– Зәйнулла, һин йәшәргә тейеш инең...
Һәләк булған иптәше янына сүгәләгән Әхнәф ошонан башҡа бер һүҙ ҙә әйтә алмай. Әле кисә генә: “Еңеүгә лә күп ҡалманы, дуҫҡай”, – тип бер-береһен дәртләндерә ине бит улар. 1945 йылдың 13 ғинуарында Польша сигенән Германияға ышаныслы һөжүм менән тамамланған аяуһыҙ алышта Әхнәф Хөснөтдинов яуҙаш яҡташын юғалта. Утты-һыуҙы бергә кискән, телем икмәкте, уртлам һыуҙы бүлешкән дуҫы Ауырғазы районының Күккәзә ауылы егете Зәйнулла Ибәтуллин була. Үтә аяныслы юғалтыу ине был. Әхнәф өсөн ышаныслы иптәше һәләк булһа, Ибәтуллиндар нәҫеле ағасының бер тамыр осо ҡороно тигән һүҙ...
– Зәйнулла ошо ҡәһәрле һуғышта бығаса бер туған өс ағаһының үлеме тураһында хәбәр алғайны. Үҙен Польшала, Пешхница тигән урында ерләп киттем. Бына шулай, фашизмдың ҡурҡыныслығы яу ҡырында башын һалғандар иҫәбе менән генә барланмай, тыумай ҡалған сабыйҙар һаны менән дә баһалана. Был һуғыш донъя халҡын именлеккә әйҙәгән ысын тормош һабағы булды, – ти Дан орденының тулы кавалеры Әхнәф Ғәлимйән улы. – Беҙҙең түштәрҙе биҙәгән орден-миҙалдар һәләк булған иптәштәрҙең дә тиңдәшһеҙ батырлығын данлай.
Тап Польша һәм Германия сигендә алыштарҙа күрһәткән батырлыҡтары өсөн Әхнәф үҙе II дәрәжә Дан ордены менән наградланған. Пешхница өсөн барған һуғышта “тигр”ҙар һөжүмен кире ҡағып, икәүһен яндыра ул. Һуңынан Одер буйындағы бәрелештә Гитлер һалдаттарының ике орудие расчетын юҡ итә һәм үҙҙәренең батальонына йылға аша сығырға мөмкинлек тыуҙыра.
Ун һигеҙ йәшен тултырып, 1943 йылдың февралендә хеҙмәткә алынған Әхнәф башта Урал хәрби элемтә училищеһына эләгә. Әммә уҡырғамы, әллә ваҡытты оҙаҡҡа һуҙмай фронтҡа юл тоторғамы – һайлау йәш һалдаттар иркендә була. Сталиндың приказына ярашлы төҙөлөп ятҡан 10-сы Урал танк корпусының хәрби состав менән тулыландырылыуы хәбәр ителгәс, Әхнәф ябай һалдаттар иҫәбендә һуғышҡа китергә ҡарар итә. 29-сы мото-уҡсы бригаданың 3-сө батальонына, танктарға ҡаршы истребителдәр батареяһына, эләгә ул. Шулай итеп, хәрби сынығыуҙы ул хәрби күнекмә-уҡыуҙар мәлендә түгел, ысын һуғыш шарттарында үтә. Ул һынауҙар һуғышсының шәхси кенәгәһенә яу уңыштары булып теркәлә. Львов ҡалаһын алғанда немецтарҙың биш автомашинаһын, ялан артиллерияһының бер батареяһын, 15 машина йөгөн һәм ике тиҫтәнән ашыу һалдатын ҡыра ул. 1944 йылдың йәйендә ошо ҡала өсөн барған һуғышта тиңдәшһеҙ уңыштарға ирешкәндәре өсөн, Урал танк корпусы Урал-Львов танк корпусы тип үҙгәртелә, ә айырым хәрбиҙәр төрлө наградаларға тәҡдим ителә. Ундайҙар араһында рядовой Әхнәф Хөснөтдинов та була. Корпус командованиеһы тәҡдименә ярашлы, III дәрәжә Дан ордены менән бүләкләнә ул. Был приказ оло юғалтыуҙар менән Еңеү көнөн яҡынайтҡан 1945 йылдың 18 мартында сыға. Ә унан ун көн алда, баштараҡ бәйән иткән Польша — Германия сигендәге батырлыҡтары өсөн, II дәрәжә Дан ордены бирелеүе хаҡында Указ донъя күргән була.
