 769

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 479

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 3 102

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 797

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 4 045

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 3 176

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 778

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 826

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 617

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 872