Был наградалар тураһында Әхнәф һуңынан ишетер, әлегә уларҙың сит ерҙә, фашист баҫҡынсыларынан Польшаны таҙартып, Германияны алыу өсөн хәрби әҙерлек алып барған мәлдәре. Төп маҡсат булған Берлинға һөжүмде 16 апрелдә башлайҙар. 25-ендә ҡаланы уратып алған Тельтев каналы буйындағы бәрелештә һалдаттарға йылға аша сығыуҙы тәьмин итеп, Хөснөтдинов командалығындағы расчет дошман ғәскәрен көнө буйы ут аҫтында тота. Башы яраланыуға ҡарамаҫтан, өлкән сержант аҙаҡҡаса ҡоралын ташламай. Һуңынан да яуҙаштарынан ҡалмай ул, 2 майҙа танк өҫтөнә ултырып, юлын Чехословакияға табан дауам итә. Унда немецтар һәм власовсылар ихтилалын баҫтырып, Еңеү көнөн Прагала ҡаршылай. Артабан — Венгрия. Урал-Львов танк корпусы Шапрун ҡалаһында урынлаша.
1945 йылдың октябрендә уҡытыусыларҙы ҡайтарырға тигән приказ сыға. Һуғыш башланғанда тик яҡшы билдәләргә унынсыны тамамлап йөрөгән ун алты йәшлек Әхнәф тә хеҙмәткә тиклем йыл ярым балалар уҡытып өлгөрә ауылында. Бер һүҙһеҙ ул да ҡайтарыла. Ә Дан орденының тулы кавалеры тигән исемгә ул 1959 йылда лайыҡ була. Эйе, Берлинды алғандағы хәрби уңыштары өсөн I дәрәжә Дан ордены уға һуғыш бөтөп байтаҡ йылдар үткәс, 1959 йылдың 24 декабрендә, тапшырыла. Хәрби тормошона нөктә ҡуйып, 1945 йылдың октябрендә ауылына әйләнеп ҡайтҡан егет был ваҡытҡа туған мәктәбендә уҡытыусы булып эшләргә, Өфөгә килеп партия мәктәбен, педагогия институтын тамамларға өлгөрә. Яуаплы, ышаныслы ир-егет артабан Учалы район комитетында, КПСС-тың ҡала комитетында яуаплы вазифаларҙа эшләй. 1958 йылда Хрущевтың яңы законы буйынса үҙгәртеп ҡороуҙар башланғас, Учалы, Бөрйән, Белорет, Әбйәлил райондары берләштерелә. Әхнәф Ғәлимйән улы яңынан тыуған ауылы Учалыға мәктәп директоры вазифаһында ҡайта һәм хаҡлы ялға сыҡҡансы булмышын йәш быуынды тәрбиәләүгә бағышлай. Матур итеп ғаилә ҡороп, лайыҡлы ул-ҡыҙҙар үҫтерә.
– Минең ордендарым шәхси уңыштар тураһында ғына һөйләмәй. Был һуғышта беҙ берҙәмлек менән еңдек. Исемемде данлаған наградаларға лайыҡ булыуҙа яуҙаш дуҫтарымдың, шул иҫәптән яуҙан ҡайта алмағандарҙың да өлөшө ҙур, – тип хаҡ һәм хуп һүҙ әйткәйне Герой бынан 13 йыл элек. Ул да ил именлеге өсөн күтәрелгән миллионлаған совет һалдаттарын кәүҙәләндергән йыйылма образ. Тик уның ошо хәтирәләре уйҙырма түгел, ысынбарлыҡҡа ҡоролған...